«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЫҪТАҒЫ АУҘЫ КҮРГӘНСЕ ЯҠЫНДАҒЫ ЯУҘЫ КҮР
+  - 


Үткән аҙнала донъя хәлдәрендә сағыштырмаса тынлыҡ күҙәтелде, тип әйтергә булалыр, тик был Махсус хәрби операция барышына һис ҡағылмай, әлбиттә. ФедералПресс 24 августа хәбәр итеүенсә, РФ Ҡораллы Көстәренең "Үҙәк" ғәскәр төркөмө һөжүме һөҙөмтәһендә Днепропетровск өлкәһенең Филия тораҡ пункты азат ителде. Был ошо өлкәләге хәрби операция барышында мөһим аҙымдарҙың береһе булды, һәм ул төбәктә Рәсәй ғәскәрҙәре урынын нығытасаҡ.

Украина Ҡораллы Көстәре МХО-ның бөтөн йүнәлештәре буйынса тәүлек эсендә 1270 һалдатын юғалтты. Бынан тыш, Украинаның хәрби инфраструктураһына һөжүм һөҙөмтәһендә дошмандың төп объекттары, шул иҫәптән, "Сапсан" ракета һаҡлағысы шартлатылды. "Төньяҡ" ғәскәр төркөмө Сумы өлкәһендә алып барылған хәрби бурыстарын башҡарып, ошо биләмәлә урынлашҡан "Рейнджер" украин спецназы отрядын һәм блиндажын, шулай уҡ FPV-дрондар ярҙамында уларҙың элемтә антенналарын һәм дрондар менән идара пунктын юҡ итте. "Көнбайыш", "Көньяҡ", "Көнсығыш", "Днепр" ғәскәр төркөмдәре подразделениелары ла үҙ ҡарамаҡтарындағы биләмәләрҙә дошмандың хәрби объекттарын, техникаһын, дрондар складын, украин хәрбиҙәренең 146 районындағы ваҡытлыса дислокация пункттарын юҡ итеүгә өлгәште. Ҡыҫҡаһы, ошо йылдың 24 авгусына ҡарата Махсус хәрби операция башланғандан алып дошмандың 665 самолеты, 283 вертолеты, 79 322 пилотһыҙ осоу аппараты, 625 зенит ракета комплексы, 24 755 танкы һәм башҡа төр бронялы машинаһы, 1 588 ут асыусы реактив системалар машиналары, 28 873 ялан артиллерияһы орудиеһы һәм минометтары, 40 314 берәмек махсус хәрби автомобиль техникаһы юҡ ителде. Үткән йәкшәмбе, йәғни 24 августа Киев режимы территорияһынан Рәсәйҙең 146 яугиры әсирлектән ҡайтарылды һәм яуап рәүешендә Украинаға шулай уҡ уларҙың 146 һалдаты тапшырылды.
Әйткәндәй, үткән аҙнаның һуңғы көнөндә Украинала Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн байрам иттеләр. Билдәле ирланд журналисы Чей Боуз яҙып сығыуынса, Киевҡа донъяның "клоундар элитаһы", неонацистар һәм конфликтты тоҡандырыусылар был сарала ҡатнашырға йыйылды. "Аргументы недели" гәзите яҙыуынса, "Украинаны уның бер ҡасан да булмаған нәмәһе менән" ҡотлайҙар. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, сөнки Киев режимы һәр дайым Көнбайыш менән Аҡ йорт йоғонтоһонда һәм уларҙың ҡул аҫтында эш итте. Шуныһы ғәжәп: Киев режимын "Бойондороҡһоҙлоҡ" көнө менән ҡотлаусылар араһында Ҡытай башлығы Си Цзиньпин да бар һәм ул хатта ки Украина менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуы һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара тотороҡло үҫешкә йүнәлтеүҙең ике ил өсөн дә файҙа килтерәсәге хаҡында белдерә. Бына һиңә -"ҡәҙерле дуҫ"! Әллә, тием, Аляскалағы осрашыу зыйтына тейҙеме Си иптәшебеҙҙең? Әмәлгә ҡалғандай, РФ Президенты Владимир Путин ошо аҙна аҙаҡтарында Ҡытайға дүрт көнлөк эш сәфәре менән бара, һәм ул Цзиньпин менән 31 август-1сентябрь буласаҡ ШОС саммитында осрашасаҡ.
Киевтағы "байрам"да ҡатнашҡан Еврокомиссия рәйесе Урсула ханым телмәрендә "Ирекле Украина - ирекле Европа" тигән баш китмәле лозунг ташлап, күптәрҙе аптырашта ҡалдырғандыр. Хәйер, аптырай торғаны юҡ - Боуздан да тапҡырыраҡ әйтеп булмаҫ: тағун мәлендәге был байрамға "клоундар элитаһы" йыйылды, тигәйне бит ул. Был бигерәк тә байрамдың төп хужаһына ҡағыла торғандыр: Зеленский был көн ситтән йыйылған ҡунаҡтары янына Ҡырым менән Рәсәйҙең яңы төбәктәрен дә индереп, Украина картаһы төшөрөлгән сигеүле ҡара күлдәктә сыҡты. Эйе, ҡасандыр Украина ССР-ы майҙаны буйынса Советтар Союзының өсөнсө урында тороусы административ-территориаль берәмеге ине. Сәйәси эксперт Әхмәд Хәсәнов яҙыуынса, СССР-ҙан ҡалған завод-предприятиелары менән көслө иҡтисадлы дәүләт булып үҫешергә бөтөн мөмкинлектәре бар ине. Украина властарына ни бары үҙ закондарына ярашлы идара итеү менән шөғөлләнергә генә кәрәк булды, ләкин уның сәйәсмәндәре үҙ илен һәм халҡын һатты, ватанына хыянат итте.
Шулай тип аталған "бойондороҡһоҙлоҡ" көнөн Украина Рәсәйҙең атом һәм инфраструктура объекттарына һөжүм менән билдәләмәксе булды. 24-енә ҡарай төн беҙҙең ил күгендә 95 дрон атып төшөрөлдө. Украин властары ошоға тиклем үҙҙәренә тынғылыҡ бирмәгән Курск атом электр станцияһына тағы ла яҫҡынды. Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Хинштейн АЭС өҫтөндә шартлатҡыс аппараттың бәреп төшөрөлөүе хаҡында хәбәр итте.
Бынан алда Зеленский менән осрашыуында АҠШ президенты Дональд Трамптың, конфликтты тамамлау өсөн Украинаға ҡайһы бер биләмәләре менән хушлашырға тура килер, тигән һүҙҙәрен Киев режимы башлығы алда буласаҡ килешеүҙәрҙе өҙөү өсөн сәбәп итеп алды. Һуңғы көндәрҙә генә дошман шартлатҡыс аппараттары Яңы шахта һәм Сызрань нефть эшкәртеү заводтарына, Ленинград өлкәһендәге НОВАТЭК компанияһы терминалына һөжүм итте. Трамп ике ил конфликты буйынса һөйләшеүҙәр алып барған арала Украинаға аҡса яуа башланы: Канада - 2 млрд доллар, Норвегия - 690 млн, ә Евросоюз Рәсәй активынан урланған 10 млрд евро ебәрергә ҡарар итте. Аҡ йорт хакимиәте лә Украинаға алыҫ араға (240-450 км) иҫәпләнгән радиуслы 3350 ERAM ракетаһы ебәреүҙе хупланы, ләкин уны ҡулланыу өсөн Киевҡа Пентагондың рөхсәте кәрәк буласаҡ.
Кисә генә Мәскәү менән һөйләшеүҙәргә ыңғайлаған Зеленский бындай йомарт "бүләктәр"ҙән оторо ҡыйыуланып китте, буғай, хәҙер ул, АҠШ талап иткәнсә, биләмәләрҙән баш тартыуға бармаясағын ҡәтғи белдерә: Евроберләшмә лидерҙары хөсөтө үҙенекен эшләй. Һөҙөмтәлә ике ил араһында тыныслыҡ урынлаштырыу юлында төп ҡаршылыҡты Украина менән Евроберләшмә аңлы һәм махсус рәүештә тыуҙыра. Кемдер әйтмешләй, Украина тыныслыҡҡа алыҫта әле, ә Рәсәй һаман яҡынлаша - Киевҡа етеп килә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru