«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРШЕ ХАҠЫ – 2
+  - 


* * *

Һарайҙың нигеҙенең иҙмәһе кибеүен дә көтөп торманы, Нәжми шлаклы керамзит блоктар килтертте. Уныһы бигерәк ҡыҙыҡ нәмәҫтәкәй тағы. Кирбес һымаҡ дөбөр-шатыр бушатып ҡына китмәй шоферҙар, ә берәмләп, ҡатын-ҡыҙҙы наҙлағандай ғына, ҡул менән бушатырға кәрәк икән. Был сағында маңҡалары ла кипмәгән ике малайың менән (береһенә ун дүрт йәш, икенсеһенә - ун бер) ул эште атҡарып ҡара! Етмәһә, шофер ҡабаландыра.
- Йә-йә, миңә сәғәтләп түләйҙәр, клиенттар баштан ашҡан, - тип фәстереп ебәрә.
Ана шул саҡта Нәжми, урам буйлап йөрөп, мужиктарҙы йыйҙы. Әлбиттә, күршеһен дә ситтә ҡалдырманы, боронғолар юҡҡа ғына "күрше хаҡы - тәңре хаҡы" тимәгән бит.
Эшкә бик атлығып тормаһа ла, теләп барҙы Мотаһар күршеләренә. Тир түгеп алыуҙан да бигерәк, ҡыҙыҡһыныуы еңде: нисегерәк була икән был блок тигәндәре, ҡайҙан алған, ҡасан, нисек, ни хаҡҡа килтерәләр?..
Нисауа ғына икән ул, юҡҡа ошоноң менән төҙөмәйҙәрҙер: бик ауыр ҙа түгел, ҡалас һымаҡ үҙе йылы ғына. Нәжми әйтеүенсә, ошо блоктан аҙбар төҙөһәң, малҡайҙар һөттө ҡышҡы һалҡындарҙа ла үләндең самай һутлы сағындағы һымаҡ бирә, имеш. Килтертеүе генә ҡиммәткәрәк төшә. Ни хәл итәһең, бензин хаҡы шулай булғас. Элегерәк рәхәт ине ул: канистр тотоп, теләһә ҡайһы шоферға бар - бер "аҡ башҡа" тултыра ла бирә. Етмәһә, тағы берҙе өҫтәһәң, йәһәннәмгә лә барып, кирбес кенә түгел, батша һарайына тиклем төбө-тамыры менән ташырға риза булырҙар ине. Хәҙер ярты тураһында ауыҙыңды ғына асып ҡара, минең машина "полуторка" түгел, спиртҡа эшләмәй, тип кенә ебәрәсәктәр.
Мотаһар үҙенә кәрәгенең бөтәһен дә белеп бөттө. Ләкин уны был шлаклы (тимәк, күмер, уның уйынса, ябай таш күмер көлө) блоктың ныҡлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Ошо тынғылыҡ бирмәнеме, межаға килтереп һалынған аҙбарҙың хужаһынан үҙенсә үс алыу теләге көслөрәк инеме - шап бер блок ергә!
Ярылды...
Тынлыҡ. Башҡа ирҙәрҙең үҙ-ара көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләнеүенән, "давай-давай" тип бер-береһен ҡабаландырыуынан тыш, әлбиттә. Тынлыҡ. Ике күрше араһындағы был тынлыҡ ниңәлер бушлыҡты хәтерләтте. Ҡараштар осрашты. "Яңылыш", - ти ине тәүгеһенеке. Әммә шул уҡ ваҡытта уның артында ҡәнәғәтлек тә йәшерелгәйне. "Сволочь!" тигән осҡон атылды хужа кешенең күҙҙәренән. Шундуҡ уныһы: "Ярар инде, бер блок өсөн..." - менән алышынды. Әллә ниндәй, аңлатып булмаҫлыҡ шомло тынлыҡ ине ул. Быны тик ике күрше генә тойҙо. Уныһы ла һауаны йәшен һыҙығы телеп үткән ваҡыттағы һымаҡ ҡына булды. Тик был мәл икеһе араһында оҙаҡҡа һуҙылғандай тойолдо.
- Һе-һе, аптырама, күрше, - тип йылмайҙы Нәжми. - Тәҙрә араһына ла китә ул, башҡа ергә лә. Мейес сығарғанда бит мейессегә ярты кирбес өлгөртөп булмай. Шуның һымаҡ инде ул һарай һалыу ҙа...
Рәхәт булып китте Мотаһарға. Әллә ике аралағы әлеге бушлыҡ бөтөнләй булманымы? Бер-береһен телгеләгән ҡараштар осрашманымы?
Күршеһенең уңайһыҙланыбыраҡ торғанын күрепме, дәртләндерергә тырышыпмы, Нәжми алда әйткән һүҙҙәренә былай тип тә өҫтәне:
- Һәй, күрше, үҙең дә һарай һалырһың, шунда ярты-йорто блоктарҙың кәрәген күрерһең әле...
Дөббө-өрр... Ззы-ыңң... Йәшен һуҡтымы ни Мотаһарҙы - күршеһе ана нимәгә ишаралаайй... "Һин дә һарай төҙөрһөң әле, мин дә ярғылармын блоктарыңды", - ти бит ул... "Йооҡ! Блоктарҙы бушатҡанда Нәжмигә әйтергә кәрәкмәй, лутсы арғы ос Илфатҡа өндәшермен, бер ярты артығыраҡ китһә китһен, зато блоктар ярылмаҫ".
Был уйҙар ҙа бик тиҙ йөрөнө мейе һырҙары буйлап.
- Э-э, - тип һуҙҙы Мотаһар - шулай инде, ватығы ла, ҡотоғо ла кәрәк.
"Вертлюга" тип йөрөтөлгән оҙон арбалы машина күҙҙән юғалғас, мәгәрисләп, буласаҡ һарайҙы йыуҙырҙы Нәжми. Хужа үҙе ҡунаҡтарын һыйланы, үҙе пландарын - ҡалай мал аҫраясағын, ҡош-ҡорт тотасағын асып һала, һыҙмаларын килтереп сығарып, бинаның эске өлөшө нисек булыры тураһында һөйләй. Бөтәһе лә - блок бушатырға килгән биш ир, шул иҫәптән Мотаһар ҙа - йөҙҙәренә бик етди ҡиәфәт сығарып, тыңлап ултырған, тел шартлатҡан, баш сайҡаған була. Ләкин Нәжмиҙә береһенең дә эше юҡ - һәр кемдә үҙ ҡайғыһы: берәүҙәр, был тиҙерәк ҡойһон да һыпыртыр инек, тип уйлаһа, икенселәре, ҡомһоҙ, тағы бер ярты сығарырмы икән, ти. Ә Мотаһарҙа башҡа ҡайғы: нисек тә арттырып ебәрергә ине был хыялый маҡтансыҡтан, тигән үсме, сәмме ҡалҡып сыҡты. Ошо уй күңелендә бөрөләнде лә, минут, юҡ, секунд һайын тынғылыҡ бирмәй башланы.

