
12-20 июлдә Мәскәүҙең "Зарядье" паркында Рус география йәмғиәтенең VI "Рәсәй мөғжизәләре" фестивале үтте. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе командаһы унда үҙ майҙансығын асты.
"Рәсәй мөғжизәләре" тип аталған был фестивалдә бер көндә бөтә ил тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин булды. Рәсәйҙең бөтә төбәктәре вәкилдәре бер урынға йыйылды һәм һәр ҡайһыһы туристар өсөн ҡыҙыҡлы булған иҫтәлекле урындар хаҡында ентекле һөйләне. Башҡортостан майҙансығында бай биҙәлешле тирмәгә инергә мөмкин ине. Унда халыҡ оҫталары ижады әйберҙәре: биҙәкле туҡымалар, һуҡма балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, милли биҙәүестәр һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылғайны. Килеүселәргә кейеҙ баҫыу, келәмдәр һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ милли кейем кейеп ҡарарға, башҡорт халыҡ бейеүе элементтарын өйрәнергә саҡырҙылар.
Ҡыҙыл майҙандан алыҫ түгел урынлашҡан төп сәхнәлә ижади коллективтар халыҡ мотивтарын ишеттерҙе, үҙ төбәктәренең милли инструменттарында уйнап күрһәтте. Ҡурайҙа уйнау алымдары менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин таныштырҙы. Ә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре концерты республика тарихы һәм мәҙәниәтендә айырым урын алып торған "7" һаны символикаһы менән һуғарылғайны. "Ете - еребеҙҙең берләшеүе башында торған ете ырыу, ете ҡалҡыулыҡта йәйрәп ятҡан Өфө һәм, ниһайәт, төбәктең төп символы ҡурай тажы ла ете сәскә менән күрһәтелә", - тип аңлатты уның асылын ойоштороусылар.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|