«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӨКӨМ - 1
+  - 


Шофер булып эшләгән әшнәһенә барғайны Сәми, әле шунан ҡайтып килеүе. Элек, машина, трактор йөрөткәндә, кеше менән үҙе лә шулай өҙөп-йолҡоп һөйләштеме икән, был инде үтә лә фырт ҡылана - кис булһын, йоҡлап торайыҡ, ҡарарбыҙ, тип ултырасы. Иҫең китер. Әүәлерәк бер ҙә улай түгел ине, һөйләшеп килешәһең дә алмашлап, бер-береңә ярҙам итәһең, йәғни ҡул алмаш. Кемгә бесән, кемгә һалам килтерәһең, утынға бараһың. Тракторист, шофер халҡы араһында шундай яҙылмаған ҡағиҙә ине был. Ҡулында хәҙер техника юҡ, бынан нимә өмөт итәһең, тиме икән? Эх, ҡолаҡ ҡаҡты шул тракторынан, һаман ҡайғы белмәй йәшәр ине. Инәлеп йөрө инде хәҙер. Кемгә бит әле, үҙе менән бергә эшләгәндәргә, бергә ашаған-эскәндәргә! Асыуың килмәҫ ереңдән килер. Йомошо ла бит әллә ни ҙур түгел: аҙна самаһы элек комбайн артынан ҡалған арыш һаламын таллыҡ араһына индереп өйгәйне. Шуны килтереү ине ниәте. Ямғыр яуыуы бар, кеше лә алып китмәҫ тимә. Яртыһы һиңә булыр йә яңынан өйөп бирермен, тип тә ҡараны, юҡ, тыңламаны. "Беларусь"та саҡта Сәми бесән-һалам тип һис борсолманы, ат урынына йөрөттө үҙ йомошона колхоз техникаһын. Үкенескә ҡалманы инде былай. Бынау Фәррәх ағай үлеп китмәһә, һаман эшләп йөрөр ине әле. Шул ваҡиғанан һуң тарттылар ҙа алдылар бит тракторын, әйтерһең, Сәмиҙе тракторһыҙ ҡалдырһалар, Фәррәх ағай терелеп китә. Бына шунан бирле этләнә Сәми - шырпы-тәмәке артынан да "Беларусь" менән йөрөп күнеккәс, тере ҡулһыҙ ҡалыу яман ҡыйын икән.
Ни генә тимә, барыбер ҙә йүнсел түгел, тип Сәми уйҙары менән йәнә тиңдәшенә әйләнеп ҡайтты. Яҙ башында уҡ ҡырҡҡан ағасы бар, оҙон йәй буйы, ваҡыт табып, шуны ташып ала белмәне. Ул өй тигәнен ҡасан һалырға самалай икән һуң? Утыны ла һаман өйөлмәгән: ярған көйө сәселеп ята. Сәсеү, бесән, ураҡ тип кенә йәшәп буламы икән ни донъяла? Йорт-ҡура, өйҙәге эшкә елкәһе йоҡалар гел шулай колхоз йомошон сәбәп итеүсән инде ул...
Сәмиҙең уйҙарын көлөшкән тауыштар өҙҙө. Тирә-яғына ҡараһа, Мөбәрәк ағайҙың өйөнән килә икән. Иркен ултыралар, ахыры, көлөшәләр, булыр-булмаҫ тауыштары менән йырлап та маташалар. Малайы, Илгиз, теге көн, оҙаҡламай китәм, тип һөйләнә ине, ысынлап та, уҡыуына юлланырға самалайҙыр. Күңел асыуҙары шунандыр. Хәҙер йәштәр фырт бит, юҡ-бар сәбәп табалар ҙа, билдәләйбеҙ, тигән булып йыйылышырға әҙер торалар.
Сәми йәштәрҙең күңел асыуын үҙенә, эшенә, ауылдың ауыр тормошона, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә, бысрағына, хатта ямғырына мыҫҡыллау тип ҡабул итте лә тегеләр менән бәхәскә ингеһе, һүҙ көрәштергеһе килде. Заманында үҙенең уҡымай ҡалыуына йәне көйҙө, күңелле, ҡәнәғәт тауыштар ишетелгән тәҙрәләрҙән йөрәге ярһыны, үҙенең бер ҡасан да улар һымаҡ була алмаясағына йәне әсене. Ошо әсенеү йөрәгенә йәбеште лә үҙенең бөтөнләй ҙә төшөп ҡалған бәндә түгеллеген иҫбат итеү өсөн аяҡтарын ят ҡапҡаға борҙо. Салт аяҙ көндө барлыҡҡа килгән ҡо-йон һымаҡ көтөлмәгән тойғо, көтөлмәгән әсенеү, ярһыу ине был.
Ишекте Азамат асты.
- О, Сәми ағай, әйҙүк! - тине ул, килеүсене алға үткәреү өсөн ситкә тайпылып. Үҙе, инһенме, юҡмы, тигәндәй, һораулы ҡарашын хужаға ташланы.
Ишеккә арты менән ултырған Илгиз бар кәүҙәһе менән инеүсегә боролдо ла, урынынан ҡалҡынып, Сәмигә йүнәлде.
- Һай, аҫыл ир Сәми, һин кәрәкһең бит самый, - тине, көлөп.
Барыһы ла ҡәнәғәт шаулашып алды.
- Һаумыһығыҙ! Яраймы, ҡамасауламайыммы?
- Ярай, нишләп ярамаһын, һинең бер ҡасан да ҡамасаулағаның юҡ, - тине Ильгиз, ҡулдары менән барыһын да өҫтәл янына саҡырып.
Өйҙә өсәүҙәр - Илгиз менән Азаматтан башҡа Билал ла бар. Азамат, ошо яҙ армиянан ҡайтып, ҡайҙалыр уҡырға кергән. Билал бына өсөнсө йыл инде агрономлыҡҡа уҡып йөрөй. Барыһының да кәйефе күтәренке, ҡыҙмасараҡ булып алғандар. Быларға тракторы ла, һаламы ла кәрәкмәй шул. Донъя бөтөн, борсолорлоҡ мәсьәлә юҡ.
- Һиңә штрафной, Сәми ағай, - тине Билал һәм таҙа рюмка килтереп, араҡы ҡойҙо.
- Әллә тағы, штраф һалырға, мин саҡырылған ҡунаҡ түгел дәһә, - тине Сәми, көлөмһөрәп. Әрләп сығайым тигән ниәте, үҙ ярҙарына ҡайтҡан яҙғы йылға кеүек, яйлап баҫылды һәм ул, уйынан баш тартып, эсенән генә ҡул һелтәне. Әйҙүкләп торғанда, етмәһә, төшөрөргә лә мөмкинлек булғанда, кешегә нисек ҡаты һуғылаһың да, нисек яманлашаһың? Егеттәрҙең береһенең дә Сәмигә зыяны тейгәне юҡ былай, киреһенсә, йомошҡа килһәң, йәки берәй эш ҡушһаң, ярҙамлашырға әҙер торалар. Тракторы бар саҡта бер-береңә ҡул алмаш эшләнде инде эштәр - улары һиңә килә, һин уларға. Шулай булғас... Ауылда ул ғына көн итмәй, уҡырға китеүселәр ҙә ошо малайҙар ғынамы ни? Баштары эшләгәс, уҡыһындар әйҙә.
- Ризыҡ ишараты, үҙем бешергәйнем. Барыһы ла студенттарса ғына инде, - Илгиз ҡулдары менән өҫтәлдәге картуфлы табаға ишараланы.
- Ярай, ярай, үрелермен. Гөлсөм еңгә менән Мөбәрәк ағай ҡайҙа һуң?
- Тәскирә апайымдың ҡыҙы бар бит. Шунда киткәйнеләр.
- Ә, шулаймы ни? Күргәйем шул. Артҡандар икән. Тәскирәләрҙе әйтәм. Һәйбәт булған.
- Насар түгел инде.
- Үҙең ҡасан китәң?
- Иртәнән һуң. Каникул бөттө, вәссәләм.
- Улай булғас барығыҙ ҙа ҡуҙғалалыр инде? - Сәми алмашлап егеттәргә ҡарап сыҡты.
- Эйе, - тине Илгиз һуҙып ҡына.
- Да-а, уҡыуҙары еңел түгелдер инде. Еңел булһа, барыһы ла керер, уҡыр ине. Ғәйшә апай, уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, ти торғайны. Мин ҡаҙа алманым ул ҡойо тигәндәрен. Үкенгән саҡтар ҙа бар, тик терһәк йыраҡ, тешләрлек түгел. Ә һеҙ, егеттәр, маладис, ҡаҙаһығыҙ. Бына мин ғүмер буйы тракторҙа... Бәхетме ни инде шул... Илгиз, һинең ҡайҙа уҡығаныңды онотам да ҡуям.
- Университет, юридик факультет.
- Ә, шулай бит әле, - Сәми ҡулын һелтәп хәтеренә зарланғандай итте лә, ҡапыл алға эйелеп маңлайын тотто. - Мин шуны һорарға тип кергәйнем. Беләһеңдер, һин буласаҡ закон һаҡсыһы бит. Иҫеңдәме, күрше ауылдан бер егет Әҡлимәнең туйына килеп һуғышып йөрөгәйне. Үткән аҙнала милиция килеп керҙе лә шуларҙы һораша, ныҡый башланы, өйҙө тентергә кереште, әйтерһең, берәй төрлө ҡорал йәшергәнмен. - Бәй, нимә эҙләгәнен әйтмәйме ни?
- Әйтмәй шул. Һорап-һорап ҡарайым, шымтайып аҡтарыуын белә. Башың ауыртһа, ҡоям тип тә ҡарайым, юҡ, яҡын да килмәй. Күргәнһең, ҡарап торғанһың туҡмағандарын, ти шунан. Шаһит яһарға маташа инде. Беҙҙекеләр теге егеттең башын яра һуҡҡандар ҙа балнисҡа эләккән, ә мыңа эш. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, тигән һымаҡ, ул маңҡаға ҡыҫылып йөрөмәһә, булмаймы икән?
- Һин ул малайҙы күрмәгәйнеңме?
- Юҡ, ҡайҙан күрәйем?
- Ә беҙҙең ауыл егеттәрен?
- Уларҙы ни, күрҙем. Теге ваҡыт бит аласыҡҡа килеп керҙеләр. Уныһын өндәшеп торманым, бәләһенән баш-аяҡ. Бына шул милиция ишаратын ҡыуып сығарырға итәм дә, законды белмәйем. Алды китте, йөрө шунан. Ҡулында ордер-фәлән булмаһа, өйгә үткәреп тентеү яһатып тороу ярамай шикелле лә инде?
- Дөрөҫ әйтәһең, хаҡы юҡ.
- Во, ҡара аҡылым менән мин дә шулай уйлайым шул. Ул ҡарыша, ләпәк кеүек күҙгә инеп килә, малай, - Сәми һорауына яуап алыуҙан бигерәк үҙенең һөйләүенә, һүҙен йөпләүҙәренә ҡәнәғәт булып ҡулдарын һелтәп ебәрҙе, йөҙө яҡтырҙы. Шулайтмайса, уҡыған кешеләр араһында ултыра, улар кимәлендә һөйләшә бит!
- Ярар, күтәрәйек, - Билал рюмкаһын ҡулына алды.
Эсеп ҡуйҙылар, һыуынған картуф ҡаптылар, ҡыяр кетерҙәттеләр.
- Юриспруденцияны белгең, әҙерәк аңлағың килһә, әйтәйек, милиция әлеге ише өйөңә керә аламы, юҡмы икәнен белгең килһә, бер уйын уйнап алырға тәҡдим итәм. Ҡайһы бер мәсьәләләр аңлашылыр. Юҡһа, халыҡ, ысынлап та, ябай ғына әйберҙәрҙе лә белмәй. Форма кейгәнде күрҙеме, ҡото оса. Әбей-һәбей, бала-саға тыңламаһа, милицияға биреп ебәрәм, тип ҡурҡыта. Һөҙөмтәлә, беҙ бала саҡтан уҡ шуларҙан ҡурҡып үҫәбеҙ, өлкәнәйеп бөткәнсе өркөү дауам итә, бөгөн беҙҙең егеттәрҙең милицияла аҙ булыуының сәбәптәренең береһе шундалыр, тип уйлайым. Ә бит улар араһында ла төрлө кешеләр бар, йүнлеһе, йүнһеҙе, тигәндәй.
- Йүнһеҙе күберәк инде аның. Эшләгең, уҡығың килмәһә, милицияға эшкә бар, тиҙәр бит.
- Шулайҙыр, килешәм, мин үҙем дә уларға мөхәббәт тойғолары йөрөтмәйем, - тип һүҙен дауам итте Илгиз. - Беҙ бында дүртәү. Билал менән Азамат суд заседателдәре икән ти, - Илгиз иптәштәренә күҙ ҡыҫты, минең уйынды ҡабул итегеҙ, йәнәһе. - Суд рәйесе вазифаһын мин үҙ өҫтөмә алам. Ә һин, Сәми ағай, "ғәйепләнеүсе", йәғни ғәйепле кеше. Нимәлер ҡылғанһың икән, ти. Суд шуны тикшерергә йыйылған. Килештекме?
- Сержанттан да ҡото алынған кешене суд эскәмйәһенә ултыртырға самалайһығыҙмы? - Сәми көлдө. - Милицияның килеүен ҡайҙан әйттем? Эштең былай боролорон белһәм...
- Милицияның иң йәнгә тейгәне ана шул сержанттар инде, - тине Билал.
Йәштәргә ни нимә, мәрәкә генә тап, бер-береһенә ҡарашып, тамам ирәйеп киттеләр.
- Ҡурҡма, бында милиция юҡ, суд, - быныһын Илгиз әйтте.
- Әллә, миңә барыбер. Суды ла, милицияһы ла, прокуратураһы ла бер ҡалыптан һуғылған нәмә инде.
- Улай тимә, айырмаһы бар уларҙың... Үсегеп китмәгеҙ, аҙағына тиклем уйнарға кәрәк. Бар ҡыҙығы шунда.
- Бәй, ысын суд түгеллеген генә төшөнәм инде. Барыбер әллә нисектәһә.
Илгиз өҫтәлдән ашамлыҡ ҡалдыҡтарын йыйып алды, ҡыяр телде, рюмкаларҙы тултырҙы, үҙенең алдына ҡағыҙ, ручка һалды.
- Башлайбыҙ. Суд заседателдәре, әҙерһегеҙме? - Илгиз ике иптәшенә алмашлап ҡараны ла йәнә күҙ ҡыҫты, унан "ғәйепләнеүсе"гә баҡты. Һынсыл ине ҡарашы. Ике ҡулының бармаҡтарын төкәтеп, ҡабаланмай, һәр һүҙен бәҫләп, етди дауам итте. - Беҙ ниндәй генә факт килтерһәк тә, һеҙ, Сәмиғулла Боҫҡонов, үҙегеҙҙе гонаһлы тип иҫәпләмәйәсәкһегеҙ, ә беҙ һеҙҙең ғәйептәрҙе табырға, иҫбат итергә тырышасаҡбыҙ.
Әйткәндәрен нығытып ҡуйыр өсөнмөлөр, Илгиз йәнә иптәштәренә ҡарап алды, көрһөндө, шырт ҡара сәсен артҡа һыпырып, кәүҙәһен турайтып ултырҙы.
- Һин упсым ысын суд рәйесе кеүек, - тип көлдө Сәми.
- Бәндә бер ваҡытта ла үҙен ғәйепле иҫәпләмәй. Кеше философияһы шулай. Бөтәһе лә бер иш тип әйтә алмайым, әммә күпселеге шулай. Бигерәк тә йәштәр. Кемделер һыу эскеһеҙ итеп туҡмай ҙа, ҡайтып, тыныс күңел менән йоҡларға ята. Ә күңелендә теге кешене йәлләү, үҙенең ҡылығына үкенеү тойғоһо юҡ. Кеше хәҙер йыртҡысҡа әйләнде.
- И-и, мырҙам, һеҙ йәш әле, күп нәмәне белмәйһегеҙ, ә бына беҙҙең малай саҡта олоно оло, кесене кесе итә белеү бар ине, кешегә ихтирам да, иғтибар ҙа көслө ине, - Сәми, Илгизде бүлдереп, ҡулын һелтәй-һелтәй, үҙ фекерен ҡыҫтырҙы.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru