«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛИМПИАДАЛА ЕҢЕҮ ЯУЛА ЛА ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТОНА ИМТИХАНҺЫҘ ИН!
+  - 

Республика уҡыусылары халыҡ-ара олимпиадаларҙа йыш ҡына еңеү яулай. Мәҫәлән, Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-9 августа Пекинда үткән яһалма интеллект буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеү яуланы. Ул юғары класс уҡыусылары араһында алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҙын Тимур "Яһалма интеллект" буйынса милли технологик олимпиада (НТО) финалында еңгәйне. Республика инженер лицей-интернаты директоры Азамат ЯМҒЫРСИН ошондай уңыштарға булышлыҡ итеүсе факторҙар тураһында һөйләне:

- Төбәк уҡыусыларының халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүе һәләтле балаларға ярҙамдың юғары кимәлен күрһәтә. Быйыл июнь айында республика уҡыусылары химия буйынса халыҡ-ара олимпиада призерҙары булды. Белеүегеҙсә, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа Республика инженер лицей-интернатын тамамлаған Вадим Харисов дүрт тапҡыр еңде.
Шулай итеп, беҙ һәләтле балаларға ярҙам итеү принциптарының тормошҡа ашырылыуын, уларҙың фән һәм технологияның алдынғы йүнәлештәренә йөҙ бороуын күрәбеҙ. Был модель республикала һәм илдә, РФ Президентының Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһындағы указына ярашлы, бик яҡшы төҙөлгән, унда 2030 йылға тиклем һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереүҙең һөҙөмтәле системаһын тәьмин итергә кәрәк, тигән төп бурыс аныҡ билдәләнгән. Был - республикабыҙҙа "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең, мәғариф учреждениеларының, Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө фән һәм технологиялар университеттарының етди эш һөҙөмтәһе.
Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүҙәре, юғары уҡыу йорттарына имтихандарһыҙ инеү мөмкинлеге уҡыусыларҙың олимпиада хәрәкәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Балалар төрлө ярышта үҙҙәрен һынап ҡарарға һәм күрһәтергә ынтылып тора. Беҙҙең бурыс - 11-се класты тамамлаусыларҙың күпселеген халыҡ-ара олимпиадаларҙа, бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында, БР һәм РФ кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр иҫәбенә вуздарға имтиханһыҙ инеү статусына өлгәштереү. Был статусты алғас, Рәсәй Федерацияһындағы теләгән юғары уҡыу йортона инергә, юғары стипендиялар алырға мөмкин. Әйткәндәй, илдә иң юғары стипендия - ул Өфө дәүләт нефть техник университетында, шуға ла беҙҙең олимпиадасыларҙың күбеһе унда уҡырға инә.
Беҙ ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға 1-се кластан башлап олимпиадаларҙа ҡатнашырға кәңәш итәбеҙ. Барыһын да белергә, үҙеңде төрлө йүнәлештә һынап ҡарарға кәрәк. Бер фән өлкәһендә алған күнекмәне икенсе предметта ла ҡуллана алаһың бит. Олимпиада хәрәкәтенең киләсәге ҙур. Ошоноң иҫәбенә беҙ хеҙмәт баҙарында талап ителгән буласаҡ белгестәрҙе асыҡлайбыҙ, унда көндән-көн яңы ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килә, уларҙы күберәк күнекмәләргә һәм компетенцияларға эйә булғанда ғына хәл итергә була.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡортостан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында иң көслө ун төбәк иҫәбенә инә. Бынан тыш, республикала төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарға түләүҙәр ҡаралған. Атап әйткәндә, еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары 100 мең һум ала (призерҙар 60 мең һум). Башҡортостан олимпиадаһында еңеүселәргә 10 мең һум түләнә, уларҙың исемлеге РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫлана. Башҡортостанда 2019 йылдан уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади потенциалын үҫтереү, уларҙы олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеү менән шөғөлләнгән "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге эшләй.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru