«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРӘҘӘСЕГӘ ЫШАНМА, БАШЫҢА БӘЛӘ АЛМА!
+  - 

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың ышаныусанлығынан, берҡатлылығынан файҙаланып, сирҙәрҙе дауалайбыҙ, яҙмыштарҙы күҙаллайбыҙ, тип, күрәҙә һәм сихыр менән шөғөлләнеүсе һәм шул юл менән мал йыйыусы ялғансылар күбәйҙе. Был шөғөл Ислам диненә, мосолмандарға ғына түгел, бөтә халыҡҡа ҙур зыян килтерә. Сөнки сихыр һәм күрәҙәлек - Аллаһҡа һәм Уның Бәйғәмбәренә ышанмау, Уларға итәғәт итмәү, тигән һүҙ.

Әлбиттә, Исламда төрлө халыҡ дауалары менән дә дауаланыу рөхсәт ителгән. Ләкин мосолман кешеһе тейешле белеме, тәжрибәһе булған, шәриғәт рөхсәт иткән саралар ҡулланған ысын халыҡ табиптарына ғына мөрәжәғәт итергә тейеш. Аллаһы Тәғәлә ауырыуҙарҙы бар иткән һәм уларға ярашлы дауаларҙы ла яратҡан. Ысын халыҡ табиптары был турала хәбәрҙар, ә мал йыйыу өсөн генә был эшкә тотонған наҙан кешеләр был хаҡта белмәй. Шуны беләйек: Аллаһ Үҙе хәрәм ҡылған ялған дауалар, күрәҙәлек итеү ҡолдарына шифа бирмәй. Шуға күрә беҙ хәләл менән хәрәмде айыра белергә тейешбеҙ.
Динебеҙ буйынса, күрәҙәселәр, сихырсылар һүҙенә, улар еткергән мәғлүмәткә ышанырға ярамай. Сөнки улар ен-шайтандар менән эш итә, был турала хәҙистәрҙә етерлек һәм аныҡ әйтелгән. Ләкин кемдәрҙер күрәҙәселәрҙе, сихырсыларҙы "Уларға шундай талант бирелгән!" тип маҡтап бөтә алмай. Иң оло гонаһтар, яңылышлыҡтар ҡыҙыҡтырғыс һәм мауыҡтырғыс тойола. Әммә былар Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә тарафынан тыйылған.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: "Күрәҙәсегә барып, унан ни ҙә булһа һораған кешенең 40 көн доғаһы (намаҙы) ҡабул булмаҫ". Шулай уҡ: "Күрәҙәсе һәм күрәҙәсегә мөрәжәғәт итеүсе - беҙҙең аранан түгел. Күрәҙәсегә барып, уның һүҙҙәренә ышанған кеше Мөхәммәт Бәйғәмбәр (с.ғ.с) өммәтенә ингәндәргә (Ислам диненә) ышанмаусы була",- тигән.
Сихыр - хәрәм ҡылынған һәм көфөрлөккә илтә торған эштәрҙең береһе. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткән: "...һәм улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән кафырҙарҙан түгел ине, ә Бабилда Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештәгә төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтеп, шайтандар иманһыҙ булды. Әммә был икәү: "Беҙ фетнә-һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!" - тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Алланың рөхсәтенән башҡа бының менән берәүгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зарар килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, һәм улар быны һатып алған кешенең киләсәк тормошта өлөшө булмауын беләләр ине. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре насар булды. Әгәр улар быны белһә ине!" ("Әл-Бәҡара" сүрәһе, 102-се аят).
Аллаһы Тәғәлә Үҙенең Бәйғәмбәре аша ҡолдарына сихыр зәхмәтенән нисек арынырға, дауаланырға өйрәткән. Сихырҙан һаҡланыуҙың иң көслө сараһы - доға һәм Аллаһҡа зекер әйтеү, "Аятел Ҡөрси", "Ихлас," "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡыу. Хаҡ мосолман булған кеше үҙен ауырыу йә насар итеп тойһа, иң тәүҙә күрәҙәсегә һәм бағымсыға йүгермәҫ, ә Аллаһтан шифа һорап доға ҡылыр, табиптан диагнозын белешеп, Бәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә дауаланырға тырышыр. Мөхәммәт (с.ғ.с) үҙенең өммәтенә күбеһенсә үләндәр, емештәр менән дауаланырға кәңәш иткән һәм дауаның сығанағы итеп Ҡөрьән һәм балды билдәләгән. Аяҡ аҫтында үҫеп ултырған һәр үләндә төрлө ауырыуҙарға шифа бар. Был әллә ҡасан уҡ иҫбат ителгән. Әммә кешеләр дауаланыуҙың еңел ысулын эҙләпме, әллә үҙ-үҙенә ышанмау арҡаһындамы, үҙенең һаулығын, хатта булмышын сихырсы-күрәҙәселәр иркенә тапшыра.
Сихырҙы дауалау өсөн шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән дауалар бар. Бәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһис-сәләмгә боҙом ҡылынған ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уны был яуызлыҡтан ҡотҡарған. Бары тик сихырсы эшләгән боҙомдо табып, уны юҡҡа сығарғандар. Шуның менән Аллаһ Үҙенең Бәйғәмбәренә шифа биргән. Ғәҙәттә, сихырсылар ептән төйөндәр яһап йәки ҡаҙаҡтарҙы бер-береһенә беркетеп, шуға өрәләр һәм һуғалар. Әгәр был әйберҙәрҙе табып юҡ итһәң, Аллаһ ихтыяры менән сихыр зәхмәте лә бөтә.
Әгәр ауырыу үҙ аҡылында булһа, ҡайһы ваҡыт уның үҙенән Ҡөрьән уҡытып та дауалайҙар. Ә ҡайһы саҡта кемдер берәүҙең доға уҡып, ауырыуҙың күкрәгенә йәки башҡа еренә өрөүе генә лә шифа бирә. Был ваҡытта "Фәтиха", Аятел Ҡөрси, "Әғраф", "Юныс" һәм "Тәһа" сүрәләренең мәғлүм аяттарын, "Кәфирүн" һәм Ҡөрьәндең һуңғы 3 аятын уҡырға кәрәк. "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс" сүрәләре өсәр тапҡыр уҡыла. Һәм Аллаһҡа дауаланыуға өмөт менән доға ҡылырға кәрәк. Дауалаусы - Аллаһ Үҙе. Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйткән: "Дауаһын барлыҡҡа килтермәйсә, Аллаһы Тәғәлә бер сирҙе лә барлыҡҡа килтермәгән. Белеүселәр - был хаҡта белә, белмәгәндәр - белмәй".

Мөхәмәтйәр НӘжметдин.
"Сихыр һәм күрәҙәселек" китабынан.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.25 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 
Бөйөк аҡыллы кешеләр ошо өс бәләнең ҡорбаны була: ул йә иртә донъя ҡуя, йә хәйерселектә йәшәй, йә үҙенән һуң тоҡом ҡалдырмай.

(Боронғо һинд мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru