Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
ДӘРЕСТӘ ЙОҠОҺО КИЛМӘҺӘ ТИМӘК, БАЛАҒА ҠЫҘЫҠ
|

Үткән йылдарҙың береһен педагог һәм остаз йылы тип тә атағайнылар бит әле. Эйе, уҡытыусыларыбыҙҙы бер ҡасан да иғтибарыбыҙҙан төшөрөп ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ шул. Уҡытыусының ниндәй булырға тейешлеге хаҡында, әлбиттә, күп яҙалар. Урта һәм юғары уҡыу йорттарында буласаҡ мөғәллимдәр әҙерләү эшендә ғүмер буйы эшләгән ғалимдарыбыҙ ҡулланған алымдар ҙа бихисап булыуына иманым камил. Үҙем уҡытыусы һөнәренән бөтөнләйгә алыҫ торам, әммә ошо хаҡта йыш ҡына уйланып алам. Бер аҙ фекерем менән дә бүлешмәксе булдым әле. Был һөнәр эйәләренең ҡайһылайыраҡ сифатта булырға тейешлеге хаҡында нәсихәт уҡырлыҡ кимәлдә түгелмен, әммә үҙемде элек мәктәптә уҡытҡан бәғзе бер ағай, апайҙар миҫалында уларҙы нисегерәк итеп күрергә теләүем тураһындағы ошо яҙмам гәзит уҡыусының күңеленә ятыр тигән өмөттәмен.
Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәпте уҡып бөткәс, өс йыл күрше Аҡморон ауыл урта мәктәбендә, унан Баймаҡ интернатында уҡығайным. Ярайһы ғына зиһенле бала булғанмындыр, күрәһең (маҡтанып әйтмәйем, әстәғфируллаһ): үҙемде уҡытҡан бөтә уҡытыусыларым, уларҙың нисек дәрес алып барғандары бөгөнгөләй күҙ алдымда. Шулар араһынан бер нисәүһен айырып, иҫкә алып китмәксемен.
Уҡытыусы дәресте бик мауыҡтырғыс итеп алып бара белергә тейештер, тип һанайым үҙем электән. Аҡморон мәктәбендә уҡыған саҡта тарих фәнен беҙҙә Сабур Хәйрулла улы Ғәлиев алып барҙы. Был ағайҙың һәр дәресен дауамлы, ҡыҙыҡлы кинофильмдың сираттағы серияһын көткәндәй көтөп ала торғайным. Хәс тә теге Штирлиц хаҡындағы фильмды ҡараған һымаҡ ҡабул итә инем. Шул дәрестәрҙәге айырым эпизодтарҙың бер нисәүһен килтерәйем әле. "Урта быуаттар тарихы" дәрестәренең береһендә Сабур ағайҙың Рим папаһы хаҡында һөйләгәне хәтеремдә бик яҡшы һаҡланып ҡалған. "Күҙ алдына килтерегеҙ әле, балалар: Рим папаһы үҙ халҡында шундай ҙур абруй ҡаҙанған, хатта уның аяҡ кейемен үбеү бәхетенә ирешкән кеше лә оло ғына дәрәжәгә эйә булған…" Иғтибарыбыҙҙы уҡытыусыбыҙға тағы ла нығыраҡ йүнәлтәбеҙ. Сабур ағай мут йылмайып, бармаҡ янаған һымаҡ ишаралай: "Һин уның менән не шути, ул - Рим папаһының түфлиһен үпкән кеше, йәнәһе…" Беҙ гөр килеп көлөшәбеҙ, ул бер аҙ тынысланғаныбыҙҙы көтөп тора. Артабан уны йотлоғоп тыңлайбыҙ. "Халыҡ ғибәҙәт ҡылһын өсөн, руханиҙар ҙур-ҙур ғибәҙәтханалар - соборҙар һалдырған…" Шул саҡ балалар бер-береһе менән быш-быш һөйләшә башлай. Уҡыусыларҙың ни өсөн шыбырҙашҡанын шунда уҡ һиҙгән Сабур ағай, һөйләүенән бер аҙ ғына туҡтап, йәнә йылмайып, беҙгә ҡарап тора бирә, тағы иғтибарыбыҙҙы йәлеп итә: "Сабур түгел, балалар, ә - собор..." Беҙҙең гөр килеп көлөшкәнебеҙгә ҡәнәғәт йылмая, хатта беҙгә ҡушылып көлөп тә ала.
Ағайыбыҙҙың Ғәрәп хәлифәлеге тураһында һөйләгәне лә иҫемдә. Бәйғәмбәр Мөхәммәттең (с.ғ.с), мөшриктәргә ҡаршы көрәше, ғәрәп илдәрен Ислам динендә берләштереүе хаҡында шундай ҡыҙыҡлы итеп һөйләгәйне ул. Аллаһтың берлеге, үҙенең Аллаһ илсеһе булыуын "Лә иләһә илләАллаһ Мөхәммәд расүлуллаһ" тип кешеләргә дәғәүәтләгән тигән һүҙҙәрҙе тарих уҡытыусыһы ауыҙынан ишетеү (илдә көслө атеистик пропагандалау барған СССР осоронда!) минең өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Сөнки ошо шәһәҙәне мин тик өйҙә атайым менән әсәйемдән генә ишетә инем.
"Яңы донъя тарихы"нда илдәрҙә социалистик ҡоролош төҙөү хаҡында дәрес бара. Рәсәй һәм башҡа бер-нисә дәүләт тәү тормош ҡоролошонан феодаль, унан капиталистик фазаға етеп, революцияға бөтә шарттар өлгөргәндән һуң ғына социализмға килеүе хаҡында һөйләй уҡытыусыбыҙ. Киләсәктә бөтә Ер йөҙөндә лә, нәҡ беҙҙең илдәге һымаҡ, социализм, унан коммунизм төҙөләсәк икән… Ә Монголия, Вьетнам һымаҡ бәғзе бер илдәр капитализм фазаһын үтмәйенсә, феодализмдан туп-тура социализмға күскән…
Сабур ағайыбыҙ һүҙенең ошо урынына еткәс, уны иғтибар менән тыңлап ултырған бер алдынғы уҡыусы, ҡул күтәреп, һорау бирә: "Сабур Хайруллович, ә бына Африка илдәре лә хәҙер колонизаторҙарҙан ҡотолоп, үҙаллылыҡ яулап алды бит. Ни өсөн улар социализм төҙөмәйҙәр икән?" Ағайыбыҙ был һорауға ошолайыраҡ итеп яуап бирә: "Социализм төҙөр өсөн илдә айырым шарттар - юғары иҡдисади үҫеш, бынан тыш, эшсе халыҡтың аң-дәрәжәһе етерлек кимәлдә булырға тейеш. Ә Африка илдәрендә, башлыса, тәүтормош община ҡоролошо хөкөм һөрә бит әлегә. Улар менән нисек социализм төҙөмәк кәрәк? Был илдәрҙәге уҡый-яҙа ла белмәгән, ярым яланғас кешеләрҙең ни ашауҙарына ғына иғтибар итәйек: уларҙың бит туҡланғаны - баҡамы, ҡортмо, йыланмы, чёртмы…" - тип теҙеп алып китә. Бына шундай оҫта итеп һөйләгән уҡытыусыны нисек тыңламай ултырыу мөмкин!
Ә Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған саҡта беҙҙә ("Кеше" буйынса) биология дәресен Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов алып барҙы. Уның дәрестәрен дә нәҡ алда әйтелгән ағайҙыҡы һымаҡ көтөп ала инек. Балаларға аңлайышлы булһын өсөн кеше тәнендәге биохимик процестарҙы бик уңайлы ғына итеп, тормош күренештәре менән сағыштырыу һәләте бар ине унда. Мәҫәлән, тәндәге иммунитет хаҡында беҙгә ул былай тип аңлатты: "Белеүебеҙсә, берәү ҡыҙылса, йә булмаһа ел сәсәге (ветрянка), йә иһә башҡа берәй инфекцион сир менән ауырып, йүнәлде икән, был кешелә шул инфекциялярға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә, тибеҙ. Быны нисек аңларға? Нимә ул иммунитет? Иммунитет - организмдың инфекцияға ҡаршы тороу һәләтлеге. Ул нисек беҙҙең тәнебеҙҙә барлыҡҡа килә һуң? Ябай итеп аңлатыу өсөн, тормошобоҙға күҙ һалайыҡ. Әйтәйек, берәү һиңә һөжүм итте икән. Аңғармаҫтан ташланып, һине бер талай дөмбәҫләп тә алды, ти. Әммә икенсе мәртәбә ул кеше осрай икән, был юлы һин уның һөжүмен йыуаш ҡына ҡаршыламайһың бит: ҡулыңа таяҡ-маҙар тотоп, әҙерләнеп тораһың… Ә теге кеше, һинең әҙерлегеңде күреп, теймәй үтеп китә. Һөжүм итә ҡалған хәлдә лә һинән лайыҡлы "сдача" аласаҡ… Тимәк, был кешегә ҡарата һинең инде "иммунитетың" бар… Кеше тәнендә лә нәҡ ана шулай. Берәй инфекция килеп эләкһә, организмда, ситтән ингән вирус һәм башҡа зарарлы агенттарға ҡаршы "антитело"лар бүленеп сыға башлай. Инде унан һауығып киткән тән киләһе мәртәбә ошо төр микроорганизмға һис кенә лә бирешмәй, йәғни, иммунитетлы була. Һәр төрлө ауырыуҙарға ҡаршы вакцина яһау ҙа тап ана шундай механизм буйынса бара… Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, ҡырҡ беренсе йыл Гитлер Германияһы аңғармаҫтан илебеҙгә һөжүм иттте. Ғәйәт ауыр һуғыштан һуң, ҡырҡ бишенсе йыл, беҙҙең Ҡыҙыл Армия фашистарға ҡарағанда мәртәбәләргә көслөрәк тә булып киткән бит. Шунан бирле империалистар хәҙер СССР-ға ҡаршы ҡорал күтәрергә ҡурҡа. Был да нәҡ ана шул иммунитет һымаҡ инде ул…" Айҙар ағайҙың бына ошолай фәлсәфәләүен йотлоғоп тыңлағаным хәтеремдә.
Шул уҡ интернат-мәктәптә Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина апай беҙҙе химиянан уҡытты. Ул да үҙенең дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы ҡора ине. Матдәләрҙең молекуляр төҙөлөшөн аңлатҡандары әле булһа иҫемдә. Һыу молекулаһы хаҡында һөйләгәндә: "Күҙ алдына килтерегеҙ, балалар, бына мин - кислород. Кислород атомы - ике валентлы, - тип ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп ебәрер ине. - Һәр бер ҡулыма берәр валентлы водород атомын эләктереп алам да, ебәрмәй тотоп торам. Был - "Н два О" (АШ два О), йәғни, һыу молекулаһы булыр. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ…" Бөгөнгө көнгәсә, һыуҙың молекулаһы хаҡында иҫләү менән, Гөлсара апай күҙ алдыма килә. Һикһәндең бишен ҡыуып барған был һәләтле педагог әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Дин юлында. Хажиә. Аллаһ Тәғәлә уға иман, һаулыҡ насип итһен.
Хәҙерге компьютер заманында, әлбиттә, балалар өсөн "наглядное пособие" тип аталған нәмәләр ҙә күп. Тик әле бәйән иткән уҡытыусыларым һымаҡ үҙ эшен яратҡан, балаларға дәресте ихлас күңелдән аңлатыусы педагогтар ҙа аҙ түгелдер тигән өмөттәмен.
Һуңғы осорҙар ватсап аша йыш ҡына олпат йәштәге яҙыусы халҡы менән аралашырға тура килә. Уларҙың күпселеге педагогтарҙан, йәғни уҡытыусыларҙан сыҡҡанлығы беребеҙгә лә сер түгел. Үҙенең һайлап алған уҡытыусылыҡ һөнәренә тоғро ҡалған яҙыусы, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөдәрис ҡыҙы Бүләкова, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Сибай институтында студенттар уҡытты (бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙҙа йәшәй). Ул мине үҙенең студенттары менән осрашыуға саҡырғылай торғайны. Студенттар алдында сығыш яһағанында уның ғәжәйеп ораторлыҡ һәләтенә иғтибар итеп ултырғайным бер. Бөтә аудитория уны "ауыҙ асып" тыңлай! Был уҡытыусының көр тауышы, һүҙҙәрен асыҡ ҡына итеп әйтеп, һөйләмдәрен шундай матур, ҡыҙыҡлы итеп төҙөп, үҙенә хас интонация менән һөйләшкән алымдары, һөйләү сифаты бик оҫта дикторҙарҙа ғына булалыр ул. Бына шундай уҡытыусының дәресендә нисек итеп йоҡомһорап ултырмаҡ кәрәк инде!.. Әле булһа ватсап аша аралашабыҙ уның менән. Был педагогтың мәктәп программаһына ингән ғәйәт күп шиғырҙарҙы, хатта поэмаларҙы яттан белеүенә һушым китә. Ғәлимов Сәләмдең "Бала", "Шоңҡар", "Ғүмер" поэмалары, Мәжит Ғафуриҙың һәм башҡа күп кенә классиктарҙың бихисап шиғырҙарын йәш сағында ятлап алып, балалар уҡытыу процесында ҡулланыуы, әлегәсә һис яңылышмай уҡыуы, әлбиттә, күп кенә йәш һөнәрмәндәргә үрнәк булырлыҡ.
Бына ошондай, үҙ эшен яратҡан изге профессия эйәләре - уҡытыусыларыбыҙҙың шундай яуаплы, еңел булмаған эштәрен барыбыҙ ҙа күрә белергә һәм уларҙы лайыҡлы баһаларға ла бурыслыбыҙ, тип һанайым.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 69
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|