«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙМАҠ "ПИРАМИДА"ҺЫ
+  - 


Тарих дәрестәрендә Мысыр пирамидаларын ентекле өйрәтәләр. Хәҙер кеше уларҙы барып та күрә, таштарын ҡапшап ҡарай. Шулай булмай һуң - экзотика, донъяның ете мөғжизәһенең береһе лә баһа!

Пирамида бит беҙҙә лә, Башҡортостанда ла, бар. Баймаҡта! Тик ул ҡара төҫтә һәм Мысырҙыҡынан күпкә ҡайтыш, хасил булыу тарихы ла уның бөтөнләй башҡа. Баймаҡ уртаһындағы ҡара тау-пирамида тураһында бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Нисек барлыҡҡа килгән ул? Һәр хәлдә, интернетта мин мәғлүмәт тапманым. Баймаҡтарҙың ауыҙынан ғына ишеткәнем бар тау тураһындағы хикәйәтте. Алдан уҡ иҫкәртеп үтәм: уның бер ниндәй ҙә сере юҡ, тарихы ябай һәм бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел - баҡыр иретеү заводының ҡалдығы, шлак өйөмө генә ул. Халҡыбыҙ хужа булырға, үҙ мәнфәғәтенә файҙаланырға тейешле Ирәндек буйы хазинаһы - алтын-баҡыр - ситкә осҡан, ә беҙгә ҡара "пирамида" ғына ҡалған. Тау булып ятҡан шлакты хәҙер ҡышҡы тайғаҡтарҙа Баймаҡ, Сибай ҡалалары юлдарына һибәләр. Коммуналь хеҙмәттәр уны Баймаҡ машиналар эшләү заводынан һатып ала.
"Һатып ала". Фәҡәт ошо урында ғына Мысыр һәм Баймаҡ пирамидаларының оҡшашлығы төҫмөрләнә. Үткән быуындар тарафынан булдырылған, хәҙерге заманда үҙ тәғәйенләнешен юғалтҡан ҡоролма һәм сәнәғәт ҡалдығы бөгөн аҡса сығанағы булып тора. Тегендә туристарҙан аҡса алалар, бында - юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәттәренән.
Ун ике йәшемә тиклем мин ғәжәйеп Баймаҡ "пирамида"һының барлығын белмәй ҙә инем. 1973 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға барҙым. Август аҙағы көҙгөсә һалҡын, ел-дауыллы, болотло ине. Ҡара ҙур тауҙы тәүҙә автобус тәҙрәһенән күрҙем һәм был мөғжизә күҙҙәремә күренә икән тип уйланым. Идеаль ҡиәфәттәге ҙур һәм бейек конус - пирамида! Төҫө - ҡап-ҡара! Дөм ҡара! Ҡайҙан һәм нисек хасил булған ул Таналыҡ быуаһы буйында? Улар ҙа аптыраймы икән был күренешкә, тип, автобус эсендәге кешеләргә ҡараным. Юҡ, бер кемдең дә иҫ-аҡылы китмәй. Әсәйем дә битараф. Был ни ғиллә, нишләп шундай мөғжизәгә иғтибар юҡ уларҙа?
Эйе, Баймаҡ тауына кеше тәүге күргәндә генә иғтибарын йүнәлтә, минең ише бала-саға ғәжәпкә ҡала. Уның ниҙән ғибәрәт икәнен белгәс тә ҡыҙыҡһыныу юғала. Шулай ҙа: "Ни рәүешле шлакты ул тиклем бейек итеп өйгәндәр, башына менеп буламы икән?" - тигән һорау һәр кемдең башынан үтәлер. "Менеп ҡарағанда ҡыҙыҡ булыр ине", - тип тә ҡуяларҙыр. Әҙәми заттың барыһын да тотоп, ҡапшап ҡарағыһы килә бит. Ана, Мысыр пирамидаларына ла менәләр, ә ғалимдар уларҙың нисек төҙөлөүе серҙәрен нисәмә быуат өйрәнә, тик аныҡ ҡына һаман бер фекергә килә алмай.
Ул заманда Баймаҡ ҙур ауылды хәтерләтте. Һирәкләп кенә ике ҡатлы йорттар күренә, хәҙерге Тыныслыҡ урамының осонда яңылары һалына ине. Баймаҡ "пирамида"һын йәйәүләп быуа ситләтеп үтеп барғанда яҡыныраҡтан тағы бер тапҡыр ентекләберәк күҙҙән үткәрҙем. "Пирамида"ның бер итәге Таналыҡ быуаһы һыуы аҫтына инеп юғала. Кире яғында ниндәйҙер бағаналар һерәйеп торғандай. Дөм ҡара йөҙөндә эҙҙәр һыҙатлана. Эҫе көндәрҙә малайҙарҙың һыу яғына ҡараған ҡара тау битләүендә ҡояшта ҡыҙынып ятҡандарын күрҙем аҙаҡтан.
Баймаҡ "пирамида"һын хасил иткән тарихтың башы XVIII быуаттың 1754-1755 йылдарына барып тоташа һәм Ирәндек буйҙарының ер аҫты хазиналарына бай булыуы менән бәйле. Архив документтарынан билдәле булыуынса, тап атап үтелгән йылдар тирәһендә Таналыҡ һәм Урғаҙа йылғалары буйында бай баҡыр һәм алтын ятҡылыҡтары табыла. Был ваҡытта Йылайыр (1748 йыл) һәм Кананикольск (1753) ауылдарында баҡыр иретеү заводтары эшләй һәм уларға сеймал талап ителә. Ырымбурҙан килгән экспедицияға ер аҫты байлыҡтары ятҡылыҡтарын башҡорт мәғдәнселәре Бикбулат Арҡаев, Муса Аҙнағолов, Ҡыуат Кинйәғолов күрһәтә.
Баймаҡтың үҙендә, бөгөнгө Баймаҡ машиналар эшләү заводы урынында, әйткәндәй, ҡара "пирамида" уның биләмәһендә ултыра, 1880 йылда алтын йыуыу фабрикаһы төҙөлә. Ә 1912 йылда шунда уҡ баҡыр иретеү заводына нигеҙ һалына. Бер йылдан предприятие сафҡа индерелә. Хәҙергесә әйткәндә, инвесторҙар булып инглиз капиталистары тора.
Баҡыр ҡойғанда он рәүешле ваҡ ҡара шлак айырылып сыға. Тәүҙә уны шул килеш асыҡ урында өйә баралар. Тик төбәккә хас киҫкен елдәр уны әллә ҡайҙарға осороп алып китә. Һөҙөмтәлә тирә-яҡ ҡара саң менән ҡаплана, бер нәмә лә үҫмәй башлай. Был хәлдән ҡотолор өсөн, ҡара "он"до кристалл хәленә килтерергә өйрәнәләр. Ул ныҡ ята, осмай. Өйә торғас, йылдан-йыл күтәрелә барған шлак ҙур бер ҡара тау хасил итә. Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт буйынса, ҡара "пирамида"ла бер миллион тоннаға тиклем шлак тупланған. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уны һатып алыу ниәте менән Баймаҡҡа япондар ҙа, ҡытайҙар ҙа, башҡалар ҙа килә, тик килешеү төҙөлмәй. Сөнки төрлө металдар булған кристалды эшкәртеү һәм унан файҙалы компонеттарҙы айырып алыу технологияһы бер кемдә лә булмай сыға.
Эшселәр ҡасабаһы Баймаҡҡа ҡала статусы (1938 йыл) биргән завод 1957 йылда ябыла. Сөнки тирә-яҡта баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарынан сеймалды алып бөтәләр. Предприятиеның производство майҙансығында иһә машиналар эшләү заводы асыла. Баймаҡ баҡыр заводы, бөтә йылдарҙы бергә алғанда, 81 мең тонна ҡара баҡыр, 195,3 килограмм алтын һәм 25,5 мең килограмм көмөш биргән. Был байлыҡ ҡайҙалыр киткән, ә урында, мираҫ булып, ҡара "пирамида" тороп ҡалған. Хәҙер ул - Баймаҡтың төп иҫтәлекле урыны, йөҙө! Әгәр уны ташып, юлдарға һибеп бөтһәләр, был бәләкәй генә ҡаланың үҙенсәлеге юғалыр, моғайын. Шунан кем әйтер, Баймаҡта ҡасандыр алтын-баҡыр сығарғандар, тип.

Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru