«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ УҠЫЙЫМ!
+  - 


Тыуған илебеҙ Рәсәйҙе борсоған мәсьәләләр бөгөн кесе ватаныбыҙҙы, Башҡорт донъяһын да, шундай уҡ дәрәжәлә борсой. Халыҡ-ара кимәлдә Рәсәйҙең суверенитетын нығытыу, абруйын ҡайтарыу, тиҙерәк тыныслыҡ, именлек урынлаштырыу, иҡтисадты үҫтереү һәм шулар менән бер рәттән, туған телдәрҙе һаҡлау бурысы ил сәйәсәтенең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе тип ҡарала.

Яңыраҡ ҡына РФ Президенты Владимир Путин тел сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлаусы указға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты - дәүләт теле булараҡ, рус телен һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм күтәрмәләү бурысын тормошҡа ашырыу. Ил Президентын ҡайһы бер сит дәүләттәр тарафынан рус теленең ҡулланыу даирәһен сикләргә маташыуҙар менән бергә, Рәсәй халыҡтары телдәрендә аралашыуҙарҙың да кәмеүе бик борсой. Ошо йәһәттән документта Рәсәй республикаларының дәүләт телдәрен һәм башҡа халыҡтар телдәрен һаҡлау буйынса Милли һүҙлек фондын Рәсәй халыҡтары телдәрендәге мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, дәүләт телдәре буйынса мәктәп дәреслектәре сығарыу, туған телдәрҙе уҡытыу ысулдары, кириллица клавиатураһында Рәсәй халыҡтары телдәрендәге хәрефтәр өсөн махсус урын бүлеү кәрәклеге хаҡында әйтелә. Күренеүенсә, Рәсәй дәүләте тарафынан илебеҙ халыҡтары телдәрен яҡлау, үҫтереүгә булышлыҡ итеү ниәте был. Ул тағы ла шунан да күренә: Владимир Путин йыл һайын 8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнөн үткәрергә тәҡдим итте.
Былар тураһында мин ни өсөн ентекләп һөйләйем? Башта шуны әйтергә теләйем: Рәсәй халыҡтары телдәренә, шул иҫәптән, башҡорт теленә ҡарата ла, юғары кимәлдә яҡлау, һаҡлау, үҫтереү гарантиялары бирелгән бер ваҡытта, үҙебеҙҙә нишләптер, гел генә "тел бөтә", "башҡорт теле ҡыҫырыҡлана" тигән зарланыуҙар ишетергә тура килә. Ул кешеләргә шулай тип өндәшке килә: әйтегеҙ әле, кемдәр ғаиләләрендә балалары һәм бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәре менән саф әсә телебеҙҙә һөйләшә? Кемдәр башҡорт телендә сығып килеүсе гәзит-журналдарҙы өйөнә алдырып, балалары менән бергәләшеп уҡый? Ундайҙар йөҙ башҡортҡа берәү бар микән? Әйткәндәй, балаларға ил тарихын, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүе туған теле аша яҡшыраҡ, еңелерәк бирелә, ти уҡытыусылар. Туған телен ихтирам итәме һәм "Теле юҡтың - иле юҡ" тигән халыҡ аҡылын аңлар дәрәжәләме бөгөнгө балалар? Ғөмүмән, бөгөн ата-әсәләрҙең үҙҙәрен нисек итеп телһөйәр балалар тәрбиәләргә өйрәтергә кәрәк. Сөнки быуындар алмашына барып, хәҙерге ата-әсәләрҙең үҙҙәренең туған тел ҡәҙере, рухи ҡиммәттәребеҙ мәсьәләләренә ҡараштары Советтар иле тарҡатылған, милли идеялар юҡҡа сыҡҡан осорҙа формалашҡан бит. Шуның өсөндөр ҙә, бәлки, күп кенә ғаиләләрҙә бөгөн рухи ҡиммәттәргә ҡарағанда матди файҙа эҙләү, аҡса эшләү хәстәрлеге өҫтөнлөк итә. Быны ғәйепләп тә булмай: тормош шарттары ла шуны талап итә, тик шулай ҙа был донъяға кем булып тыуғанбыҙ, кем булып һәм кемдәр араһында, ниндәй мөхиттә йәшәйбеҙ - бына шуны һәм, әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ рухын да оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Балаларға улар тыуғандан алып тел тәрбиәһе биреү, тел мәҙәниәтен һеңдереү туранан-тура ғаиләләрҙең бурысы булһа, бөгөн беҙҙе борсоған икенсе мәсьәлә - мәктәптәрҙә туған тел уҡытыу торошо. Уның өсөн сәғәттәр былай ҙа әҙ ине, бөгөн килеп, Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына (ФГОС) үҙгәреш индерелә, туған телгә бүленәсәк сәғәттәр тағы ла кәмейәсәк, тип ишеттем. Был хаҡта яңыраҡ ҡына Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм апай Бураҡаева ла үҙенең социаль селтәрендә борсолоу белдереп яҙып сыҡты: " ...Тимәк, хәҙер программаларҙы камиллаштырыу хәстәре түгел, телебеҙҙе ҡурсалау мәсьәләһе килеп баҫа. Минең туған телемә хәүеф янай икән, битараф ҡала алмайым, ФГОС-ҡа үҙгәреш индереүгә ҡырҡа ҡаршымын",- тип яҙа ул.
Халыҡтар йәшәй икән, уларҙың телдәре лә йәшәй. Улар үҙҙәренә әсә һөтө менән һеңгән туған телдәренән айырылғыһыҙ. Рәсәй беҙҙең оло илебеҙ. Илебеҙҙә халыҡ-ара аралашыу теле булған, дәүләт теле статусын йөрөткән рус телен яҡшы беләбеҙ, яратып өйрәнәбеҙ бит, тимәк, уның менән бер рәттән кесе ватаныбыҙҙың дәүләт теле статусы булған башҡорт телен дә белергә, өйрәнергә бурыслыбыҙ. Сөнки Рәсәй менән Башҡортостан айырылғыһыҙ, улар бай тарихлы, оло һынау йылдарын гел бергә үткән, бергәләп еңеү яулаған. Бөгөн дә беҙ бергәлек, берҙәмлек, дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Бөгөн дә беҙҙең ҡаһарман яугир ир-егеттәребеҙ дөйөм ватаныбыҙ - Рәсәй азатлығын яҡлап, Махсус хәрби операцияла ғәзиз ғүмерҙәрен бирә, иҫ киткес батырлыҡтары менән таң ҡалдыра. Тағы ла Мәрйәм апайҙың һүҙҙәрен килтерәм: туған телдәребеҙ халыҡтарҙың булмышына, дуҫлығына, ил тотороҡлоғона булышлыҡ итә. "Әсәй" тип теле асылған балалар туған теле аша рус телен яҡшыраҡ өйрәнә. Улар бер-береһенә һис ҡамасауламай, киреһенсә, бер-береһен байыта ғына.
Йыйып ҡына әйткәндә, туған тел яҙмышын мәғариф чиновниктары ҡулына тулайым тапшырып ҡуймайынса, үҙебеҙ ҙә "БР халыҡтары телдәре тураһында"ғы закон нигеҙендә башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле булараҡ, ғәмәлгә ашырылыуын талап итергә, туған тел яҙмышын бергәләшеп хәл итергә бурыслыбыҙ. Законды бит әле бер кем дә көсөнән сығармаған. Унан һуң, мәғариф чиновниктары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, атап әйткәндә, уның туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы 3-се, 26-сы, 68-се статьяларын боҙоп ҡына ҡалмай, ә Рәсәй Президенты Владимир Путинды ла ишетмәй түгелме? Рәсәй Президенты бит Рәсәй халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында һәр сығышында тиерлек телгә ала. Юғарыла телгә алынған указда әйтелгәндәр ҙә ҡаршы килә түгелме Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына индерелгән баяғы үҙгәрештәргә? Әллә мәғариф чиновниктары ул указдарҙы уҡымаймы, тигән аптыраулы һорау ҙа тыуа әле...

Юнир ВӘЛИЕВ,
муниципаль хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың I-II саҡырылыш депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, БР мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.07.25 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә кешеләрҙең барыһы ла бер юлы аҡылдан яҙһа, улар бик тыныс, һыйышып йәшәр ине.

(Фрэнсис Бэкон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru