«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЕТЕБӨГӨЛӨШ" ҮРЕ
+  - 


Республикабыҙҙың һәр ҡалаһын, район үҙәген Өфө менән һәм үҙ-ара яҡшы юлдар бәйләй. Ауылдарға илткәндәре, әлбиттә, икенсе мәсьәлә. Мин үҙем, үткән быуаттың 60-сы йылдарында тыуған быуын вәкиле, асфальтты тәү башлап Сибай менән Баймаҡ араһында ғына күрҙем. Мәүлетдин ағайым, атайымдың ҡустыһы, 1957 йылда армияға алына. Уларҙы Йылайырҙан иң яҡын булған тимер юл станцияһына, Күмертауға, көҙгө ямғырҙа машина менән алап китәләр. Өс көн машина этеп, уны арҡан тағып һөйрәп, 190 саҡрым араны саҡ үттек, тип һөйләгәйне ул. Урал аръяғын баш ҡалабыҙ менән бәйләгән шоссе юл Иҫәнғол, Мораҡ, Мәләүез аша 60-сы йылдарҙа, Башҡорт АССР-ның ул саҡтағы Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров башланғысында һалына. Асфальт иһә тик 80-се йылдар башында ғына түшәлә.

Сибай - Өфө юлында хәтәр бер урын бар, халыҡ телендә ул "Семиколенка" тип атала. Йәғни "Етебөгөлөш" үре.
Башҡортостан географияһын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Уны шартлы рәүештә өс зонаға бүлергә мөмкин: Урал тауҙары, Урал алды һәм Урал аръяғы. Атап үтелгән юл Урал аръяғынан башланып, Урал тауының бер өлөшө булған Йылайыр платоһына артыла һәм унан Урал алды киңлегенә төшә. Ошо төшкән урынды Ирғәйеш йылғаһы миллион йылдар уйған упҡындың итәген ҡырҡып һалғандар. Тау рельефын ҡабатлап, ул тигеҙлеккә ете тапҡыр бормаланып барып төшә. Оҙонлоғо - 4,3 саҡрым. "Етебөгөлөш" аша үтеү үтә хәүефле һаналды элек. Шуға бәйле бала саҡ хәтирәләре әле лә иҫтә.
Марат дуҫымдың Стәрлетамаҡта туғандары йәшәне. Беҙҙең өсөн йәһәннәмдең үҙендә ятҡан кеүек тойолған ҡалаға ҡунаҡҡа барып ҡайтҡас, ул: "Барғанда "Семиколенка" тигән ғәләмәт ҡурҡыныс ерҙән үтергә кәрәк. Ул урында юл ҡая ташлы бейек тауҙы ете тапҡыр уратып, бөгөл-бөгөл итеп һалынған. Аҫта - төпһөҙ упҡын, ҡараһаң, баш әйләнә. Бер машина төшөп киткән, сығарып ала алмағандар, шунда упҡын төбөндә ята, ти һаман", - тип һөйләй, ә беҙ дуҫыбыҙҙы хайран ҡалып тыңлайбыҙ, уның шундай алыҫ ерҙәрҙе күреп ҡайтыуына күҙебеҙ ҡыҙа. Минең дә Марат һөйләгәндәрҙе күргем килә, һәм был тормошҡа ашмаҫтай хыял түгел, сөнки Иҫәнғолда үрҙә иҫкә алған Мәүлетдин ағайым йәшәй, нефтяник ул, быраулаусы булып эшләй. Ишембай быраулау идаралыҡтарының берәүһе ул ваҡытта Иҫәнғолда торҙо, геологтарҙың ғаиләләре шунда йәшәне.
Ҡартәсәйем йәй һайын улына ҡунаҡҡа барып ҡайта торғайны. Үҙенә иптәшкә апайымдарҙың берәүһен эйәртә, үҫә төшкәс, юлға мине лә ала башланы. "Мәүлетдиндең өгөрсәһе өлгөргәндер, барып ҡайтайыҡ", - ти торғайны ул, юлға йыйынырға ваҡыт икәненә ишаралай була. Ә ағайым оҫта баҡсасы ла ине.
Юлдыбайға барып, туғандарҙа йоҡлайбыҙ ҙа, таң менән Сибай - Һарыҡташ автобусына сығабыҙ. Ул заманда автобус - берҙән-бер ылау һәм ул күп осраҡта шығырым тулы була. Ҡартәсәйемә урын эләкһә, мин уға терәлеү әмәлен табам. Ундай бәхет тәтемәһә, иҙәнгә ҡуйған төйөн сөгөбөҙгә сүгәләйбеҙ.
"Семиколенка… Семиколенка!.." - автобус эсендә ниндәйҙер йәнле ҡуҙғыуҙан, ҡолағыма эленеп ҡалған ошо һүҙҙән һиҫкәнеп киттем. Тимәк, бына ул минең дә йондоҙло минуттарым, Семиколенканы күрер мөҙҙәтем! Әле күрәшлекте белмәгән үткер күҙҙәремде асыбыраҡ (бәлки, киреһенсә, ҡыҫыбыраҡтыр, уныһын кем белә инде хәҙер) автобус ишеге быялаһы аша (тәүге барғанда урын эләкмәгәйне беҙгә) урман-тауҙарға бағам. Ысынлап та, пейзаж үҙгәргәйне. Быға тиклем юл буйынса урман аша, бейек ағастар ышығында килдек, бәләкәй яландар, һирәк ауылдар ғына осраны. Ә хәҙер алыҫҡа киткән тау теҙмәләрен күрҙем. Ослолары, ялпаҡтары, урманлыһы, ярым пеләштәре бар. Ҡарашымды юл ситенән аҫҡа төбәгәйнем - унда төпһөҙ упҡын! Ағастар араһынан уның төбөн байҡай алманым. Автобус бигерәк ситтән бара һымаҡ тойолдо. Ирекһеҙҙән, ҡаршы яҡҡа боролоп ҡараным. Унда таш стена - диуар һыҙаты.
Былай ҙа әкрен килгән автобус, тиҙлеген тағы ла яйлатып, һулға тартылды: "Беренсе бөгөл", - тине эргәләге ултырғыстан урын алған ағай. Янындағы ҡатын ултырғыстың тотонғосона сытырман йәбеште. "Барлығы ете тапҡыр бөгөл буласаҡ - Семиколенка!" - тине тантаналы тауыш менән ир. Ҡатынының ҡурҡыуынан кинәнес ала ине шикелле ул.
Мин дә шөрләй биреп ҡуйҙым. Бигерәк тәрән шул упҡын, автобус та тауға һырығып ҡына, ҡолап китеүҙән ҡурҡып ҡына бара төҫлө. Марат дуҫымдың: "Бөгөлдән үткәндә автобус ҡапыл борола, бер тәгәрмәсе упҡын өҫтөндә һауала эленеп тора бер мәлгә хатта", - тигәне иҫемә төштө. Быны мин һиҙмәнем, әлбиттә. Бәлки, дуҫым шыттырғандыр. Уның ундай ғәҙәте бар ине.
Күпмелер ваҡыт үткәс, автобус тигеҙҙән китте, пассажирҙар ҙа ҡапыл йәнләнде. Тауҙан имен төшөп еттек - шуға ҡыуаналар ине.
Аҫта - Хоҙайбәндә (Аҡҡондоҙ) ауылы, тәбиғәт тә бөтөнләй икенсе төҫлө. Түңәрәк һәм бейек тауҙар араһынан китте юл. Тауҙарҙың бер яғын урман ҡаплаған, ә көн бите яланғас - өрпәкәйле малай башы ишеләр.
...Хәҙер "Етебөгөлөш"тән үтеүе ҡурҡыныс түгел. Юлды киңәйткәндәр, бөгөлөш мөйөштәрен турайтҡандар. Хатта юлсылар, туҡтап, тирә-яҡтың хозур тәбиғәте менән һоҡланһын, иҫтәлеккә фотоға төшһөн өсөн, фотозона булдырылған.
Баймаҡ, Сибай тарафынан Өфөгә әлеге ваҡытта Сермән һәм Белорет аша йөрөйҙәр. Әйткәндәй, артабан Инйәр аша Урал тауын ҡырҡып үткән был трасса тәбиғәт күренештәре буйынса Рәсәйҙең иң хозур юлдары исемлегенә ингән. Унда ла борма-борма артылыштар, бөгөлөштәр бихисап.
Белореттан Өфөгә юл 1990 йылдың көҙөндә асыла. Сибайҙар, Магнитогорск аша Белоретҡа сығып, артабан баш ҡалаға юлланған юл унан һуңыраҡ сафҡа инә. Сермәндән Асҡарға, унан Баймаҡҡа киткән юлды 2000-се йылдар башында төҙөп бөтәләр. Шулай итеп, сибайҙарҙың хәҙер Өфөгә үҙ юлы (Магнитогорск аша) бар, баймаҡтарҙыҡы - үҙҙәренеке (Сермән аша), йылайырҙар, хәйбуллалар баш ҡалаға элеккесә "Етебөгөлөш" үре аша йөрөй. Йәштәр, 30 йәштән кесе быуын, бәлки, гел ошолай булған, тип уйлайҙыр. Ә бит Сибай - Өфө пассажир поезы ла 1978 йылда ғына йөрөй башланы. Әйткәндәрҙән сығып, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк халҡы үҙ баш ҡалаһына барыу һәм унан әйләнеп ҡайтыу өсөн мең михнәттәр күргән, тип раҫларға урын бар. Һәр замандың юлдары ғына түгел, уға бәйле йәшәйеш һәм йәмғиәттә урын алған үҙенсәлектәр ҙә үҙенсә шул.
Ғөмүмән, бөгөнгө көндә республика трассалары йөрөү өсөн хәүефһеҙ һәм ҡулай. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу, тиҙлек режимын тотмау ғына юл-транспорт ваҡиғаларына килтереүе ихтимал. Ысынлап та, статистика мәғлүмәттәре буйынса, аварияларҙың сәбәптәре башлыса ошоларға бәйле. Сөнки оло юлдарҙа элекке "Етебөгөлөш" кеүек ҡурҡыныс урындар юҡ инде.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru