
Быйылғы йылдың 12 июле хәҙерге Башҡортостан тарихына бик тә күркәм, затлы һәм ҡыуаныслы дата булараҡ теркәлеп ҡуйыласаҡ. Боронғо башҡорт эпостары менән бәйле Шүлгәнташ мәмерйәһе, атап әйткәндә, уның залдарына таш быуаты (палеолит) эпохаһы кешеләре төшөргән һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы исемлегенә индерелде. Әлегә тиклем ошо исемлектә Рәсәйҙең 33 объекты бар ине. Был ҡаҙанышты мәҙәниәтебеҙ өлкәһендәге оло еңеүгә тиңләп була. Ошо проектты ғәмәлгә ашырыуға үтә тос өлөш индергән милләттәшебеҙ - Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмәбеҙҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Хөрмәтле Данир Әхмәҙи улы! Һәр бер эштең, һәр проекттың башы, старт алған мәле була. Шүлгәнташыбыҙҙы бөтөн донъя кимәлендә танытыу проекты (ЮНЕСКО аша) нисегерәк башланып китте, ниндәй шарттарҙа бойомға ашырылды?
- 1959 йылда тикшеренеүсе А.В. Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә (ул саҡта - Капова пещера) беренсе булып палеолит эпохаһы һүрәттәрен таба. Барлығы 170 һүрәт теркәлә. Был донъя кимәлендәге сенсация була, сөнки әүәл ғалимдар Уралда таш быуат кешеләре йәшәүен инҡар иткән булған. Шүлгәнташ - ер йөҙөндәге уникаль мәмерйәләрҙең береһе ул. Боҙҙар ҙа баҫа алмаған Урал тауҙары тыуып ҡына килгән кеше аңында сакраль сағылыш таба, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә үҙенә күрә бер сакраль урынға әйләнә. 20 мең йыл әүәл кешенең аңы, зиһене ныҡлап үҫешә, уның тәбиғәткә, хайуандарға айырым ҡарашы формалаша башлай. Элек үҙен тәбиғәтттән айырып ҡарай алмаған кеше донъяла кем булыуын асыҡларға теләй: ул үҙенең башҡа тереклектәрҙән айырымлығын күрә. Иң мөһиме - тап ошо дәүерҙә уның тәү ижади ҡеүәһе формалаша башлай, ә был сәнғәткә илтә торған юл. 36 - 20 мең йылдар элегерәк Испанияның төньяғында, Францияның көньяғында йәшәгән боронғо кешеләр шулай уҡ мәмерйәләрҙә төрлө һүрәттәр төшөргән. Хайуан һүрәттәре менән бер рәттән, төрлө геометрик фигуралар - трапециялар, өсмөйөштәр һ.б. төшөрөлә. Тикшеренеүселәр Европа мәмерйәләрендәге һүрәттәр менән беҙҙең Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙең бер иш булыуына иғтибар итә.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә лә, Көнсығыш Европала ла беҙҙең Шүлгәнташ кеүек кешелектең таш быуат дәүере хаҡында мәғлүмәт һаҡлаған башҡа мәмерйә юҡ. Совет осоро тарихсылары, археологтар ошо тәбиғи-мәҙәни объекттың ни тиклем мөһим булыуын, уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға кәрәк икәнен белә һәм уның менән сикһеҙ ғорурлана ине. Әлбиттә, Башҡортостандағы уникаль мәмерйә тураһындағы мәғлүмәт барса донъяға тарала, уны үҙ күҙҙәре менән күрергә, өйрәнергә теләгән ғалимдар ҙа күп була. Беҙҙең бәғзе бер зыялыларыбыҙ Шүлгәнташты дәүләт тарафынан һаҡлау идеяһын күтәреп сыға, әммә Совет осоронда ла, 90-сы йылдарҙа ла мәмерйә ҡарауһыҙ ҡала бирә.
Күрәһең, ошо эшкә баҙнат итеп тотона алыусы шәхестәр булмағандыр...
- Ошондай ҡомартҡыларҙы һаҡлау айырым кешеләрҙән генә тормай, был - дәүләт кимәлендәге мәсьәлә. Тәбиғи, тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау сараларын ғәмәлгә ашырмаһаң, уларҙың тамам юҡҡа сығыуы бар. Ошоға миҫал рәүешендә хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Игнатьев мәмерйәләрен килтерергә була. Башҡорттар уны Ямаҙыташ тип атаған. Быны яҙмалы таш, тип тә аңлатырға була. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ унда яҙмалар, һүрәттәр булыуын белгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар юғалғанға иҫәп, сөнки ваҡытында был мәмерйәлә урыҫ монахы Игнатий йәшәгән, йыл әйләнәһенә усаҡ яғылып, уның ҡоромо стеналарҙы ҡаплаған, берәҙәк монах янына килеп йөрөүселәр ҙә күп булғандыр. Унан һуң, ҡырағай туристар һәр саҡта ла үҙҙәрен вандалдарса тота, стеналарға граффитиҙар төшөрә һ.б. Ә беҙҙең Шүлгәнташыбыҙҙы башҡорттар һаҡлап ҡала алған, сөнки улар уның сакраль әһәмиәтен яҡшы аңлаған.
Шүлгәнташты Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе һаҡлаған, ҡурсалаған, тип тә әйтергә булалыр.
- Эйе, ошо мәмерйәбеҙ үҙе бер мөғжизәле урын бит. Беренсенән, уның эсендә йыл әйләнәһенә һауа температураһы 5-7 градус кимәленән артмай, икенсенән, мәмерйәнең стенаһынан быуаттар буйына ағып торған һыу һүрәттәрҙе йоҡа ғына, ҡайһы бер урындарҙа 2 - 4 см ҡалынлығындағы кальцит менән ҡаплаған. Һис бер арттырыу түгелдер: Шүлгәнташты Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлап алып ҡалған, тип әйтер инем.
Айырым кеше ғүмерендә лә, йәмғиәттә лә ниндәйҙер хәл-ваҡиға билдәле бер ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн тейешле шарттар барлыҡҡа килгәс кенә, йәғни, мәсьәлә, проблема кешеләрҙең, йәмғиәттең аңында һәм үҙаңында "өлгөрөп" еткәс кенә бойомға аша. Шүлгәнташыбыҙҙы донъя кимәлендә рәсми рәүештә танытыу мәсьәләһе лә бына шулай өлгөрөп еткәндер инде...
- 2010 йылда, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры булып килгәнемдән һуң, ойошмабыҙҙың төп миссияһын, төп бурысын билдәләп, шуны үтәй алырлыҡ команда туплай алдыҡ. Беҙ иң боронғо, иң ҡиммәтле, иң ҙур ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм дөрөҫ файҙаланыу мәсьәләһен төп миссиябыҙ итеп алырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Ҙур эш башҡарып сыға алһаҡ, абруйыбыҙ ҙа юғарыраҡ булыр, тип фекер йөрөттөк.
Шүлгәнташ проблемаһын хәл итеүҙе тап ошо ваҡытта иң беренсе бурысыбыҙ итеп ҡуйҙыҡ. Башҡортостан етәкселеге кимәлендә ул 2012 йылдан башлап күтәрелде. ЮНЕСКО - Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының махсус органы, ниндәйҙер бер мәҙәни мәсьәләне уның аша хәл итеү өсөн алдан әҙерлек эштәрен башҡарыу фарыз. Иң элгәре киң матбуғат саралары аша Шүлгәнташ буйынса төрлө мәғлүмәттәр бирҙек, үҙебеҙҙең ижтимағи мөхиттә Шүлгәнташты бөтөн донъя кимәлендә танытыу мәсьәләһе киң хуплау тапты, ғалимдарыбыҙ, зыялыларыбыҙ күтәргән проблема республика етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ул саҡтағы БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова булышлығында Шүлгәнташтағы палеолит дәүере һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның алдараҡ ҡарала торған исемлегенә индереү мәсьәләһе хәл ителде. Был донъя кимәлендәге ойошмаға Башҡортостандан үҙенә күрә бер ғариза яҙыу һымаҡ була инде.
2013 йылда беҙҙең ҡомартҡы менән танышыу өсөн ЮНЕСКО эксперттары килде. Уларҙы Шүлгәнташҡа алып барҙыҡ. Тикшереү тамамланды, эксперттар үҙҙәренең һығымтаһын иғлан итте. Әлбиттә, улар бындағы һүрәттәрҙең уникаль булыуын инҡар итмәне. Әммә "Шүлгәнташ мәмерйәһе - Европалағы иң бысраҡ мәмерйә, ошо килеш уны ЮНЕСКО исемлегенә бер нисек тә индереп булмай", - тинеләр улар. Икенсенән, мәмерйә эсендәге баҫҡыстар шул тиклем иҫкергән, ҡаҡшаған, тутығып, яртылаш сереп бөткән. Италиянан килгән эксперт былай тине: "Әгәр мин экскурсияға килгән кешеләрҙе ошо баҫҡыстарҙан йөрөтһәм, мине төрмәгә ябырҙар ине". Өсөнсөнән, мәмерйәлә махсус мониторинг системаһын булдырыу талап ителә, ә ул беҙҙә юҡ. Мәмерйәне мотлаҡ ябыу һәм таҙарта башлау менән бер рәттән, уның янында төҙөләсәк музей проекты өҫтөндә эште башлап ебәреү кәрәк булды. ЮНЕСКО эксперттарының талаптарын үтәмәйенсә тороп, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә алыу мөмкин булмаҫ ине.
:Эште ниҙән башлап ебәрҙегеҙ?
- Элегерәк тарихсыларыбыҙ, археологтарыбыҙ: "Беҙҙең Шүлгәнташ Европалағы мәмерйәләрҙән һис кәм түгел ул!" - тип маҡтанһа ла, уларҙың береһе лә шул уҡ Альтамира, Ласко, Шове кеүек мәмерйәләрҙе барып күрмәгән. Беҙҙә тәбиғәт ҡомартҡыларын нисек таҙартырға икәнен, музей комплексы ниндәй булырға тейешлеген бер кем дә белмәй. Ә ундай белгестәр Европала барҙар. Өфөлә йә иһә Бөрйәндә ултырып ҡына нисек итеп ҡомартҡыны таҙартырға, мониторинг системаһын ҡорорға, музей эшләргә икәнен белеп булмай.
Ике йәш архитектор - Рөстәм Әлибаев, Гөлфиә Тажетдинова менән өсәүләп Европаға сығып киттек. Иң тәүҙә Испанияға йүнәлдек. Унда Альтамира мәмерйәһе музейы бар, ундағы һүрәттәр шулай уҡ палеолит осорона ҡарай. Беҙҙе музей директоры Хосе Антонио Лачерас бик ихлас ҡаршы алды: йөҙөндә ныҡ аптырағанлығы ла сағылыш тапҡан. Шүлгәнташты беләләр, насар хәлдә икәне лә уларға билдәле, ә бына ошо ауыр эште башҡарып сығырға теләгәндәрҙең үтә йәш булыуына аптырағандыр инде. Ул беҙгә әйтә: "Бында бер ҡасан да Рәсәй ғалимдарының килгәне булманы, һеҙ, йәш кешеләр, ни өсөн беҙҙең музейға килергә булдығыҙ ул?" Музей менән танышырға, мәмерйәне ҡарап сығырға, үҙебеҙҙә лә бындағы һымаҡ мәҙәни объектты булдырыу ниәте менән килеүебеҙ хаҡында белдерҙек. Музейҙағы экспонаттарҙы ҡарап сыҡтыҡ, мәмерйәгә лә индерҙеләр. Реставрация тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, директор шулай тине: "Европала һеҙгә бер генә кеше ярҙам итә ала - ул Андоррала йәшәүсе реставратор Эудаль Гийамет". Ул шундуҡ ошо реставраторға шылтыратты, Рәсәйҙән килгән ҡунаҡтарҙың йомош-үтенестәре хаҡында ла хәбәр итте. Асыҡ күңелле директор беҙгә музей документтарының күсермәләрен бирҙе, уның ғилми эш буйынса консультанты үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Испанияла башҡа мәмерйәләрҙе ҡарап сыҡҡас, автобус менән Францияға киттек. Ласко музейын ҡараныҡ. Унда билдәле тикшеренеүсе, археолог Жан-Жак Климер шулай уҡ беҙҙе ихлас ҡаршы алды, йәнә музейҙы һаҡлаусы Жан-Мишель Женест менән осрашып һөйләштек. Улар ҙа бик аптыраны, беҙгә бындай эш менән бығаса Рәсәйҙән бер кеше лә килеп йөрөмәне, тиҙәр. Улар ҙа ярҙамға әлеге Андорра реставраторы Эудаль Гийаметты саҡырырға кәрәк булыр, тине. Франциянан ошо кешегә шылтыратып һөйләштек, ул беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә риза булды. "Әлегә буштан-бушҡа йөрөмәгеҙ, 2015 йылдың йәйендә буласаҡ ғилми конференцияға саҡырабыҙ, шунда Шүлгәнташ менән танышырһығыҙ", - тинек.
Илебеҙгә ҡайтыу менән Өфөлә ошо мәсьәлә буйынса халыҡ-ара симпозиум ойоштороп, эшебеҙҙе башлап ебәрҙек. Рәсәйҙә мәмерйә стеналарына төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау буйынса тәжрибә лә, ышаныслы белгестәр ҙә юҡ. Шуға күрә реставрация эштәрен башлап ебәреү өсөн Бөрйәнгә Испаниянан, Франциянан белгестәрҙе саҡырҙыҡ. Бәләкәй генә ҡунаҡханалар төҙөп өлгөрҙөк, ҙур булмаған экспозициябыҙ ҙа бар ине. Эудаль Гийамет әйтә: "Был бик ҡыҙыҡлы, әммә үтә ауыр эш. Франциянан килтерелгән реставраторҙар һеҙгә бик ҡиммәткә төшәсәк, шуға күрә бер нисә кешене үҙем өйрәтәсәкмен". Беҙ 5 кешенән торған эшсе төркөмдө уның ҡарамағына бирҙек. 2017, 2018, 2019 йылдарҙа Шүлгәнташҡа махсус экспедиция ебәреп, Эудаль Гийамет етәкселегендә йылына ике тапҡыр - яҙ һәм көҙ айҙарында - мәмерйәлә таҙартыу һәм реставрация эштәрен башҡарҙыҡ.
Бығаса ошондай реставрация эштәренең ни тиклем ҡатмарлы булып, иҫ китмәле түҙемлек талап итеүен белмәй инек. Энә менән ҡойо ҡаҙыу кеүегерәк булды инде ул. Мәмерйәнең 120 кв м майҙаны таҙартылды. Таҙартыу эштәре еңелдәрҙән булманы. Ниндәй генә граффитиҙар юҡ ине бында: майлы буяуҙар, күмер, ҡором, элекке химик ҡәләм, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирен помадаһы менән дә сыймаҡлағандар. Мәҙәни кимәлдең түбән булыуы вандализмға килтерә лә инде. Иң ауыры - химик ҡәләм эҙҙәрен юйыу булғандыр - улар стеналарға ныҡлап һеңешкән ине.
Реставрация эштәре менән бер үк ваҡытта тутламай торған ҡоростан баҫҡыстар эшләттек, мәмерйәнең барса ҡаттарына, залдарына мониторинг системаһы ҡорамалдарын ҡуйҙырҙыҡ.
Көңгөр боҙ мәмерйәһендә яҡтыртыу системаһы ҡоролған, ул мәмерйәне ҡарарға килеүсе туристар өсөн эшләнгән. Шүлгәнташта яҡтыртыу системаһы бармы?
- Юҡ, яҡтыртыу лампалары мәмерйәнең микроклиматына зарар килтерәсәк. Беләһегеҙ инде, мәмерйә эсенә ҡояш нурҙары төшмәй, унда - абсолют ҡараңғылыҡ, меңәр йылдар дауамында шулай булған. Әгәр мәмерйәне электр уты менән яҡтыртһаң, бында ғүмерҙә лә булмаған бөжәктәр, башҡа төрлө йән эйәләре инә башлаясаҡ, ә был мәмерйәнең микроклиматына кире тәьҫир итәсәк. Белгестәр, ғалимдар ҙа бында ҡул һәм маңлай фонариктары менән генә инә.
2017 йылда стеналағы кальциттың бер өлөшөн алған саҡта дөйә һүрәте асылды. Был һүрәттең бер өлөшө 60-сы йылдарҙа асылған булған (дөйәнең артҡы аяҡтары), әммә тотош таҙартылмағас, кеше һүрәтелер тип, антропоморф тип нарыҡлағандар. Эудаль беҙгә әйтә: "Был һүрәт тотош асылмаған, һаҡ ҡына таҙартығыҙ". Йоҡа кальцит ҡатламын стоматологияла ҡулланылған бормашина менән таҙарттыҡ. Был һүрәт хәҙер -донъялағы иң боронғо дөйә һүрәте. Күрәһегеҙ, дөйәләрҙе беҙгә Урта Азиянан алып килмәгәндәр, улар таш быуатынан бирле Уралда йәшәгән.
Боронғо кешеләр мәмерйә стеналарына ни сәбәпле ҡырағай хайуандарҙы төшөргән икән?
- Мамонттар, носорогтар, ҡырағай аттар, дөйәләр - таш быуат кешеләре өсөн аҙыҡ сығанағы, уларҙың күп булыуы ул дәүерҙәге тормош торошон билдәләгән. Кешеләрҙең шул йәнлектәрҙең сакраль һүрәттәрен табыныу өсөн төшөрөүҙәре мөмкин. Унан һуң, беҙ таш быуат кешеләрен йөн баҫҡан, тире ябынып йөрөгән итеп күҙалларға күнеккәнбеҙ. Ә улар кейем тегә белгән. Беҙҙең музейыбыҙҙа ошондай кейем өлгөһө ҡуйылған: тире салбар, оҙон тоҡ рәүешле өҫ кейеме һәм капюшон, аяҡтарында ла тире ситек. Бындай кейем һалҡын ҡыш көндәрендә кешеләр өсөн бик уңайлы булған. Энәне һөйәктән эшләгәндәр, еп урынына мал һеңере ҡулланылған. Әйткәнемсә, бындай боронғо ҡомартҡылар бик һирәк: Испанияла, Францияла электән билдәле, яңыраҡ Балканда ла табылды шундай һүрәтле мәмерйә..
Заманында Шүлгәнташ мәмерйәһенә кем етте шул, нисек етте - шулай кереп йөрөнө. Шуның һөҙөмтәһендә мәмерйә шулай бысранған да инде. Тимәк, был процесты мәҙәниләштереү өсөн музей төҙөү зарур ине. Был мәсьәлә нисек хәл ителде?
- Иң элгәре Рөстәм Әлибаев етәкселегендә йәш архитекторҙарыбыҙ проект эшләй башланы. Проекттың инженер-конструкторы - Исфаҡ Аҡтуғанов, фәнни эште археолог Николай Григорьев алып барҙы. Дизайн эштәрен Тимур Сабитов етәкләне. Проект 2018 йылға әҙер булды, дәүләт экспертизаһын да уңышлы үттек. Экспозицияларҙы эшләргә башҡа музейҙар хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп торманыҡ - быны ла яңыса, заманса итеп башҡарыу теләге көслө булды. Белгестәребеҙҙе сит ил музейҙары экспозициялары менән танышыу өсөн Испанияға, Францияға, Швецияға, Данияға, Төркиәгә командировкаларға ебәрҙем. Ундағы музей етәкселәре, төп белгестәре менән осрашырға, кәңәш һорарға, заманса технологияларҙы өйрәнергә кәрәк булды. Унан һуң, ғилми конференциялар ваҡытында музей проектын билдәле ғалимдарға күрһәтеп, уларҙың тәҡдимдәрен проектҡа индерә барҙыҡ.
Музей комплексын 2018 йылда төҙөй башлап, 2022 йылда тамамланыҡ. Комплекс төҙөүгә йәлеп ителгән белгестәр бик тырышып, барса эштәрҙе ихлас башҡарҙы, берҙәм команда булып ойоша алдыҡ. 10 йыл дауамында барған эшебеҙҙең төп маҡсаты - ЮНЕСКО эксперттарының ошондай объекттарға ҡарата булған барса талаптарын үтәү.
Донъя булғас, төрлө хәлдәр, ситуациялар килеп сыға. 2018 йылға тиклем эшебеҙҙә тотҡарлыҡтар ҙа булды, аҡса етмәй, республика етәкселеге лә беҙҙең объекттан "һыуына" биргәйне. Ә бит эшебеҙ башланыр алдынан аҡса бик аҙ бүленде. "Егеттәр, музей төҙөүҙе нисек итеп булһа ла башлап ебәрәйек, башланған эш - бөткән эш, тип әйтәләр бит, аҙаҡтан күҙ күрер", - тинем үҙемдекеләргә. Радий Фәрит улы килгәс, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ул үҙе Шүлгәнташҡа килеп, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, эшебеҙҙе хуплап ҡайтты. Хуплап ҡына ҡалманы, материалдар менән тәьмин итеү буйынса, финанс сығымдары яғынан да эшебеҙ өсөн уңайлы шарттар булдырҙы. Эшебеҙ ыңғайға китте шулай. Рәсәйҙә ошондай типтағы музей төҙөү тәжрибәһе юҡҡа иҫәп, барыһын да үҙебеҙҙең белгестәребеҙ - архитекторҙар, дизайнерҙар башҡарҙы. Үҙебеҙҙең проект буйынса барса эштәрҙе Башҡортостанда тыуып үҫеп, үҙебеҙҙә белем алған йәш кешеләр - Рөстәм Әлибаев, Гөлфиә Тажитдинова, дизайнер Тимур Сабитов, "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов, проекттың ғилми етәксеһе Николай Григорьев башҡарҙы. Бик матур экспозициялар эшләнде, төп экспонаттарҙы - мәмерйә стенаһындағы һүрәттәрҙең теүәл, бермә-бер үлсәмдәрендәге күсермәләрен - Францияла, ундағы бер оҫтаның ательеһында эшләттек. Ғөмүмән, эш барышында Рәсәй һәм башҡа сит ил белгестәренең кәңәштәрен һәм консультацияларын гел иҫтә тоттоҡ.
Эштәрегеҙҙе тамамлағас, йәнә сит ил эксперттарын саҡырырға тура килгәндер?
- Эйе, былтыр беҙҙең эштәребеҙгә баһа биреү маҡсатында Ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет (ИКОМОС) эксперттары килгәйне. Улар биргән баһа бик юғары булды, сөнки ЮНЕСКО тарафынан ҡуйылған барса талаптар үтәлгән: мәмерйә таҙартылған, реставрация эштәре һәйбәт башҡарылған, мониторинг системаһы эшләй, объект хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителгән, мәмерйә ябылған, уның тирәләй буфер (һаҡлау) зонаһы ҡаралған, Европа кимәлендәге музей сафҡа индерелгән, тейешле инфраструктура булдырылған һәм музейға тиклем асфальт түшәлгән юлдар ҙа һалынған. ИКОМОС эксперттары урындағы халыҡтың ошо объектҡа ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын да белеште. Унан алдараҡ Шүлгәнташҡа яҡын булған Ғәҙелгәрәй ауылын ни өсөн буфер зонаһына индермәүебеҙ тураһында һорауҙар булғайны. ЮНЕСКО талаптарына ярашлы, урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар булмаҫҡа тейеш. Әгәр беҙ әлеге ауылды һаҡлау зонаһына индерһәк, унда йәшәгән кешеләргә ауыл хужалығы, төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнеү рөхсәт ителмәҫ ине, ә был үҙе үк ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ. Унан һуң, ошо ауыл "Шүлгәнташ" тәбиғи ҡурсаулығына яҡын урынлашҡан, бында уның менән бәйле һаҡлау ҡағиҙәләре теүәл үтәлә. Шуларҙы аңлатҡас, эксперттар ҙа ризалашты. ИКОМОС быйыл май аҙағында, Шүлгәнташтың палеолит дәүере һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя ҡомартҡылары исемлегенә индереү буйынса номинация талаптарына тура килеүен билдәләп, ыңғай һығымта яһаны. Был һығымтала иң мөһиме бына нимә: Шүлгәнташ һүрәттәре күренекле универсаль ҡиммәттәр (ВУЦ - выдающаяся универсальная ценность) иҫәбенә инә һәм ул ЮНЕСКО номинацияһына тәҡдим ителә, тиелә.
ЮНЕСКО-ға тәҡдим ителгән номинациялар уның сессияһында махсус комитет ағзалары тарафынан ҡарала. Уға нисек әҙерләндегеҙ?
- Тулҡынландыҡ, әлбиттә. Ошондай сессия йылына бер тапҡыр ғына уҙғарыла, ул быйыл Болгарияла үтергә тейеш ине, әммә билдәле бер сәбәптәр арҡаһында Парижға күсерелде. Европала сәйәси ситуация беҙҙең мәнфәғәттәргә тап килмәй бит инде - Башҡортостан исеме артында Рәсәй тора, сәйәсмәндәрҙең дә ҡыҫылыуы мөмкин бит. Шуға күрә ныҡлап әҙерләндек.
Нимәләр алып барҙығыҙ Парижға?
- Нимәләр, тип, башҡорт балын инде. Башҡорт ҡунаҡҡа барғанында ла күстәнәсһеҙ йөрөмәй бит. Шүлгәнташ номинацияһы буйынса барса документтар, фотолар, видеофильмдар күптән ЮНЕСКО-ға ебәрелгәйне. Үҙебеҙ менән яңы баҫылған брошюраларҙы, РФ Сит илдәр министрлығы грифы аҫтында сығарылған, Башҡортостан тураһында материалдар баҫылған ҙур альманахты, Шүлгәнташтың бик матур итеп төшөрөлгән фотоһүрәттәре альбомын, "Шүлгәнташ" музейына саҡырыу ҡағыҙҙарын алып барҙыҡ.
Сессия ниндәй телдәрҙә алып барыла?
- Ике телдә - инглиз һәм француз телдәрендә, наушниктар аша русса синхрон тәржемә бирелә. Беҙ ике төркөмгә бүлендек - берәүҙәр сессия барышын ентекләп тыңлап барһа, икенселәр башҡа илдәрҙең, бигерәк тә элекке Урта Азия республикалары вәкилдәре менән осрашты, яҡындан тороп аралашты. Сессияға беҙҙекенә оҡшаш номинациялар байтаҡ сығарылғайны. Номинация нисек ҡарала, ниндәй һорауҙар бирелә - барыһын да теркәп барып, уларға алдан уҡ яуаптар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ҡарау, тикшереү процедураһына ярашлы, һәр номинацияны ИКОМОС вәкиле тәҡдим итә, номинацияһы ҡаралған ил делегацияһына һорауҙар бирелә, улар яуап ҡайтара. Иң аҙаҡтан ИКОМОС эксперты йә ыңғай, йә кире һығымтаһын иғлан итә: исемлеккә индереү-индермәү тураһында совет ҡарарын белдерә. Шунан һуң ЮНЕСКО комитетына ингән 22 ил вәкилдәре тауыш бирә: номинация тауыш биреүселәрҙең өстән ике өлөшөнөң ыңғай баһаһын алһа, ул исемлеккә индерелә. Ҡайһы бер илдәрҙең номинациялары сәғәт ярым дауамында ҡаралды, сөнки комитет ағзаларының һорауҙары күп булды. Ҡайһы бер номинацияларға ИКОМОС-тың кире баһаһы булһа ла, уларҙың вәкилдәре комитет ағзалары менән алдан бәйләнешкә сығып, уларҙы төрлөсә өгөтләп, "дипломатик" юл менән ниәттәренә өлгәшә. Юҡтан ҡоҙағый булалар инде.
Беҙҙең номинация нисек үтте?
- Ике көн буйына көсөргәнешле хис-кисерештәр менән беҙҙең номинацияға сират етеүен көттөк. Башҡортостандан 6 кеше инек, һәр ҡайһыбыҙҙың тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны. Беҙгә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эргәһендәге даими вәкиле, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ринат Жәфәр улы Аляутдинов һәм уның ярҙамсылары ныҡлы терәк булды. Ул - мосолман кешеһе, беҙҙең менән ихлас аралашты, ошо миссиябыҙҙы үҙенең бурысылай ҡабул итте. Шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркиә вәкилдәре менән һөйләшеп, уртаҡ тел таптыҡ, улар беҙҙең номинацияға теләктәшлек белдерҙе. "Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә", - тип юҡҡа ғына йырламаған ата-бабаларыбыҙ.
Ниһайәт, 12 июлдә, сәғәт 5 тулыуға, беҙҙең сират етте. ИКОМОС вәкиле 7-8 минут дауамында Шүлгәнташтың палеолит дәүере һүрәттәре, был ҡомартҡыны һаҡлау өсөн ЮНЕСКО тарафынан ҡуйылған талаптарҙың үтәлеше хаҡында мәғлүмәт бирҙе, номинациябыҙҙың күренекле универсаль ҡиммәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны ЮНЕСКО исемлегенә индереүҙе хупланы. Сессияны алып барыусы Болгария вәкиле комитет ағзаларына һорауҙар бирергә тәҡдим итте, әммә уларҙың беҙҙең номинация буйынса бер генә һорауы ла булманы. Һөҙөмтәлә Шүлгәнташ бер тауыштан ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы исемлегенә индерелде. Ринат Аляутдинов - Рәсәй Федерацияһы, мин Башҡортостан Республикаһы исеменән ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мираҫы буйынса комитетына рәхмәт белдерҙек. Сессияла ҡатнашыусыларҙы Шүлгәнташты үҙ күҙҙәре менән күреп, яҡындан танышып ҡайтырға саҡырҙым. Процедура 15 минут эсендә тамамланды, төрлө илдәрҙең вәкилдәре беҙҙе ошо ҡаҙанышыбыҙ менән ихлас ҡотланы. Шулай итеп, беҙҙең 13 йыл буйына арымай-талмай алып барған эшебеҙ ҙур уңыш менән тамамланды.
Үҙ илеңдең ҡомартҡыһын бөтөн донъя кимәлендә танытыуға, халыҡ-ара ойошманың юғары баһаһына өлгәшеүҙең әһәмиәте нимәлә?
- Беренсенән, ул илдең халыҡтар, илдәр араһындағы престижын, мәҙәни яҡтан абруйын күтәрә. Икенсенән, мәҫәлән, Башҡортостанда, Рәсәйҙең үҙәгендә бынан 20 мең йыл әүәл мәҙәнилек хасил булыуын күрһәткән ҡомартҡы булыуы бар донъяға иғлан ителә. Өсөнсөнән, ошондай боронғо ҡомартҡының йәмғиәт һәм дәүләт тарафынан һаҡланыуы республикабыҙҙа, тотош Рәсәйҙә тәбиғи, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттарына заманса, цивилизациялы ҡараш булыуын раҫлай. Дүртенсенән, ЮНЕСКО тарафынан күренекле универсаль ҡиммәт тип баһаланған, бөтөн донъя тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы исемлегенә ингән объекттар халыҡ-ара ойошманың туристик белешмәләренә лә индерелә, ә был беҙгә сит ил туристары ағымын бермә-бер арттыра барыу мөмкинлеген бирә. Ошо ҡаҙанышты донъя кимәлендәге реклама, тип тә баһалап булыр ине. Сит ил кешеләре ЮНЕСКО-ның туристик реестрына күҙ һала, бығаса Башҡортостан, уның Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе, музейы хаҡында бер нәмә лә белмәгән бәғзе берәүҙәр ошо уникаль объектты үҙ күҙҙәре менән күрергә теләйәсәк. Йәнә Көньяҡ Уралдың иҫ китмәле тәбиғәте лә туристарҙы ылыҡтырып торасағына шик юҡ.
XIX быуатта йәшәгән күренекле мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәр бер башҡорт кешеһенә төбәп әйтелгән бер васыятын иҫкә алмай булмай: аҫаба башҡорт нәҫел-нәсәбен, ырыуын, күк йөҙөндәге йондоҙҙарҙы һәм боронғо хандарыбыҙ хаҡындағы өләңдәрҙе (эпик хикәйәттәрҙе) белергә тейеш. Шүлгәнташ мәмерйәһе халҡыбыҙҙың иң боронғо, архаик мифологияһы менән бермә-бер бәйле: уны Урал батыр, Аҡбуҙат эпостарынан айырып ҡарап булмай. Тимәк, беҙ, XXI быуат башында йәшәүсе зыялылар, халҡыбыҙҙың матди һәм мәҙәни мираҫын киләсәк быуындарға ла теүәл тапшыра алһаҡ, уларҙың башҡорт рухына тоғро ҡалыуына өлгәшер инек.
- Эйе, халҡыбыҙ борон-борондан тормоштоң бары тик матди яғын ғына ҡайғыртып йәшәмәгән, боронғо эпостарыбыҙ, йыр-ҡобайырҙарыбыҙ, сәнғәтебеҙ, шул уҡ Шүлгәнташыбыҙ ошоға дәлил. Рухһыҙ йәшәү башҡорт менталитетына бөтөнләйгә тап килмәй. Беҙ Көньяҡ Уралда йәшәйбеҙ, ситтән килеүселәр Башҡортостаныбыҙҙы ожмах баҡсаһына тиңләй, тәбиғәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән байбыҙ. Заманаларҙың төрлө сағы була, әле лә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар етерлек. Тап ошондай мәлдәрҙә халҡыбыҙҙы дәртләндереп, изге өмөттәр уятып, рухи күтәренкелеккә ерлек биргән хәл-ваҡиғалар булыуы зарур. Шүлгәнташыбыҙҙың бөтөн донъя кимәлендәге рухи-мәҙәни мираҫ рәүешендә рәсми танылыуын иң кәмендә ике мең йыллыҡ этник тарихы булған халҡыбыҙға бирелгән оло баһа итеп ҡабул итәйек.
Шулай итеп...
13 йыл дауамында барған Шүлгәнташ эпопеяһы тамам. Ошондай оло ҡаҙанышҡа өлгәшкән милләттәштәребеҙ халҡыбыҙ алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәне. Уларҙың хеҙмәте дәүләтебеҙҙең юғары баһаһына лайыҡ булды. Данир Әхмәҙи улын һәм уның командаһы ағзаларын редакция исеменән ихлас ҡотлайбыҙ, алда торған ижади эштәрендә яңы уңыштар теләйбеҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА