«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮГЕ РӘССАМ- АНИМАТОРҘАР
+  - 

Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостан тарихында тәүге "Анимация" һөнәре буйынса сығарылыш имтиханы үтте, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2021 йылда Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса асылған "Анимация" һөнәре заман саҡырыуҙарына яуап булды. 4 йыл дауамында студенттар был һөнәрҙе бөтә яҡлап үҙләштерҙе. Улар классик һүрәтләү, компьютер 2D-анимацияһы, автор киноһы режиссураһы, реклама ролигы оҫталығына өйрәнде. Йәш белгестәр һүрәттәрҙе хәрәкәтләндерергә генә түгел, ә "персонаждарға йән өрөргә", тотош донъялар булдырыу серҙәренә төшөндө. Диплом яҡлаусыларҙың һәр береһе - Дарья Мальцева, Арина Сучкова, Зарина Юнысова, Алена Лукьянова, Камилла Байбурина, Диана Хөснөтдинова һәм Дарья Серкова комиссия иғтибарына өс минутлыҡ анимацион фильмдарын тәҡдим итте.
Имтихан комиссияһы ағзалары фильмдың идеяһын, башҡарыу техникаһын, төҫтәр гаммаһын һәм нисек яңғыратылыуын баһаланы. Сығарылыш уҡыусылары-аниматорҙар үҙ эштәрендә дуҫлыҡ, яуаплылыҡ, изгелек һәм хатта хәҙерге донъялағы хәүеф менән нисек көрәшергә кәрәклеге тураһында көнүҙәк темалар күтәрҙе. Буласаҡ рәссам-аниматорҙар, бер фильм төшөрөүгә ярты йыл ваҡыт китте, тип белдерә.
"Анимация" йүнәлешендәге студенттар һаны арта ғына барасаҡ. Хәҙерге ваҡытта ижади индустриялар үҫешә, һәм сығарылыш уҡыусыларына тағы бер һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге тыуҙырыла. Тиҙҙән контент күләме мотлаҡ сифатҡа әйләнәсәк - беҙ балалар тыуҙырасаҡ популяр сериалдар, йәнһүрәттәр күрәсәкбеҙ. Шуға күрә анимация кластерын үҫтереү өсөн ҡуйылған бөтә тырышлыҡтар ҙа дөрөҫ, дөрөҫ һәм киләсәктә яҡшы һөҙөмтәгә килтерер", - тип билдәләне "Муха" студияһының рецензент-продюсеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Артур Абдрахманов.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru