
Август аҙағы, йәйге оҙон каникулдар ахыры булараҡ, мәктәпкә әҙерлек кеүек күңелле мәшәҡәттәрҙе лә үҙ эсенә ала. Тик "мәктәпкә әҙерлек" тигәндә арманһыҙ булып магазиндар ҡыҙырып, баланы баштан-аяҡ кейендереп, уңайлы биштәрҙе дәфтәр-ҡәләм менән тултырыу кеүек бурыстарҙы ғына күҙ уңында тотабыҙ. Хатта белгестәр уҡыу кәрәк-ярағы күпмегә төшкәнен йыл һайын яңынан иҫәпләп сығарырға ла йыбанмай.
Өлкәндәрҙең иғтибарынан бер генә нәмә ситтә ҡала: бала үҙе мәктәпкә ниндәй күңел менән бара? Уны бер нәмә лә борсомаймы? Уны унда бер кем дә йәберһетмәйме? Ул һеҙгә бар нәмәне лә нисек бар, шулай һөйләйме? Һеҙ, атай-әсәйҙәр, тантаналы линейкаларҙа ҡыңғырауҙар зыңлағансы, балағыҙ менән буллинг һәм бындай хәлгә тарый ҡалғанда нимә эшләргә кәрәк икәнлеге тураһында һөйләштегеҙме әле?
Мәктәп - һәр кемдең бала саҡта үтә торған тормош этабы. 11 йыл буйына белем эстәп кенә ҡалмай ул унда, төрлө сифаттарын аса, таланттарын үҫтерә, башҡаларға ҡарап үҙендә яҡшы, ҡайһы саҡта насар ғәҙәттәр тәрбиәләй, дуҫлашырға, теге йә был ситуацияға яраҡлашырға, уны хәл итергә һ.б өйрәнә. Заманалар менән бергә белем биреүгә булған талаптар, стандарттар үҙгәрһә лә, "мәктәп", "уҡыусы", "уҡытыусы" тигән төшөнсәләр үҙгәрешһеҙ ҡала һәм уларға "буллинг" тигәне лә эйәреп йөрөй. Быға тиклем бындай йәберһетеүҙәр баланы көслөрәк кенә итә тигән ҡараш йәшәй ине. Бөгөн иһә психологтар, педиатрҙар был хәлдәрҙе баланың нескә психикаһы күтәрә алмауы ихтималлығы хаҡында күп һөйләй, уларға ярҙам итергә саҡыра һәм был тап өлкәндәрҙең бурысы тип иҫкәртә.
Шуға ла беҙ, бармы ул буллинг, әллә юҡмы, уға нимә сәбәпсе, кемде йышыраҡ йәберләйҙәр, тигән һорауҙарға яуап эҙләргә йыйынмайбыҙ. Буллинг совет мәктәбендә лә булған, хәҙергеһендә лә бар. Тәүгеһендә тәрбиәгә ҙур урын бирелгән, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ өлөшөн индергән, етмәһә, барыһы ла социаль йәһәттән дә тиң булған, шуға буллинг та бик тамырланып китә алмағандыр. Хәҙергеһе иһә уҡытыу системаһынан тәрбиәне бер алып ташлайҙар, бер кире ҡайтаралар. Уҡыусылар үҫкән ғаиләләрҙең матди хәле лә төрлө, ата-әсәһенең ниндәй әхлаҡи ҡиммәттәрҙе алға һөрөп йәшәүе лә роль уйнай, үкенескә, бөгөн текә кеҫә телефоны булмағаны өсөн дә бала кәмһетелеүгә дусар булыуы ихтимал. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы йәки ҡоралға тотоноп, мәктәбенән үс алыусы үҫмерҙәр ҙә йылдар буйына буллинг ҡорбаны булыуы асыҡланып тора бит. Һәр хәлдә, был мәсьәләнең осо-ҡырыйына сығыуы бик ауыр. Тимәк, буллинг күренеше ҡайҙалыр сит илдә түгел, һинең балаң уҡыған мәктәптә лә бар һәм һинең улың/ҡыҙыңдың ҡорбан ролендә ҡалыуы бик мөмкин.
Шулай итеп, кемделер кәмһетәләр, үсекләйҙәр, иҫәнләшмәйҙәр, бер парта артында ултырмайҙар һәм янында тормайҙар, әйберен йә тартып алалар, йә йәшерәләр, йә боҙалар, үҙенә төртәләр, һуғалар, төрлөсә ҡурҡыталар икән, был - йәберһетеү, буллинг тип атала. Быны бер генә кеше йәки бер кеше етәкселеге аҫтында тотош төркөм башҡара һәм йәберләүҙәр даими була. Ҡылыҡтарын аҡларлыҡ әҙер яуаптары ла бар, мәҫәлән: "Ул беҙгә оҡшамай", "Үсекләйбеҙ генә лә инде", "Был уйын", "Шаярттыҡсы". Ундайҙар менән бәхәсләшергә, мәҫәлән, әйткән һүҙенән һуң аҡланырға ("Мин һимеҙ түгел, эре һөйәкле", "Хәҙер ошондай кейемдәр модала") кәрәкмәй. "Үҙең иҫәр!" тип, уның "шаярыу" кимәленә төшөп тә һүҙ әйтмәҫкә. Ҡурҡытырға тырышырға ла кәрәкмәҫ ("Уҡытыусыға әйтәм!"). Ишетмәмешкә һалышаһың икән, асыуыңды һиҙҙермәҫкә, ҡыҙармаҫҡа, күҙҙәрҙе йәшермәҫкә, иламаҫҡа. Ғөмүмән, психологтар был йәберләү/үсекләү/кәмһетеүҙәрҙе туҡтатам тип тырышыуҙан файҙа юҡ, ти. Сөнки агрессорға һинең тышҡы ҡиәфәтең дә, кейемең дә һ.б кәрәк тә түгел, уға бары һине нисектер сығырыңдан сығарып, ошонан ҡәнәғәтлек алыу мөһим. Әгәр ҙә иғтибар итмәйһең икән, уға бындай ҡорбан менән ҡыҙыҡ түгел. Яйлап ул үҙенә башҡа ҡорбан табасаҡ. Әммә һиңә һуҡһалар, әйбереңде, кейемеңде боҙһалар, тыныс ҡына ашарға, туалетҡа барырға ҡамасаулаһалар, хатта янаһалар, был ябай ғына йәберләү түгел. Был - закон тарафынан тыйылған ғәмәлдәр. Уларҙы түҙергә кәрәкмәй, ата-әсә, уҡытыусы ярҙамынан тыш бындай кәмһетеүҙәрҙе туҡтатып булмаясаҡ.
Йәберһетеүсе, кәмһетеүсе ролендә уҡытыусы ла тора ала, бала был турала ла белһен. Буласаҡ имтихан менән уҡыусыны ҡурҡытып торһаң, ул уға яҡшыраҡ әҙерләнәсәк, тигәнгә инанған, ата-әсәләр йыйылышында: "Балағыҙ имтихандан да ҡурҡмай ҙа ул", - тип сығыш яһаған, йәиһә "Вәкил - алйот, Йәмилә - ялҡау, Зөлхиә - яй, мыштыр һ.б" тип әйткән уҡытыусынан тура мәғәнәһендә ҡасырға кәрәк. Сөнки һәр бала мәктәпкә ҡыуанып йөрөргә тейеш. Кеше аңының бер үҙенсәлеге бар: ул стресс кисергәндә яңы мәғлүмәт үҙләштерә алмай. Гел ҡурҡыу, хәүеф кисергәндә уҡып булмай, бар көс үҙеңде яҡларға тырышыуға ғына китеп торасаҡ.
Бала өйгә ҡайтып, уны йәберләүҙәре хаҡында һөйләй икән, бының миңә ниндәй ҡағылышы бар, тимәгеҙ. Бер нәмә лә һөйләмәй, тик нимәгәлер борсолғанын һиҙәһегеҙ икән, шулай уҡ тыныс ҡына йөрөмәгеҙ.
Нимә эшләргә һуң?
- Иң тәүҙә уны иғтибарлап тыңлағыҙ, "Кит әле!", "Юҡты һөйләмә!", - тип, үҙенә йомолорға мәжбүр итмәгеҙ.
- Факттар туплағыҙ: нимә, нисек, ҡасан булған, кемдәр ҡатнашҡан, был хәл йыш ҡабатланғанмы һ.б.
- Класс етәксеһе, директор менән мәктәпкә барып һөйләшегеҙ. Кәрәк икән, рәсми мөрәжәғәт яҙығыҙ.
- Әгәр ҙә вәғәҙә итеп тә, мәктәп етәкселеге бер нәмә лә эшләмәй икән, ҡала-район мәғариф идаралыҡтарына, министрлыҡҡа, прокуратураға, Рособрнадзорға яҙығыҙ.
Нимә эшләргә ярамай?
- "Үҙең ғәйепле", тигәнерәк һүҙҙәр әйтергә.
- "Иғтибар итмә" тип, проблеманы юҡҡа сығарырға тырышырға.
- "Элек беҙҙең әсәйҙәр бер нәмә белмәй ине", тип, яуаплылыҡты балаға һалырға. Буллингты бала үҙе туҡтата алмай.
- Хәл "төпкә" төшөп китмәһен тип ҡурҡырға. Бында иң ҡурҡынысы - ҡул ҡаушырып ултырыу.
Ярҙам кәрәкһә:
"Травли нет" ҡыҙыу линияһы эшләй (8 800 500 44 14), шулай уҡ травлинет.рф сайтында ла терәк-ярҙам таба алаһығыҙ.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Ғәлиә ВӘЛИЕВА, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы: Мин 35 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем. Ул саҡта балалар ҙа башҡа ине, һеҙгә еңел булған, тиҙәр хәҙер, ғәҙәттә. Юҡ шул, заманалар, стандарттар, талаптар, ҡағыҙ эшенең һәм эш хаҡының күләме бында бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Уҡытыусы үҙ һөнәрен яратырға һәм уҡыусыларының киләсәге уның ҡулында икәнен иҫенән сығармаҫҡа тейеш. Юғиһә, ҡырҡ ата балаһын бер класҡа йыйып ултыртыу ғына аҙ, уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тойорлоҡ, тыныс ҡына белем алырлыҡ мөхит булдырыу - уның бурысы.
Көслөрәк холоҡло бала тиҫтерҙәрен йәберләй башлағанда ла мәлендә генә һиҙеп ҡалып, бер-икене әйтһәң, хатта уға ҡарап, кинәйәләп кенә төрттөрһәң дә шунда уҡ тыйыла торғайнылар. Бала күңеле һиҙгер бит ул, класта төрлө уҡыусы була, ҡайһыһына берәй ҡылығы өсөн үҙең эстән саҡ ҡына көйөп, ҡырыныраҡ ҡараһаң, шуны тойоп та ала, йәберләй ҙә башлай. Шуға ла һәр береһенә тигеҙ ҡарап, уларҙы тигеҙ яратырға һәм ҡабул итергә кәрәк. Яйлап күҙәтеп, кем нимәгә отҡорораҡ, сосораҡ, шул йүнәлештә эштәр ҡушыбыраҡ, бер коллектив итеп көйләп алаһың инде.
Бер ниндәй ҡултамға йыймай, походтарға сығып китә инек. Хәҙерге балаларҙы ҡайҙалыр алып сығыр өсөн йөҙ рөхсәт кәрәк. Шул сәйәхәттәрҙән күпме бала класташтары алдында бер башҡа үҫеп ҡайта ине, уҡыуҙа насарыраҡ өлгәшһә лә, кәрәк саҡта ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмауы, усаҡ яға, компас менән ҡуллана белеүе һ.б. уларҙың абруйын күтәрә ине. Мәктәп янында баҡса ла үҫтерҙек балалар менән, малайҙар үҙҙәре уны кәртәләп тә ҡуйғайны. Шул уҡыусыларымдың бөгөн барыһының да ауылда гөрләтеп донъя көтөүенә ғорурланып ҡарап йөрөйөм.
Буллинг мәсьәләһенә килгәндә, унда ҡорбандан башҡа, кешене кәмһетерлек, йәберләрлек һүҙ әйтерлек бала ла бар, уның ошо ҡылығына ҡушылып китеүселәр бар. Ундай агрессия уларҙың күңеленә ҡасан оялаған һуң, аптырарлыҡ. Яратырға өйрәтәйек балаларҙы, үҙҙәрен дә, кешеләрҙе лә, бер-берегеҙгә дуҫ, тип аңлатайыҡ өйҙә лә, мәктәптә лә. Балаларыбыҙҙы үҙебеҙ ҙә яратайыҡ. Был сирҙе шул яратыу һәм һөйөү менән генә еңеп булалыр ул.
Әлфиә ИШБУЛАТОВА, әсәй: Үкенескә, был проблема беҙҙең ғаиләгә таныш. Уҡыусы саҡта миңә мәктәп алыштырырға тура килде. Улай ғына ла түгел, беҙ бәләкәй ҡаланан ҙурына күстек. Класташтарым мине үҙ итмәне, "ауыл" тип кенә ебәрә инеләр. Һәм күҙ алдына килтерегеҙ, ошо "ауыл" тәүге контроль эштәрҙе үк "бишле"гә эшләй башлай. Улар тап ошоно күтәрә алманы, ахыры. Минең менән һөйләшмәйҙәр, бер парта артында ултырмайҙар һ.б. Тәбиғәтем менән бик түҙемле кешемен, йомоҡмон, шаулап йөрөмәйем, барыһын да күңелемә йыям. Түҙҙем-түҙҙем дә, бер көндө мәктәптән сыҡтым да киттем. Минең юғалғанымды аңлап, эҙләп таба алмағас, уҡытыусылар әсәйемә шылтыратырға мәжбүр булған. Әсәйем ошо ваҡиғанан һуң ғына мине мәктәптә рәнйетеүҙәрен белеп ҡалды һәм килеп, уҡытыусы, директор һәм класташтарым менән һөйләште. Артыҡ бер нәмә лә әйтмәне кеүек: нисек яңы мөхиткә, сит кешеләр араһына эләккән баланың уны күрмәмешкә һалышыуҙарын кисереүе, уға ауыр булыуы тураһында ғына һөйләне. Әммә балалар ошонан һуң башҡаса насар ҡыланманы.
Шуны ла әйтергә кәрәк, әсәйем үткәргән әңгәмәне класс етәксеһе лә үткәрә ала ине, хатта тейеш ине. Нисек кенә булмаһын, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү, баланың күңеленә изгелек орлоҡтарын "сәсеү" ул борон-борондан мөғәллимдең, остаздың бурысы. Ирем дә бала саҡта мәктәптә буллинг менән осрашҡан, уны иһә физкультура уҡытыусыһы башҡалар алдында даими рәүештә һүҙ менән кәмһеткән.
Буллингтың беҙҙең ғаиләгә ҡағылышы ошоноң менән тамамланһа икән. Башланғыс класта һәләтен күреп, улыбыҙҙы математика йүнәлешле класҡа күсерҙеләр. Баштан уҡ бергә уҡый башламағас, уҡыусылар уны шулай уҡ ҡабул итмәне. Айырыуса бер малай йәберләй, әйберен ала, үсекләй, төртөп ебәргән саҡтары булды. Баштан үткәс, мин был хәлде үҙ яйына ҡуя алмай инем. Директорға барҙым. Был малай уға бәйләнмәй башланы, әммә икенсе, өсөнсө баланы шулай йәберләп, уныһының башын ярып ҡуйҙы. Шуға ла бындай хәлгә тарыһағыҙ, баланың йәберләнеүе хаҡында мәғлүмәтте йыйырға кәрәк: ата-әсәһе, уҡытыусы менән яҙышып һөйләшәһегеҙ икән, скриндарын һаҡлағыҙ, фото, видео ла дәлил, улар полицияға кәрәк булыуы бар. Иғтибарлы булығыҙ, зинһар, мәктәптә балағыҙҙы йәберләмәйҙәрме, кәйефе нисек - һорашып тороғоҙ.
Ләйсән НАФИҠОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА