«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛӘН ЙЫЙЫУ МӘЛЕ
+  - 

Һәр йондоҙлоҡтоң үҙенең шифалы үләне бар, бөгөн һеҙҙе шулар менән таныштырырға теләйем. Кемдер йондоҙлоҡтарға бик ышанып та етмәйҙер, шулай ҙа хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйығыҙ. Йондоҙлоҡтарҙың исемдәрен дә үҙемсә атайым.

Ҡусҡарҙарға баш, күҙ ауырыуы, аңҡау һәм ауыҙ эсенең лайлалы тышсаһы боҙолғанда һары мәтрүшкә, ҡара ҡарағат, балан, күк сәскә (синеглаз) үләндәре файҙа бирә. Үләндәрҙең сәскәһен һәм орлоғон файҙаланырға кәрәк.
Үгеҙбыҙауҙарға миләүшә, шалфей, сирень, мәтрүшкә, ҡуҙғалаҡ, айыу баланы, төйөнтамыр (ятрышник) үләндәренең тамырын тамаҡ, ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан, астманан дауаланыу өсөн ҡулланыу отошло.
Игеҙәктәргә борсаҡ, ҡомалаҡ, сырмалсыҡ, бесәй үләне, лиана, селдерей япрағы пневмония, туберкулез, астма, бронхит һәм нервы ауырыуҙарынан сихәт бирә, дауалай.
Ҡыҫалаларға итләс, һыуһыл үҫемлектәр - ҡыяр, ҡарбуҙ, ҡабаҡ, ҡауын, томбойоҡ, ынйы, розмарин гастриттан, склероздан, шеш-яранан, һарыһыу ауырыуҙарынан дауа булып тора. Был үҫемлектәрҙең һабаҡтарын ғына файҙаланырға кәрәк.
Арыҫландарға үгәй инә япрағы, бәпембә, артыш, петрушка, укроп, тырнаҡ гөлдөң орлоҡтары йөрәк, арҡа ауырыуҙарынан, стенокардиянан һәйбәт дауа бирә.
Ҡыҙҙарға һоло, арыш, райхан гөлө, миндаль сәтләүеге эсәк сирҙәренән, перитонит, эс ҡатыу, эсәк сырмалыуҙан ҡотҡара. Фәҡәт тамырын файҙаланырға кәрәк.
Үлсәүҙәргә инжир, миләүшә, цитруслыларҙың япраҡтары диабеттан, бөйөргә таш ултырыуҙан, нефрит һәм уремиянан дауаланырға ярҙам итә.
Саяндарға әрем һәм райхандың һабаҡтары енес ағзаларын, геморройҙы, гепатит һәм эренле тәрән яраларҙы дауалауға ярҙам итә.
Уҡсыларға меңъяпраҡ, дегәнәк, ирәүән, ҡурай үләне (дудник), мүк еләге, кориандр, ҡыҙыл туҡранбаш, шыршы еләгенең сәскәләре һәм емештәре ревматизм, ишнас (радикулит), тын алыу системаһы сирҙәренән дауа булып тора.
Кәзәмөгөҙҙәргә шыршы, кипарис, туя, ҡыҙыл сөгөлдөр, әрем, шыршы үләне (баҫыуҙа күп була), шиңмәҫгөл үләндәренең тамыры май биҙҙәре сирен, һынған урындарҙы дауалауҙа отошло.
Һыуғоярҙарға ишәкҡолаҡ (окопник), ҡош өрәңгөһе (палуб) үләндәренең япраҡтары менән ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән һәм нервы ауырыуҙарынан дауаланыу кәңәш ителә.
Балыҡтарға мүк, ҡыяр үләне, йәғни һыу үҫемлектәренең япраҡтары төрлө шештәрҙе, аяҡ табанындағы бәшмәк ауырыуҙарын дауаларға ярҙам итә.

Әйткәндәй, үгәй инә үләне тураһында:
Сәскәһе япрағынан алда сыға. Уны йыйғас, тиҙ киптерергә кәрәк. Кипкән сәскәһенән бешерелгән сәй тамаҡ төбө ауыртҡанда, тамаҡ ҡарлыҡҡанда файҙалы, йүтәлде лә бөтөрә. Сәс-кәләренә япраҡтарын да ҡушып ҡайнатһаң, ашҡаҙан, бөйөр ауырыуынан, һейҙек ҡыуығы сиренән дауалай.

Мөнирә МОНАСИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru