
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, яңы уҡыу йылына әҙерлек, уға бәйле төп күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Яңы уҡыу йылын республикала ярты миллиондан ашыу бала, шул иҫәптән 45 меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһы (45070), шулай уҡ 118 меңдән ашыу колледж студенты (31 меңгә яҡыны беренсе курс студенты) башлай.
Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар 1 сентябрҙә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә үтә. Унда Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Белем биреү ойошмаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү сиктәрендә ведомство-ара республика комиссияһы эшен дауам итә. Комиссия составына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль хеҙмәте идаралығы, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, ата-әсәләр комитеттары вәкилдәре индерелгән.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре 1236 дөйөм белем биреү ойошмаһында үткәрелгән. Әле (28-29 августа) уларҙың барыһында ла ҡораллы һөжүм ваҡытында, шартлатҡыс ҡулайлама табылған йәки пилотһыҙ осоусы аппарат (БПЛА) һөжүме мәлендә һаҡ хеҙмәткәрҙәренең һәм коллективтар ағзаларының комплекслы сценарийын әҙерләү буйынса Бөтә Рәсәй күнекмәләре бара.
Уҡыу йылы башына республиканың 711 мәктәбенә "Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре" һәм "Хеҙмәт (технология)" предметтары буйынса уҡыу кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынған. Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан Республикаһы йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында - 4-се һәм Волга буйы федераль округында 1-се урынды биләй. Был маҡсатҡа тотонолған аҡсаның дөйөм күләме 203,5 млн һум тәшкил иткән.
Республикала белем биреү ойошмаларын берҙәм дәүләт дәреслектәре менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. 2025 йылда бының өсөн республика бюджетынан 1,3 миллиард һум аҡса бүленгән. В. Мединский авторлығындағы 10-11 кластар өсөн тарих буйынса дәреслектәр менән бөтә мәктәптәр ҙә тәьмин ителгән. 1 сентябргә республика уҡыусылары шулай уҡ 5-7 класс өсөн тарих дәреслеге лә аласаҡ.
53 меңгә яҡын уҡыусы мәктәпкә йәшәгән урынынан ситтә йөрөп уҡый. Республиканың уларҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән мәктәп автобустары паркы 1590 берәмек техниканан тора. 2025 йыл дауамында федераль һәм төбәк программалары сиктәрендә мәктәп автобустары паркын өлөшләтә яңыртыу ҡаралған.
Республикала уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе камиллаштырыу буйынса эш дауам итәсәк. Уҡыусыларҙың льготалы категорияларын бушлай ашатыу өсөн 2025 йылда 2,6 миллиард һум бүленә. Шул иҫәптән Башҡортостан бюджетынан - 1,2 миллиард һум.
Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, 1 сентябрҙән "Тыуған яҡ тарихы" тигән яңы уҡыу курсы, берҙәм дәрес планлаштырыу һәм дәрестәр теҙмәһе индерелә, контроль эштәр һаны кәмей. Бынан тыш, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдарҙың даталары билдәләнгән. "Яңы уҡыу йылы сифатлы белем алыу өсөн тулы мөмкинлек бирер, үҫеп килгән быуында патриотик аң формалаштырыу өсөн мөһим этап булыр тип ышанам", - тине Илдар Мәүлитбирҙин.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|