«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫНЫҢ БАЛА ТАПҠАНДА УНЫҢ ЯНЫНДА БУЛ!
+  - 

Мексиканың Юкатан штаты аборигендары араһында беҙгә сәйер һәм көлкөлө булып тойолған бер күренеш күҙәтелә. Әгәр ҙә берәй ирҙең йыш ҡына уҡшып, ҡоҫҡоһо килә башлаһа, ваҡыты-ваҡыты менән эс сәнсеүе сығып, диарея бимазалаһа, был тирә-яҡтағылар өсөн уның ҡатынының йөклө булыуы тураһында билдә икән. Буласаҡ атайҙарҙы хатта тоҙло аҙыҡ тарта башлап, енси ихтыяжы юғалып, улар төрлө хәүефле төштәр күрә башлай икән. Был һис тә ғәжәп түгел: был ҡәүем ирҙәрендә үҙ-үҙҙәрен ҡатындары менән идентификациялау (тиңләү) халәте бына шулай ныҡ үҫешкән.

Әлбиттә, бындай симптомдар һәр бер ир өсөн хас түгел, бигерәк тә беҙҙең юғары үҫешкән йәмғиәттә. Хәҙерге заман ирҙәре, ҡатындарын нисек кенә яратмаһын, әле бәйән ителгән кисерештәр кимәленә етә алмай. Шулай ҙа уларҙың күптәре өсөн ҡатындарының тәүге тапҡыр ауырға ҡалыуы, буласаҡ үҙгәрештәр тураһында хәбәр итеп, шик-шөбһәләр, яңы ҡараштар барлыҡҡа килеү, ғаиләлә роле алмашыныу менән бәйле.
Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә атай роле тураһында ҡараштар ярайһы уҡ үҙгәрә, киңәйә бирҙе. Мәҫәлән, ҡатыны бала тапҡан саҡта буласаҡ атайҙың йәнәшендә булыуы йәмғиәттә хуплау тапты. Әлегә ирҙәрҙең күбеһе быға әҙер түгел: уларҙа хатта бала табыу процесында ҡатнашыу ҡурҡыу тойғоһо уята. Ә хәҙер иһә ҡайһы бер ҡатындар бала тапҡанда ирҙәренең ҡатнашыуын мотлаҡ, тип иҫәпләй. Ҡайһы урындарҙа йәш ғаиләләрҙе бала табыуға әҙерләү курстары ойошторолоп, унда ирҙәрҙе ҡатындарына физик һәм психологик ярҙам итеү алымдарына өйрәтәләр. Ҡатын кеше тулғаҡлаған мәлдә уның ире, аҡ халат кейеп алып, акушер-табиптарға ассистент булып, хәләл ефетенә ярҙамға килә, яңы ғына тыуған сабыйын тәүләп үҙе ҡулдарына ала.
Бына балаһын хирургик юл (кесарево сечение) ярҙамында тыуҙырған бер йәш әсә ниҙәр һөйләй: "Мин бала табыуҙан бигерәк, иремдең үҙ-үҙен тотоуына иҫем китте. Хирург минең ярамды теккән арала баланы палатаға алып киттеләр, ирем дә табиптар артынан эйәрҙе. Ул ике сәғәттән генә минең яныма кире килде. Ирем сабыйҙы үҙе ҡойондорған, биләгән, һәм ул ошоноң менән шул тиклем ғорурлана, хатта мине лә бала менән нисек мөғәмәлә итергә өйрәтергә әҙер ине". Ҡатындары бала тапҡанды күреп, ирҙәр бығаса булмаған кисерештәргә юлыға. Улар һөйләүенсә, яңы тыуған сабый шул тиклем ҡәҙерле һәм яҡын булып китә, зиһенде биләй, башҡа нәмәләр тураһында уйлап та ҡарамайһың. Күңелеңде эмоциональ күтәренкелек, ғорурлыҡ биләп, үҙеңде әллә кемдәй тояһың икән. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, бындай атайҙар балаларына тиҙерәк эҫенеп китеп, артабан да улар тураһында ҡайғыртыусан була. Яңы кисерештәр уларҙа ҡатындарына ҡарата ихтирам һәм һөйөү көсөн ҡеүәтләп ебәреп, ир тоғролоғона нигеҙ була. Йәнә, йәш әсә бар иғтибарын, бар наҙын сабыйына йүнәлткәс, ҡайһы бер ирҙәр ҡатындарын үҙҙәренән ситләшкәндәй итеп күрә башлаһа, балаһы тыуғанда бер-гә булғандар араһында бындай тойғо күҙәтелмәй.
Тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, сабыйҙарын тыуыу менән ҡулдарына алған атайҙар артабан да балаһы менән йышыраҡ уйнарға, уның янында оҙағыраҡҡа ҡалырға тырыша. Был бала өсөн дә һәйбәт. Атайҙары маҡсатлы тәрбиә алып барған ғаиләләрҙә үҫкән балалар физик яҡтан да, аҡыл йәһәтенән дә алдыныраҡ була. Бер ғилми тикшеренеү күрһәтеүенсә, аталары менән йышыраҡ һәм оҙағыраҡ аралашҡан балалар социаль яҡтан әүҙем, башҡаларға ҡарата ярҙамсыл була. Ғәҙәттә, бындай ғаиләләрҙә үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ осраҡтары һирәгерәк булып, татыулыҡ һәм яҡшы кәйеф хөкөм һөрә. Күрәһең, бала тәрбиәләүҙә беренсе көндән үк әүҙем ҡатнаша башлаған атайҙар шәхесендә байтаҡ ҡына күркәм сифаттар пәйҙә булалыр. Атай һәм әсәйҙең сабый менән аралашыуында билдәле бер айырымлыҡтар булыуын оноторға ярамай. Әсә балаһын имеҙә-ашата, йыуындыра, биләй, йоҡлата, ә атай кеше сабый менән уйнарға ярата. Атайҙың бала менән уйнауы ла башлыса төрлө хәрәкәттәр менән бәйле: ул баланы әйләндерә-тулғандыра, тубыҡтарына ултыртып бәүелтә, өҫкә сөйөп уйната һ.б. Әсә кеше сабыйы менән һәр саҡта ла һағыраҡ була, наҙлай, яғымлы һүҙҙәр менән өндәшә. Был айырманы сабый үҙе лә бик тиҙ һиҙеп ала, күрәһең. Ай ярымлыҡ бәпес тә, үҙе менән уйнарға яратҡан атаһын күреү менән, уға тартыла башлап, ҡаштарын күтәреп-күтәреп ала: йәнәһе, мин һине күрҙем, әйҙә, мине ҡулыңа ал, уйнайыҡ!
Сәңгелдәктә саҡта уҡ ата менән бала араһында яҡын эмоциональ бәйләнеш барлыҡҡа килһә, ул ғүмергә һаҡланып ҡаласаҡ. Бала үҫеп, бәлиғ булғансы, уның атаһы менән яҡын мөнәсәбәттә булыуы уға ыңғай йоғонто яһай. Бындай балалар аталары менән һәр саҡ ғорурланырға ярата, уларға оҡшарға тырышып, шундай уҡ күркәм сифаттарға эйә була. Ә атай өсөн балаһының яҡшы кеше булып үҫеп, башҡалар араһында кәм-хур булмауынан да ҙурыраҡ ҡыуаныс вә шатлыҡ юҡтыр ул.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.07.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә кешеләрҙең барыһы ла бер юлы аҡылдан яҙһа, улар бик тыныс, һыйышып йәшәр ине.

(Фрэнсис Бэкон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru