
Ҡулыма ҡәләм алырға улым менән булған бер һөйләшеү мәжбүр итте. Ул миңә ейәнемдең ҡылыҡтарын һөйләп ултырҙы ла, аҙаҡтан ғына: "Ислам (8 йәштә) миңә "Атай, ни эшләп һин миңә "улым" тип әйтмәйһең?" тип дәғүә белдерҙе бит әле", - тип өҫтәп ҡуйҙы. "Ә ниңә әйтмәйһең һуң, әйт, "улым", тип өндәш һәр ваҡыт. Тиҫтерҙәренә аталарының "улым" тиеүен ишеткәндер", - тип кәңәш иттем дә, уйға ҡалдым...
Ысынлап та, күптәребеҙ балаларыбыҙға ла, ир-ҡатындарыбыҙға ла, сит кешеләргә лә исеме менән генә өндәшәбеҙ. Шулай итеп туғандарыбыҙҙы ла, балаларыбыҙҙы ла сит кешегә әйләндерәбеҙҙер ул. Бына мин бер әбейҙе беләм. Ул күптән инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөткән балаларына ла "Бәпәйем", "Балам", "Улғынам", "Ҡыҙым" тип өндәшә. Һәр ерҙә, һәр кемгә балаларын маҡтап һөйләй. Күптәр уға көлөп ҡарай, ә өлгө алырға кәрәклеген уйламай ҙа. Ә бит был әбейҙең балалары ла ата-әсәләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, матур итеп донъя көтә. Сөнки уларҙың ҡанына һеңгән: улар әсәләренең изге, ҡәҙерле балаһы, бәпәйе...
Уйлап ҡараһаң, иренә лә, балаһына ла исеме менән өндәшеп, әсә кеше үҙе лә аңғармаҫтан уларҙы тигеҙләй, шулай уҡ ҡыҙына ла, килененә лә исеме менән мөрәжәғәт итеп, ҡайһыһы ҡыҙы, ҡайһыһы килене икәнлеген дә онота. Күптән түгел был тема буйынса "Киске Өфө" гәзитендә лә бер мәҡәлә донъя күргәйне: ҡәйнә әсәй булмай, уға шулай тип өндәшеү үҙ әсәйеңде һанламау була, шулай уҡ ҡайнаға - ағай, ҡайынбикә апай була алмай, тигәнерәк фекер яҙылғайны унда.
Башҡорт теле бик бай, унда туған-тыумасалыҡты белдергән бына тигән һүҙҙәр бар: ҡәйнәм, бейемем, ҡайным, ҡәйнеш, ҡусты, балдыҙ, һеңлем, һылыуым, бажа, ҡоҙа, ҡоҙаса, ҡоҙағый, мыртый, ҡәйенбикә, ҡәйенеңгә, ҡәйенеҙнә, һ.б. Уларҙы телдәребеҙгә кире ҡайтарайыҡ, тимәксемен. Әгәр балаларыбыҙға көн һайын "улым", "ҡыҙым" тип йышыраҡ ҡабатлаһаҡ, уларҙың ата-әсәләре менән күңел яҡынлығы ла нығыраҡ булыр ине һымаҡ. Ә гәзит уҡыусылар ошо хаҡта ни уйлай икән?
Гөлдәр ӘЛИБАЕВА.
Баймаҡ районы Билал ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА