«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҺЫ ЕРЕҢ АУЫРТҺА ЙӘНЕҢ ШУЛ ЕРҘӘ
+  - 


Медиктар фекеренсә, кеше организмы 45 del-ға (del - ауыртыуҙың үлсәү берәмеге) тиклем ауыртыуҙы күтәрә ала икән. Ауыртыу был кимәлдән артҡан осраҡта кеше шок хәленә инә һәм иҫен юғалта йә аңын юя. Ә ҡатындар бала тыуҙырған саҡта 57 del берәмгенә тиклем ауыртыу тойғоһон күтәреүгә һәләтле. Был бер юлы кешенең 20 һөйәге һынған саҡта тойолған ауыртыуға тиң. Тап шуның өсөн дә күп кенә әсәләр донъяға тыуған сабыйының тәүге илауын ишетмәй ҡала, баҡтиһәң. "Бер төрлө ауыртыу икенсеһен кәметеүгә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә һеҙ теше һыҙлаған бесәйҙең ҡойроғона баҫһағыҙ, ул бынан тик кинәнес кенә аласаҡ", тигән яҙыусы һәм медик Антон Чехов. "Мөхәббәт - ул йөрәктең теш һыҙлауы", тигән Генрих Гейне. "Ауыртыу - аң уяныуы ҡорамалы", тигән тағы ла бер билдәһеҙ аҡыл эйәһе. Ә беҙҙең халыҡта иһә "Ауыртмаған башҡа - тимер таяҡ", "Йөрәге һыҙламағандың башы ауырта", "Ҡайһы ерең ауырта, йәнең шул ерҙә" тигән әйтемдәр бар. Әлбиттә, уларға һалынған кинәйәләр физик кисерештән дә киңерәк донъя, йәшәйеш хаҡында фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.

Бер мәл дин юлындағы ҡатындың йортона ауыртыу (һыҙлау, әрнеү) ишек ҡаҡҡан. Хужабикә уны йылмайып ҡаршы алған.
- Һау ғынамы, ауыртыу! Ә мин һине һәр ваҡыт иҫемдә тоттом, килереңде әҙерләнеп көттөм. Килер-килер булғасың, былай ғына, эш юҡта эш булһын, тип йөрөмәйһеңдер: һине миңә яуызлыҡ алып килгәндер ҙә, ауылыбыҙға изгелек үткәргәндер, тип уйлайым. Килгәсең, әйҙә, йортома рәхим ит. Ана, мин һиңә өйөмдөң иң төпкө, күренмәгән ҡараңғы мөйөшөнән урын әҙерләгәнмен...
Ҡунаҡҡа хужабикәнең ихтыярына буйһоноуҙан башҡа юл ҡалмаған. Әммә ул шулай ҙа:
- Ҡалай уңайһыҙ булды һиңә килеп. Ғәҙәттә, беҙ кешеләрҙең өйөнә көтмәгәндә килеп инеп, уларҙың ҡотон алырға яратабыҙ. Ундайҙар тәүҙә беҙҙе өйҙәренең тупһаһынан үткәрмәҫкә тырышып, ҡаршы тороп маташа. Ул сағында беҙҙе алып килеүселәр ярҙамға ташлана, улар ишектәрҙе емереп инеп, хужаларҙың үҙҙәрен иң төпкө, иң ҡараңғы мөйөштәргә быраҡтырып, беҙҙе түргә мендереп ултырта. Хужалар гүргә ингәнсе беҙҙең урын түрҙә, тамағыбыҙ балда-майҙа була. Улар беҙҙе ҡыуалап та сығара алмай, ҡәҙер итмәйенсә лә хәлдәре юҡ, - тип хужабикәгә үпкәһен белдерергә лә онотмаған.
- Ә ниңә улар һеҙҙе шулай ҡәҙер итәләр һуң? - тип һорай ҡуйған хужабикә.
- Беҙ кешеләрҙең иң ныҡ ауыртҡан, иң һыҙлаған, иң әрнегән ерендә ултырабыҙ шул. Беҙҙең түр ҙә, тәхет тә нәҡ шул урында, - тигән был өйҙә үҙен ҡәҙерле ҡәҙерһеҙ итеп тойған ауыртыу.
- Һуң, ул ауыртыуҙы һүҙ, үлән менән дауалап, иң һуңғы сиктә бысаҡ менән ҡырҡып алып ташлап була бит, - тигән тағы ла нығыраҡ аптырауға ҡалған хужабикә.
- Кешенең ҡайһы ере ауырта, йәне шул еренә күсә шул. Беҙ ана шул йәнгә йәбешәбеҙ ҙә инде. Беҙҙең түр ҙә, тәхет тә йән материяһынан эшләнә. Ә бына һинең өйөңдә миңә бик ҡыйынға тура киләсәк. Күңелһеҙ буласаҡ. Бында килгәнемә инде күпме, ә һин миңә һис юғы иғтибар итеү генә түгел, минең хаҡта уйламаның да шикелле. Мин витаминдар, наркотиктар, спиртлы эсемлектәр, тәмәке яратам, ә һин миңә һис юғы үлән сәйе лә эсермәнең...
Ауыртыуға артабан хажабикә бер ни тип тә яуап бирмәгән. Ҡәҙерле ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ ҡараңғы мөйөшөндә астан-ас бер нисә көн ҡаҡланып, сарсап ятҡан да, "рәхимһеҙ" хужабикәнең йортон мәңгелеккә ташлап китергә мәжбүр булған. Ауыртыуҙар, һыҙлауҙар, әрнеүҙәр үҙҙәрен иҫкә төшөрмәгән, иғтибар итмәгән "өйҙәрҙә" оҙаҡ тотҡарламайҙар шул. Улар бик ғорур, тәкәббер заттан. Ауыртыуҙың был йорттан сығып киткәнен бәхетле хужабикә һәм уның ғаилә ағзалары бөтөнләй һиҙмәй ҙә ҡалған. Гүйә, ауыртыу уларҙың йортона аяҡ та баҫмаған һымаҡ булған.
Ә ғүмер буйы ауыртыуҙан ҡурҡҡан күршеләренең өйөн ул бик еңел яулап алған. "Ә беҙҙең күршенең йорто бик үк ныҡ та түгел һымаҡ ине, ә ул ауыртыуҙы нисек еңә алды икән?" тигән аптырауға ҡалған күршеләре үҙҙәренең йортона хужа булып алған ауыртыу тойғоһона ярарға тырышып, уны төрлөсә хеҙмәтләндереп.
Был тарихтан күренеүенсә, дин юлындағы хужабикә ауыртыу тойғоһона үҙенең йәне менән идара итергә мөмкинлек бирмәгән. Йән менән идара итеүгә өлгәшкән ауыртыу, һыҙланыу, әрнеү был организмдың ханына, батшаһына, күп осраҡта, Иблискә әүерелә. Иблис иһә, үҙ эшен белә: спиртлы эсемлек, наркотик таптыра, хужаһының ауыҙына тәмәке ҡаптыра.
Психологтар депрессияны кешенең көсһөҙлөгө, ихтыярһыҙлығы күренеше тип атау яғында түгел, улар: депрессия - ул кешенең оҙайлы ваҡыт ауыртыуға түҙергә тырышыу күренеше, ти. Ә дин әһелдәре иһә, депрессия, ғөмүмән, юҡ, ә бары тик Аллаһы Тәғәләгә ышанмау ғына бар, тип белдерә. Был дилемма философияның "Инҡар итеүҙе инҡарлау" законына оҡшаған. Ауыртыу, һыҙланыу, әрнеү булмаһа, быларға түҙеү, сыҙау, түҙемлек, сабырлыҡ булмаһа - тәүгеләре юҡ. Беҙҙеңсә, дини аңлатма һәр йәһәттән отошлораҡ: диндар кеше һәр ауыртыуҙы, һәр һыҙланыуҙы, һәр әрнеүҙе йәнен тәхет иткән Иблис итеп түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең үҙенә ебәргән һынауы итеп ҡабул итә.
Ауыртыу хаҡында тағы бер риүәйәт-тарих. Румиға бер мәл йөрәге ныҡ ауыртҡан кеше килгән дә:
-Мин барлыҡ төрлө дарыуҙарҙы ҡулланып ҡараным, файҙаһы булманы. Миңә берәр нисек ярҙам итә алмайһығыҙмы? - тип һораған.
Руми уны иғтибар менән интуитив рәүештә күҙ һынауы аша үткәргән дә:
- Миңә ҡайсы алып килегеҙ, - тигән.
- Һеҙ ҡайсы менән минең йөрәкте ҡырҡырға уйламайһығыҙҙыр ул? - тигән тик кенә ултыра алмаған ауырыу, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә.
- Мин хирург түгел, икенсенән, ҡайсы менән йөрәккә операция яһауҙары тураһында ошоғаса ишеткәнем юҡ ине, - тип көлөмһөрәгән Руми.
Ҡайсы алып килгәндәр. Оҫта ауырыуҙың кейгән жилетының бер төймәһен ҡырҡып алған да, унда башҡаса төймә таҡмаҫҡа һәм ҡулы менән төймә урынына ҡағылмаҫҡа ҡушҡан.
Ауырыу ҡайтып китер алдынан Руми уға теүәл ике аҙнанан тағы ла килеүен һораған, был ваҡытҡа уның йөрәге һауығыры хаҡында әйтеп өмөтләндергән. Пациент дауалаусыһы әйткәндәрҙең барыһын да үтәгән һәм теүәл ике аҙнанан йөҙө ҡояштай балҡып килеп ингән.
- Әле генә табибта булдым. Ул минең йөрәкте тыңлап ҡараны ла, барыһы ла яҡшы булыуы хаҡында белдерҙе. Һеҙ минең менән нимә эшлә-негеҙ ул, әфәндем? Төймәмдән шайтанды ҡыуып сығарҙығыҙмы? - тигән, шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә.
- Һеҙ ҡулығыҙҙы һәр ваҡыт жилетығыҙҙың йөрәк тапҡырындағы шул төймәһендә тотоп, төймәгеҙ менән уйнап йөрөгәнһегеҙ. Ул төймәгеҙ һәр ваҡыт һеҙҙең йөрәкте ашаусы, кимереүсе шул "бире" булған да инде. Мин ул төймәгеҙҙе ҡырҡып алып һәм ул тирәгә ҡулығыҙҙы алып бармаҫҡа ҡушып, йөрәк тапҡырын һәм нервыларығыҙҙы уйнатыуҙан, йәнегеҙҙе бер туҡтауһыҙ маҙаһыҙлауынан ҡотҡарҙым, - тип яуап биргән Руми уға көлөмһөрәп. Ҡайһы ерең ауырта, йәнең шул ерҙә шул. Кешелек өсөн дә, милләт өсөн дә был тәбиғи тойғо, инстинкт кимәлендә нығынған хәләт. Йәнен һаҡларға теләгән һәр тере организм тәүге ауыртыу сигналдары килеү менән сәбәп ҡылырға тотона. Ошо урында икенсе бер халыҡ әйтеме иҫкә килеп төшә: "Йөрәге һыҙламағандың башы ауырта". Хәйер, был хаҡта уҡыусыларыбыҙҙың үҙҙәренең фекерен ишетке килә. Йә, ни тиерһегеҙ?

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru