«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Ә ЭШ ТОРБАЛА ИКӘН...
+  - 

Үткән аҙнала бер нисә көн рәттән Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) Мәскәү өлкәһен сәпкә тоторға маташып, 16 дрон, шуларҙың 13-ө Мәскәү ҡалаһына йүнәлтелгән аппараттар ебәрҙе һәм улар нигеҙҙә Зеленоград ҡалаһы өҫтөндә атып төшөрөлдө. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, төндә шартлау тауыштары ишетелгән, торлаҡ йорт өҫтөндә атып төшөрөлгән бер пилотһыҙ аппараттың ут ҡабынған һыныҡтары бер нисә автомобилде зыянлаған, ҡайһы бер биналарҙың тәҙрәләре ҡыйратылған. Бәхеткә, Мәскәү мэры Сергей Собянин хәбәр итеүенсә, етди емереклектәр юҡ, тыныс халыҡ зыян күрмәгән.

РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлгә ҡарай шул төндә беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы дежур саралар Рәсәй территорияһы өҫтөндә самолет рәүешендәге 93 шартлатҡыс аппаратты атып төшөргән. Һәр ваҡыттағыса, Рәсәй хәрби көстәре лә яуапһыҙ ҡалмай, ошо уҡ төн эсендә (ВСУ мәғлүмәттәре буйынса) Украина тарафына 344 дрон, "Искәндәр"ҙән 20 ракета һәм 15Х-101 ракетаһы менән һөжүм ителгән.
Әле генә Рәсәй менән сираттағы һөйләшеүҙәрҙе дауам итеүгә ҡаршы булған Владимир Зеленский Украинаның Милли хәүефһеҙлек һәм оборона советы секретары Рөстәм Үмәровтың ошо көндәрҙә ике ил араһында башланған һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә тәҡдиме хаҡында белдерҙе. Сәйәсмәндәр был белдереүгә шикләнеп ҡарай: Украинаның был ҡарары Ҡушма Штаттар менән берәй хәйлә ҡороуға оҡшаған, ти улар, сөнки бынан алдараҡ АҠШ президентының Украина буйынса махсус илсеһе Киевта булып киткән һәм тап ошо көндәрҙә Дональд Трамп Рәсәйгә Украина менән тыныс һөйләшеп килешеүгә 50 көнлөк ультиматум белдергән. Британияның Sрektator журналы яҙыуынса, был ультиматум Владимир Путинға көтөлмәгән бүләк кенә булған: ул АҠШ Конгресын Рәсәйгә яңы һәм ҡаты санкциялар иғлан итеүгә йыйыныуын туҡтатып торорға мәжбүр иткән.
Европа мәғлүмәт саралары, Трамптың ниндәйҙер санкциялары ла, ультиматумы ла Мәскәүҙең ҡарарына йоғонто яһамаясаҡ, тип яҙа. Ғөмүмән, Америка президентының "һәрмәүестәре" бөтөн тарафты ла ҡармап өлгөрә: ошо көндәрҙә генә ул үҙе көнәркәш күргән БРИКС илдәренең бөтөн тауарҙарына ла 10 процент, ә Рәсәй тауарҙары менән ауыл хужалығы ашламаларына 100 процент пошлина индерергә йыйыныуын белдерҙе. Бының менән ул БРИКС берләшмәһенең тарҡалыуына иҫәп тота, тиҙәр. Ә бына Европаның, ЕС илдәре фермерҙары ҡәтғи ҡаршы килеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй минераль ашламаларынан тулыһынса баш тартырға ниәтләүен Владимир Путин иҫәрлек тип атаны. Рәсәй Ашламалар етештереү ассоциацияһы башлығы Гурьев фекеренсә, был Европала ашламаға һәм артабан уңыш алыуға килтерелгән зыян һөҙөмтәһендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуына ғына килтерәсәк.
Көньяҡтан да һалҡын елдәр иҫә. Ҡасан ғына әле Рәсәйгә ҡарата дуҫ, татыу мөнәсәбәттә булған Әзербайжан һаман да юҡ-бар сәбәптәр менән ныҡышмалы рәүештә конфликтҡа ынтылыуын дауам итә. Күрәһең, ил башлығы Илһам Алиев ҡуйынында барыбер ниндәйҙер таш һаҡлаған: уның Төркиә йоғонтоһона бирелеп, электән дә Мәскәүгә ҡайһы бер оторолоҡ белдереүҙәре һиҙелә ине, ти күҙәтеүселәр. Беҙҙең вертолетты атып төшөрһөндәрме, тыныслыҡ көстәре яугирҙарын атһындармы - формаль рәүештә ғәфү үтенеү менән генә ҡотолоп килделәр. Күрәһең, Рәсәй тарафынан ут күршегә йомшаҡлыҡ күрһәтелгән, һәм шул арала Рәсәйҙә әзербайжан диаспораһы күкрәп сәскә ата башланы, илебеҙҙең бөтөн ҡалаларында берләшкән этник енәйәт төркөмдәре үҙҙәренең йоғонто мөхитен йәйелдерҙе.
Ләкин бына бер нисә әзербайжан мигрантының кеше үлтереүе факты һис яуапһыҙ ҡала алмай ине: Тәфтиш Комитеты тарафынан улар ҡулға алынды һәм Бакуға был етә ҡалды. Улар асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡҡа табан китте. Үҙҙәрендәге Рәсәй граждандарын ҡулға алыу, туҡмау... Рәсәйгә ҡағылышлы бөтөн нәмәгә тыйыу һалыу... Тора-бара Рәсәйҙе агрессор тип атап, ә үҙҙәрен Украина яҡлы итеп күрһәтә башланылар. Бөгөнгө көн тағы бер "кампания" башланы Баку: йәнәһе, Рәсәй тарафынан бәреп төшөрөлгән тип тәҡрарланыусы самолетта һәләкәткә осраған пассажирҙарҙың яҡындарына аҡса түләтеү маҡсатында, иҫбатланмаған ғәйеп тағып, Рәсәйҙе халыҡ-ара судҡа биреү өсөн материалдар әҙерләй башлағандар, имеш. Баҡтиһәң, Алиевтың талағы ташыуы һәм бөтөн был ығы-зығыны ҡуптарыуының сере ябай ғына икән, йәғни ул Европалағы ҙур һәм аяуһыҙ газ һуғышына ҡағыла. Евросоюз, Рәсәйҙән Украина аша зәңгәр яғыулыҡ транзиты туҡтатылғас, Бакуҙан газды ике тапҡырға күберәк ебәреүҙе талап итә. Ә эш торбала булып сыҡҡан. Бакуға Рәсәйҙең газ үткәргес торбалары бик кәрәк. Бының өсөн баҫым яһауҙа, Әзербайжан дипломатиянан тыш, Рәсәйҙә оялап алған эске көс - үҙ диаспоралары һәм беҙҙә аҡса һуғыусы йоғонтоло көскә эйә олигархтары аша эш итергә теләй икән. Украина аша транзит ябылғас, Әзербайжан йылына 6 млрд доллар юғалта, шул сәбәпле Алиев ошо юғалтыуҙары өсөн Рәсәйҙән компенсация "һауырға" иҫәп тотоп, күрәләтә көрсөк юлды һайлаған, Рәсәйгә баҫым яһауҙың бер ваҡытта ла әле һөҙөмтәгә килтермәүен ошоға тиклем ул белмәнеме лә күрмәнеме икән?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.07.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә кешеләрҙең барыһы ла бер юлы аҡылдан яҙһа, улар бик тыныс, һыйышып йәшәр ине.

(Фрэнсис Бэкон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru