«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛДАР ҘА ЗАМАНСА ХӘҘЕР
+  - 

16 июлдә М-12 "Көнсығыш" федераль автомобиль трассаһының Башҡортостан аша үткән Дүртөйлө - Ачит участкаһын сафҡа индереү тантанаһы булды.

275 километр оҙонлоғондағы юлдың 140-ы Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары буйлап һалынған. Былтыр декабрҙә, реконструкция эшләнгәндән һуң, яңы трассаның бер өлөшө булып киткән 65 километр аралыҡтағы М-7 юлы участкаһы сафҡа ингәйне.
Яңы юлдан хәрәкәтте Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров асты:
- "Дүртөйлө - Ачит" яңы автомобиль юлы - М-12 "Көнсығыш" трассаһының мөһим өлөшө. Ул Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙе Уралдың баш ҡалаһы, Рәсәйҙең алдынғы фәнни, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге булған Екатеринбург менән бәйләне, - тине ил етәксеһе үҙенең тәбрикләү һүҙендә. - Трассаның бөтә оҙонлоғонда бер светофор ҙа ҡуйылмаған, шул арҡала тиҙ йөрөшлө юлда Екатеринбургтан Мәскәүгә тиклем барыу ваҡыты ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара. Һөҙөмтәлә автотранспортта йөрөү уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ, пассажирҙар ағымы һәм йөк ташыу күләме артасаҡ, эске туризм үҫеше ҡеүәтле стимул ала, илебеҙҙең иҫтәлекле урындарына барыу уңайлыраҡ буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Президентҡа республикаға күрһәткән даими иғтибары, М-12 федераль трассаһы участкаһын Башҡортостан биләмәһе аша һалыуҙы хуплаған өсөн төбәк халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе: - Республика яҡтыртылған дүрт һыҙатлы дөйөм оҙонлоғо 205 километр булған беренсе класлы трасса алды. Ул илебеҙҙең көнсығышы менән көнбайышын тоташтырыусы тағы ла ҙурыраҡ юлдың бер өлөшө булып тора. Хәҙер Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларға барып етеү ваҡыты ҡыҫҡара. Яңы юл М-5 трассаһындағы көсөргәнешле хәрәкәтте лә яйлай, пассажирҙар ағымының, йөк машиналарының бер өлөшөн үҙенә ала. Трасса дүрт район аша үтә һәм уларҙың иҡтисады үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, - тип баһаланы Радий Фәрит улы мөһим юл төҙөлөшөнөң тамаланыуын.
М-12 "Көнсығыш" федераль автомобиль трассаһының Дүртөйлө - Ачит участкаһында төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда башланғайны. Эш барышының иң ҡыҙыу осорҙарында объектҡа 5534 кеше һәм 1957 берәмек техника йәлеп ителә, бөтәһе 2 млн тоннанан ашыу асфальт-бетон япмаһы түшәлә. Барлығы 33 юл үткәргес, 9 ҡыр йәнлектәрен үткәргес, 145 һыу үткәргес торба, 12 күпер, шул иҫәптән Борай районының Вострецово ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша 813 метр оҙонлоҡтағы күпер һалына. Борай ауылы эргәһендә Өфө - Бөрө - Яңауыл төбәк автомобиль юлы һәм Үрге Тәтешле ауылы янында Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе юлы менән киҫешкән ерҙәрҙә транспорт сиселеше булдырыла.
Яңы юл автоматлаштырылған юл хәрәкәте идараһы системаһы менән йыһазландырылған - 242 видеокамера, 249 мәғлүмәт знагы һәм таблоһы, 71 транспорт детекторы һәм 7 метеостанция ҡуйылған. М-12 трассаһында, Мәскәүҙән Ҡаҙанға тиклем ҡулланылған кеүек, "Ирекле ағым" юл йөрөү өсөн контактһыҙ түләү системаһы эшләй. Шулай уҡ шлагбаумлы барьер ҙа бар. Тариф өс участкаға бүленгән: Дүртөйлө - Борай, Борай - Октябрьский (Свердловск өлкәһе), Октябрьский - Ачит.
Шулай итеп, эйе, юлдар ҙа заман талаптарынса һалына һәм араларҙы яҡынайта бара хәҙер. Был М-12 юлы буйынса йөрөргә тура килмәһә лә, уның һөҙөмтәлелеген һәр кем тоясаҡ: ул республика кимәлендә генә түгел, ә бөтә Рәсәй кимәлендә мөһим ваҡиғаға әйләнәсәк. Араларҙы яҡынайтыу ғына түгел, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин әйткәнсә, "сифатлы юлдар инвестициялар алып киләсәк, бизнес үҫешенә булышлыҡ итәсәк, яңы эш урындары булдырасаҡ".

"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.07.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә кешеләрҙең барыһы ла бер юлы аҡылдан яҙһа, улар бик тыныс, һыйышып йәшәр ине.

(Фрэнсис Бэкон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru