«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАСАН ТЕЛЕВИЗОР ҠАРАЙ БАШЛАНЫҠ?
+  - 


Йылайыр районы ауылдарында, минең тыуған төбәгемдә, халыҡ телевизорҙы үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағында ғына ҡарай башланы. Бик һирәктәрҙә, хәллерәк ғаиләләрҙә генә, булды ул тәүҙә. Беҙ "Снежок" маркалыһын 1969 йылда һатып алдыҡ һәм был ваҡиға ғаиләбеҙ өсөн сикһеҙ ҡыуаныслы хәл булды. Ә "зәңгәр экран"дың ауылыбыҙҙа тоҡаныуы Баймаҡта телебашня ҡуйыу менән туранан-тура бәйле ине.

Ул заманда турпоходтар - мәктәптә уҡыу программаһының мотлаҡ бер пункты булды. Уҡыу йылы тамамланғас, май аҙағында, уҡыусы балалар ике-өс көнгә ҡырға сыға ине. Баймаҡ интернат-мәктәбендә бишенсе синыфтан һуң бер көнлөк кенә поход рөхсәт ителде. Шулай итеп беҙ, интернаттың 5 "б" синыфы балалары, 1974 йылда ҡалаға терәлеп ятҡан Ирәндек тауына, Баймаҡ телебашняһын яҡындан күрер өсөн, күтәрелдек.
Көн иртәнән үк томһораланып торҙо. Мәктәптең "ГАЗ" машинаһына тейәлеп, Кәкреауыл (Баймаҡтың Ирәндек тауына һуғып ятҡан биҫтәһе) аша үтеп, Ирәндек итәгенә барып төштөк һәм, үҙебеҙ менән алған аҙыҡ-түлекте бүлешеп тотоп, тауға үрмәләп киттек. Текә икән Ирәндек. Телебашняға еттек. Аҫтан ҡарағанда ул тауҙың иң осонда ултыра, аръяғында ҡая таштар, кире яҡҡа ауышҡан тау итәге, тип уйлайһың. Менеп еткәйнек, баҡһаң, өҫтә, тип-тигеҙ үк булмаһа ла, ҡәҙимге йәйпәк иркен ер. Үҙәктәре, сауҡалыҡтары, суҡайып торған суйыр таштары матур ландшафт хасил иткән. Баймаҡ үҙе диңгеҙ кимәленән 500 метр бейеклектә ятһа, телебашня урыны - 900 метр тирәһендә. Асылда, Баймаҡ халҡы тау башында йәшәй, әгәр өй һалып алһаң, Ирәндек өҫтөндә лә гөрләтеп тормош көтөргә булыр ине. Әйткәндәй, мал тотҡан ҡала халҡы бесәнде нәҡ ошо тауҙа саба.
Ғөмүмән, Ирәндек башынан беҙ үҙебеҙ генә түгел, хатта тубыбыҙ ҙа кире яҡҡа тәгәрләп төшөп китмәне, рәхәтләнеп футбол типтек, ял иттек. Тик ныҡ ирәйеп китергә ямғыр ҡамасауланы. Ул беҙ тауға күтәрелгәс тә башланғайны.
Әллә ҡайҙан күренеп, гел ымһындырып торған телебашня, тарбаҡланып, ҡеүәтле терәк-тояҡтарына баҫҡайны. Тауҙың ташына һеңдереп ҡойолған бетон нигеҙҙәр, тимер бағаналарҙы уларға бороп беркеткән болттарҙың иҫ киткес үлсәме, билдәле тәртиптә арҡыс-торҡос тартылып, болоттарға үрмәләгән ян-яғындағы тимер һайғауҙар ҙурлығы, ҡеүәте менән хайран итте. Ошо бәһлеүәндең янында аппарат йорто, ҙур ауыл өйөндәй бина, юғалып ҡалғайны.
Баймаҡ телебашняһы, Ирәндектең Таҡтаярған тауында район етәкселеге инициативаһы менән предприятиялар һәм хужалыҡтар иҫәбенә төҙөлә. Бейеклеге 80 метр самаһы, дөйөм ауырлығы 500 тонна була. Тора-бара тауҙың "Таҡтаярған" исеме онотола, уны Телевышка тауы тип йөрөтә башлайҙар.
"Таҡтаярған" исеме лә уның юҡтан бар булмаған. Заманында, хатта XX быуаттың башында ла әле, Ирәндек тотошлай ҡарағас урманы менән ҡапланған була. Тик уны ҡырҡып бөтөрәләр. "Баймаҡ "прирамида"һы" тип аталған мәҡәләлә (гәзитебеҙҙең 27-се һаны) Баймаҡ уртаһында иғтибарҙы йәлеп итеп ятҡан ҡара тау тураһында яҙғайныҡ. Элек металл иреткәндә ағас күмерен ҡулланғандар. Ирәндек ҡарағасы шул мейестәрҙә янып бөткән дә инде. Ошонан сығып та, мәғдән ҡаҙыу элек-электән тәбиғәткә ниндәй зыян килтергәнен аңларға мөмкин. Ағастың бер өлөшө, әлбиттә, төҙөлөштә лә файҙаланылған. Нәҡ ошо тауҙа таҡта ярғандар һәм халыҡ телендә ул "Таҡтаярған" исеме менән йөрөтөлә башлаған. Борон, бәлки, башҡа төрлө лә атағандарҙыр. Әйткәндәй, Ирәндек ҡарағастарын Таналыҡ йылғаһы буйлап үрҙәрәк ултырған Мерәҫ ауылы янында күререгә мөмкин. Ҡалын ҡарурмандан бәләкәй генә бер сауҡалыҡ тороп ҡалған. Бәлки, уларҙы ауыл халҡы ҡырҡтырмай ҡурсалап алып ҡалғандыр...
Дәүләт планына (госплан) ярашлы, Баймаҡта телеретрансляция башняһы тик 1985 йылда төҙөлөргә тейеш була. "1965 йылға ҡарата район етәкселеге тамам "өлгөрҙө", ҡала һынлы ҡалала артабан телевидениеһыҙ йәшәү бер нисек тә мөмкин түгел, тигән берҙәм фекергә килдек. Телебашняның урынын билдәләү өсөн бер йыл самаһы ваҡыт китте. Ә 66-сы йылда төҙөлөш майҙансығында эш ҡайнай ине инде. Ул ысын мәғәнәһендә райондың халыҡ төҙөлөшөнә әүрелде. Унда ҡаланың бөтә предприятиелары һәм ойошмалары, бөтә колхоздар һәм совхоздар ҡатнашты", - тип район гәзите биттәрендә 1965-1967 йылдарҙа ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын биләгән Хәлфетдин Ишморатов ул ваҡиғаларҙың башы тураһында үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешә.
Совет власының планлы иҡтисады шарттарында, ябай ҡаҙауға ла лимит булған осорҙа, был тиклем ҙур проектҡа тотоноу - үҙе бер батырлыҡ өлгөһө ул. Телебашня конструкцияһы өсөн 500 тоннанан ашыу металды нисек, ҡайҙан алыуҙарын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Юлын табалар. Ҡатмарлы ҙур конструкцияны район белгестәре, үҙ һөнөренең оҫталары көсө менән ҡороп ултырталар. Шулай итеп, Баймаҡта һәм уға күрше райондарҙа "зәңгәр экран"дар 1967 йылдың 7 ноябрендә, Бөйөк Октябрҙың 50 йыллығын байрам итеү айҡанлы, тоҡана. Сигналды ул Магнитогорск ҡалаһынан ала һәм артабан тарата. Билдәле, тәүге телевизорҙар ауылдарҙа ла шул йылдарҙа ғына күренә башлай. Антеннаны мөмкин тиклем бейегерәк ҡуйырға тырыша торғайнылар ул саҡта. Беҙҙең ауылда уны егерме метрға тиклем һәм унан да юғарыраҡ күтәреүселәр булды, хатта ярышалар ҙа ине шикелле был юҫыҡта.
Сигналды Магнитогорскиҙан алғас, Башҡортостан тапшырыуҙарын ҡарауҙан мәхрүм инек. Иҫләйем, 1976 йылда (бәлки, 77-се йылдалыр) Баймаҡ районы рекордлы уңыш йыйып алды һәм дәүләт төшөргән икмәк планын күпкә арттырып үтәне. Ошо айҡанлы Өфөлә район игенселәрен тәбрикләнеләр һәм сараны республика телевидениеһы аша күрһәттеләр. Баш ҡалала баймаҡтарҙы ҙурлайҙар, ә район халҡы уны ҡарауҙан да мәхрүм. Мәсьәләне хәл итеү юлын нисектер тапҡандар икән. Беҙҙе, интернат балаларын, саранан репортаж күрһәтелгән киске сәғәттәрҙең береһендә телевизорҙар булған бүлмәләргә һәм залдарға класс-класс менән индереп ултырттылар. Шул рәүешле беҙ һәм, әлбиттә, тотош район халҡы үҙҙәренең ялан батырҙары тураһында тапшырыуҙы ҡарай алды.
Үткән һандарҙың береһендәге мәҡәләлә (28-се һан) юлдарҙың булмауы арҡаһында үткән быуаттың 80-се йылдарына тиклем Урал аръяғында йәшәүселәрҙең баш ҡала менән бәйләнеше юҡ кимәлендә ине, тип яҙғайным. Беҙ шулай уҡ башҡортса телетапшырыуҙар ҙа ҡарай алманыҡ. 1984 йылда Баймаҡҡа 250 метр (документтарҙа күрһәтелеүенсә - 247,92 м) бейеклектәге заманса радио-реле линияһы мачтаһы ултыртылғас ҡына хәл үҙгәрҙе, Урал аръяғына баш ҡалабыҙ Өфө тағы ла яҡынайҙы. Ә халыҡҡа күпме ҡыуаныс килтергән иҫке телебашняны торараҡ һүтеп алдылар. Байтаҡ ултырҙы әле ул, алыҫтан ҡарағанда, һонтор ейәне эргәһендә сүккән ҡартатай шикелле.
Хәҙер, ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, интернет, спутник антеннаһы йә кабель аша һәр йортта йөҙәрләгән канал тота. Тик, "зәңгәр экран" элекке кеүек ылыҡтырғыс түгел. Мин үҙем инде биш-алты йылдан ашыу телевизорҙың эргәһенә бөтөнләй бармайым. Ижтимағи-сәйәси ток-шоуҙар, яңылыҡтар бер ҡалыпҡа һалынған тапшырыуҙар теҙмәһе булып китте. Фекер төрлөлөгө, аналитика, тәнҡит бөтөнләй төшөп ҡалды. Көн һайын бер үк "хәбәр һөйләгән баштар" сыға һәм, ни ғәжәп, улар - һәр өлкәлә лә тиңе булмаған "белгестәр", имеш. Ҡайһы бер һүҙҙәрен ишетеп, иҫ-аҡыл китә, аҡты - ҡара, ҡараны - аҡ, тип раҫлау улар өсөн бер ни тормай. Ә күңел асыу программалары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Баҡһаң, Якубович әле һаман "Мөғжизәләр яланы" тәгәрмәсен әйләндерә, халыҡ уны һаман ҡарай. Шунда тороп ҡартайҙы инде, мыйығы ағарҙы. Иҫ-аҡылың китер!
Шулай итеп, бер кеше ғүмере эсендә телевизор үрелеп буй етмәҫлек хыялдан бүктергән, осһоҙ ҙа, сағыу ҙа һәм шул уҡ ваҡытта мәғәнәһеҙ ҙә бер тәтәйгә әүерелде. Әйткәндәй, "зәңгәр экран" алдында оҙаҡ ултырыу ғүмерҙе ҡыҫҡарта, ти ғалимдар, үҙҙәре үткәргән тикшеренеүҙәргә таянып.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru