
20-се быуаттың аҙағында - 21-се быуаттың баштарында мин Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында уҡыттым. Йылына бер мәртәбә уҡыусыларға, үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙа булған берәй әһәмиәтле ваҡиғаны һүрәтләгеҙ, тигән эш ҡуша торғайным. Тапшырылған эштәр араһынан берәүһе минең ҡағыҙҙарым араһында һаҡланып ҡалған. Йөкмәткеһе ғәҙәти булмағанлыҡтан, мин уны үҙемдә ҡалдырғайным. Иншаның яҙылыу ваҡыты - 2000 йылдың 7 марты. Иғтибарығыҙға шул яҙманың йөкмәткеһен тәҡдим итәм.
- Олатайым Хөснөтдин Хисаметдинов 1840 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ул Дәүләтбирҙин Хисаметдиндең улы икәне билдәле. Әммә олатайымдың атаһы тураһында мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ.
Өс йәшендә олатайым тома һуҡыр булып ҡала. Шул ваҡыттан ул ҡояш нурҙарын күреүҙән мәхрүм була. Уҡыу-яҙыуҙы үҙләштереү йәшенә етеп өлгөрмәһә лә, Ҡөрьән Кәримде яттан белеүе менән халыҡты хайран ҡалдыра. Өләсәйемдең әйтеүенсә, ниндәйҙер мөғжизәле көс сабыйға ярҙамға килә - уны мосолман пәрейе уҡыта. Олатайым кешеләрҙе өшкөрөп дауалаған. Ауырыуҙарҙың бөтәһенә лә тиерлек ярҙам итерлек көскә эйә булған.
Өләсәйемдең исеме Йәмилә булған. Ишеткәндәремдән бер тарихты ғына һөйләп китмәксемен.
Ҡышҡы көндәрҙең береһендә олатайым менән өләсәйем Кәшәле ауылында йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға булалар. Санаға ат егеп, икәүһе шунда урын алып, юлға сығалар. Ҡалыу тигән текә генә тауға барып менгәс, аттары сығынлап, санаһы-ние менән бергә ауып китәләр. Әммә ниндәйҙер мөғжизәле көс, атты, сананы, ундағы кешеләре менән бергә, кире юлға сығарып ултырта.
"Кем беҙҙе юлға төшөрөп ултыртты? Ҡулдары йомшаҡ ҡына ине?" - тип һорай олатайым. "Әлләсе, мин бер кемде лә күрмәнем. Кем булғандыр, белмәйем. Атыбыҙҙың, санабыҙҙың, үҙебеҙҙең талғын ғына тауҙағы юлға кире менеп ултырыуына аптырап тик ултырҙым", - тип яуап бирә өләсәйем. Олатайым өндәшмәй, тик йылмайып ҡына ҡуя.
Олатайым үлерен дә алдан белгән (тик өләсәйем йылын иҫләй алманы). Йома көндө иртән тәһәрәт алып инә. Намаҙын уҡый. Ошоларҙы атҡарғандан һуң, балаларын эргәһенә йыйып ала. "Бөгөн йома ваҡытында был донъянан күсәм. Сәлләмде, улым, һиңә бирәм", - тип, баш кейемен улына һона. Улы, Садиҡ олатайым, көлөп: "Нисек тә шулай булмаған! Ауырымай, һау көйө үләме кеше?" - тип ышанмауын белдерә.
Зәкәриә, олатайымдың оло ҡыҙының кейәүе, шул мәлдә сослоҡ күрһәтә. "Һин алмаһаң, мин алам!" - тип, сәлләне эләктереп тә ала. Эштең былай барып бөтөрөн көтмәгән була Хөснөтдин олатайым: "Һүттең инде, улым! Мә, исмаһам, таяғымды булһа ла ал", - ти ҙә улына таяғын бирә. Сәлләһе менән улына муллалыҡ көсөн дә тапшырырға ниәтләнгән була олатайым. Сәлләһен алғас, Хөснөтдин олатайымдың муллалыҡ көсө уның кейәүенә күсә.
Йома ваҡыты еткәс, олатайым тыныс ҡына баҡыйлыҡҡа күсә. Үҫә төшкәс, Садиҡ олатайым ныҡ үкенгән: "Малайлығым менән аңламай ҡалғанмын шул!"- ти. Хәкимә өләсәйем, уның ҡатыны, ире үлгәс, таяҡты ҡәҙерләп һаҡлаған. Үҙенең вафат булырын һиҙеп, мираҫты әсәйемдең әсәһе - Һәҙиә өләсәйемә - ҡалдырған. Ул әле лә иҫән.
Тылсымлы көскә эйә булып сыға Хөснөтдин олатайымдың таяғы. Уның улы Мөхәмәтсадиҡ (Садиҡ олатайымдың тулы исеме шулай була) ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалай алған. Үлән, артыш, тоҙ ярҙамында ла кешеләрҙе һауыҡтырған, тип һөйләй торғайны әсәйем.
Таяҡтың оҙонлоғо ун ҡарыш (170 см). Торғоҙоп ҡуйғанда, ул Хөснөтдин ҡарттың яурынынан булған. Мөхәмәтсадиҡ олатайымдың буйы ҡайтышыраҡ икәне билдәле - таяҡ уның ҡолаҡ япрағының аҫтынан икәнен ишеттем. Оҙон буйлы, елле ирҙәр килеп баҫа күҙ алдыма.
Хәйер, Һәҙиә өләсәйем дә, ҡартайыуына ҡарамаҫтан, һис кенә лә сүкмәгән. Оҙон буйлы, тура кәүҙәле ҡалған. Атаһы Мөхәмәтсадиҡты күреү бәхете теймәй уға. Иң бәләкәс бәпес булғанлыҡтан, ғаилә башлығы вафат булыуға өс ай үткәс кенә донъяға килә. Хөснөтдиновтар нәҫеленең берҙән-бер вәкиле ул. Ағайҙары, һуғышҡа китеп, кире әйләнеп ҡайта алмаған. Шуға ла таяҡ өләсәйҙән өләсәйгә күсеп килә. Бөгөн дә өләсәйем, мал-тыуар ауырыһа, таяҡты өҫтөнән йөрөтөп өшкөрә. Файҙаһы тейә.
Һәҙиә өләсәйем күп нәмәне иҫләмәүен әйтә. Әсәйем һөйләгәндәрҙең ҡайһыларын ҡолаҡҡа элмәнем - йәшем бәләкәй ине шул, ти.
Иншамды шуның менән тамамлайым. Эшегеҙҙә уңыштар теләп, Гөлназ.
Иҫкәртеү. Гөлназ, Гөлназдың туғандары! Һаҡ булығыҙ: тылсымлы таяҡты үҙләштерергә теләүселәр табылыуы мөмкин. Улар районығыҙҙа йәшәүселәр, башҡа төбәк кешеләре, хатта сит илдәрҙән килеүселәр араһынан да килеп сығыуы бар. Таяҡты йәшереп ҡуйығыҙ, сит кешеләргә уның ҡайҙа икәнен һөйләмәгеҙ.
Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ
яҙып алды һәм баҫмаға әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 25-26-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА