Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
НЕ РУЛИ, МАЛАЙ, ЙӘҒНИ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР НИ ҠАРАЙ?
|

Төбәктә 29 майҙан алып Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы тарафынан балаларҙың руль артына ултырыуы мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында "Не рули, малай!" исемле акция бара.
Йәй миҙгелендә төбәктә мототранспорт руленә ултырған балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары артыуы күҙәтелде. Ҡағиҙә булараҡ, руль артына ултырыусы йәш водителдәр юл хәрәкәте ҡәғиҙәләрен белмәй, машиналар геүләп торған оло трассаларға сыға, уларға техника менән идара итеү ҙә ауыр. Шулай уҡ улар йыш ҡына шлемһыҙ идара итә һәм хатта иҫерек килеш рулгә ултырған, йәштәштәре алдында текә булып күренергә тырышып, төрлөсә ҡыланған йәштәр ҙә әҙ түгел. Быларҙың барыһы ла аварияларға килтереүе мөмкин. Ә бындай хәлдәр күҙәтелеүенә кем ғәйепле? Тәү сиратта, ололар, ата-әсәләр. Нәҡ улар балаларға мопед, питбайк, квадроциклдар һатып ала һәм руль артына ултырырға рөхсәт бирә.
Статистикаға күҙ һалғанда, быйыл республикала йыл башынан ике бәлиғ булмаған мототранспорт водителе һәм бер пассажир һәләк булған. 22 бала өсөн бындай йөрөүҙәр имгәнеүҙәр һәм йәрәхәттәр менән тамамланған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы бындай авариялар Баймаҡ, Ҡалтасы, Әбйәлил, Тәтешле райондарында, Яңауылда, Нефтекамала теркәлгән. Баш ҡалала ғына 102 үҫмер питбайк руле артында тотолған, уларҙың 12-һе иҫерек булған. Әлеге көндә штраф туҡталҡаларында 900-гә яҡын мотоцикл, питбайк, мопед тупланған. Уларҙың барыһы ла юл хәрәкәтен боҙоусы балаларҙан тартып алынған. Балаһының хәүефле теләгенә булышлыҡ итеп, бындай транспорт саралары һатып алыусы ата-әсәләр административ протоколдарға ярашлы штраф түләй, шулай уҡ опека ойошмалары хеҙмәткәрҙәре алдында ла яуап тота.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та был проблемаға айырым иғтибар бүлә һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау мәсьәләһендә эҙмә-эҙлекле, системалы эшмәкәрлек кәрәк, тип белдерә. "Рәсәй Президенты алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс - халыҡты һаҡлап ҡалыу. Беҙҙә кешеләрҙе, балаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн даими рәүештә көрәш бара. Һәм беҙ был көрәш барышында ниндәй дәрәжәлә һөҙөмтәле, технологик яҡтан әҙер булыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Был ҙур, етди эш", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Балаларҙың питбайктарҙа ҡала урамдарында, парктарҙа ҙур тиҙлектә йөрөүен, йәш водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының артыуын һәм был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Ҡала урамдарында булған ваҡиғалар хәүеф тыуҙыра. Ата-әсәләр берләшмәһе менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, сөнки балалары бәлиғ булғанға тиклем уларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн улар яуаплы. Беҙҙең бурыс - хәрәкәт итеү өсөн хәүефһеҙ шарттар булдырыу. Улар урамдар буйлап йөрөргә тейеш түгел, - тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев. Ул ҡала райондары хакимиәттәренә мәғлүмәт кампанияһы, иҫкәртеү әңгәмәләре үткәреү бурысын йөкмәтте. Йәмәғәт именлеге үҙәгенә дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәре менән бергә эшләүҙе әүҙемләштерергә һәм мототранспорттың бәлиғ булмаған хужалары "яратҡан" биләмәләрҙә даими рәүештә рейд үткәрергә кәрәклеген билдәләне.
"Не рули, малай!" акцияһы ағымдағы йылдың 31 октябренә тиклем дауам итәсәк. Был күләмле кампаниянан тыш, республикала шулай уҡ даими рәүештә "Мототехника", "Иғтибар - балаларға", "СИМ" һәм башҡа акциялар үткәрелә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре - ул закон һәм барыһы ла уны үтәргә бурыслы. Бәлиғ булмағандар ҙа, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы булараҡ, үҙ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын ғына түгел, ә уларҙы боҙоуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен дә белергә тейеш.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 25
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|