* * *

Был төндө лә йорт-ҡура эйәләре һүҙгә килешмәйенсә булдыра алманы.
- Һинең хужа аңламағас аңламай икән, ә? - тип "бөйөрө"нә таянды Мотаһар йәшәгән өйҙөкө.
- Һинеке аңламай ул. Минең биләмә ошонда ине, - тип яуаплай Нәжметдиндәр яғыныҡы.
Һүҙ әйтештеләр ҙә, һәр ҡайһыһы үҙ биләмәһенең именлеген тикшерергә - һыйырҙарҙың быуаҙ ваҡыты яҡшы үтәме, көтөүҙә күп тығынып, ауырымайҙармы, кәзә-һарыҡҡа ҡош-ҡорт теймәгәнме, тауыҡтар теүәлме, өй эсендәгеләр тыныс йоҡлаймы, бик күп, бик күп инде уларҙың эштәре - йүгерҙеләр. Шулай төн эсендә әллә нисәмә әйләнергә тейеш улар. Шуныһы, яңы һарай нигеҙенә етеүҙәре була, юл бирешә алмай аҙапланалар. Ошонан китә лә инде үҙ-ара талаш, ошо шауҡым әҙәм балаларына ла күсә. Быны өй эйәләре бик яҡшы аңлай. Тик бына кешеләр генә...

* * *

Мотаһарҙың ҡустыһы ҡайтып төштө. Ҡалала йәшәй ул - бик фыртауай егет. Хәйер, егет ҡоронан күптән сыҡҡан инде үҙе: ағай тейешле Мотаһар ҡырҡ икеһен тултырһа, быныһы өс йәшкә кесерәк. Тик өйләнеп, ғаилә ҡорорға ғына форсаты теймәгән. Тәүҙә "өлгөрөрмөн әле" тиеберәк йөрөһә, һуңынан "был заманда" китте, ә аҙаҡ инде "кризис" башланды. Бөтә донъя көрсөгө булдымы был "кризис" тигәне, әллә үҙендә "кризис" барлыҡҡа килдеме - белмәҫһең. Хәйер, уныһы мөһим түгел.
Ана шул ҡустыһы, йылына ике-өс тапҡыр күренеп, аҙналар буйы ҡунаҡ булып китә торған. Китеүе лә күп осраҡта Мотаһарҙың тырышлығы менән була. Ҡыуып ебәрә тиһә, бик үк дөрөҫлөккә тура килмәҫ, ләкин "этәреп" ебәрә инде. Шулай итмәҫ ине, йорт тирәһендә берәй эштә ярҙамлашһа, эсмәһә, мыжыҡлығы теңкәгә теймәһә, бигерәк тә еңгәһе ҡырында сөсөләнә башламаһа. Ә Мотаһар ундай ҡылыҡты өнәмәй. Үҙ ҡатыны эргәһендә буталанған өсөн генә түгел, ғөмүмән, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр алдында ихахай-михахай ҡыланыштарын да, ир-егеттәрҙең кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ ҡырында юхаланыуын да.
Ҡустыһы ҡайтты ла...
- Ба-а, ағай, һин нимә, күршенән баҡсаңа терәтеп үк аҙбар һалдыртаһың? - тип Мотаһарҙың былай ҙа әрнегән яраһына тоҙ һалды. Һалып ҡына ҡалманы, яралағы тоҙҙо ышҡып-ышҡып ҡуйҙы. - Ҡуй, ул бина ярты баҡсаңа ҡояш нуры төшөрмәйәсәк бит! - Күрше менән һүҙгә килешеп, талашып йөрөп булмай бит инде... - менән сикләнде ағай кеше. - Күрше хаҡы бар...
- Йо-оҡ, мин был эште былай ғына ҡалдырмайым. - Хәниф тамам ҡыҙҙы, ҡырлы стаканын өҫтәлгә дыңҡ иттереп ҡуйҙы, - нисек була инде, понимаешь, талашып йөрөп булмай? Һуң, ағай, шуны аңла, ул бит һинең частное владениеңа посягать иткән! Нәжми күрше хаҡын уйлап торғанмы?
Ҡайһылай анһат ситтән ҡарап ҡына фекер йөрөтөүе, тип уйланы хужа, уныһын ғына Мотаһар ҙа белә инде. Етмәһә, Нәжми бит был яҡ баҡсаға сыҡмаған. Ошо турала ул ҡустыһына ла әйтте.
- Инмәһә һуң, ә пожарный безопасность? - Хәниф, өйҙәгеләрҙе лә көтөп тормайынса, тағы берәүҙе ҡойоп ғорғолдатты. - Һинең владениеңдан ике метр ситтә булырға тейеш һарайы!
Хәниф, үҙе завод тирәһендә слесарь ғына булһа ла, бик күпте белә, үҙенсә фекер йөрөтә. Дөрөҫмө ул, түгелме - барыбер уныҡы хаҡ килеп сыға. Шуға аптырай Мотаһар: мәктәптә "өслө"гә саҡ һөйрәлеп йөрөй ине, "дүртле"гә генә уҡыған ағаһынан барыһын да яҡшыраҡ белә. Донъя өйрәтә шул, сит-яттағы тормош мәктәбе, Мотаһарса әйтһәк, "зимагурлыҡ" көслө.
Әмәлгә ҡалғандай, әлеге нигеҙе ҡырында Нәжми булаша башланы: шлаклы блоктарҙы рәткә килтерәме, нигеҙ өҫтөнә ҡыҙыл кирбестән "нулевка" сығарырға уйлаймы - уныһы уның эше. Тик тәҙрәнән ҡарап тороусыларға ғына ул соҡсонған, йомран уртын тултырып өңөнә иген ташығандай, әллә нәмәләр ташыған һымаҡ күренде.
- Ба-а... Ана үҙе, собственный персоны, - тине лә Хәниф, әллә ни арала һалынғанын түңкәреп, закускаһын ҡабып, тышҡа атылды.
Мотаһар тик:
- Ней, ней, - тигән һүҙҙәр, әллә айырым ауаздар ғына сығарып ҡалды. Был уның ҡустыһын туҡтатырға, көтөбөрәк торорға, кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килергә саҡырыуы ине. - Не-ей...
Ләкин "ней" күптән Нәжми ҡырында ине инде. Бөттө баш, һуғышыр, үҙ туҡһанын туҡһан итергә тотонор инде хәҙер, тип хафаланды ағай кеше. Күрше хаҡын да уйлап тормаҫ.
Тик... Күтәрмәһенә сығып баҫҡан Мотаһар, ауыҙын асып, өнһөҙ ҡалды. Өйҙәре яғынан, шешә башына кейҙерелгән стаканын ҡыңғырау урынына зеңгерләтә-зеңгерләтә, тешһеҙ ауыҙын йырып, Нәжми сығып килә. Хәниф, ҡосағын йәйеп, күршеһенең буласаҡ һарай нигеҙен үлсәп йөрөй. Албырғап ҡалған ағаһын күреп:
- Ағай, кил әйҙә, мировой төҙөйбөҙ, - тине лә үҙе ҡабат нигеҙгә табан ҡоласын йәйҙе. - Күрше, шәп була бит был. "Нулевка"һын үҙем һалып бирермен.
- Хаҡын һөйлә һин уның, хаҡы-ын, - тип һуҙҙы Нәжми. - Мин әллә ҡайҙан оҫталар йыйғансы, бәлки, хаҡына килешһәк, стенаһын да өйөп алырбыҙ, ә?
- Ниңә булмаҫҡа, була ул! Как раз отпускы башланып ҡына тора.
"Бына һиңә "пожарный безопасность", "частное владение", - тип һуҙҙы эстән генә Мотаһар. - Етмәһә, быныһы ай буйы миндә ятыр инде..."
- Ағай, нишләп тораһың унда, әйҙә, кил, мировой төҙөйбөҙ. Бына, уйлап торам-торам да, ағай, если һиңә лә ошондай уҡ һарай отгрохнуть, ә-ә?.. - тип, Хәниф тағы Мотаһарҙың яраһына тоҙ һалды. - Нимәһе бар уның, үҙем һалып бирәм, тик материал ғына тап!
Шулай итеп, нигеҙ өҫтөндә "мировой" төҙөнөләр. Йәғни кешесә әйткәндә, килештеләр. Эйе, янғын хәүефһеҙлеге лә, шәхси биләмә мәсьәләһе лә бик тиҙ хәл ителде: өс стакандың яртыһына ҡойолған иблис һыуы һәр береһенең яурындарында ултырған икешәр фәрештәне килештерҙе лә ҡуйҙы. Береһе әҙәм балаһының яҡшылығын, икенсеһе насар эштәрен яҙып барыр өсөн ҡулдарына ҡәләм алғайнылар, был осраҡта дәфтәрҙәрен ябып, күҙҙәрен йомоп торҙолар.
Шулай ҙа, "мировой" төҙөлһә лә, Мотаһарҙың күңелендә оло ҡара бушлыҡ ҡалды. Яйлап ул бер төйөргә уҡмашты, йоҙроҡ һымаҡ ташҡа әйләнде - күкрәк тәңгәлендә ҡатып ҡалды. Уны иретеү өсөн, ай-һай, күп ваҡыт кәрәк ине. Был "таш" бит бер "мировой"ҙан ғына онтала торған нәмә түгел. Унда хужаһының көсһөҙлөгө лә, ғәрлеге лә уҡмашҡан, етмәһә, ҡайҙандыр үс алыу теләге ҡалҡып сығып, йәбеште. Юҡ, былай ғына онталмаҫ шул, онталмаҫ.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Бөйөк аҡыллы кешеләр ошо өс бәләнең ҡорбаны була: ул йә иртә донъя ҡуя, йә хәйерселектә йәшәй, йә үҙенән һуң тоҡом ҡалдырмай.

(Боронғо һинд мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru