
Күберәген сәйәсмәндәр үҙенең лөғәтендә ҡулланған "Күбәләк эффекты" төшөнсәһенең асылы нимәлә тип уйлайһығыҙ? Баҡтиһәң, әле генә, кисә, былтыр йә йөҙ йыл элек кемдеңдер һаҡһыҙлығы арҡаһында йә башҡа сәбәптән бер күбәләктең ваҡытынан алда иртә таңдан ҡанаттарын елпеүе йәки елпемәүе, йәки булмаһа, кемдеңдер осраҡлы рәүештә йәки һаҡһыҙлыҡтан күбәләктең йәнен ҡыйыуы барлыҡ кешелек тарихын үҙгәртеүе бар икән. Йәғни грамдың күпмелер өлөшөн генә тәшкил итеүсе күбәләктең күбәләге донъяны үҙгәртә ала. Үҙгәртеү генә түгел, хатта кешелекте, донъяны һәләкәткә лә алып килеүе ихтимал бәләкәй генә йән эйәһенең. Нисек итепме? Хәҙер аңлатып ҡарайыҡ.
Йәйҙең иң оҙон көндәренең таңын ҡаршылағанығыҙ бармы? Быйыл, мәҫәлән, йәйҙең иң оҙон көндәренең береһе 22 июндә көн оҙонлоғо 17 сәғәт 13 минутты тәшкил итеп, ҡояш 04 сәғәт 41 минутта ҡалҡып, 21 сәғәт 54 минутта әүен баҙарына китте. Ҡояш календарь буйынса тәғәйен ваҡытта ҡалҡһа ла, таң унан күпкә ир-тәрәк беленә, ер өҫтө яҡтыра башлай. Был миҙгелде халыҡта "таң һарыһы" тип атайҙар.
Шулай итеп, шартлы рәүештә алынған 22 июндең таң һарыһында ниндәйҙер дәүләттең, ҡайһылыр икенсе дәүләт менән сигенә яҡын урман аҡланында таңғы ысыҡҡа мансылған япраҡ аҫтарында күбәләктәр ойой, йәғни, ат лөғәтендә әйтһәк, юшай икән, ти. Был саҡта әле ҡоштар ҙа йоҡоһонан уянмаған, һанда-һаяҡ ҡына өкө һупылдауы, таңғы урман әтәсе ҡурпысыҡ ҡурпылдауы ғына ишетелеп ҡала. Әммә был тауыштар таң һарыһының айырылғыһыҙ элементтары, йәғни йән эйәләренең таңғы ойоуына һис тә ҡамасауламай.
Ошондай илаһи мәлдә, Ҡояш апайҙың сыҡҡанын һәм йылмайғанын көтөп тә тормаҫтан, күбәләктәр араһындағы бер тыңлауһыҙ һәм шаталағының ҡанаттарын бер-икене елпеп ебәреүе була, уның сигналы "Домино принцибы" буйынса аҡландағы барлыҡ күбәләк халҡына тарала һәм тағы ла 40-50 минут самаһы йоҡларға тейеш булған күбәләктәр аҡлан тултырып осорға тотона. Күбәләктәр үҙ нәүбәтендә аҡландың барлыҡ бөжәктәр донъяһын йоҡонан мәлһеҙ уята. "Домино принцибы" күҙ асып йомған арала барлыҡ урманға тарала һәм ҡоштар донъяһын да хәрәкәткә килтерә. Бөжәктәр менән туҡланыусы ваҡ ҡоштар - бөжәктәргә, ваҡ ҡоштарға аусы ҡоштар ябырыла. Аусы йыртҡыс ҡоштарҙың әүҙемлеге ерҙәге ваҡ йәнлектәрҙе, ваҡ йәнлектәрҙең хәрәкәте йыртҡыс хайуандарҙы ҡуҙғыта. Йыртҡыс хайуандар хәрәкәте үҙ нәүбәтендә таңдан урманға сыҡҡан йә таң ашырып урман таңын аңдыусы һунарсыларҙың ҡомарын уята. Уларҙың мылтыҡтарынан бирелгән залп үҙ нәүбәтендә яҡындағы дәүләт сигенең уяуҙан да уяу һаҡсыларын һиҫкәндерә. Ярай әле, һиҫкәндереп кенә ҡалһа, әгәр ҙә автоматик режимға ҡуйылып, таңғы 6-ла һүндерелергә тейешле булған ракета ҡоролмалары телгә килмәһә...
Ҡыҫҡаһы, "Күбәләк эффекты"н, үҙем аңлағанса, иң ябай һәм тупаҫ формала, шартлы рәүештә аңлатып бирергә тырыштым да инде. Беҙҙең күҙгә күренмәгән, космоэнергеттар теле менән әйткәндә, нескә пландағы хаотик донъяның ошондай "Күбәләк эффекты", "Домино принцибы" күренештәрен атай-олатайҙарыбыҙ элек-электән аңлаған, күҙәткән һәм ошо рәүешле барлыҡҡа килгән дә инде "Һеҙҙә утын киҫелһә, беҙҙә юнышҡы төшә" әйтеме.
Мин йәйҙең иң оҙон көндәренең береһе булған 22 июнде шартлы рәүештә генә килтерһәм дә, был да юҡҡа ғына түгелдер. Нимә генә булмаһын, Гитлер тап ошо көндөң таңында беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башлаған. Кем белә, бәлки уның иҫәбенсә, "Көтөлмәгәнлек факторы" менән "Күбәләк эффекты" араһында ла бер бәйләнеш барҙыр. Сөнки иң оҙон көндөң төнө лә иң ҡыҫҡаһы була. "Көтөлмәгәнлек факторы" философияның көтөлмәгәнлек категорияһы - "Күбәләк эффекты"ның бойомға ашыу формаһы ғыналыр, ә был эффекттың йөкмәткеһе "сәбәп-эҙемтә"-"эҙемтә-сәбәп" сылбырынан торған комплексты тәшкил итә. Был үҙ нәүбәтендә халыҡ ижадындағы ҡыҙыҡлы бер һамаҡты хәтерләтә:
Әп-ши, сумаҙан,
Әбей битен йыумаған.
Әбей битен йыуыр ине,
Ҡомғанда һыу булмаған.
Ҡомғанда һыу булыр ине,
Ҡыҙы һыуға бармаған.
Ҡыҙы һыуға барыр ине,
Көйәнтәһе булмаған.
Көйәнтәһе булыр ине,
Атаһы яһамаған.
Атаһы ла яһар ине,
Лесник ағас бирмәгән.
Лесник ағас бирер ине,
Аҡсалары булмаған.
Аҡсалары булыр ине,
Сауҙалары уңмаған.
Сауҙалары уңыр ине,
Һатыр нәмә булмаған.
Шуға күрә был әбей
Бөгөн битен йыумаған.
Донъяла барған бер ваҡиға ла, хатта күбәләктең ҡанат елпеүе лә эҙһеҙ үтмәй. Хатта бер кешенең хилафлығы өсөн дә бар кешелек яуап бирә. Ҡайҙалыр һуғыш сыҡһа, һыу баҫһа, нефть вышкалары шартлаһа, был ҡаза шунда уҡ бар донъяға уртаҡ булған аҡса берәмектәрендә сағылыш таба һәм бының өсөн бар кешелек тинләп булһа ла үҙ өлөшөн индерә, түләй башлай. Тимәк, донъяла барған барлыҡ ваҡиғалар өсөн барыбыҙ ҙа берҙәй үк яуаплы.
Әйтеүҙәренсә, биржаларҙа, банктарҙа долларҙың йә евроның нисәлер тингә йә һумға ҡапыл артыуы йә кәмеүе арҡаһында аҡса эшләп ҡалырға тырышыусылар донъяның ҡайһылыр урынында ер тетрәүен, һуғыш сығыуын теләй икән. Бертольт Брехттың Мамаша Куражы һуғыш теләгән кеүек. Билдәле булыуынса, Кураж 1624-1636 йылдарҙа Европала барған һуғышта үҙенең арбаһы менән кәсеп итеп йөрөй, Пушкиндың табут яһаусыһы һымаҡ. Кураж һуғыштарҙың тынып торған сағын яратмай, ҡайғыра, сөнки ул саҡта кеше үлмәһә, уға табыш килмәй башлай. Кешеләрҙең бәхетһеҙлегендә үҙенә байлыҡ туплаусыларҙың барыһын да Мамаша Кураж тип атарға була.
"Һеҙҙә утын киҫелһә, беҙҙә юнышҡы төшә" әйтеме, шулай итеп, бар донъяны, кешелекте киләсәк өсөн берҙәй үк яуаплылыҡҡа саҡырыусы иҫкәртеү ҙә һымаҡ яңғырай. Ә инде милләтте һаҡларға өндәүсе асылын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең ошо шиғыр юлдарында бик асыҡ итеп әйтеп биргән:
Ил бәхете менән бәхетле бул,
Ил ҡайғыһы менән ҡайғылы.
Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине
Шул ҡайғынан һиңә айырылыу...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА