
Әрмелә хеҙмәт иткән элекке һалдаттарҙың барыһы ла хеҙмәттәштәре менән осрашырға ынтылып йәшәй. Нимә генә тимә, һалдат дуҫлығынан да нығыраҡ дуҫлыҡ юҡтыр донъяла. Күрәһең, һалдат хеҙмәтенең ауырлығы ҡырҡ ата балаларын берҙәм итәлер. Утты-һыуҙы кискәндә тыуған дуҫлыҡ та шулай һыналалыр. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында коммунал хеҙмәттә эшләүсе Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында тыуып, Тал-Ҡусҡарҙа үҫкән ир-уҙаман Азамат Рәфил улы БАҺАУВ та бынан ҡырҡ йыл ярым элек әрмелә хеҙмәт иткән. Быйыл июль айында ул оло тәүәккәллек күрһәтеп, алдан иҫкәртмәйенсә, еңел машина менән Дағстандың Левашин районына ҡараған Кулибухна ауылында йәшәүсе хеҙмәттәше, даргин милләтле Магомедкамил Арслановҡа ҡунаҡҡа барған. Ошо хаҡта ишеткәс тә, Азамат менән бәйләнешкә инеп, әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
Азамат, һин ниндәй хәрби часта, ҡайҙа хеҙмәт иттең, Магомедкамил менән нисек дуҫлашып киттегеҙ?
- Украинала учебка үткәс, Литвала десант дивизияһында хеҙмәт иттек. Унда ике часть торҙо. Беҙҙеке эскадрильяны хеҙмәтләндереүсе хәрби часть ине. Беҙ авиация инженерия хеҙмәтенә индек. Магомедкамилдан тыш, беҙҙең менән бер ҡаҙаҡ, бер таджик, бер үзбәк, бер татар егете хеҙмәт итте, ҡалған состав рустарҙан һәм украиндарҙан торҙо. Ауырлыҡ килеп тыуғанда кемдең нисек икәне шундуҡ күренә, беҙҙе Магомедкамил менән һалдат тормошо ауырлығы дуҫлаштырҙы. Ул әрме хеҙмәтенең тәүге ярты йылын Өфөлә Гоголь урамында урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт иткән икән, шуға күрә лә беҙ бер-беребеҙҙе яҡташ һымаҡ та күрҙек.
Моғайын, ул йәшәгән республикаға, районға, ауылына тота килеп сығып китмәгәнһеңдер. Был хәл осраҡлы булдымы, әллә хеҙмәттәшеңә сюрприз эшләргә теләгәйнеңме?
- Беҙ 1984 йылда әрменән ҡайттыҡ. Магомедкамил миңә 1986 йылда хат яҙғайны. Хатында кәсеп менән шөғөлләнергә лә тәҡдим яһаны: "Хәҙер кооперативтар асырға рөхсәт иттеләр. Мин бүректәр текһәм, һин һатырға ярҙамлашһаң, аҡса ла туплар инек", - тип тәҡдим яһаны. Ул ваҡытта мин уҡырға индем, өйләнеп тә йөрөй инем, шунлыҡтан, яуап яҙырға ваҡыт тапманым. Йыл да, яҙам-яҙам, тип йөрөп, ҡырҡ йыл ярым ваҡыт үтеп китте.
Ә уға барыу ниәте миндә һәр ваҡыт булды. Хат яҙғансы, барып күрәм, сюрприз да булыр, тип уйланым. Өҫтәүенә, Кавказды ла күргәнем юҡ ине. Тере микән, юҡмы икән, иҫән булһа, ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйем бит инде. Ошо хаҡта анализ яһап, өс йыл буйы әҙерләнеп, ҡатынымды ипләп кенә күндерҙем. Машина ла алдым, ауылына барғас, ҡалғанын күҙ күрер, тип уйланым. Әрмелә булған дуҫтарҙы интернет селтәре аша эҙләп ҡараным, береһен дә таба алманым. Беҙ десант ғәскәрендә хеҙмәт иткәс, 90-сы йылдар сыуалыштарында күбеһе иҫән дә ҡалмағандыр инде. Шуға күрә ауылына барып инмәйенсә, үҙенең тере икәнлеген дә белмәй инем.
Ярар, һеҙ осраштығыҙ, ул һине танынымы? Ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
- Тауҙар араһындағы ауылына барып ингәс, бер йорт янына туҡтап, һорашырға булдыҡ. Ҡатыным, тағы ла арыраҡ үтеп һорашайыҡ, ти. Арыраҡ үттек тә, һорашһаҡ, тәүге туҡтаған йорт ата-әсәһенеке, әле туҡтағаныбыҙ үҙенеке булып сыҡты. Шундуҡ таныны инде. Йыл ярым буйы иңгә-иң терәп йөрөгән хеҙмәттәшем, дуҫым бит инде. Мин дә уны тауышынан уҡ таныным. Ҡунаҡ ҡайғыһы булманы, икәүләшеп һөйләшеүҙән бушаманыҡ. Биш көн буйына туҡтауһыҙ аралаштыҡ.
Туғандары, ғаиләһе һеҙҙе нисек ҡабул итте? Ҡунаҡ иттеләрме?
- Магомедкамилдың өс ҡыҙы бар, өсөһө лә кейәүгә сыҡҡан, ете ейәне, бер ейәнсәре үҫә. Ейәндәре бик итәғәтлеләр, ейәнсәренә бер йәш тә тулмаған. Ейәндәре барыһы ла өлкәндәр ыңғайына намаҙ уҡыйҙар. Дағстанда дин бик көслө.
Үҙенең йортонда ҡунаҡ итте инде. Туғандарын йыйып, табын ҡороп ултырыу икебеҙҙең башҡа ла инеп сыҡманы. Башҡорттар ҡапыл килеп төшкән ҡунаҡты нисек һыйлайҙар, шулай, нимәләре бар, шуның менән ҡунаҡ иттеләр инде. Артабан Дағстан буйлап сәйәхәткә сығып киттек. Магодедкамил да беҙҙең менән йөрөнө. Ҡайһы ваҡыт һиҙмәй ҡалһаҡ, ул беҙ йәшәгән ҡунаҡханалар, туҡланған ашханалар өсөн, машинаға бензин хаҡын да үҙе түләп өлгөрә ине. Быны һиҙеп ҡалып, артабан инде барыһы өсөн дә үҙебеҙ түләнек. Кеше елкәһендә йәшәп өйрәнмәгәнбеҙ бит. Дәғүә белдергәйнем: "Һин бында минең ҡунаҡ, барыһын да мин түләргә тейешмен", - тине дуҫым көлөмһөрәп. Биш көн бергә йөрөнөк, аҙаҡтан:"Ҡатының һине һағынғандыр инде. Өйҙә эштәрең күптер", - тип, ҡыуып тиерлек ҡайтарып ебәрҙем.
Ҡыҙҙары беҙҙе күрмәһәләр ҙә, шылтыратып, рәхмәт әйттеләр. Беҙ көтмәгәндә килеп төшөп, уларҙың ата-әсәһен ныҡ ҡыуандырғанбыҙ икән. Беҙҙең килеүебеҙ хаҡында күптәр ишеткән булып сыҡты. Машинабыҙҙың бер проблемаһы килеп сыҡҡайны, автосервиста ла бушҡа ремонтлап бирҙеләр.
Башҡорт күстәнәсһеҙ йөрөмәй, күстәнәскә нимә алып барҙығыҙ?
- Күстәнәскә башҡорт балы алып барҙым. Минең унда китеремде ишеткәс, мин эшләгән коллективтың етәксеһе, директорыбыҙ атаһынан бал алып килде, магазиндарға ла инеп бал алдыҡ. Бынан тыш, милли ризыҡтарыбыҙҙы ла күстәнәскә алдыҡ.
Әгәр ҙә хеҙмәттәшең, һинең һымаҡ алдан иҫкәртмәйенсә, ҡапыл килеп төшһә, уны нисек ҡунаҡ итер инең, ҡайҙа алып барыр инең?
- Беҙгә килеп төшһәме, иң тәүҙә Урал тауҙарын, Шүлгәнташты алып барып күрһәтер инем, Бөрйән урмандарына, Әбйәлил күлдәренә мотлаҡ һуғылыр инек. Өфөлә лә күрһәтә торған урындар күп. Беҙ ҡайҙа ғына ҡасан ғына осрашһаҡ та, барыбер ҙә күберәген икәүҙән-икәү һөйләшер, аралашыр инек. Йәш саҡты иҫкә төшөргәндә кеше үҙе лә йәшәреп китә бит инде.
Минең әрмелә төшкән фотолар һыу баҫыу ваҡытында әрәм булғайны. Алай ҙа улар Магомедкамилда һаҡланған. Мин уларҙы үҙемә төшөрөп алып ҡайттым.
Ҡайтып китер алдынан нимә тип әйтештегеҙ, нисек хушлаштығыҙ?
- Ҡатын-ҡыҙ булһаҡ, илашыр инек. Осрашҡанда ла илай яҙҙыҡ. Хәҙер ҙә шылтыратышып һөйләшеп торабыҙ. Ҡырҡ йыл ярым ваҡыт эсендә бер-беребеҙҙе ныҡ һағынғанбыҙ, сәғәттәр буйы һөйләшә лә ҡуябыҙ. Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы, тиҙәр халыҡта. Барыбер ҙә алдағы йылдарҙа хеҙмәттәшемде үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырырмын тием. Беҙҙең әле һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне, аралашып танһығыбыҙ ҡанманы...
Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Азамат Рәфил улы!
Әмир ҒҮМӘРОВ
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА