«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҺАҠАЛДА ЯЛ ИТЕГЕҘ!
+  - 

Походҡа йөрөргә яратҡан кеше булараҡ, республиканың төрлө төбәгендә булырға тура килде. Тауҙарға күтәрелеү, йылғалар буйлап ағыу, мәмерйәләр эсен байҡау, күлдәр матурлығын күҙәтеү һәм башҡалар - барыһы ла зиһенде аса, күңелгә ял бирә, матурлыҡты күрергә өйрәтә. Төрлө миҙгелдәге сәйәхәттең үҙенә генә хас айырым күркәмлеге бар. Яҙын бар донъяның ҡышҡы йоҡонан уяныуына шаһит булаһың, йәйге сәйәхәт ваҡытында республикабыҙ тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ хозурлығын байҡайһың, көҙ миҙгелендәге сәйәхәт төрлө төҫтәргә мансылып ял итеүҙән алған тәьҫораттарҙы тағы ла байыта төшә. Ә ҡышҡы сәйәхәт тәнгә генә түгел, йәнгә яңы һулыш бирә. Быйыл дуҫтар менән ҡышҡы Ирәмәлгә сәйәхәт итеү мөмкилеге булды һәм беҙ был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманыҡ.
Башҡорттар өсөн изге тау Ирәмәлгә ҡышын күтәрелеүҙән алған ыңғай хис-тойғолар әллә күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әле булһа йөрәктә йәшәй. Сәйәхәтебеҙҙең уң булыуы, матур үтеүе беҙҙе ҡаршы алып, оҙата йөрөүсегә лә бәйле. Ысынлап та, ҡышҡы сәйәхәт өсөн үҙ эшенең оҫтаһы, тауҙы яҡшы белгән, төрлө кешеләр менән һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштыра алған ойоштороусының булыуы - уңыштың яртыһы. Ирәмәлгә алып йөрөүсе күп һанлы ойоштороусылар араһында Илфат ФАХРИСЛАМОВ, һис шикһеҙ, тәүге урындарҙың береһен алып тора. Уның менән эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләштек.

- 2016 йылда ҡатыным менән тәүге тапҡыр Учалы районы Байһаҡал ауылынан Ирәмәлгә күтәрелдек. Әлеге мәлдә юҡҡа сыҡҡан Байһаҡалдың ултырған урыны иҫ киткес матур: алыҫ түгел Ағиҙел башланған урын, Әүәләк һырты күренеп тора, урман һәм тауҙар уратып алған. Тәү күреүҙән оҡшаған урында йәйгеһен килеп йөрөргә тип ер һатып алып, өй күтәрҙек. Йәйҙәрен генә килеп йөрөй торғас, күңелдә был урындың матурлығын башҡаларға ла күрһәтеү теләге уянды. Шулай итеп, туристар ҡабул итә башланыҡ һәм бына 10 йылға яҡын республикабыҙҙан, бөтә Рәсәйҙән, хатта сит илдәрҙән килгән туристарҙы Ирәмәлгә алып йөрөйбөҙ. Йыл әйләнәһенә көн һайын тиерлек минең иртәм Учалы ҡалаһынан туристарҙы барып алыуҙан башлана. Ике яҡҡа юл 140 саҡрым тирәһе, ниндәй миҙгелдә лә ҡуйы урман аша үткән юл түҙемлек, таһыллыҡ талап итә. Мин туристарҙың һаулығы, ғүмере өсөн яуап бирәм, шуға күрә тоғро "дуҫым" УАЗ-ды, халыҡ телендә "буханка" тип аталған машинамдың, һәр саҡ төҙөк, таҙа булыуына ҙур иғтибар бирәм.
Ауылда электр уты (мин өйҙө махсус ҡоролмалар ярҙамында яҡтыртам), бәйләнеш юҡ. Бындай шарттар тәүҙә туристарҙы хәүефкә һала, унан уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуа, һуңынан инде бөтөнләй өйрәнеп алып, рәхәтләнеп ял итәләр. Бөгөнгө көндә йәшенән ҡартына тиклем бер минут та бәйләнешһеҙ, интернетһыҙ йәшәй алмай кеүек. Ә ошондай урындарҙа улар тәбиғәткә яҡыная, борсолоуҙарҙан арына, "быз-быз" тип туҡтауһыҙ тауыш биреп торған телефонһыҙ ҙа көн итеп була икәнен аңлай. Шуға күрә туристарҙың: "Эх, ял бөтә, хәҙер ҡалаға сыҡһаҡ, тағы ла шул телефон һәм башҡа гаджеттарға бәйләнәбеҙ инде", - тиеп үкенес белдереүҙәрен яҡшы аңлайым. Кем нисек кенә инҡар итергә тырышмаһын, беҙ тәбиғәт балалары, унан алыҫайһаҡ та, бөтөнләй айырыла алмайбыҙ. Тәбиғәт ҡуйынындағы бер көн дә беҙгә үҙ асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итә. Бигерәк тә балалар өсөн Байһаҡалда ял итеү донъяны бөтөнләй икенсе яҡтан аса кеүек. Саф һауала йүгереп уйнап, йөҙҙәре асыла, бер-береһе менән рәхәтләнеп аралаша башлайҙар.
Ирәмәлгә сәйәхәт ойоштороусылар, ысынлап та, бихисап. Байһаҡалдан, Төлөктән һәм башҡа яҡтарҙан тауға илтеүсе юлдар бар һәм улар, миҙгелдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ туристар менән тулы була. Байһаҡалдан Ирәмәлгә алып йөрөүсе бер мин генә түгел, һуңғы йылдарҙа бында бер-бер артлы өйҙәр ҡалҡа, туристар һаны ла бермә-бер арта бара. Беҙ, туристар менән эшләүселәр, бер-беребеҙҙе конкурент итеп күрмәйбеҙ, киреһенсә, кәрәк булһа, ярҙам итәбеҙ, төрлө мәсьәләләрҙе бергәләп йырып сығабыҙ. Бөгөн миңә ярҙам кәрәк булһа, иртәгә минең ярҙамымдың кемгәлер кәрәге тейеүе бар. Шулай уҡ Ирәмәл дә низағ тыуҙырырға яратҡан, боласыл, уҫал, эгоист кешеләрҙе үҙ итмәй. Әгәр ҙә был өлкәлә эшләргә теләйһең икән, бөтә яҡлап та уйларға, бөтә үҙенсәлектәрҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк.
Миңә туризм өлкәһендә эшләү оҡшай, шуға күрә артабан да эшмәкәрлегемде киңәйтергә иҫәп тотам.
Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә хәҙер, беҙҙең гүзәл тәбиғәтле төбәккә килеүселәр һаны ла йылдан-йыл арта. Шуға күрә уларға республикабыҙ буйлап сәйәхәттәр ойоштороуҙы лайыҡлы башҡарырға кәрәк. Һәм шул уҡ ваҡытта беҙҙең алда, йәғни туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусылар алдында торған тәүбурыстарҙың береһе - бындай сәйәхәттәрҙең тәбиғәтебеҙгә зыян килтермәүен тәьмин итеү. Стихиялы рәүештә йөрөгән туристарҙың барыһы ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта, тип әйтеп булмай, сөнки улар артынан сүп-сар ҡала, усаҡтар һүндерелмәй, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына ла зыян килтерелеүе бар. Ә туризмды үҙенең эшмәкәрлеге итеп һайлағандар бындай хилафлыҡтарҙың булыуына юл ҡуймай. Шуға күрә туризм өлкәһенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү, был йүнәлеште үҫтереүгә ҙур көс һалыу республикала алып барылған дөрөҫ сәйәсәт ул.

Шулай итеп...
"Күңелеңә ятҡан шөғөл һайлаһаң, һиңә бер ҡасан да эшләргә кәрәкмәй", тигән афоризмды һәр кем яҡшы белә. Ысынлап та, бар күңелеңде һалып эшләгәндә генә бөтә эштәр уң була. Илфат Ишнияз улы - нәҡ ошондай бәхетлеләрҙең береһе, сөнки ул үҙ эшен яратып башҡара. Төбәктә туризмдың киң ҡолас алып үҫеүенә уның да ҙур көсө һалына. Тәбиғәтте яратыусы, уның һағында тороусы, йәнле һәм йәмле сәйәхәттәр ойоштороусы Илфат Фәхрисламовҡа эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.07.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә кешеләрҙең барыһы ла бер юлы аҡылдан яҙһа, улар бик тыныс, һыйышып йәшәр ине.

(Фрэнсис Бэкон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru