«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘЫЛМА БАЙЛЫҠ СЫҒАРАҺЫҢМЫ? АРТЫҢДАН ЙЫЙЫШТЫРЫП КИТ!
+  - 


Башҡортостан - файҙалы ҡаҙылмаларға бай төбәк. Алтыны ла, төрлө төҫтәге тәбиғи таштары ла күп бында, ә Ағиҙел йылғаһы бассейны - иң юғары сифатлы ҡом-таш ҡатнашмаһы ятҡылығына бай. Дәүләт тарафынан тейешле иғтибар етмәү арҡаһында тиҫтәләгән йылдар буйы республика биләмәһендә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өлкәһендә тәртип боҙоуҙар йыйылды, халыҡтың ризаһыҙлығы артты, язаһыҙлыҡ саманан тыш нәфсе ҡотороуына килтерҙе.

Ҡырағайҙарса ҡаҙылма байлыҡ сығарыу аяныслы һөҙөмтәләргә килтерҙе. Айырыуса Урал аръяғында урмандар ҡырҡылды, соҡолған карьерҙар күбәйҙе, уңдырышлы тупраҡ юҡҡа сыҡты, һыу ятҡылыҡтары бысранды. Тәбиғи байлыҡтарҙы сығарған компаниялар ерҙе тергеҙеү менән шөғөлләнмәне. Был хәл йылдан-йыл халыҡтың йәшәү сифатына кире йоғонто яһаны.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Роснедр" етәксеһе Олег Казанов ҡатнашлығында ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы уҙғарылды. Сарала "Роснедр" вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Урал аръяғы райондары башлыҡтары, шулай уҡ ҡаҙылма сығарыусы компаниялар директорҙары ҡатнашты.
- Минераль-сеймал ресурстар табыу - беҙҙең иҡтисадтың мөһим йүнәлеше. Бөгөн беҙҙә 642 федераль лицензия эшләй. Файҙалы ҡаҙылмалар төрлөлөгө буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында. Был тиклем ҙур күләмдәге лицензиялар контроль талап итә. Шуға ла ведомство-ара комиссия төҙөү ҡарары ҡабул ителде: башҡарма һәм муниципаль власть органдары, күҙәтеү органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ғалимдар, йәмәғәтселәр берләште. Бергәләп иң ҡатмарлы райондарҙа тәртип урынлаштыра алдыҡ. Лицензия шарттары менән экология ҡануниәтен ҡаты күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ сикләүҙәр һәм тыйыуҙар юлы менән генә барырға теләмәйбеҙ. Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртергә кәрәк, әммә беҙ иҡтисади маҡсат һәм экология араһында балансты тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Бизнес һәм урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен ҡапма-ҡаршы ҡуймаҫ өсөн, потенциаль хәүефте иҫәпкә алып, лицензия участкаларын алдан яраштырыу процедураһын әҙерләргә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә - эшкәртелгән участкаларҙы рекультивациялау. Төбәк етәксеһе был йәһәттән компанияларҙың йөкләмәләрен нығытыу кәрәклеген билдәләне.
- Рекультивация үткәрергә йыйынмаған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензия ваҡыты тамамланғансы аңлы рәүештә банкротлыҡҡа төшә, мөлкәтен ҡайтанан рәсмиләштерә һәм, асылда, юҡҡа сыға. Ә соҡолған ерҙәр рекультивация буйынса ҡиммәтле эштәр башҡарыуға аҡсалары булмаған халыҡҡа һәм муниципалитеттарға ҡала, - тип аңлатты Радий Хәбиров.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе. Һүҙ, атап әйткәндә, тармаҡ компанияларын тикшереүгә ғәмәлдәге мораторийҙы бөтөрөү, хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф санкцияларын арттырыу һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың енәйәт яуаплылығын киңәйтеү хаҡында бара. Бынан тыш, инициативалар иҫәбендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән осраҡта аҡсаһын файҙаланырға мөмкин булған Рекультивация фонды булдырыу тураһындағы тәҡдим дә яңғыраны.
Олег Казанов ведомство кимәлендә анализланасаҡ тәҡдимдәрҙең көнүҙәк булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта "Роснедр" етәксеһе файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензиялар биреү процедураһында республиканың әүҙем ҡатнашыуы кәрәклеген билдәләне.
- Беҙгә мөрәжәғәт иткәндә күпселек осраҡта төбәктең позицияһы - айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәҙәни объекттар булдырыу буйынса пландарҙың булыуы, шулай уҡ халыҡтың һаулығына хәүеф янауы иҫәпкә алына. Был осраҡта лицензия бирелмәй йәки ҡаты сикләүҙәр менән бирелә. Әйҙәгеҙ, ошо механизмдарҙы киңерәк ҡулланайыҡ, - тине Олег Казанов һәм ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ лицензияны туҡтатыу процедураһын башлай ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Муниципалитеттар ҙа үҙ сиратында был процесты башлай ала икәне билдәләнде.
Әйткәндәй, "Роснедр" етәксеһе Учалы районында Муртыҡты алтын мәғдәне ятҡылығын эшкәртеүсе предприятиела булды, унда производствоны ойоштороу һәм уның экологик яҡтан таҙа булыуын баһаланы. Бынан тыш, Олег Казанов һәм ведомство-ара комиссия ағзалары "Альтинвест" һәм "Иремәлбашресурс" компаниялары участкаларында була, унда улар алтын сығарыу буйынса эштәр тәртип боҙоуҙар менән алып барыла икәнен үҙ күҙҙәре менән күрәләр. "Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу рациональ булһын өсөн республика күп эшләй, халыҡ фекеренә иғтибар бүлә. Республика етәкселегенең квалификациялы эше башҡарма власть, контроль-күҙәтеү органдары мөмкинлектәрен берләштерә һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирә. 5-6 йыл элек булған хәлдәр яҡшыра. Ведомство-ара комиссия - төрлө власть органдарының көсөн берләштерергә мөмкинлек биргән һөҙөмтәле инструмент", - тип иҫәпләй Олег Казанов һәм ул ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләренә системалы ҡарашы өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт әйтте. "Беҙҙә контроль-күҙәтеү функциялары юҡ, әммә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғын ваҡытынан алда туҡтатыу йәки лицензия бирмәү мөмкинлеге бар", - тине "Роснедр" етәксеһе. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, алтын сығарыу республика халҡын борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Тап ошо тема кешеләрҙә, бигерәк тә Башҡортостандың көньяҡ райондарында, иң ҡаты ҡаршылыҡ тыуҙыра, сөнки контролдән тыш табыш алыу миҫалдары күп булды. Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге арҡаһында беҙ был өлкәлә тәртип урынлаштырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Ултырыш йомғаҡтары буйынса беҙ Олег Владимировичҡа тикшерелгән бөтә мәсьәләләр буйынса дөйөмләштерелгән ҡараш тәҡдим итәсәкбеҙ. Артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ.
Рәсәй Президенты 2021 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ҡаты саралар күрергә саҡырған ошондай һүҙҙәр әйтте: "Тәбиғәт иҫәбенә табыш алғанһың икән - үҙеңдең артыңдан йыйыштырып кит". Был саҡырыуҙы ҡаҙылма байлыҡтар менән эш итеүселәр һәр саҡ иҫтә тоторға тейеш тә инде.

Азат ҒИЗЗӘТУЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.25 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 

Башҡорттар Ҡаҙанға яһаҡ ташыуҙы уңайһыҙ тип тапҡан һәм батшанан уларҙың ерендә ҡала төҙөүҙе, баҫҡынсыларҙан һаҡланыу өсөн ғәскәр ебәреүҙе һораған... Стрелецтар тау башында төҙөгән ҡаласыҡ башта шул тау исеме менән Торатау тип атала, ә ул имән бүрәнәләрҙән стена менән уратып алынғас, урындағы халыҡ һәм ҡаҙаҡтар уны Имәнҡала тип йөрөтә башлай. Бер үк ваҡытта ҡаласыҡ Өфө тип тә йөрөтөлә.

Р.Г. Игнатьев.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru