
-Яҙ булған бер ваҡиға онотолмай, - Илгиз Сәмиҙең һүҙенә әллә ни иғтибар итмәне, хәбәрен һөйләүен белде. - Кис ҡайҙандыр ҡайтып киләм. Ятаҡтан йыраҡ түгел урамда йәштәр сыр-сыу килә. Теге роликлы таҡта киҫәге бар бит әле, шуның менән йөрөйҙәр. Бер саҡ ҡаршы урамдан бер инвалид килеп сыҡты. Ботона тиклем ике аяғы ла юҡ, шуның һымағыраҡ кескәй таҡта киҫәгенә ултырған, ҡулдары менән этәнеп хәрәкәт итә.
Йәштәр ҡартты шәйләне лә аҡырышып-баҡырышып эргәһенән дә, алдынан да, артынан да, тауҙан төшкән саңғысылар һымаҡ, кәйелеп үтергә тотондо. Көләләр, үҙҙәре, давай, кем шәберәк йөрөй, ярышайыҡ, тип ҡысҡыралар. Шулай ҡылана торғас, береһе ҡарт менән йәнәшә килде лә әллә яңылыш, әллә ысынлап тегегә бәрелде бит. Ҡарт йығылды. Мин йүгереп барҙым да әлеге егетте һуғып осорҙом. Ҡыҙғайным ныҡ. Торғоҙайым тип ҡарт янына барһам, күҙҙәрендә йәш. Ғәрлегенән, үҙенең көсһөҙлөгөнән илай. Аяныс ярты кәүҙәле кешегә ҡарауы. Торғоҙоп, өйөнә ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙым... Эйе, бындай хәлдәр көн дә булмаһа ла, осрап тора. Кеше кешегә дуҫ, туған тигән принципты бөгөн, һис икеләнмәй, кеше кешегә бүре тип үҙгәртеп була.
- Ҡот осмалы хәбәр һөйләнең бит әле. Һуғыу түгел, атырға кәрәк ундайҙарҙы. Бала-саға бигерәк ҡоторҙо шул хәҙер. Бының ише лә... Белмәйем. Үҙең суд тигәс әйтәйем инде, былайтып кеше йыҡманым, үлтермәнем, һатманым. Аллаға шөкөр, намыҫым таҙа.
- Тимәк, үҙеңде намыҫлы кешегә хисаплайһың? Үҙ ғүмереңдә береһенә лә хаслыҡ ҡылманың инде?
- Ҡылманым. Тик инвалид тураһындағы ваҡиғаны нимәгә һөйләгәнеңде генә аңламаным.
- Уныһы былай ғына, һүҙ ялғау өсөн генә тигән кеүек. Онотолмай. Ә ҡылманым тигән һүҙеңде ихлас әйтелгәндер, тип иҫәпләйек. Суд дауам итә. Тамсынан күл хасил була, тигәндән сығып, беҙ ҙә ғәйептәреңде ваҡтарынан күрһәтә башлайыҡ. Ғәфү үтенәм, инеш һүҙ оҙонғараҡ китте, артабан ҡыҫҡараҡ тотормон... Һеҙ армиянан ҡайтҡанда, беҙ бала-саға инек. Яҙ ине, дөрөҫөрәге, йәй башы. Шул йәй һеҙҙең арттан йөрөп кенә үтте. Сыр-сыу килеп бергә һыу инәбеҙ ҙә киң арҡағыҙға массаж яһайбыҙ, тәмәкегә, бүтән ваҡ-төйәк йомоштарығыҙға йүгерәбеҙ. Былар барыһы ла һеҙҙе яҡын күреүҙән, һеҙгә һоҡланыуҙан тыуған тойғолар ине. Һеҙҙең матур, йәш саҡ, армиялағы хәлдәрҙе ҡыҙыҡ итеп һөйләйһегеҙ, волейболды шәп уйнайһығыҙ, эргәгеҙҙә апайҙар өйөрөлә. Көҙөнә машинаға ултырҙығыҙ. Хәтерегеҙҙәлер, быныһы ҡыш булған ваҡиға, минең атай больницаға эләкте, көн аша янына барып торам. Бер заман, район үҙәгенә юлланырығыҙҙы белгәс, мин толопто алып ҡына киләм, тинем дә йүгереп өйгә ҡайтып киттем. Ә һеҙ, ярар, көтөрмөн, тинегеҙ. Ауыр толопто йөкмәгән килеш, ахмаллаға төшөп йүгереп килһәм, һеҙ юҡ, - Илгиз тамағын ҡырҙы, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, тын алышын тигеҙләне. - Ғәрлегемдән шунда ятып иланым. Яҡын күргән кешеңдең хыянатынан да ауырыраҡ нәмә юҡ икән.
- Ҡуйсале, Илгиз, әллә ҡасанғыны хәтерләп ултырма. Мин уны онотҡанмын да. - Сәми, шарҡылдап көлөп, бот сапты. - Йәшегеҙ апаруҡ булһа ла, холҡоғоҙ малайҙарса ҡалған икән дә. Көтмәгәнмен, имеш, таптың һүҙ.
- Ул һиңә бер нәмә лә түгел. Үҙ башыңа төшһә, икенсерәк һайрар инең. Кеше ҡайғыһы төштән кире, тип дөрөҫ әйтәләр. Шулай ҙа бер факттан һығымта яһарға ашыҡма. Аҙаҡ иларға тура килмәһен, - тип ҡуйҙы Илгиз ҡаты ғына итеп.
- Илауын илама ла ул, тик бына шуныһына төшөнмәйем, ауыр енәйәт ҡылған кешене суд хөкөмөнә тарттыралар түгелме һуң? Кеше ғүмерен өҙгән, мәҫәлән, һис юғы, анау ғәрипте ҡолатҡан шалопайҙарға. Юҡһа, һеҙ юҡ-бар иҫләп тик ултыраһығыҙ. Малай саҡта ниҙәр булмай, барыһын да хәтерләп, кемгәлер үпкәләй башлаһаң, ҡайҙа китә ул...
- Эйе, хаҡлыһың, Сәми ағай. Килешәм. Ысын суд уҙғарыу өсөн беҙгә күп нәмә етмәй, иң мөһиме - енәйәт ҡылынмаған. Һин быны намыҫ суды итеп ҡабул ит.
- Уны хөкөмгә тарттырып буламы ни? - Сәми яурындарын йыйырҙы. - Беренсе ишетеүем. Ул бит һауала осоп йөрөгән күҙәнәк һымаҡ; күҙгә лә күренмәй, тотоп та булмай, ауырлығын да тоймайһың, ҙурлығын да самаларлыҡ түгел. Ә судҡа бит факттар, шаһиттарҙың һөйләүе, енәйәт ҡылған, быға дусар ителеүсенең күрһәтмәләре кәрәк. Унан, һәр кемдең намыҫы үҙенсә, үҙе аңлағанса...
- Намыҫты хөкөм итеп була, Сәми ағай. Минеңсә, ҡоро факттарҙан, яланғас дәлилдәрҙән кеше күңеле, кеше йөрәге, намыҫы күпкә бөйөгөрәк. Кеше берәүҙең дә ғүмеренә ҡул һуҙмаҫҡа мөмкин, ә үҙенең битарафлығы, кәрәк саҡта ярҙам итмәүе, ваҡытында яҡлап һүҙ әйтеү урынына өндәшмәй ҡалыуы, дуҫлыҡҡа хыянат итеүе физик үлтереүҙән дә яманыраҡ. Һин әйткән һәр енәйәттең нигеҙе шунда яталыр ҙа ул.
- Тапҡанһығыҙ тикшерер нәмә. Бүтән эшегеҙ юҡмы? Әгәр һорауыңа яуап алырға теләһәң, бирәм: кешене ултыртһаң - шәп, ултыртмаһаң - һинән дә хөрт бәндә юҡ. Уныһын ғына беләм. Беренсенән, үҙ машинам түгел, икенсенән, колхоз йомошо менән барам, ә кеше дүрт кеҫәңде тултырғансы рәхмәт әйтә лә төшә, - Сәми урынынан ҡалҡынып иҙән буйлап йөрөп килде лә, нисегерәк, дөрөҫ һөйләйем бит, тигән еңеүле ҡараш менән кире урынына ултырҙы. - Һәр кемдең законы үҙ ҡулында, шоферҙарҙың бигерәк тә.
- Ярай, шулай ҙа булһын, - тине Азамат һүҙгә ҡушылып. - Илгизгә өҫтәп, мин бер нисә һүҙ генә әйтәйем әле. Бына шул районға барғанда, кешенән аҡса йыя торғайның, иҫеңдәме? Ҡарттарҙан да, бала-сағанан да. Ултырғас, кеше ваҡланып тормай, бирә. Тик һин бит бергә эшләгән иптәштәреңдән, шуларҙың ҡатындарынан, балаларынан йыяһың. Ә билет биреү юҡ. Ғөмүмән, билет һатыу ҡаралмаған. Тимәк, үҙеңә йыяһың, колхоз кассаһына түгел. Ауылдаштарыңдың үҙҙәренең хеҙмәт хаҡына алынған автобусҡа ултырып район үҙәгенә барырға ғына хаҡтары юҡмы ни? Һин әйткән белгестәр күрмәмеш тә белмәмеш, сөнки һин уларҙан алмайһың. Хәҙер бит кеше, Сәми беҙҙән йыйған аҡсаға өй һалып керҙе, тип һөйләй. Ә был етди ғәйепләү, ғүмерең буйы йәбешеп йөрөйәсәк рәнйеү.
Сәмиҙең йөҙөнә, ҡарпыш ҡолаҡтарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ҡарашы туҡталыр нөктә тапмай иҙәндә йөрөнө.
- Ҡойоуын ҡойҙоғоҙ ҙа, эс тип әйтергә оноттоғоҙ, - тигән булды, берауыҡ һүҙһеҙ ултырғас. Унан көлөп ебәрҙе, ҡулын тубығына һуғып алды, сәғәтенә ҡараны.
- Ваҡытлы, бик тә ваҡытлы әйттең, юҡһа тамаҡ кибеп китте, һүҙ менән туҡ булып ултырмайыҡ әле, күтәрәйек. - Быныһы Билал һүҙе. - Хужа үҙе өндәшмәй.
- Өндәшмәй тип, әйҙәгеҙ...
- Ә һин осло күҙле икәнһең, барыһын да күреп йөрөгәнһең, - тине Сәми, ауыҙына ҙур ғына ҡыяр киҫәге һалғас. - Машинаны ташлауға нисә йыл, ә һин шуны онотмағанһың. Да-а. Дөрөҫөн әйткәндә, ваҡлыҡ был, малайҙар, ваҡлыҡ.
- Аҡсаһы булмай төшөргәнһеңдер берәй, шуға иҫеңдә ҡалған ул, - тине Билал көлөп.
- Бөттө, әрепләшеү бөттө! - Илгиз ҡулдарын өҫтәлгә һалды, унан һалҡын ғына итеп иптәшенә ҡараны. - Суд дауам итә. Яңылышмаһам, бынан һигеҙ йыл элек колхоз идараһы янды. Беҙ ул саҡта, баяғыса, малай-шалай, ә һеҙ, ғәйепләнеүсе Сәмиғулла Боҫҡонов, колхоз рәйесен йөрөтөүсе шофер. Килгән комиссия янғындың сәбәбен электр сымының замыканиеһынан, тип тапҡан. Идара төн уртаһында янды, ә яныр алда кис колхозсыларға эш хаҡы түләү өсөн алтмыш мең самаһы аҡса алып ҡайтҡан булғандар. Кассир, баш бухгалтер, һеҙ.
- Идара йортона үрт һалыуҙы минән күрмәйһеңдер бит? - Сәми, мыҫҡыллы йылмайып, Илгизгә ҡараны. Шулай ҙа йөҙөндәге һауалылыҡ, һеҙгә барыбер ҙә бирешәһем юҡ, юҡҡа тырышаһығыҙ, тигән тойғо юғалды, хафа менән алышынды.
- Юҡ, Алла һаҡлаһын, һеҙ ундай ҡара эшкә бара булаһығыҙмы? Уға бит йөрәк кәрәк. Мине шул аптырата, өс ай самаһы ғына ултырған яңы бинала ниндәй замыкание булыуы бар? Ундай йортҡа мең тикшереп ҡарап, бар нәмәнең өр яңыһын ҡуялар бит инде. Үҙенә күрә комиссияһы ла ҡабул иткәндер әле. Нисә йыл йәшәп, мин замыканиенан ут сыҡҡанын хәтерләмәйем, ишеткәнем дә юҡ. Ярар, сыҡты ла ти, ниңә тап аҡса алып ҡайтҡан төн һуң ул? Етмәһә, төнөн эстәге уттарҙы һүндерәләр ҙә түгелме?
- Ҡарауылсы ултырған бүлмәнән башҡаһы һүнә инде.
- Был - бер. Уйландыра торған икенсе нәмә лә бар. Ошонан һуң бер ай ҙа үтмәй, баш бухгалтер эштән китә, оҙаҡламай кассир, аңы алмашынып, психбольницаға эләгә, һеҙ ҙә эшегеҙҙе ташлайһығыҙ, - Илгиз һөйләүенән туҡтаны ла "ғәйепләнеүсе"гә ҡараны. - Азамат әйткән өйөгөҙ ошо аҡсаға төҙөлмәнеме икән?
- Ниндәй өй? Ниндәй аҡсаға? - Сәми әллә ысынлап аңламаны, әллә аңламағанға һалышты. - Туҡта, һин нимә? - Ул көлөп ебәрҙе. - Улайтып уйлай башлаһаң, милиция теләһә, бағанаға ла бәйләнә ала, тигән һымаҡ, бар нәмәнән дә шөбһә сығарып була инде ул. Беренсенән, мин кассирҙың алып ҡайтҡан аҡсаны сейфҡа һалғанын ҡарап торманым: һәр бер түрә артынан тегендә-бында эйәреп йөрөү ғәҙәтем юҡ. Минең эш бәләкәй, ҡайҙа ҡушалар - шунда алып барам, алып ҡайтам. Ҡарауылсынан ишекте астырып икәүләп керҙеләр ҙә бер аҙҙан кире сыҡтылар. Аҡсаға йөрөй торған оло сумкаларын ҡалдырғайнылар, кассирҙың ҡулында бер төргәк бар ине. Шул. Ә минең өйгә килгәндә, мырҙалар...
- Туҡта, өйөңдө ҡалдырып тор, уйындың иң ҡыҙығына килеп етеп киләбеҙ. - Илгиздең күҙҙәре янып, ҡаштары маңлайына һикерҙе. - Сумкалағы аҡсаны бушатҡан да шунда төргән, тимәк.
- Уныһы миңә ҡараңғы.
Шулай тиһә лә, Сәми, ысынлап та, шулай булыу ихтималлығын тәү ишеткәндәге һымаҡ аптырап китте, маңлайына тир бәреп сыҡты, ауыҙын ослайтты.
- Идара янғас, әлеге төргәк иҫеңә төшмәнеме?
- Әллә тағы? Юҡ. Уйланырға ваҡыты ҡайҙа? Көнө-төнө тәгәрмәс өҫтөндә бит. Тынғыһыҙ председатель форсат бирәме? Һорауы рәхәт, бына һин минең урынға баҫып яуап биреп ҡара. Бынағайыш, комиссия һорамаған әйберҙәрҙе ныҡыйһың. Етте! Һин кем? Юрисҡа уҡыуың ғына минән һорау алырға хоҡуҡ бирмәй әле. Һынау үткәрергә ҡарар иттеңме? Тәжрибә туплайһыңмы? Практика кәрәк булдымы? Уны ғына аңламаҫҡа мин дүрәк түгел. Азаматҡа күҙ ҡыҫҡаныңды күрмәне тиһеңме әллә? - тыныс ҡына, хатта ирәйеп башлаған Сәми тиҙлеген арттыра башлаған машина шикелле ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Урынынан һикереп тигәндәй ҡалҡынды ла, бер Азамат, бер Билал ҡаршыһына баҫып, Илгизгә бармаҡ янырға кереште. - Уҡыған ереңә артыңдан яҙып та ебәрә алам мин. Ғәйепһеҙ кешене мыҫҡыл иткәнең өсөн тиҙ арт һабағыңды уҡытырҙар, ҡыуылып ауылға ҡайтып төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Тәк что ипләп, мырҙам. - Ишек төбөнә еткән Сәми кире боролдо - йөҙөнә тантана, ҡиәфәтенә баяғы һауалығы кире ҡайтҡайны.
- Тыныслан, Сәми ағай, уйнайбыҙ бит, - тине Билал, көлөмһөрәп.
Рюмкаһына араҡы ҡойҙо, "ғәйепләнеүсе"нең ҡулына тотторҙо.
- Уйһыҙ йөрөргә һин мал түгел бит, Сәми ағай. Тәгәрмәсең генә уйланыуҙан мәхрүм - рулде ҡайҙа бораһың, ул шул яҡҡа борола. Ә һинең башың бар, - тине Илгиз, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғас, Сәмиҙең тәүге һүҙҙәренә кире ҡайтып, әйтерһең, "ғәйепләнеүсе"нең бүтән һүҙҙәрен бөтөнләй ишетмәгән дә, туҙыныуын да күрмәгән. - Шулай ҙа яңы төҙөлөп бөткән идара йортоноң яныуы, үҙегеҙгә өләшәсәк аҡсаның яҙмышы һине саҡ ҡына ла уйға һалманымы? Унда бит һинең дә эш хаҡың булғандыр?
Сәми Илгиздең хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа бороуына, һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышыуына, унан да бигерәк, артыңдан уҡыған ереңә яҙып та ебәрә алам бит, тигәненә хафаға ҡалмауына аптыраны, унан тәҙрәгә ҡарап ҡул һелтәне.
- Минеке күп түгел ине лә ул.
- Шуға ыжламайһың.
- Ыжламайым шул. Хәҙер уның нимәһен соҡорға инде? Килеп тикшерҙеләр, электрҙан сыҡҡан, тинеләр. Идараға кергән ере хәүефле булған тейме. Ҡоро бүрәнәгә ни, ишшеү мүккә лә яҡын торһа, тоҡаныуы һә тигәнсе инде ул. Давай, бәйләнмә, Илгиз. Ул аҡсаны мин алмағанмын, мин үрт һалмағанмын. Ул көн өйҙәренә илттем дә ҡайтып йоҡларға яттым. Бисә төрткөләүенә уянып, тәҙрәгә ҡапланһам, кәнсәләр яна. Сыҡ та йүгер. Уйланмайһың тиһәң дә, ныҡ ҡурҡтым ул саҡ мин. Бына һин, шәп булғас, бала-сағалай уйнап ултырғансы, ана шул кешеләрҙе тап. Тап та хөкөмгә тарттыр, урланған йәки янған аҡсаны ҡайтар. Үәт булырһың юрист. Әтеү юҡ-бар һорап баш ҡатыраһың.
(Дауамы. Башы 27-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА