«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТТӘР БОРСОУҒА ҠАЛДЫМЫ?
+  - 

Башҡортостан халҡы Дәүләт хеҙмәттәренән (Госуслуги) улар тураһында мәғлүмәттәрҙе хәрби иҫәптең берҙәм реестрына индереү тураһында белдереүҙәр ала. Был хәбәрҙәр нимә аңлата һәм уларға нисек яуап бирергә? Адвокат Роман Петров асыҡлыҡ индерә.

Был ниндәй реестр?

Ағымдағы йылдан Рәсәйҙә хәрби иҫәптең электрон реестры эшләй башлай. Был хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәтте автоматик рәүештә йыйған, уларҙы иҫәпкә ҡуйған һәм граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе актуалләштергән мәғлүмәт базаһы. Хәрби бурысы булған рәсәйлеләрҙең был электрон базаһына бары тик Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының ғына инеү мөмкинлеге бар. Әгәр резервтағыларҙы ашығыс рәүештә Хәрби комиссариатҡа саҡырырға кәрәк булһа (был мотлаҡ мобилизация түгел, резервтағыларҙы даими рәүештә йыйындарға һәм медицина тикшереүҙәренә йыялар), был заманса технологиялар ярҙамында - Дәүләт хеҙмәттәре (Госуслуги) аша башҡарыласаҡ.

Дәүләт хеҙмәттәре аша бындай белдереү килһә, уны хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы (повестка) итеп иҫәпләргә буламы?

Юҡ, был хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы түгел! Бындай белдереү элек хәрби бурысы булғандар тураһындағы яҙма рәүештә һаҡланған мәғлүмәттең хәҙер электрон форматта ла буласаҡ икәнен, улар тураһындағы мәғлүмәттең Хәрби комиссариаттар базаһына күсерелеүен генә аңлата.

Әгәр шундай белдереү килһә, нимә эшләргә?

Бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Был хәрби хеҙмәткә саҡырыу түгел. Ул бары тик мәғлүмәти сығанаҡ һәм граждандарға ниндәйҙер саралар эшләргә кәрәк тигән һүҙ түгел. Әйткәндәй, һылтанмалар аша инеп, үҙегеҙ хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерә алаһығыҙ.

Бындай хәбәрҙе повестканан нисек айырырға?

Электрон повестка ҡағыҙ повестка кеүек үк, унда өҫтәмә рәүештә документтың дөрөҫлөгөн раҫлаусы цифрлы ҡултамға бар.
Электрон повесткала хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының исеме һәм фамилияһы, йәшәү урыны, военкоматҡа килеү датаһы һәм ваҡыты, саҡырыу сәбәбе, хәрби комиссариаттың адресы күрһәтелә.
Электрон повесткалар Дәүләт хеҙмәттәренә килә. Уны ҡарау өсөн Дәүләт хеҙмәттәренә килгән хәбәрҙәргә инеп, Хәрби комиссариаттан булған хатты табыу кәрәк. Шулай уҡ повестканы "реестр повесткалары.рф" сервисында табырға мөмкин. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре аша авторизацияланыу мөһим.

Әгәр повестканы иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, нимә була?

Әгәр, онотоп, повестка тураһында белдереүҙе уҡымаһаң, 7 көндән һуң ул тапшырылған, тип иҫәпләнә. Бынан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға Дәүләт хеҙмәттәрендә күрһәтелгән телефон аша шылтыратып, бәйләнешкә инергә тырышасаҡтар, шулай уҡ уның теркәлеү урыны буйынса Хәрби комиссариат хеҙмәткәре киләсәк. Әгәр кешене шылтыратып та, өйөнә барып та тапмаһалар йәки уның махсус рәүештә Хәрби комиссариатҡа барыуҙан ҡасып йөрөүен асыҡлаһалар, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөйҙәр. Гражданин бынан һуң да ни өсөн Хәрби комиссариатҡа килмәүенең сәбәбен аңлатмаһа (ә улар ысынлап та төрлө булырға мөмкин: ауырып киткән, командировкала булған, сит илдә йәки башҡа төбәктә ял иткән - былар барыһы ла иҫәпкә алыныусы сәбәптәр), әгәр ҙә етди сәбәптәр булмауын асыҡлаһалар, суд штраф һәм сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итәсәк: ҡасҡындар автомобилде теркәү, мөлкәт менән килешеүҙәр төҙөү, кредиттар алыу, шәхси эшҡыуарлыҡ һәм бизнес алып барыу хоҡуғын юғалта һәм башҡалар.
Шуны ла белеү мөһим: суд ҡарары Хәрби комиссариатҡа килеү бурысын юҡҡа сығармай!

Станислав ШАХОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Бөйөк аҡыллы кешеләр ошо өс бәләнең ҡорбаны була: ул йә иртә донъя ҡуя, йә хәйерселектә йәшәй, йә үҙенән һуң тоҡом ҡалдырмай.

(Боронғо һинд мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru