«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЛЕККЕ МӨХӘББӘТТЕ ҠАЙТАРЫУ КӘРӘКМЕ?
+  - 


Һәр саҡ тиерлек "ысын мөхәббәтте" данлаған һинд фильмдарын әҫәрләнеп ҡарамаған кеше юҡтыр. Бәғзе берәү "Әй, әкиәт бит ул…" тип, шундай киноға ышанмай, хатта уны ҡарамаҫҡа ла тырыша. Әммә тормошта ысынлап та оҡшаш хәлдәр була икән ул. Бер нисә йыл элек, "Йәшлек" гәзитендә "Зәңгәр томандар артында…" исемле мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Шул әҫәр һаман хәтеремдән сыҡмай. Мәҡәләнең төп геройҙарының тормошо хаҡында уйланып, ошоғаса борсолоп йөрөнөм. Борсолорлоҡ та шул. Баныу Ҡаһарманова тарафынан бик оҫта итеп һүрәтләнгән шул ваҡиғалар "тере генә" булып күҙ алдына килеп баҫа. Берәй уйлап сығарылған хикәйә-маҙар булһа, әлбиттә, быға әллә ни әһәмиәт тә бирмәгән булыр инем…

Мәҡәләнең төп георйы - Зилә исемле ҡатын (исемдәр үҙгәртелгән), ысынлап та, ғәйәт бер сетерекле хәлгә тарый. Шул хаҡта мәҡәлә авторына үҙенең эс серҙәрен сисеп һала ул. Бала сағынан бер Илсаф исемле малайҙы оҡшатып, бер аҙҙан өҙөлөп ярата башлап, мәле еткәс, уны бер кис кенә "иркәләп" әрмегә оҙатып ҡала. Унан төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡабаттан бер ҡасан да осратмаған ул һөйгәнен. Илсаф та, Зилә лә үҙҙәренә башҡа-башҡа һыңар табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, тыныс ҡына йәшәй башлай. Уларҙы ҡасандәр "һуштарынан яҙҙырған" әлеге төн хаҡында ла уйланмай, һәр кемеһе үҙ ғаиләһе мәшәҡәтенә сумып, әллә күпме йылдар ғүмер итә бирә. Әммә, әлеге әйтмешләй, тормош юлдары ифрат ҡатмарлы, донъя ла әллә ни киң түгел икән шул. Зиләнең улы әллә ҡайҙа, бөтөнләйгә башҡа район үҙәгендә йәшәгән әлеге Илсафтың ҡыҙы Нәфисә менән танышҡан, хатта өйләнешергә лә булғандар! Ҡыҙҙы һората барғанда инде нисәмә тиҫтә йылдар күрешмәй торған Илсаф менән Зилә бер-береһен ҡабаттан табыша. Ул ғына ла түгел, әллә ҡасан "зәңгәр томандар артында" ятып ҡалған "тәүге мөхәббәттәрен" иҫләп, бер-береһен яңынан һағыныша башлай…
Ҡоҙа менән ҡоҙағый телефон аша бәйләнеш тота, һөйөү һүҙҙәре лә әйтешәләр. Илсаф ҡоҙаһы хатта Зиләне уның законлы иренән "үлеп көнләшә", тәүге ялҡынлы мөхәббәте хаҡына "бер нимәгә ҡарамай ҡауышайыҡ та ҡуяйыҡмы", тип, талпына биреп тә ҡуя. Бер аҙ ныҡыша бирһә, Зиләһе лә ризалыҡ бирмәҫ тимә!.. Автор әйткәндәй, "һөйөү бер генә була, ҡауышһағыҙ - ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ", тип берәү кәңәш иткән хәлдә, ана шул яҡҡа ауышырға ғына тора мөхәббәттән иҫергән был ҡатын. "Туҡтатырға кәрәк был ғишыҡ-мишыҡты. Һин нисек уйлайһың?" - тигән булып, авторҙан кәңәш һораған кеше була Зилә. Икеләнеп торған был ҡатынды һаҡ ҡына итеп: "Зилә апай, бөтә нәмә лә үтә", - тип, тынысландырырға тырыша йомшаҡ күңелле автор. Әммә һөйөү утында янған героинябыҙ әллә ни тынысланырға уйламаған һымаҡ…
Был хаҡта бер ни ҙә белмәгән улы, килене ошо мәлдә татыу-татлы ғына йәшәп ята (бәлки, инде бәпес тә көтөләрҙер). Зиләнең бер аҙ ғына һалҡыныраҡ, әммә баҫалҡы, тыныс холоҡло ире Барис, өндәшмәһә лә, улына, килененә һөйөнә, ҡартатай булырға ла өмөтләнәлер. Нәфисә килендең әсәһе - ҡоҙағый ҙа (Илсафтың хәләл ефете) ҡыҙына бәхет теләй, ул да өләсәй булыу хыялы менән яналыр, тыуасаҡ ейән йәки ейәнсәренә бүләккә йүргәк-маҙар ҙа йыя башлағандыр… Бына ошондай хәлгә тарыған "ғишыҡтарға" ҡапыл да ниндәйҙер файҙалы кәңәш биреүе ауыр. Автор урынында бер-бер уҫалыраҡ кеше булһа, әлбиттә, һис кенә лә оҙаҡ уйлап тормаҫтан: "Олоғайған көнөңдә, "мөхәббәт" тип ауыҙыңды ла асаһы булма, бөгөндән үк Илсаф ҡоҙаң менән арағыҙҙы һыуытыу яғын хәстәрлә!" - тип, ҡырҡа һуғыр ҙа ҡуйыр ине, моғайын...
...Дүрт тиҫтә йыл элек (ун дүрт йәштәрендә генә) танышҡан был һөйәркәләргә бөгөнгө көн нисә йәш икәнен иҫәпләп сығарыу ҡатмарлы түгел: хәҙер улар кәмендә илле бишен ҡыуып китеп барған оло кешеләр булып етешкән. Ана шуларҙан да күпкә олораҡ, инде "аҡһаҡал" ҡорона ингән кеше булараҡ, ошо хаҡта үҙемдең фекеремде лә белдермәк булам. Әйтәйек, Зилә, бер нәмәгә ҡарамай, Илсаф ҡоҙаһы менән ҡауышты икән, ти. Был осраҡта (тураһын әйтеү кәрәк) улар йәш саҡтарындағы хатаһын тағы ҡабатлаясаҡ, кемдер әйтмешләй, "икенсе мәртәбә бер үк тырмаға баҫасаҡ"! Дөрөҫөн генә әйткәндә, был ике ғишыҡтың артабан бәхетле йәшәп китеүен мин күҙ алдына килтерә алмайым. Уларҙың тик бер кискә генә оло бәхет тойғоһо кисереүе ихтимал. Ярай, әйтәйек, бер-береһен күреп туя алмай, бер нисә көн йәшәп тә алдылар икән, ти. Йә, шунан?.. Артабан - ел дә буран! Бик күп яҡынын бәхетһеҙ итәсәк улар.
Әле генә яңы тормош башлаған йәштәр - уларҙың балалары өлкәндәрҙең был ҡылығын алҡышлап, сәләмләп ҡабул итерме икән? Минеңсә - тап киреһе буласаҡ! Йәш ғаиләнең тормошо мотлаҡ боҙоласағын күҙаллауы ауыр түгел… Аҙ һүҙле, әлеге йыуаш Барис та: "Мөхәббәт - мөхәббәт инде, әйҙүк, ҡоҙа, мин һиңә ҡатынымды тапшырам, бәхетле йәшәгеҙ…" - тип, ҡоҙаһына хөрмәт йөҙөнән Зиләһен "тоттороп" ебәрмәҫ, моғайын. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәй, ир-ирлеген итеп, оло бола сығарауы ла ихтимал. Ә инде үҙен өләсәй тип хис итеп, татлы хыялдарға бирелгән ҡоҙағыйы - Нәфисә килендең әсәһенең хәле хаҡында әйтеп тораһы ла юҡтыр… Ҡыҫҡаһы: ваҡытында шул "ғишыҡ-мишыҡ" хистәр тыйылмаһа, "уны, мине, үҙеңде лә бәхетһеҙ итәһең бит" тип йырҙа йырланған һымаҡ, ошо мәҡәлә геройҙарының барыһы ла оло бәхетһеҙлеккә тарыясаҡ. Ҡабаттан ҡауышыу түгел, хатта олпат йәштәге был "ҡоҙа" менән "ҡоҙағый"ҙың ҡасандыр булған үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында яҡындарының бөтөнләйгә белмәүе хәйерлерәк. Шунлыҡтан, олоғайған көнөндә "башын юғалтҡан" был ҡатынға - Зиләгә, тағы ниндәйҙер аҡыллы кәңәш өмөт итеп, был хаҡта башҡалар менән бүлешеү тураһында уйларға ла ҡурҡыу кәрәк... "Зәңгәр томандар артында" әллә ҡасан уҡ ятып ҡалған монарға үрелеп, ҡулыңдағы ысын бәхетеңдән яҙып ҡалыуың бар, бына нимәһе ҡурҡыныс. Бала-сағалар үҫтереп, уларҙы башлы-күҙле итеп, шул ғәзиздәреңә ҡарап шатланып йәшәү мөмкинлеге булыуы - үҙе бер оло бәхет бит ул. Шуға күрә лә, бөгөнгө хәле менән ризалашып, хатта уның өсөн шөкөр итеп, Аллаһ Тәғәләнән балаларына иман, һаулыҡ, бәхетле тормош һорап, законлы хәләл ефете Барис менән үҙенә тыныс ҡартлыҡ теләп, шунан ҡәнәғәтлек табып, артабан ғүмер итергә тейеш Зилә һылыу.
...Ҡасандыр йәш сағында, урыҫтар әйтмешләй, "роман"дары булған ҡатын һәм ирҙәр тирә-яҡта күп бит ул. Хатта береһе ирһеҙ, икенсеһе ҡатынһыҙ ҡалып, олоғайған көндәрендә "ирекле" булып киткәндәр ҙә бына ошоноң һымаҡ мәсьәләгә ифрат һаҡ ҡарашта. Бер-береһе менән ҡабаттан табышып ҡауышҡан бындай парҙарҙың да һин дә мин, "бәхеткә сумып" йәшәп киткәндәре бик-бик һирәктер. Әллә нисәмә тиҫтә йылдар элек ике йәш йөрәккә бер-береһенең һөйөүенән, наҙынан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәгән булһа, инде оҙон тормош юлы үткән оло кешеләрҙең донъяға ҡарашы ла бөтөнләйгә башҡаса формалашып бөткән була бит. "Һөйгәнең менән бергә саҡта ҡыуыш та ожмах була", тип урыҫтар әйткән мәҡәлде инде был йәштәге кешеләргә ҡулланып та булмай. Һәр кемеһенең үҙ хәстәре: бала-сағаһы, йорт-ҡураһы, хатта ниндәйҙер берәй (йәки бер нисә) хроник сире лә тигәндәй... Үҙҙәре лә олоғайып барған балаларҙың күптәре атаһын, әсәһен башҡаларҙан ҡыҙғаныусан булыуын да күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай. Бына ошондай сетерекле мәсьәләнең нескәлектәрен аңлай белгән "элекке ғишыҡтар"ҙың күптәре күрше ауылдарҙа (хатта бер ауылда ла!) әллә ни ҡымшанмаҫҡа тырышып, бер-береһен "күрмәй", тыныс ҡына йәшәп ята. Бәғзеләре хатта: "Алай ҙа ана шуға сыҡмағанмын (йә шуны алмағанмын), ана бит, ҡалай булып киткән…", тип, ҡыуанып бөтә алмай. Һәр кемеһе үҙ балаһын яҡын күреп, ғәзиздәренең бәхетен ҡайғыртып, ғүмер һөрә. Мин дә ана шул яҡлымын. Ошо осраҡта, кемдер, ҡасандыр уйлап сығарған "мөхәббәт бер генә", тигән нәмәне күңелдәрҙән алып ташлау кәрәк. Шунһыҙ - эш харап! Инде хәҙер һәммәбеҙ ҙә йәш, тинтәк сағыбыҙҙы иҫләп, шул иҫәр ваҡыттарҙы кире ҡайтарырға ынтыла башлаһаҡ, донъяның аҫты өҫкә килер бит, Аллаһ һаҡлаһын! Хәйер, әлеге "һөйөү менән янған" Зилә, хатта Илсаф та, үҙҙәре үк хәҙер бына ошондай фекергә килерҙәр, бәлки, ә мин юҡҡа ғына борсоламдыр, тип уйлап, үҙ-үҙемде тынысландырырға тырышам тағы….

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 35

Киске Өфө
 

Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru