
Хәбәр ителеүенсә, 6 сентябрҙә Баймаҡ районы Граф күле буйында "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале ойошторола. Күләмле сара дүртенсе йыл үткәрелә, төп маҡсаты - башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Руслан Хәбибов "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленең спорт программаһы менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, "Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "Тәңкә алыу" ярышы уҙғарыла. "Башҡорт аты" - республикабыҙҙың иң сағыу сараларының береһе. Быйыл фестивалдең спорт программаһын киңәйтергә булдыҡ. Мас-рестлинг һәм грэпплинг, көрәш һәм "Бәйге" башҡорт күпбәйгеһе буйынса турнирҙар үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, беҙҙе уҡ атыусылар өсөн "Ирәндек мәргәне" ярышы, ат сабыштары көтә", - тип билдәләне Руслан Хәбибов.
"Башҡорт аты" фестивалендә шулай уҡ "Самауырлы ритайым" ойошторола. "Самауырлы ритайым" бына бер нисә йыл инде Өфө һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалалары йәштәрен берләштерә. Был мәҙәни сара ғына түгел, ә халыҡ традицияларының яңы быуын өсөн актуаль, ҡыҙыҡлы була алыуын раҫлай. Был сара өсөн фестиваль майҙансығында махсус зона ойошторола һәм унда ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: "Ритайым" - барлыҡ ҡатнашыусыларҙы берләштергән дөйөм бейеү; Асыҡ микрофон - теләгән һәр кем өсөн йырлау, бейеү йәки шиғыр һөйләү мөмкинлеге; "Тамашасылар + артистар" тип аталған попурри - йыр һәм бейеүҙәрҙе бергәләп башҡарыу. "Самауырлы ритайым" идеяһы 2020 йылда башҡорт йәштәре башланғысы менән барлыҡҡа килде, улар араһында йәш активист Рөстәм Абдразаҡов, баянсы Кәрим Моратов һәм ҡурайсы Ғаяз Ялмырҙин бар. Шул ваҡыттан алып "самауырлы дискотека" күләмле йәштәр хәрәкәтенә әүерелде. Асыҡ майҙансыҡта дәртле бейеүҙәр, тере музыка, халыҡ йырҙары яңғырай. Шулай уҡ самауыр сәйе менән һыйланырға мөмкин.
Этномәҙәни фестивалдә "Башҡорт аты - Башҡортостан бренды" документаль фильмының проморолигын күрһәтеү ҙә планлаштырыла. Фильм республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Баймаҡта төшөрөлгән, сөнки бында йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлауға етди иғтибар бүленә. Беренсе планда - Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеге, башҡорт аты һәм туған тел. Фильмға уның геройҙары - тамашасыларҙы төбәктең йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырған кешеләр айырым үҙенсәлек өҫтәй. Картинаны төшөрөүҙә шулай уҡ йылҡы үрсетеүселәр, ғалимдар, ҡымыҙ бешеүселәр, ат көтөүселәр, һөнәрселәр, күндән әйбер эшләү оҫталары, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, ат спорты вәкилдәре ҡатнашты.
Документаль фильм тамашасыларҙы үҙенсәлекле башҡорт аты менән таныштырыуҙан тыш, профилле уҡыу йорттары студенттары, йәш белгестәр, йылҡысылыҡ һәм башҡорт халҡының традициялары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дидактик материалға әүерелергә тейеш. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|