
АРЫҪЛАНОВ Рәжәп Миҙхәт улы - МХО ветераны, Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән уҙаман. Урман хужалығы техникумында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында урмансылыҡ эше буйынса белем ала. Хәрби хеҙмәттәре өсөн 16 миҙал, шул иҫәптән Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.
Хөрмәтле Рәжәп Миҙхәт улы! "Киске Өфө" гәзите редакцияһы һеҙгә лә, уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булған бер тема буйынса әңгәмәләшеп алырға тәҡдим итә. Ул да булһа - йәмғиәтебеҙҙәге ир-ат заты мәсьәләһе. Боронғо ир-егеттәр ниндәйерәк булған да бөгөнгөләре нисек булырға тейеш. Башта әңгәмәбеҙҙең төп темаһынан бер аҙ ситкәрәк китеп, үҙенсәлекле, хатта сетерекле бер һорауҙы асыҡлап китәйек әле. Кешелекте уның иң боронғо, тәү замандарынан бирле ир-аттарҙан һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ир заттарының ҡатындар менән ҡауышыуынан, бергәләшеп ғаилә ҡороуынан, тормош көтөүенән башлана кешелек. Был - тәбиғәт ҡануны, шулай булмаһа, әлеге фани донъябыҙ ҙа булмаҫ ине. Бөгөн һүҙ көслө заттар - ир-аттарға арналасаҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары - бөтөнләйгә икенсе мәсьәлә. Һеҙ, Рәжәп Миҙхәт улы, рәссам булһағыҙ, тәү бабабыҙ Әҙәмде нисегерәк һүрәтләр инегеҙ?
- Минеңсә, ул шул архаик замандарҙа тәбиғәт ҡосағында йәшәй алырлыҡ итеп яралтылғандыр: көслө, киң яурынлы, ҡабарып торған мускуллы, баһадир кәүҙәле - буйы 2 метрға тиклем булған, ҡурҡыу белмәҫ батыр итеп күҙаллайым мин уны. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Әҙәм тәү бабабыҙҙы ых та итмәй донъя көтөрлөк "мужик" ҡиәфәтендә һүрәтләр инем.
Дини тәғлимәткә ярашлы, Әҙәм ер туҙанынан (Библияла: "из праха земного"), йә иһә балсыҡ һәм һаҫыҡ һыу ҡатнашмаһынан (Ҡөрьән-Кәримдә) яратылған, уға йән өрөлгән. Тимәк, тәү кешенең тәне ерҙәге химик элементтарҙан һәм биохимик шыйыҡсанан хасил ителгән. Йыһандағы бар нәмәне булдырыусы Аллаһы Тәғәләгә (русса: Всевышний, Господь, Бог) үҙе яралтҡан ижад емеше - тәү Әҙәм - бик ныҡ оҡшаған һәм ул нурҙан ғына яратылған фәрештәләренә лә Әҙәмде хөрмәт итергә бойорған. Шулай уҡ ул яңы, һоҡланғыс йән эйәһенә иптәшкә тәүге ҡатын-ҡыҙ затын - Һауаны (йәһүдсә: Ева) Әҙәмдең ҡабырғаһынан яһап биргән. Донъя палеоантропологтарының, биологтарҙың, археологтарҙың яҙмаларына ярашлы, рәссамдар тәү кешеләрҙе приматтарға, йәғни маймылдарға оҡшата биреп төшөрә: бөтә тәнен йөн баҫҡан, оҙон ҡуллы, тар маңлайлы, алға табан бөкөрәйеберәк йөрөгән, ҡарарға ҡурҡыныс әҙәми зат һынын беҙгә шундай итеп күрһәтә килделәр. Йыһан Илаһы шундай иләмһеҙ итеп һүрәтләнгән Әҙәмгә нисек итеп һоҡланып баҡһын инде?
- Әгәр Әҙәм тәү бабабыҙҙың тәне тотошлай йөн менән ҡапланған булһа, ул хайуани заттарҙан әллә ни айырылмаҫ ине. Аллаһы Тәғәлә уны Ер шарындағы айырым, яңы төр йән эйәһе рәүешендә хасил иткән, уның шул уҡ маймылдар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Уйлауымса, әҙәми заттар, хайуандарҙан айырмалы, махсус рәүештә яланғас, шыма тәнле итеп хасил ителгән, шулай булмаһа, уларҙың кешеләргә генә - ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға хас булған нәфислеге, һөйкөмлөлөгө, матурлығы ла булмаҫ ине.
Тимәк, тәү әҙәмиҙәр хәҙерге кешеләрҙән йөҙҙәре, һын-ҡиәфәттәре яғынан әллә ни айырылып тормағандыр, тип әйтеп буламы?
- Күпмелер айырма булыуы мөмкин, сөнки ул дәүерҙәрҙән иң кәмендә бер нисә тиҫтә мең йыл ваҡыт үткән. Эволюция процестары кешене формалаштырған, тиҙәр бит. Төрлө эпохаларҙа кешенең тән торошоноң, буй-һынының үҙгәрә биреүе мәғлүм. Унан һуң, боронғо кешеләргә ҡул көсө бик кәрәк булған: торлаҡ төҙөү, ейер ризығын табыу, һунарға йөрөү, ер һөрөү, йыртҡыстарҙан һаҡланыу һ.б. ҙур физик көс булыуын талап итә. Уйлап ҡараһаң, боронғолар кеүек көслө ир-ат хәҙер бик һирәк осрай. Хәҙерге егеттәр йәштән үк тик автомобилдә генә йөрөй, һәр ҡайҙа тиерлек техника ҡуллана, физкультура-спорт менән дә барыһы ла мауыҡмай: шулай булғас, замандаштарыбыҙ физик яҡтан элеккеләрҙән күпкә ҡайтышыраҡ. Шулай ҙа тәү кешеләр хәҙергеләренә оҡшаш булғанлығына ла ышанып була.
Барыбер, эволюция тәғлимәтен бар яҡтан да дөрөҫ тип әйтеп булмайҙыр ул. Уға ярашлы, боронғо кешеләрҙең маңлайҙары шундай тар, уларҙың ҡаш дуғаһынан бик аҙға ғына күтәрелеп торған, тип иҫәпләнә.
- Был фекер менән килешеп булмай. Маңлай яҫы булғас, мейенең алғы өлөшө лә бик бәләкәй була бит. Мейенең ҙурлығы уның эшмәкәрлеген билдәләй. Боронғоларҙың мейеһе хайуандарҙыҡынан айырылып тормаһа, прогресс та булмаҫ ине.
Шуға өҫтәп, хәҙерге нейрофизиология фәне мейе күҙәнәктәренең дөйөм һаны тыумыштан уҡ бер төрлө ҡала килеүен, уларҙың яңылары барлыҡҡа килмәүен раҫлай. Яңы тыуған баланың нейрондары триллионға етә, уның мейеһенең массаһы күҙәнәктәрҙе тоташтырыусы аксон һәм дендриттар иҫәбенә генә арта бара.
- Улай булғас, боронғо кешеләр мейеһенең хәҙергеләрҙекенән айырылмауы хаҡындағы фекерҙең хаҡ булыуына ла ышанып була. Беҙгә мәктәптә аңлы, зиһенле кешенең - Homo sapiens-тың маймылдарҙан барлыҡҡа килеүе хаҡында ла тылҡыйҙар ине. Шуға ышанһаң, ни эшләп хәҙерге маймылдар эволюция йоғонтоһона эләкмәгән, улар ун мең йыл әүәл ниндәй булған, хәҙер ҙә шундайҙар бит, тигән һорау тыуа.
Әгәр серәкәйҙәр Ер шарында мезозой эраһының юра осоронда, йәғни бынан 200 млн йыл элек барлыҡҡа килһә, дөйөм алғанда, улар һаман шул көйө ҡала бирә. Әлбиттә, уларҙың төрҙәре күп. Әммә уларҙың йәшәүе, үрсеүе бер үк биологик ҡанундарға ярашлы бара. Мәҫәлән, ата енесле серәкәй йәнлектәр һәм кешеләрҙең ҡанын һура алмай. Шулай икән, Илаһтың, йәғни Абсолют Тәбиғи Рухтың барса тереклекте бар итә алыуына нисек ышанмайһың инде?
- Эйе, алда әйткәнемсә, ир затына ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәй һәм үрсей алырлыҡ сифаттар баштан уҡ бирелгән. Боронғо риүәйәттәрҙә ҡасандыр дәү кәүҙәле, хатта ки гигант буйлы, үтә көслө кешеләр йәшәүе, уларҙың ғүмер оҙайлығының бер нисә йөҙ йылға етеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Әлбиттә, быны уйлап сығарылған, мифологик ҡараш итеп тә ҡабул итергә була. Шулай ҙа, ата-бабаларыбыҙ әйткәнсә, әкиәт төбөндә хәҡиҡәт ятыуы ла бар бит.
Белеүебеҙсә, һәр тере йән эйәһенең уға ғына хас ағзалары бар. Хайуандарҙың алғы һаны ла бар, тик ҡулдары юҡ. Маймылдарҙың алғы һандары - аяҡ та, "ҡул" да: улар ниндәйҙер предметтарҙы аҙмы-күпме тотоп, үҙҙәренә кәрәксә файҙалана белә. Әммә тик кеше ҡулы ғына күп функциялы итеп яралтылған. Бына боронғо ир затының ҡулы беҙҙекенән бер нисек тә айырылмайҙыр ул?
- Ир кешенең, әгәр ҙә бар яҡтан теүәл, оригиналь, махсус уйлап сығарылғандай "яратылған" ҡулдары булмаһа, һәр төрлө эшкә - һунар итергә, эш ҡоралдары яһарға, ғаиләһен дошмандарынан һаҡларға, ҡырағай йәнлектәрҙе йортлаштырырға - ауыр хеҙмәткә яраҡлы булмаҫ ине. Уның бармаҡтары ла бик гармониялы: улар ярҙамында төрлө ҙурлыҡтағы предметтар менән эш итергә була, ә усына йомарлана икән - шулай уҡ бик кәрәкле "ҡорал"ға - йоҙроҡҡа әүерелә. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң - әҙәм балаларының ҡулдары менән йәнлектәрҙең алғы аяҡтары араһындағы айырма ер менән күк араһындағы кеүек, кешеләрсә йәшәй алыу шарты булған, кешене хеҙмәткә яраҡлы итеүсе ҡулдарҙың эволюция барышында үҙенән-үҙе ошондай ағзаға әйләнеүенә ышанырлыҡ түгел. Бына бер сағыштырыу: 1812 - 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда яугир башҡорттарҙы Европа рәссәмдары үҙҙәренең картиналарында һүрәтләп ҡалдырған. Бынан 200 йыл әүәл йәшәгән башҡорттарҙың йөҙ-ҡиәфәте беҙҙекенән һис айырылмай. Мең йыл, йә иһә 4 мең йыл элегерәк көн иткән ата-бабаларыбыҙ ҙа беҙҙән әллә ни ныҡ айырылып тормағандыр. Тимәк, иң боронғо дәүерҙәрҙә лә ирҙәр ир булып яратылған: улар көслө, ғәйрәтле, ҡурҡыу белмәүсән, ҡыйыу һәм һуғышсан, эш һәм һуғыш ҡоралдарын етештерә һәм ҡуллана белеүсе заттар була.
Генетик яҡтан ҡарағанда, ир кеше тәненең, барса ағзаларының төҙөлөшө, структураһы, үҙенсәлектәре һәм үҫеше XY тип аталған енес хромосомаһы менән билдәләнә, ҡатын-ҡыҙлыҡ хромосомаһы - XX. Әммә яңы тыуған сабый балалар - малаймы, ҡыҙмы - бер-береһенән бик аҙ айырыла. Малайҙарҙа ир-егет сифаттарының, ҡыҙ балаларҙа ҡатын-ҡыҙға ғына хас һыҙаттарҙың социаль мөхиттә формалашыуы - аксиома. Балаларҙы, үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү системаһын һәр бер эпохаға хас йәмғиәт ҡанундары - йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йәшәйеш ҡағиҙәләре һәм талаптары билдәләй. Малайҙарҙы - ирҙәрсә, ҡыҙҙарҙы - ҡатын-ҡыҙҙарса тәрбиәләп үҫтереүҙән ситкә тайпылыуҙар булмай. Әммә XX быуат аҙағында психологтар, социологтар әүәлерәк йәшәйешебеҙгә хас булмаған бер проблема хаҡында яҙа башланы. Баҡтиһәң, ир-аттарҙың холҡонда тик ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас булған сифаттар арта бара икән. Әллә ир-егеттәребеҙ "ҡатынлаша" барамы икән?
- Үҙемдең дә ошо турала уйланғаным бар. Әүәлерәк йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәре тигән төшөнсә бар ине. Ғаилә - йәмғиәт ячейкаһы, йәғни уның тәү күҙәнәге, тип мәктәп йылдарында уҡ өйрәттеләр беҙҙе. Уның ныҡлы нигеҙе булырға тейеш. Әлбиттә, ул ваҡыттарҙа ла төрлө ғаиләләр булды, ир менән ҡатын араһында аңлашмаусанлыҡтар, низағтар булыуы мөмкин. Әммә эш айырылышыуға барып етмәһен өсөн йәштәрҙе нисек булһа яраштырырға тырыштылар. Ғаилә булғас, балалар ҙа була, уларға атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк. Советтар Союзы тарҡала башлағас, күп кенә ғаиләләр ауыр хәлдә ҡалды, уларға йәмғиәт, дәүләт иғтибары ныҡ кәмене. Бер саҡ статистикала шундай һандар пәйҙә булды: илдә элегерәк теркәлгән һәр икенсе ғаилә тарҡала икән. Ир менән ҡатын айырылыша, балалар инәләре ҡарамағында ҡала. Атай тәрбиәһе юҡҡа сыға. Ә малайҙарға ир абруйы кәрәк: атай, ағай, йә булмаһа, ҡартатай. Әсә кеше, нисек кенә теләһә лә, малайын ирҙәрсә тәрбиәләй алмаясаҡ. Бына нисек килеп сыға: өйҙә - әсәй, балалар баҡсаһында - тәрбиәсе апайҙар, мәктәптә - ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар. Хатта вуздарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар күберәк бөгөн. Малайҙарға ир өлгөһө юҡ, улар һәр саҡта ла ҡатын-ҡыҙҙар ҡушҡанға буйһоноп, уларға яраҡлашып үҫә. Шунан һуң беҙ аптырайбыҙ: ниңә малайҙарыбыҙ ҡыйыуһыҙ, хатта ҡурҡаҡ, әүҙемлектәре тойолмай, класта, төркөмдә лидер була алмайҙар, тип.
Унан һуң, тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫмер малайҙар ирҙәр эшенә лә өйрәнә алмай бит инде...
- Эйе, әммә ҡалала, тулы ғаиләлә үҫкән малайҙар ҙа йыш ҡына ирҙәр башҡара торған эшкә өйрәнмәй. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар эшенә бүленеш ауыл мөхитенә күберәк хас. Ҡалала йәшәгән ғаиләлә тик ирҙәр генә башҡара торған эштәр юҡ тиерлек, әгәр фатирға ремонт талап ителмәһә. Ир кеше эшенән ҡайта ла, диванға ятып, телевизор ҡарай. Ҡатыны ашарға әҙерләй, өйөн йыйыштыра, һауыт-һабаһын йыуа һ.б. Шулай булғас, ғаиләлә үҫкән малай ирҙәр эшен күрмәй ҙә, өйрәнә лә алмай. Йәнә бына нимә мөһим. Хәҙерге ғаиләлә ҡатын кеше инициативаны үҙ ҡулында тота, өйҙә нимә эшләргә, нимә һатып алырға, ҡайҙа ял итергә барырға һ.б. Балалар атаһының эшен күрмәй, ә әсәләре уларға өлгө булып тора. Малайҙар һәр ҡайҙа ла әүҙем, инициативалы, яуаплы, башҡаларҙы яҡларға әҙер булып үҫһен тиһәк, атайҙар, ирҙәр тәрбиәһе кәрәк.
Ирҙәренең "йүнһеҙерәк" булыуында, улдарының холҡо ҡыҙҙарҙыҡына оҡшашлығында ҡатындар үҙҙәре ғәйепле булып сыға түгелме?
- Ғәйепле, тиһәң, артығыраҡ булыр. Әммә шулай ҙа була: ирҙәренән ҡәнәғәт булмаған ҡатындар уларға: "Будь настоящим мужиком!" - тиҙәр. Ә ирҙең нисек итеп ысын ир була алыуын улар ҡайҙан белһен? Минеңсә, улдарын ысын ир-егет итеп тик ир кеше генә тәрбиәләй ала.
Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар ни өсөн хәләлдәренән ысын ир булыуҙы, үҙҙәрен ирҙәрсә дөрөҫ тотоуҙы талап итә? Быға ниндәйҙер бер ерлек барҙыр бит? Яуаплылыҡ, үҙ һүҙеңде һүҙ итеү, башҡаларҙы үҙеңдең артыңдан эйәртә алыу, өҫтөнлөклө позиция биләү, баш булыу - бындай сифаттар үҙенән-үҙе генә формалашмай ҙа баһа?
- Беҙ әңгәмәбеҙ башында кешеләрҙе хайуандар менән сағыштырып ҡарап, фекер йөрөткәйнек. Бына парлы хайуандарҙы алып ҡарайыҡ. Мәҫәлән, бүреләрҙе. Ата бүре үҙ "ғаиләһе" хаҡында даими хәстәрлек күрә: ашатырға ризыҡ таба, инә бүрене һәм балаларын һаҡлай, үҫә биргәс, йәш бүреләрҙе һунар итергә өйрәтә. Шунһыҙ бүреләр үрсей алмаҫ ине. Ирҙәр ҙә ошондай ата бүреләр кеүек булырға тейеш: мал табыусы ла, ғаиләһен яҡлаусы-һаҡлаусы ла, балаларын эшкә өйрәтеүсе лә. Минеңсә, күпселек осраҡтарҙа ғаилә тормошонда ир кеше баш булырға, үҙенең иң яҡын кешеләре иҫән-һау, имен-аман йәшәһен өсөн төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Әлбиттә, ҡайһы бер эштәрҙә ҡатыныңдың һүҙен (сит-ят ҡатын-ҡыҙҙарҙың түгел инде) тоторға ла кәрәк, сөнки ул һине, балаларыңды ҡараусы, ашатыусы, ғаилә усағын һүндермәй йәшәтеүсе зат. Минеңсә, ғаиләлә малайҙар өсөн иң элгәре атай, ҡыҙҙар өсөн әсәй яуаплы, бындай бүленеш тәбиғи хәл. Бына, миҫал килтерәм. Улың абынып йығылып, тубығын һыҙыртып ҡайтып, илай икән, ти. Әсәһе ни эшләй? Улын йәлләй, йыуата, иркәләй башлай, ә малай тағы ла нығырыҡ мыжый. Ә атай кеше: "Кит инде, улым, һин ҙурһың бит инде, егет кеше шуға ғына илап тормай ул. Һин һалдат булырһың, ә һалдаттар бер ҡасан да иламай ул. Һин дә түҙ, батыр булырһың", - ти улына. Бында урыҫтарҙың бер әйтемен дә өҫтәп ҡуйырға була: "Терпи казак, атаманом будешь!" - тигәнде.
Элек-электән малайҙарҙы үҙен егеттәрсә тота, күрһәтә белергә, башҡалар араһында, йәмғиәттә өҫтөнлөклө позиция биләргә, баш кеше - лидер булырға өйрәткәндәр...
- 1917 йылғы революциянан һуң, Советтар Союзы осоронда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тигеҙ хоҡуҡлы, тип иғлан ителә. Ул саҡта шулай кәрәк булғандыр. Кем ғаиләлә баш кеше - бер кем дә баш була алмай, сөнки ир менән ҡатын тигеҙ хоҡуҡлы. Ул замандарҙан йөҙ йыл ваҡыт үтеп китте. Хәҙер, XXI быуатта, ғаиләлә кем беренсе, кем баш? Ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә. Йәмғиәттә лә улар өҫтөнлөк итә. Бына урта мәктәпте генә алып ҡарайыҡ. Унда уҡыусыларҙан кем беренсе планда тора, кем өҫтөнлөк итә? Яҡшы уҡыусы, тәртипле, һис бер дисциплина боҙмай торған ҡыҙҙар. Ә малайҙарға ҡарата тыйыу, әрләү кеүек саралар йышыраҡ ҡулланыла. Ғөмүмән, малайҙар даими баҫым аҫтында тәрбиәләнә, сөнки улар һәр осраҡта ла ололарҙы тыңлап бармай, үҙ һүҙлерәк һәм шуғыраҡтар. Шунан улар нисек итеп инициативалы һәм әүҙем булып үҫһен инде? Йәнә, мәктәптә малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла бер үк тәрбиә алымдары ҡулланыла. Класс етәксеһе малайҙар өсөн айырым тәрбиә сараларын ҡулланып бармай, сөнки үҙе ҡатын-ҡыҙ затынан.
Һис бер сер түгел: малайҙар бер-береһе менән ярышырға, өҫтөнөрәк булырға ярата, шуға күрә эләгешеп, көрәшеп, конфликтҡа инеп, хатта ки йоҙроҡ ҡулланып алырға әүәҫтәр. Уларҙы нисек ипкә килтерәләр?
- Әлбиттә, уларҙың ошондай ҡылыҡтарын һәр даим тыйып, баҫтырып, тәрбиәүи "яза" сараларын ҡулланып эш итә педагогтар. Һөҙөмтәлә ошондай мөхиттә тәрбиәләнгән егет кеше ниндәйҙер бер көтөлмәгән ситуацияла ирлек көсөн ҡуллана алмаясаҡ, мәҫәлән, хулигандарҙың кемделер туҡмағанын күреү менән ситкәрәк ҡасып китеү яғын ҡараясаҡ. Шуға ла бит ир ҡорона еткәндәр араһында ла "әсәй малайы" булып ҡалыусылар күп. Ата-әсә ғаиләһендә - әсәһе, мәктәптә - уҡытыусыһы, үҙ ғаиләһендә ҡатыны ауыҙына ғына ҡарап, улар ҡушҡанды ғына үтәй торған ирҙәр ошондай мөхиттә хасил була.
Совет осоронда егеттәр әрме хеҙмәтенә барырға ашҡынып торҙо. Хәҙер, киреһенсә - күп кенә егеттәребеҙ ошо бурысты үтәүҙән нисек итеп булһа ла ситтә ҡалырға тырыша...
Йәшерәк саҡта ҡыҙҙар менән нисек итеп танышып китеү мәлдәрен иҫкә алайым әле. Йыш ҡына улар һиңә бер һорау бирә: "Армияла булдыңмы?" Әрме хеҙмәтендә булмаһаң, һөйләшеп тә тормайҙар. Армия егетлекте талап итә, унда булмағандарҙы етлекмәгән, йә иһә сирле тип, өнәмәнеләр ул саҡтарҙа.
Әрме хеҙмәте егеттәрҙән рух көсөн талап итә: унда ауырлыҡтар етерлек, шулар аша үтеп сыға алыу фарыз.
- Беҙ ике йыл буйына әрме йөгөн тарта инек, хәҙер - бер генә йыл. Был бик аҙ, ысын һалдаттарса сынығыу алыр өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Армияға барғас, ирҙәр, егеттәр коллективына эләгәһең. Унда башҡалар менән нисек аралашырға, үҙеңде нисек тоторға өйрәнәһең. Был үҙе бер тормош мәктәбе ине йәш егеттәргә. Советтар Союзы тарҡалғас, армияның ҡәҙере бөттө, абруйы ла юҡҡа сыҡты, бының үҙ сәбәптәре бар. Шуға күрә армиянан ҡасып ҡалырға теләүселәр күбәйҙе, был әлегә тиклем бөтөп етмәгән. Унан һуң, әсәләрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың талабын үтәп, армияла "теплица шарттарын" булдырырға тырыштылар. Ҡайнағамдың улы армиянан ҡайтҡайны, уның әйтеүенсә, унда иҙән дә, кер ҙә йыумайҙар, ашханала ла дежур итеү юҡ хәҙер.
Һеҙ, Рәжәп Миҙхәт улы, Совет Армияһында хеҙмәт итеүҙән башҡа, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат-ветеран. Ошо хаҡта ла һөйләп китһәгеҙ ине.
- Эйе, миңә лә ошо хәтәр алыштарҙа ҡатнашырға тура килде. Чечендарҙың "Ахмад" исемле махсус тәғәйенләнешле отрядында хеҙмәт иттем, ике тапҡыр яраландым. Хәрби частың базаһы Грозныйҙа, шуға күрә мине хәрби табибтар комиссияһын үтер өсөн шунда ебәрҙеләр. Бер ай самаһы шунда ҡаралдым, табибтар хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуым тураһында һығымта бирҙе.
Башҡорттарға борон-борондан яугирлыҡ, һуғышсанлыҡ, алыштарҙа үҙ-үҙен аямай ҡатнашыу, яраланыуҙан да, үлемдән дә ҡурҡмау хас булған. Һуғыш шарттарында арҡадашлыҡ, иптәшлек, бер-береңде ҡурсалау бик мөһим. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкында 3-сө эскадрон политругы булған кесе лейтенант Мирғәсим Ҡәйүмовтың тиңһеҙ батырлығы хаҡында күптәр белмәй. Ул, дошман һис көтмәгән бер мәлдә, алға ынтылып, яуҙаштарына үлем сәскән немец дзоты амбразураһын күкрәге менән ҡаплай. Башҡорт азаматының иҫ киткес батырлығы - яуҙаштары ғүмере хаҡына үҙен ҡорбан иткән көн -1942 йылдың 29 сентябре була. МХО-лағы һалдаттар ошондай сифаттарға эйәме?
- Махсус операцияла ҡатнашыусы ир-атты көслө рухлы шәхестәр тип атарға ныҡлы ерлек бар. Һуғышта бер-береңә ярҙам итеү, терәк булыу бик тә кәрәк. Киҫкен, хәтәр шарттарҙа һин бер иптәшеңде ҡотҡараһың икән, икенсе хеҙмәттәшең һине ҡотҡарасаҡ. Үтә хәүефле мәлдәрҙә бер кем дә ярҙамға килергә әҙер булмаһа, һуғышта тере ҡалыу мөмкин булмаҫ ине. Һуғыш һуғыш инде, унда ниндәй генә хәлдәр булмай. Әйткәнемсә, "Ахмад" отрядында контракт ҡыҫҡа - 4 айлыҡ. Мин унда булғанда отрядҡа бер йәш кенә егет яңынан килде. Уға ни барыһы 19 йәш, торғаны бер малай инде. Ул элегерәк БТР-ҙа барған саҡта ауыр яраланған, тән тиреһенең 60 проценты янған була. Әммә ул һауығыу менән иптәштәре янына кире килде. Бына ошо миҫал да ир-егеттәребеҙҙең рухы көслө булыуына дәлил.
Отрядҡа килгән көндә унда мунса булғанға аптырағайным, мунсасыһы ла бар ине. Һуғыш зонаһы бит, бында ниңә мунса кәрәк икән, тип тә уйлап ҡуйҙым. Шунан беҙҙе хәрби задание үтәргә алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр, башҡа бер төркөм килеп алыштырғансы, байтаҡ ҡына ваҡыт урманда, окоптарҙа һәм блиндаждарҙа ятырға тура килә. Һыу - эсерлек кенә, ҡайҙа инде йыуыныу. Базаға кире ҡайтыуға беҙҙе эҫе итеп яғылған мунса көтә ине. Шунда ғына аңланым тәүҙә нисек яңылышҡанымды.
Һуғыш - хәтәр хеҙмәт, унда төрлө аяныслы хәлдәр ҙә була. Беҙҙе хәрби бәрелеш зонаһына 5-әр һалдаттан торған бәләкәй төркөмдәргә бүлеп индерәләр. Бер саҡ мине төркөм етәксеһе итеп ҡуйҙылар, хәрби заданиены үтәргә ике төркөм барҙы. Күп тә үтмәне, алда барған төркөмдөң бер һалдаты яраланды. Командир миңә ошо яраланған һалдат урынына үҙемдең төркөмөмдән 1 яугирҙы ебәрергә бойорҙо. 40 йәштәр самаһындағы яугирға алдағы төркөмдө ҡыуып етергә ҡуштым. Ул - Дағстандан. Ҡуҙғалыр алдынан был миңә: "Отец, зачем меня отправляешь, я хочу быть в твоей группе", - ти. "Отец" - минең позывной инде. Бер аҙҙан рация аша яңы бойороҡ алдыҡ, билдәләнгән урынға тиҙерәк барып етергә. Алдан киткән төркөмдәгеләр хаҡында "они все 200-е" тинеләр. Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте, башымдан әлеге Дағстан кешеһе сыҡмай. Беҙ бара торған урынға яҡынлашыу менән рациянан "Откат!" тигән бойороҡ алдыҡ. Артҡа табан йүгерәбеҙ, ә бер нисә минуттан беҙ әле генә булған ерҙә кассеталы бомбалар шартлай башланы, унан беребеҙ ҙә тере сыға алмаҫ инек. Шунда яраландым, госпиталгә оҙаттылар. Теге үҙем ебәргән һалдаттың үлеме хаҡында уйлап, асырғанып йөрөйөм, үҙемде ғәйепле кеүек тоям. Ике көндән госпиталгә Дағстан яугирын алып килделәр: ул һәләк булмаған, яраланған ғына. Шунан ғына йөрәгем урынына ултырҙы, тыныслана бирҙем.
Ир-егеттәребеҙҙә патриотизм, илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү хәҙерге шарттарҙа өҫтөнлөклө маҡсат итеп ҡаралырға тейештер...
- Эйе, нәҫел-нәсәбен, шәжәрәһен, халҡының тарихын, уның батырҙарын белгән ир-егеттәрҙә ватансылыҡ тойғоһо көслө була. Ғаиләлә, мәктәптә тыуған еребеҙ, тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ менән бәйле төрлө саралар, аңлатыу эштәре һәр даим уҙғарылып тороуы мөһим. Мин үҙем дә мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында ойошторолған осрашыуҙарҙа ихлас ҡатнашам, әңгәмәбеҙҙә телгә алынған һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырышам. Бигерәк тә дуҫлыҡ, берҙәмлек, коллективизм темаларына иғтибарҙы арттырырға кәрәк, тип уйлайым. Ир-егетлек тойғоһоноң, тормошоңда егетлек, ирлек талап ителгән сараларҙа ҡатнашыуҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын үҙем белгән, күргән-кисергәндәргә таянып аңлатам. Йәштәребеҙҙе беҙҙән ҡайтыш, тип әйтә алмайым. Улар - яңы заман, яңы технологиялар дәүере йәштәре, әммә ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ваҡыттар тураһында ла мәғлүмәтле булһалар, Ватаныбыҙ ҡаһармандарының хәтеренә тап төшөрмәҫтәр тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Шулай итеп...
Ир - Ер шарында ерҙән яралтылған зат. Уны тыуған ере, тыуған иле - Ватаны ир итә. Ирмен тигән ир - ғаиләһенең дә, иленең дә ҡото ул. Ватаныбыҙға яңы ҡот ҡайтарып йәшәргә яҙһын, хөрмәтле ир-аттар!
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА