
Суфыйсылыҡ тәриҡәте бөгөнгө Учалы районы Аҙнаш ауылына ҡыуаҡан ырыуы кешеhе Аҙнасура ишан тарафынан Уралтау артынан, Әй буйынан тәүләп килтерелгән кеүек. Тарих ағышынан hәм ваҡиғалар теҙмәhенән Аҙнасура ишандың Вәхит күрәҙәсенән байтаҡҡа оло булыуы төҫмөрләнә. Суфыйсылыҡ тәриҡәте традицион Исламдан үҙенең алымдары менән, ҡайhы бер урында йөкмәткеhе менән дә айырмалы булған. Барындар тәүҙә уны ҡабул итмәгән. Бигерәк тә Ҡөрьән сүрәләрен уҡығанда ҡапыл тауыш тулҡындарын үҙгәртеп ебәреү, уларҙы йә күтәреп, йә ауазын соҡорҙан сығарған кеүек hәр төрлө хәрәкәттәр яhап башҡарыу тыңлаусыларҙы аптыратҡан. Мәҫәлән, Уау Вәхит дәрүиш, шул төбәктә йәшәгән халыҡ Күк бүре нәҫеленән булған, тип, уларҙың ҡайhы береhенә бүрегә эйәреп олоуҙы талап иткән.
Үҙе лә hәр ваҡыт кистәрен бүре булып олоhа, Урал армыттары араhындағы Уй таштары тауындағы бүреләр Уау Вәхитте берҙәм күтәреп алған. Шуға ла уға "Уау" ҡушаматы тағылған да инде. Ә "диуана" ҡушаматына килгәндә, уның ҡылыҡ-ҡыланыштары ғәҙәти кешенекенә оҡшамаған булған. Әммә үҙе бик зирәк, үткер телле фекер эйәhе булып танылған. Мәҫәлән, ул кеше күрмәгән ерҙә таҡмаҡлап, бик ихласлап, төрлө хәрәкәттәр яhап, үҙ алдына бейегән. Тимәк, унда бейеү hәләте булған. Мейеhендә бейеү хәрәкәттәре яралмаhа, ул бейемәҫ ине. Тик үҙ-үҙенә ниндәй көй әйтте икән? Тыңлап тораhы ине лә бит... Тағы... Уау Вәхит атҡа менhә, артҡа ҡарап ултырып сабыр булған. Әммә ат ул ҡайҙа теләhә, шунда боролған. Атын ашарға ебәрер булhа, уны арт аяҡтарынан тышаған. Ат йыраҡ китә алмаған. Көҙ етеп, бүре көсөктәре үҫеп еткәс, халыҡ hыйырҙарын киске үрешкә сығармаған. Сөнки бүре күп булған. Ә Уау Вәхит hыйырҙарының муйынына дегеткә манылған сей сирәмәт ҡайыш тағып сығарған. Һөҙөмтәлә бүреләр, hыйырҙарға йәбешеү түгел, уларға яҡын да килмәгән. Уау Вәхит ағас күнәктәр эшләү оҫтаhы була. Әммә ҡыҙҙарының hыу ташый торған күнәктәрен махсус тишекле итеп эшләй. Һөҙөмтәhе шул: ҡыҙҙары шишмәгә бер барыр урынға өс-дүрт тапҡыр барған. Сөнки ҙур ағас сапсыҡты тултырырға кәрәк булған. Йондоҙ йымылдағанда ташылған hыу шифалы ла, бәрәкәтле лә була, тип иҫәпләгән һәм ҡыҙҙарын hыуға кис, мәҙек үткәс, йондоҙ ут алғас, ебәргән.
Зәйнулла ишандың атаhы яғынан туған был бабайы уларҙың шәжәрәләрендә юҡ, сөнки унда hәр атанан тик берәр генә бала күрhәтелгән. Һис шикhеҙ, Зәйнулла ишанды бала ваҡытынан уҡ Ер кендеге армыттары аҫтынан сыҡҡан Аҡ Иҙел, Яйыҡ, Әй, Уй, Мейәс йылғаларының hыуы hәм ере гүзәллеге рухи хазинаға ҡойондорған. Ә бабайы Уау Вәхит диндең төбәк өсөн яңы суфыйсылыҡ алымын ҡулланып, үрнәк күрhәткән. Уау Вәхит Зәйнулла тыумаҫ борон уҡ уның инәhенә: "Килен, ҡорhағыңды hаҡла. Унда ишан булырҙай бала ята", - тип күрәҙәлек әйткән.
Инәhе яғынан бик уҡымышлы, Ислам тәғлимәтенең ҡануниәтен генә түгел, бөтә төрки донъяhының тарихын яҡшы белгән абруйлы, зиhенле, ғилемле hәм үҙ баhаһын белгән, тирә-йүнгә остаз булған Аҙнасура ишандың рухи hыны ла Зәйнулла күңеленә өлгө булып hеңгән була. Нәҡшбәндиә тәриҡәтен мауығып өйрәнеүгә 1859-1860 йылдарҙа Силәбе ҡалаhы тирәhендәге Сарҙаҡлы ауылы шәйехе Fәбделхәлим хәҙрәткә мөрит булып барғас ҡына ныҡлап тотонhа ла, был ғилемдең нигеҙе hәм башы үҙ тыуған ауылы Шәрип (Әүәзә) hәм саҡырым ярым ерҙә ятҡан Аҙнасура ишандың Аҙнаш ауылына бәйле. Әлбиттә, Зәйнуллаға суфыйсылыҡ тураhындағы төп төшөнсәне ата-инәhе, ауыл мөхите тарихы бирә.
Уау Вәхит диуананың ҡәбер ташы Шәрип-Әүәз ауылы зыяратында бөгөн дә бар.
Уның ысын исеме Мөхәммәт Вәхит булғанға оҡшай. Сөнки ҡәбер ташында Мөхәммәт тигән hүҙ ҙә уҡылған кеүек. Яҙыуҙы быуаттар ел-ямғыры ярайhы уҡ тигеҙләгән. Ул осорҙа ташты тәрән итеп соҡорлоҡ ҡаты тимер ҙә hирәк булғандыр.
Аҙнаш ауылында ҙур мәсет булмаған. Уй йылғаhында өс тирмән торған. Икеhенең исеме билдәле: Хәлил тирмәне, Йосоп тирмәне. АҠШ тип йөрөтөлгән Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип ауылы бер-береhенән ярты саҡырымда ята. Урталағы Барын-Табын ауылы Ҡужай мәсетенә hәм мәҙрәсәhенә лә йөрөгәндәр, тигән хәтирә ҡалған. Күрәhең, Аҙнасура ишан шул ике мәҙрәсәлә уҡытҡан. Шул мәҙрәсәләрҙең дауамы булып Ҡужай ете йыллыҡ мәктәбе 1960 йылдарҙан hуң да эшләне. Илебеҙгә ул мәктәп фән, хужалыҡ, мәғариф, сәнәғәт өлкәhендә эшләүсе бик күп белгестәрҙе бирҙе. Улар араhында Мәскәүҙә СССР юстиция министрлығы хеҙмәткәре булып эшләгән Бижан Абдуллин, математика фәндәре докторы Хәйрулла Мортазин, федераль кимәлдә эшләүсе нефть сәнәғәте эшмәкәре Жәүҙәт Fәлимов, яҙыусы Рәүеф Насиров h.б. бар.
Зәйнулла Рәсүлевтың тормош көтөүҙәге ҡеүәте үҙе инанған тәғлимәтенә сикhеҙ ышаныуында. Уның зиhенендә, аңында. Кешеләрҙе ышандыра hәм үҙ артынан эйәртә алыуы тәбиғи булмышында ла. Ул рухи эске көстө тәбиғәттән алған. Төп Урал армытының итәгендә тыуғанғамылыр, ул тауҙар менән аралашмайынса, улар менән hөйләшмәйенсә, йылдың ике миҙгелен үткәрмәгән.
Көнсығыш табындар башҡа ырыу-ҡәбиләләр менән үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап hәм hаҡлап бик күп яуҙар үткәргән. Ошо яуҙарҙан hуң ырыу етәкселәре, дошманға ҡалмаhын, тип, Урал тауҙары араhындағы ҡая мәмерйәләргә иҫке китаптар, бик күп уҡ, hөңгө баштары, эйәр, әпсен-төпсөндәре, ҡылыс, ҡалҡан-хәнйәрҙәр йәшергән. Әммә ул ерҙәрҙе hанаулы ғына кешеләр белгән. Сер беләктән ҡан ағыҙып, Ҡөрьән тотоп ант итеү менән нығытылған. Сер эйәләре берәм-берәм баҡыйлыҡҡа китеп бөткәс, серҙе белеүсе hуңғы кеше, ант ғөрөфөн үтәтеп, бер улына ғына серҙе сисергә тейеш булған. Мәмерйә ауыҙын таш емереп бикләгәндәр. Инсандар мәмерйә ауыҙының теүәллеген күҙәтеп торған. Зәйнуллаға ошо сер мираҫ булып ҡалған да инде. Әммә ул сер Зәйнулла Рәсүлев 1917 йылда баҡыйлыҡҡа киткәс тә сиселмәгән була әле. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә ул ғәмәлдең дауамын моронлата биреп ҡуя. Әммә төп нөсхәhен яҙмай. Сөнки яҙырға ярамай. Хатта бер-ике кешенең ҡайhы ауылдыҡы икәнен дә яҙа. Әммә ул тарихты белмәгән кешеләр был серҙең әтнәкәһенә әле лә төшөнмәйҙәр. Ул серҙең ҡоршауын, күрәhең, бер ҡасан да сисергә ярамайҙыр. Ул сер тураhында hөйләшкән өс бабай, күрәhең, мине hәм иптәшемде бала тип иҫәпләгәндәрҙер. Беҙҙең, 12 йәшлек малайҙарҙың, hаҡҡолаҡ булыуыбыҙҙы уйламағандарҙыр. Тик беҙ икебеҙ ҙә уны ишеттек, нәмә тураhында hүҙ алып барғандарын да белдек. Тик сер урынын аңлай алманыҡ. Беҙгә ул сер булып ҡалды. Һәм әле лә сер.
Зәйнулла ишан Өстамаҡ-Троицкиҙан йыл hайын бер тапҡыр булhа ла тыуған яҡтарына ҡайтыр булған. Ҡайтҡас, атын менеп, берәүҙе лә үҙе менән алмай, тауҙар араhына киткән. Хатта бер-ике төн үткәреп ҡайтыр булған. Уның был холҡона халыҡ бер ни тиклем аптыраhа ла, аҙаҡ йыл hайын ҡабатланған хәлгә иғтибар итеүҙән туҡтаған.
Ана шулай, Зәйнулла ишан тормошонда серҙәр ифрат та күп була. Уның артынан эйәреп, аңдып барып та ҡарағандар. Үҙенә генә билдәле ерҙәрҙә ул бик оҙаҡ итеп үҙ тәриҡәтен үтәгән. Һәм шуның менән үҙен ваҡытлыса был фани донъянан йәнәш донъяға күсергән, тиҙәр. Суфыйсылыҡтың төп билдәhе, алымы - ул күңелеңде фани тормош тутынан таҙартыу, үҙеңә Аллаh исемен генә түгел, уның рухын, бәлки, үҙен дә hеңдереү, hәр саҡ Аллаһ менән бергә булырға тырышыу, тип аңлау яҙыҡ булмаҫ.
Аят сүрәләрен матур буяуҙар менән ҙур туҙға, эшкәртелгән бәрәс, быҙау йә ҡолонсаҡ тиреhенә, әгәр табылhа, ҡалын ҡағыҙға яҙып, стеналарға элеп ҡуйыу ҙа суфыйсылыҡ тәриҡәте билдәhе. Кешеләрҙең холҡо тәбиғәттә төрлө-төрлө hыҙатҡа эйә. Һәм суфыйсылыҡ тәриҡәтенә килгән ҡайhы кеше үҙ-үҙен дәрүишлек көнитмешенә бағышлай. Үҙендә сабырлыҡ, түҙемлек, йыуашлыҡ тәрбиәләй. Әммә уларҙа уйлаған уйҙы кисекмәҫтән тормошҡа ашырыу hыҙаты көслө. Уның булмышына хатта дыуамаллыҡ та хас. Зәйнулла кеүек ҙур зиhенлеләр, әлбиттә, дыуамал аҙымдарын йүгәнләй белгән. Шуның менән бергә уларға кеше ҡылыҡтарын, уйламай эшләгән эштәрен кисерә белеү хас. Төрлө кешелә суфыйсылыҡ тәриҡәте төрлө сифат тәрбиәләгән. Мәҫәлән, ҡәтғилеҡ холҡо. Ҡәтғи инаныу. Ул үҙ инаныуынан бер ваҡытта ла сигенмәгән. Эске ҡәтғилек ҡырҡа маҡсат та тыуҙырған. Ҡырҡа маҡсат ҡыҙыулыҡҡа килтерhә лә инанған тәриҡәте сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өндәгәс, ул уға буйhонорға мәжбүр.
Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы. Башы 29-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА