
Ҡайҙалыр алыҫ-алыҫ бер ерҙә, беҙ белмәгән бер илдә, йәшәгән, ти бер бесәй. Ул шул хәтлем хыялланырға яратҡан. Уның иң ҙур хыялы - бер ҡапҡала йәшәгән ҙур йөнтәҫ эт унан ҡурҡһын өсөн көслө һәм ҡыйыу булыу. Бесәй өйҙән сыҡҡан һайын эт өрә-өрә уны баҫтырырға тотона. Бахыр бесәйгә ҡойроҡтарын ҡабартып, өмөтһөҙ тауыш менән мыяулап, бейек ҡойма башына үрмәләүҙән башҡа сара ҡалмай. Ярай әле эттәр ҡоймаға менеп, ҡойма буйлап йөрөй белмәй!
Хыялға бирелеп ултырған бесәй бар донъяһын онота! Ул шул тиклем ялҡаулана, хатта сысҡандарҙы ла тотмай башлай. Ә сысҡандар әҙәпһеҙлектең сигенә етәләр, хатта бесәйгә иғтибар ҙа итмәй башлайҙар. Келәттән һәр саҡ уларҙың ҡыштырлауы ишетелеп тора. Хужа бесәйгә ҡарай-ҡарай, уны шелтәләй:
- Ниндәй ялҡау бесәй булдың әле? Тиҙҙән сысҡандар башыңа ла менеп ултырып, мыйыҡтарыңдан да тартҡылай башларҙар! Былай дауам итһә, урамға ҡыуып сығарам!
Хужанан был һүҙҙәрҙе ишетеү оят булһа ла, бесәй хыялланыуҙан туҡтай алмай. Урамға сыҡһа, йән-яғына хәүефләнеп ҡарай, эткә һиҙҙермәй генә йөрөргә тырыша. Әммә эт һәр саҡ уны һиҙеп ҡала ла, өрә-өрә баҫтырырға тотона. Бесәй, этте нисек итеп еңеп алырға, тигән теләктән башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алмай.
Хужа бесәйенең ялҡау булыуына, сысҡандарға иғтибар ҙа итмәүенә бик асыулана. Тиҙҙән вәғәҙәһен үтәй, бесәйҙе урамға ҡыуып сығара.
Шулай итеп, буш хыялдары арҡаһында ул өйһөҙ ҙә тороп ҡала. Урамдағы ҙур ағас төбөндә: "Был ҡурҡыныс эт мине күреп ҡалыу менән баҫтыра башлай. Шуға көслө һәм ҡыйыу булырға, эттең минән ҡурҡыуын, миңә теймәүен уйлап хыялландым. Ләкин хыялдарым тормошҡа ашманы, улар миңә ярҙам итмәне. Бына хәҙер өйһөҙ ҙә тороп ҡалдым! Мяу-мяу!"- тип ҡайғырып ултырғанда, теге эт уны күреп ҡала, ҡапҡа эсенән урамға сығыу юлдарын эҙләп ары-бире саба башлай. Тап ошо мәлдә хужаның әсәһе баҙарҙан ҡайтып инә. Ул ҡапҡанан инеп, алған нәмәләрен өйгә ташыған арала, эт урамға сығып та һыҙа һәм бесәйҙең артынан саба. Бесәй йөндәрен ҡабартып, уҡ кеүек ағас башына атыла. Ағас төбөндә тороп ҡалған эт, өрә-өрә, ағасты урап йөрөй.
Урамдағы шау-шыуҙы ишетеп, нимә булғанын асыҡлар өсөн, өйҙән хужа килеп сыға. Ағас тирәләй ярһып өргән этен һәм ағас башында ҡурҡышынан күҙҙәре түп-түңәрәк булған бесәйен күрә. Меҫкен бесәйҙең күҙҙәренән йәш тәгәрәп, шым ғына илай, мыяулап ҡына ярҙам һорай.
Ошо мәлдә хужа бесәйенең ауыр яҙмышын аңлай. Үҙ йортондағы йән эйәләренең нисек йәшәүенә иғтибар бирмәүенә уңайһыҙланып китә. Хужа этенә асыу менән ҡысҡыра. Ғәйепле эт, ҡойроҡтарын ҡыҫып, ояһына инеп боҫа. Хужа бесәйҙе ағас башынан төшөрөп, йомшаҡ йөндәренән һыйпай-һыйпай, уны йыуатып тынысландыра: "Эй бахыр бесәй! Әгәр эт менән икегеҙҙең араһындағы ыҙғышты белгән булһам икән... Хәлең был хәтлем насар булмаҫ ине. Исмаһам, бер тапҡыр булһа ла ошаҡлаһаң, мин эткә һине рәнйетергә юл ҡуйыр инемме?"
Хужа этен сылбырға бәйләп ҡуя: "Үҙеңде тәртипле тоторға өйрәнгәнсе, сылбырҙа ултырып тор әле, дуҫҡайым!" - ти ул.
Ә бесәйҙе өйгә кире индерә. Хәҙер уға эт ҡурҡыныс түгел. Бесәй хыялланыуын ташлап, тырышып сысҡандар тота башлай. Уның бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ хыялдары файҙаһыҙ, ваҡытты бушҡа әрәм итеү генә булған икән. Сөнки бер генә бесәй ҙә ҙур уҫал этте еңә алмай. Уға яҡлауҙы үҙен яратҡан хужаһынан эҙләр кәрәк ине...
Хәҙистән: "Шундай ваҡыт килер - кешеләрҙең йөрәктәрендә Ҡөрьән кейем кеүек иҫкерер, ә эштәре тик буш хыял булып ҡалыр. Берәй яҡшы ғәмәл башҡарһалар, улар әйтерҙәр: "Был ҡабул буласаҡ!", ә инде гонаһ ҡылһалар: "Аллаһ беҙҙе кисерер!"
Энгин НИГАР.
Төрөксәнән Мөслимә АСҠАРОВА тәржемә итте.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА