«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЗАРИНА - ЕҢЕҮСЕ!
+  - 

Сибай ҡыҙы Зарина Исламова Таиландта тай боксы буйынса турнирҙа Sanehjan менән алышта ышаныслы еңеү яуланы. Хәҙер ул халыҡ-ара титулға эйә булды. "Ярыштар легендар Раджадемнерн стадионында үтте. Был Таиландтың тай боксы (муай-тай) ҡағиҙәләре буйынса алыштар ойошторолған стадиондарҙың береһе, Раджадемнерн стадионы чемпионы титулы был спорт төрөндә абруйлы булып һанала.

23 йәшлек Зарина алышҡа башҡорт бүреген һәм өләсәһенең үҙ ҡулдары менән яһаған түшелдеректе тағып сыҡҡан. Шул рәүешле Зарина башҡорт милләтен, милли кейемен донъяға таныта. "Был образ минең өсөн көс һәм наҙлылыҡты, ышаныс һәм ихтыяр көсөн сағылдыра. Был - традицияларҙы бутау түгел, минең күңелемдә йәшәүсе ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ башланғыстарының гармонияһын күрһәтеү. Бала саҡтан алып ир-егеттәр донъяһына, спортҡа, физик көскә күберәк тартылғанмын. Әммә минең күңелемдә шулай уҡ нәфислек, йомшаҡлыҡ, матурлыҡ та бар. Был образда миңә иң төп нәмә - өләсәйем эшләгән түшелдерек. Ул уны ҡот өсөн һәм бирнә итеп үҙ ҡулдары менән яһаған. Уны кейгәндә мин өләсәйемдең ҡулдарының йылыһын, көсөн, тыуған ерем менән бәйләнеште тоям. Был минең өсөн биҙәк кенә түгел - хәтер, тамырҙарымды онотмау. Башҡортостандан булыуыма мин ныҡ ғорурланам һәм быны бөтә донъяға белдергем килә: беҙҙең үҙ традицияларыбыҙ, милли кейемдәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар, беҙ уларҙы хөрмәт итәбеҙ һәм ғорурланабыҙ".
Зарина Исламова бәләкәй сағынан уҡ Сибайҙың "Ҡара аждаһа" клубында көнсығыш һуғыш төрҙәре менән шөғөлләнә һәм баштан үҙен маҡсатҡа ынтылыусан спортсы итеп таныта. Ул кикбоксинг һәм тай боксы буйынса Башҡортостан, Рәсәй чемпионы, төбәк-ара ярыштарҙа бик күп миҙалдар яулауы менән билдәле. Иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе - 2024 йылда Грецияла уҙған U23 донъя чемпионатында алтын миҙал яулауы. Бына әле Таиландтың легендар стадионында көслө дәғүәселәрен еңеп, халыҡ-ара титулға өлгәште. Бангкоктағы еңеүе лә уның ныҡышмал хеҙмәте емеше. Сибай йәштәре уның уңыштарын күҙәтеп бара һәм һәр яҡлап уға оҡшарға тырыша.
Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Зарина тренеры Руслан Кривушаға, командаһына, партнерҙарына, турнирҙы ойоштороусыларға, "Ҡара аждаһа" клубы, Сибай балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселегенә, тренеры Александр Гавриловҡа рәхмәт белдерә һәм: "Бангкоктың иң шәп стадиондары рингына күтәрелеү минең өсөн оло мәртәбә. Һәр алышым теләһә ҡайһы дәғүәсегә ҡаршы тороуға әҙерлек мәктәбе. Тыуған ҡаламды, республикамды, илемде халыҡ-ара аренала танытыуыма ифрат шатмын", -тип яҙа.

Гөлдәр ҠАҘЫЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru