
Редакциянан: Зыялылар араһында заманында киң билдәлелек яулаған руханиҙарҙың иң арҙаҡлыларынан булып, Ислам тәғлимәте даирәһенең башҡорт ерлегендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙары тәриҡәте тип исемләнгән йүнәлеш остазы, философ, мәғрифәтсе, күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Хәбибулла улы РӘСҮЛЕВ тураһында күп яҙҙыҡ. Иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙ был шәхес менән фиҙаҡәр журналист Рәүеф Насыров яҙмалары аша танышты. Артабан Ислам белгесе, философия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының Ислам донъяһы философияһы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Илшат Рәшит улы Насыров тәржемәһендә дини философ, тарихсы шәйех Морат Рәмзиҙең (1855-1934), АҠШ-ның Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғарҙың яҙмаларын да баҫтырҙыҡ. 2013 йылда иһә был хәтирәләрҙе шулай уҡ фиҙаҡәр яҙыусы Спартак Ильясов тулыландырҙы. Ҡабатлағандан доға яңыра ғына, тип, етмәһә, әле булһын Зәйнулла Рәсүлевты белмәгән кешеләр барлығын иҫтә тотоп, ошо яҙмаларҙы ҡабатлап бирергә булдыҡ.
Рух кеше күңелендә болот кеүек. Йә сатрашландырып йәшнәп ямғыр яуҙыра, йә үҙ эйәhе күңелендә тыныс ҡына йөҙөп йөрөй. Тышҡа бәреп сығырҙай юл тапhа, hис шикhеҙ, йәмғиәткә хеҙмәт итерҙәй маҡсат тыуҙыра. Маҡсаты хужаhын алға әйҙәй. Тау аҡтарта, даръя кистерә. Зиhенлеләрҙән йәмғиәтте етәкләрлек тәғлимәт тыуҙыра. Быуаттар үтеп, ул зиhенленең фекер ептәре тарҡалып бөткән кеүек булhа ла, беҙ көндәлек тормошта уның менән ҡулланыуҙы дауам итәбеҙ икәнлеге асыҡлана. Тик хәҙерге заман кешеhенә ул алымдарҙың мәғәнәhе барып етмәй. Үҙебеҙҙе динле йәки динhеҙ итеп тойhаҡ та, һәр кемдең күңелендә үҙе инанған эске Аллаhы барлығын да беләбеҙ.
Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө дин әhеле боронғо фекерле кеше булырға тейеш түгел. Ул бөгөнгө мөхиттә, бөгөнгө йәмғиәттә, бөгөнгө сәйәсәт эсендә йәшәй икән, дини белемен ҡулланып, йәмғиәтсә фекерләргә бурыслы. Һәр төбәк, hәр быуын тарихыбыҙға инеп ҡалған ана шундай үҙ заманынса фекерләгән, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән дин әhелдәрен беләбеҙ. Бына шундай фани донъялыҡта халыҡтың уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп йәшәгән бөйөк дин әhеле, фекер hәм ғилем эйәhе, мәғрифәтсе ерҙәшем Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев. Ул бына тағы өҫтән шифалы ямғырын ҡойоп үткән болот шикелле, баҡыйлыҡтан беҙгә ер сикләп йөрөп кире ҡайтты.
Бынан теүәл биш йыл элек беҙ (2008 йыл күҙҙә тотола.-Ред.), Башҡортостан йәмәғәтселеге, халыҡтың рухи шаhы Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыллыҡты билдәләгәйнек. Халҡыбыҙҙың рухи шаhының тормош юлы төрлө авторҙар тарафынан ярайhы уҡ киң яҡтыртылhа ла, уның тормош юлы, ҡайhы бер остаздары hәм тормош ваҡиғалары тураhында әле яҙылмағандар ҙа етерлек. Зәйнулла ишандың ерҙәше булараҡ, уның тормошоноң ҡайһы бер ағышына өҫтәмә мәғлүмәттәр бирмәксемен.
Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаhы Өстамаҡ өйәҙе Туңғатар олоҫоноң хәҙерге Учалы районының Шәрип (Әүәз) ауылында донъяға килә. Нәҫел-нәсәптәре буйынса - ҡыуаҡандар. Улар борон-борондан уҡ Табын ҡағанаты эсендәге Барын Табын, Ҡара Табын, Күбәләк, Тиләү, Кесе Йомран, Кәлсер, Дыуан, Әйле ырыуҙары менән туғандаштар. Ҡыуаҡандар бөгөн дә Барын Табындар менән бергә йәшәйҙәр. Был күренешкә көнсығыш, йәки Урал алды табындарының даулы тарихы шаhит.
Ә ул ваҡиғалар тураhында хәтирәләр халыҡта бик күп ине. Бигерәк тә Көсөк батыр ҡатнашлығындағы "Күл hуғышы"нда еңеүҙәре өсөн йә ғорурланып, йә ҡыҙыулыҡтары сәбәпле тәбиғәт ҡапҡанына эләгеп, күптәренең көтмәгәндә hәләк булыуҙары өсөн үкенеп, хатта әсенеп hөйләй торғайнылар элегерәк.
Борон яҙмалар күп булған. Улар мәсеттәрҙә hаҡланған. Әммә мәсеттәр ағастан эшләнгәнгә күрә, улар колонизаторҙар тарафынан махсус рәүештә сүпләп яндырылғас, яҙмалар юҡҡа сыҡҡан. Үкенес, ваҡыт менән бергә тарихтың алтын бөртөктәре ҡара ергә күмелеп бөткән.
Йүрүҙән, Әй hыуы буйҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ҡыуаҡандар ҡәрҙәш барын-табындарҙан ҡуртымға ер алып, төп Урал армытынан аша уның алдына, көнсығыш битләүҙәренә урынлаша. Дәүләт ғәскәрҙәре менән ҡанлы бәрелештәр hөҙөмтәhендә, әйлеләр кеүек үк, ҡыуаҡандар ҙа үҙ ерҙәрен ҡалдырырға мәжбүр була. Шунан Урал армыты аша төшөп, Уй hыуының hул ҡушылдығы Аҡ йылға буйына, төп Уралдың Әңкә hырты менән Һары түр армыты араhына барып урынлашалар. Ләкин 1730-1740 йылдарҙа Золотоустье баҫҡынсылары ул ерҙе лә хәритәгә алып, ҡыуаҡандарҙы ғәскәр менән бынан да ҡыуғас, түбәнерәк төшөп, барындарға ауаз hалалар. Барындар уларға Уй hыуының hул ярынан, Шәрип ауылы ҡаршыhынан ҡуртымға ер бирә. Ауылдың халыҡ ҡушҡан Ауаз, hуңғараҡ йомшартылып әйтелгән Әүәз исеме губерна тарафынан тәстиҡ ителмәй. Шуға ла ул ауыл элек халыҡ телендә Әүәз булып йөрөhө лә, ҡағыҙҙарҙа Шәрип тип яҙыла.
Әммә Зәйнулла тыуғанда ҡыуаҡандар инде Әүәз ауылын төплө нигеҙләп, шунда ултыраҡ тормош менән йәшәгән. Уларҙың йәйләүгә сығып ултырырлыҡ ерҙәре булмаған. Шуға ла улар барындарҙан тәүге килеп ултырған Аҡ йылғаның үренән йәйләү ере hорай. Үҙ-ара ғауғалар ҙа булып ала. Һәм улар оҙаҡ ҡына ваҡыт Аҡ йылғаның башын, Ҡара таш аҫтын йәйләү итеп тотоуға өлгәшә.
Зәйнулла, ҡустыhы Фәтҡулла менән бик күп башҡорт батырҙарының көрәшен, ғауға-hуғыштарҙы, бәхәстәрҙе тыңлап үҫә. Уның кескәй генә хисле күңеле hәр ваҡыт солохлоҡто, тигеҙлекте, ғәҙеллекте, сафлыҡты талап итә. Ул ун бер йәшенә тиклем башланғыс белемде ғаиләhендә hәм күрше Ҡужай ауылында Ҡорамшаларҙың мәҙрәсәhендә ала. Атаhы Хәбибулла, ҡарт аталары Рәсүл, йот йылында малдарын, ә унан алда батша ғәскәрҙәре тарафынан бөтә матди байлыҡтарын талатҡас, фәҡир йәшәй. Өҫтәүенә, арпа йәки тары, hоло сәсерлек тә hөрөнтө ере, тейешле эш ҡорамалдары булмай. Арбаларын, еген аттарын, hуҡа-төрәндәрен, ҡамыт әпсен-төпсөнөн карателдәр алып китә.
Түпhәлдән көнсығышҡа ҡарап ултырған ҡарындыҡ тәҙрәле йортта ғаилә ағзалары араhында ғәҙеллек hәм дөрөҫлөк хөкөм hөрhә лә, таштан hалынған мейестәренән икмәк еҫе hирәк аңҡый. Ауылда hәр береhе йә балыҡсы, йә hунарсы булғанлыҡтан, Урал армыттары уларҙы иттән өҙмәй. Әммә атаhы Хәбибулла улдары Зәйнуллаға hәм Фәтҡуллаға нисек тә булhа белем биреүҙе бурыс итеп ҡуя. Был бурыс, әлбиттә, билдәле Аҙнасура ишанға яҡын ҡан ҡәрҙәш инәhенең дә ҙур теләге hәм фатихаhы булыуға ишара. Зәйнулла ишандың тамыр-нәсбәттәре төбәктең hәр тарафта күренекле булған кешеләренә бәйле. Мәҫәлән, ололар hәм зиhенлеләр хәтерендә быуындан-быуынға бирелә килгән сәйер холоҡло кеше, халыҡ араhында "Уау диуана" тип йөрөтөлгән күрәҙәсе hәм халыҡ табибы Вәхит тураhында ла иҫкә алмау яҙыҡ булыр. Беренсенән, Вәхит диуана кешенең алдағы яҙмышын әйтеп биреүсе булған. Ауырыуҙарҙы, яралыларҙы ҡайын дегете, ылыҫлы ағас сайыры, әрекмән тамыры, алтын тамыр, уның оҡшаштары, андыҙ h.б. үләндәр hәм есемдәр менән дауалаған.
Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА