«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗЕЛЕНСКИЙ РЕЖИМЫ ӨСӨН УКРАИНДАР ҮЛЕРГӘ ТЕЛӘМӘЙ
+  - 

Үткән аҙна ахырында Рәсәй тарафтарына яуҙырылыусы украин дрондарының 36-һы Брянск, 21-е Смоленск, 10-ауһы Калуга, 9-ары Волгоград менән Ростов, 2-шәре Воронеж менән Курск өлкәләрендә, 4-һе Ҡырым Республикаһында - барлығы 99 аппарат бәреп төшөрөлдө, тип хәбәр иткәйне 27 июлдә РФ Оборона министрлығы.

Рәсәй армияһы ла яуапһыҙ тороп ҡалғаны юҡ, ти Украиналағы Рәсәй яҡлы подполье координаторы Сергей Лебедев. Уның әйтеүенсә, шул уҡ көндәрҙә (26-27 июль) Украинала утыҙҙан ашыу сәпкә алынған объект юҡ ителгән. Сумы, Чернигов, Харьков өлкәләре ҡалаларында, Харьковта ВСУ-ның (Украина ҡораллы көстәре) төп терәк базалары, тәьминәт объекттары, ҡорал складтары шартлатылған, Одесса портын тағы ла ут ялмаған. Рәсәй армияһы эҙмә-эҙлекле рәүештә дошман көстәрен хәлһеҙләндереү стратегияһын дауам итә. Өҫтәүенә, "Известия" гәзите сайты хәбәрсеһе яҙыуынса, бөгөн киң таралған дезертирлыҡ күренештәре арҡаһында Украина армияһына былай ҙа тарҡалыу янай, ябай украиндар Зеленский режимы өсөн үлергә теләмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, украин армияһының 70-75 проценты ирекһеҙләп, мобилизацияға мәжбүри рәүештә йәлеп ителгән кешеләрҙән тора. 2025 йылдың июленә ҡарата бында фронттан ҡасыусылар һаны 231 мең кеше иҫәпләнә, ләкин Верховный рада депутаты Артем Дмитрук әйтеүенсә, рәсми булмаған мәғлүмәттәр ике тапҡырға күберәктер ҙә әле. Социаль селтәрҙәр йәш кенә үҫмерҙәрҙе урамдан тотоп алып, машинаға тейәп алып китеүҙәрен күҙәткән видеоконтенттар менән тулы. Күптәр сит илдәргә ҡаса, Рәсәйгә сығырға теләүселәр ҙә бар, ләкин был осраҡта пленға бирелергә кәрәк. Ә был хәүефле: арттан үҙенекеләр атып үлтерергә мөмкин.
Ғөмүмән, Украинала бөгөн тыныс граждандар араһында ла тыныслыҡ юҡ, Зеленский режимы менән ризаһыҙлыҡ тауыштары кө-сәйә генә бара. Иң тәүҙә уның илдә коррупцияға ҡаршы структураларҙың бойондороҡһоҙлоғон юҡҡа сығарыусы закондары халыҡ араһында көслө ҡаршылыҡтар килтереп тыуҙырғайны. Киевта башланған ошондай протест акцияһына хатта баш ҡала мэры Виталий Кличко ла ҡушылды. Шул арҡала хәҙер урындағы властар уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатып, ҡулға алырға йыйына. Раданың элекке депутаты Владимир Олейник әйтеүенсә, был Зеленскийҙың күптәнге хыялы ине, тик быны эшләргә властарға Кличконың Германия ҡурсалауында булыуы ҡамасаулап килде: күрәһең, ағалы-энеле Кличколарҙың бөтөн төп активтары ошо илдә булыуы сәбәпселер. Унан һуң, Кличконың Германия гражданлығы булыуы ла бик ихтимал, ти Олейник. Ошо йылдың октябрь айына билдәләнгән президент һәм парламент һайлауҙарын иҫтә тотоп, Киев мэры Кличконың президентлыҡҡа дәғүә итеү ихтималлығы ла Зеленскийҙы сығырынан сығара, күрәһең.
Был араларҙа Зеленскийҙы ауыр хәлгә ҡуйыусы тағы бер хәбәр килеп етте: уның коррупцияға ҡағылышлы популяр булмаған закондарынан хәүефләнгән Евросоюз Киевҡа ярҙамға тип инселәнгән сумманан 1,5 млрд евроны бирмәй тотоп ҡалырға уйланы. Һөҙөмтәлә Владимир Зеленский әлеге коррупцияға ҡаршы ведомстволарҙың бойондороҡһоҙлоғон кире ҡайтарыу тураһында парламентҡа ашығыс рәүештә яңы закон проекты индерергә мәжбүр булды. Бының менән ул Киевтағы урам протестарын баҫа алһа ла, Евросоюз үҙ ҡарарында ҡалды, тип яҙа мәғлүмәт сығанаҡтары. Бынан тыш, Киев режимын тәнҡитләүсе украин активистары Зеленский хөкүмәтенең ғәмәлдәге хәрби хәлдәр шарттарына һылтанып, үҙ вәкәләттәрен киңәйтә барыуы менән дә ризаһыҙлыҡ белдерә килә.
Үткән аҙнаның тағы бер һабағы - 24 июлдә Starlink спутник селтәре эшендә булып алған элемтә тотҡарлығы. SpaceX компанияһыың глобаль яһалма спутниктар системаһы элемтә насар ҡабул ителгән урындарҙа юғары тиҙлектәге киң һыҙатлы спутник интернетына тоташыу мөмкинлеге бирә. Спутник элемтә терминалдарының һүнеүе америка терминалдарын әүҙем файҙаланыусы Украина армияһы өсөн фалиж һуғыуға тиң булды, тип яҙҙы мәғлүмәт саралары. Сөнки ВСУ күп йәһәттән хәрби операциялар башҡарыуҙа һәм айырыуса дрондар менән файҙаланғанда тиҫтәләрсә меңәрләгән Starlink терминалдарына бәйле. Элемтәнең ике сәғәт ярым буйы тотҡарланып тороуы ВСУ подразделениеларын ҡайһы бер операцияларҙы кисектереп торорға мәжбүр итте, ә һалдаттарға хәрби бурыстарын видеотрансляцияһыҙ башҡарырға тура килде. Был Украина ғәскәрҙәренең интернет элемтәһенә башкөлләй бәйле булыуын һәм уның ярҙамыһыҙ сүп тә ҡыбырҙата алмауҙарын күрһәтте. Дөрөҫ, беҙҙең яугирҙар ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа, шулай уҡ айырым подразделениелар Starlink терминалдары менән файҙаланһа ла, күренеүенсә, уға баш-аяҡ бәйле түгел, сөнки, беренсенән, был "дошман ҡоралы" һәм ул беҙҙә киң таралмаған; өҫтәүенә, уны үҙәкләштереү һәм әүҙем файҙаланыу билдәле бер хәүеф менән бәйле (терминалдар аша мәғлүмәттәрҙең ҡайҙа китеүе сер түгел). Тимәк, Рәсәйҙең үҙенә автономлы үҙ интернетын булдырыу кәрәк. Бәхеткә күрә, бындай проект бар, ул - "Бюро 1440" компанияһының "Рассвет" системаһы. Шуныһы ҡыуаныслы: уны файҙаланыуға әҙерләү эштәре быйыл уҡ башланасаҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.25 | Ҡаралған: 38

Киске Өфө
 
Башҡорттар Ҡаҙанға яһаҡ ташыуҙы уңайһыҙ тип тапҡан һәм батшанан уларҙың ерендә ҡала төҙөүҙе, баҫҡынсыларҙан һаҡланыу өсөн ғәскәр ебәреүҙе һораған... Стрелецтар тау башында төҙөгән ҡаласыҡ башта шул тау исеме менән Торатау тип атала, ә ул имән бүрәнәләрҙән стена менән уратып алынғас, урындағы халыҡ һәм ҡаҙаҡтар уны Имәнҡала тип йөрөтә башлай. Бер үк ваҡытта ҡаласыҡ Өфө тип тә йөрөтөлә.

Р.Г. Игнатьев.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru