Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
БЫЛ ДАНЛЫ ДИВИЗИЯ ХАЛҠЫБЫҘ НАМЫҪЫНА ҺӘЙКӘЛ ДӘ УЛ
|

"Кавалерист олатайым Шакиров Сәләх Шакир улының тап ошо ерҙә тәүге атлылар сафында хәрби әҙерлек үтеүе, һуңынан, ҡулына ҡорал тотоп, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәше күҙ алдына баҫҡандай булды", - тип уртаҡлашты үҙенең тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында экскурсияла булған Гөлсибәр Шакирова.
Музей, Республика Хәрби Дан музейының филиалы булараҡ, Дим биҫтәһенең Левитан урамындағы 27-се һанлы ике ҡатлы йортта урынлашҡан. Ул дивизияның ветерандары инициативаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы нигеҙендә ойошторола, 2005 йылдың 8 майында тантаналы асыла.
Диорамалар, витриналағы экспонаттар һәм манекендар, стендтағы фото һәм яҙма мәғлүмәттәр аша 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тулы тарихы күҙ алдына баҫа. Фотокүсермәләр һәм күсермә документтар дивизияны ойоштороу мәлен сағылдыра. Музейға килеүселәр, әлбиттә, иң беренсе сиратта дивизияның тәүге командиры генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов (2025 йылдың 27 авгусында уның тыуыуына 126 йыл булды. - Ред.) һәм унан һуң етәкселекте ҡулына алған генерал-лейтенант Григорий Беловтың биографияһы менән таныша.
Ике диорама атаевсыларҙың ҡаһарманлығына һәм Днепр йылғаһын аша сыҡҡандағы һуғыш ваҡиғаһына бағышланған. Бер макет Дебальцево рейдынан сыҡҡан осорҙо күҙалландыра. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының дивизияға тапшырған, гвардия исеменә бәйле бирелгән дивизия һәм полктарҙың байраҡ күсермәләре лә ҡуйылған. Витриналарҙа һуғыш осоронда кавалеристарға хас хәрби кейемдәр һәм аттарҙың дағалары, шпоралары, өҙәңгеләре, һуғыш яланынан килтерелгән ҡорал өлгөләре урын алған. Башҡорт кавалерия дивизияһының махсус баҫма матбуғаты булған "Ҡыҙыл атлылар" гәзите менән дә танышырға мөмкин. Музейҙа экспозицияға ҡайһы бер дивизия яугирҙарының наградалары, кейемдәре, документтары һәм фотолары ҡуйылған. Дивизия тарихын асыҡлауға ярҙам иткән художестволы һәм фәнни әҙәбиәт тупланған.
1941 йылдың 14 ноябрендәге Дәүләт оборона комитеты һәм 1941 йылдың 17 ноябрендәге БАССР Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарарына ярашлы, халыҡ теләген иҫәпкә алып ойошторолған дивизияның хәрби тарихы СССР-ҙың бойондороҡһоҙлоғана хәүеф янаған аяуһыҙ көндәрҙә, 1942 йылдың 2 июлендә, Брянск фронтының 3-сө армия составында башланып китә. Хәрби берекмәнең үҙенсәлеге шунда: ул тулыһынса Башҡорт АССР-ы халҡының иҫәбенә булдырыла, һуғыш осоронда Советтар Союзы Геройы исеме алыусылар һаны буйынса уның менән тиңләшеүсе башҡа дивизия булмай. Шайморатовсыларҙан 78 яугир юғары наградаға лайыҡ. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа 2020 йылдың 30 мартында, батырҙарса һәләк булғандан һуң күп йылдар үткәс, Рәсәй Федерация Президенты В.В. Путиндың Указы нигеҙендә Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Тәүге хәрби бәрелештә үк дивизия яугирҙары, ҡурҡыу тойғоһон еңеп, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Алыш Олым йылғаһы янында була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуһыҙ үтмәй ул. Башын һалыусылар араһында 294-се кавалерия полкының командиры Ғ.Д. Нафиҡов та була. Үлемесле алышта юғалтҡан иптәштәре менән яугирҙар борондан килгән йоланы башҡарып бәхилләшә. Иҫтәлектәр буйынса, алты яугирҙың ҡәберенә аттың ауыҙлығын һалалар һәм уның янында дошман позицияһында ҡулға төшөрөлгән йылҡы малын салалар.
Миңлеғәле Шайморатов дивизияла башҡорт яугирҙарына борондан хас батырҙар рухын уята ала. Ошо юғары рухта, ҙур юғалтыуҙар булһа ла һәм хәрби состав ныҡ үҙгәрһә лә, дивизияның данлы хәрби юлы Берлинға тиклем дауам итә.
Музейҙа даими экспозициянан тыш, ваҡытлы күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Әлеге ваҡытта рәссамдар Надежда Калимуллинаның - "Еңеүҙән һуң донъя", Людмила Тараканованың - "Сәскәле май", Әлиә Кутлованың "Данлыҡлы дивизия командирҙары һәм комиссарҙары" күргәҙмәләре, Илдар һәм Регина Арыҫлановтарҙың "Фронт фотоларының тарихынан" фотокүргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Республика, Рәсәй һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа музей үҙенең күргәҙмәһен даими ойоштора. Был йәһәттән, миҫал итеп, "Китап-байрам", "Әйҙә, уйнайыҡ", "Музей төнө", "Бөйөк Еңеү" сараларын һанап китергә мөмкин.
Музейға килеүселәр экспонаттар һәм мәғлүмәттәр менән үҙҙәре таныша, йә экскурсоводтың музей бу-йынса экскурсияһын тыңлай ала. AR-технология ҡулланыла. QR-код аша индивидуаль рәүештә экспонаттар менән ентекле танышыу мөмкинлеге тыуҙырылған.
Экскурсиянан тыш, музей хеҙмәткәрҙәре махсус тема буйынса лекция, мастер-класс һәм башҡа саралар уҙғара. Уларҙы үткәреү буйынса интерактив методик ҡулланмалар эшләнгән. Музей экспонаттары һәм мәғлүмәттәре нигеҙендә "Кавалерия. Лото", "Гвардиясылар, алға!" уйындары булдырылған.
Музейға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күпләп килә. Йәш буйынса сикләү юҡ. Йыш ҡына алыҫ тарафтарҙан да ҡунаҡтар ҡабул итәбеҙ. Яңыраҡ бер инәй үҙенең Мәскәүҙән килгән ейәнен музей менән таныштырҙы. Ә унан алдараҡ шул уҡ Мәскәүҙән ошо дивизияла хеҙмәт иткән олатайҙың туғандары килеп, музей экспонаттары менән танышты һәм үҙҙәренең мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты.
Һәр кем, музейҙа булып, халҡыбыҙ ғорурлығы - 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһының тарихы менән танышыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Ғилман ҠАШҠАРОВ,
тарихсы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының ғилми хеҙмәткәре, БР мәғариф алдынғыһы.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 23
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|