«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫРМЫҪҠАНАНМЫ? ҠОТОЛОП БУЛА!
+  - 


Ҡырмыҫҡалар - быуынтыҡ аяҡлылар төркөмөнә ҡарай, был төркөм үҙе 12 төркөмсәгә, 297 ырыуға һәм яҡынса 8800 төргә бүленә. Ҡырмыҫҡалар юғары интеллектлы иҫәпләнә һәм улар 10 миллионға яҡын ҡырмыҫҡанан торған колонияларҙа йәшәй. Әйткәндәй, ҡырмыҫҡалар ғына (кешеләрҙе иҫәпкә алмағанда) ойошторолған һуғыш алып бара һәм әсирҙәрҙе ҡолға әүелдерә. Ҡырмыҫҡалар ерҙә лә, ағаста ла көн итә. Һәр колонияла инә ҡырмыҫҡа бар, ул һалған йомортҡанан йәш ҡырмыҫҡалар барлыҡҡа килә. Ҡырмыҫҡалар башҡа бөжәктәр, үҫемлек һуты, бәшмәк, япраҡ менән туҡлана. Ҡырҙа йәшәгән ҡырмыҫҡаларҙың эшһөйәрлегенә, уларҙың урман санитарҙары булыуына ҡарап һоҡланһаҡ та, баҡса ҡырмыҫҡалары йышыраҡ көйөнөргә мәжбүр итә.

Ни өсөн көрәшергә?

Баҡса ҡырмыҫҡаһы булған ерҙә мотлаҡ рәүештә кеблә (икенсе төрлө әйткәндә - бет) була. Кеблә - баҡса ҡоротҡостары араһында иң ҡурҡынысы, ул алмағас, груша, слива, ҡарағат культураларына ҙур зыян килтерә. Декоратив үҫемлектәр бет төшөүе һөҙөмтәһендә үҙенең декоративлығын юғалтһа (япраҡтар төрөлә, үҫентеләр кәкерәйә, ныҡ зарарланған ваҡытта, артабан үҫеүен туҡтата), емеш-еләк ағастары йәки ҡыуаҡтары бөтөнләй уңыш бирмәүе бар. Кебләне баҡса ҡырмыҫҡалары үрсетә һәм йәш үренnеләрҙә көтөүе менән "көтә". Бер кебләнән икенсенә килеп, ҡырмыҫҡа уларҙы мыйыҡтары менән "һыйпай", ә был ваҡытта кебәләләрҙең ҡорһағында татлы шыйыҡса бүленеп сыға. Баҡса ҡырмыҫҡалары ошо шыйыҡса менән туҡлана ла инде. Үҙҙәрен туйындырыусыларҙы ҡырмыҫҡалар ҡәҙерләй, улар тураһында хәстәрлек күрә һәм яңынан-яңы үҫентеләргә күсереп тора. Һөҙөмтәлә, бөтөн баҡса үҫемлектәре зарарлана. Көҙөн ҡырмыҫҡалар кебләне ҡышлау урындарына алып китә һәм был тарих яҙын яңынан ҡабатлана.
Кебләгә ҡаршы көрәшеү өсөн байтаҡ ҡына ысулдар булһа ла, баҡса участкаһында ҡырмыҫҡалар булғанда уларҙың барыһы ла файҙа бирмәйәсәк. Эшкәртелгән һәм таҙартылған ағас көс йыя башлауға тағы ла ҡырмыҫҡалар үҙҙәренең "көтөү"е менән уны баҫып аласаҡ. Шуға ла был ситуацияла кеблә менән түгел, ә баҡса ҡырмыҫҡаларын тулыһынса юҡ итеү өсөн көрәшергә тәҡдим итәбеҙ.
Баҡса ҡырмыҫҡалары һуҡыр сысҡан кеүек үк, сәскә түтәлен, "альп тауҙары"н һәм газонды боҙа. Һуҡыр сысҡан өйөмөнән айырмалы рәүештә, ҡырмыҫҡа иләүе көндән-көн ҙурая барасаҡ. Был осраҡта ҡырмыҫҡалар менән көрәшеүе ауырға тура киләсәк, сөнки иләү өҫкә генә түгел, ергә ҡарай ҙа үҫә, ул яҡынса 1,5 метр тәрәнлеккә етәсәк.

Нисек көрәшергә?

Алда әйтелеүенсә, баҡса ҡырмыҫҡаһы менән көрәшеүе еңел түгел, уларҙың һаны миллиондар, ә ер аҫтынан йөрөй торған юлдары километрҙар менән иҫәпләнә, яңы ҡырмыҫҡалар бер нисә аҙнанан яңынан барлыҡҡа килә.
Баҡса ҡырмыҫҡаларын ике юл менән юҡҡа сығарып була: уларҙы ағастарға яҡын ебәрмәү; баҡса ҡырмыҫҡалары иләүҙәрен заманса химик саралар менән эшкәртеү.
Ҡалған ысулдар, ҡыҙғанысҡа күрә, әллә ни тәьҫирле булмауы ихтимал.
1-се ысул. Ҡырмыҫҡалар менән көрәшеү өсөн был юлды һайлайһығыҙ икән, шуны аңлағыҙ: һеҙ иләүҙең үҙен юҡҡа сығармайһығыҙ, ә "резервация"лар ғына яһайһығыҙ. Икенсе яҡтан, әгәр ҙә баҡсағыҙҙың төп үҙенсәлеге ландшафтлы дизайн түгел, ә тап емеш-еләк уңышы алыу икән, был һеҙҙең өсөн бик һөҙөмтәле сара буласаҡ. Шулай итеп, ағасты йәки ҡыуаҡты баҡса ҡырмыҫҡаһынан һаҡлау өсөн түбәндәге кәңәштәр ярҙам итәсәк.
Һыу ярҙамында ҡаршылыҡ яһау. Был декоратив һәм емеш ҡыуаҡтары өсөн файҙалы, сөнки бер ҡыуаҡта олондар һаны күп, етмәһә, үҙҙәре нәҙек. Шуға ла улар өсөн башҡа ысулдар ҡулланыу уңайһыҙ. Һыулы ҡаршылыҡ яһау өсөн һеҙгә еңел автомобиль покрышкаһы кәрәк буласаҡ. Уны протектор буйынса ике өлөшкә ҡырҡабыҙ, ҡыуаҡҡа кейҙерәбеҙ һәм ситтәре ерҙән күренеп торорлоҡ итеп күмәбеҙ. Әгәр ҙә уны ҡыуаҡ аша кейҙереп булмаһа, бер урындан ҡырҡып, ҡыуаҡ төбөнә һалғас, герметик итеп ялғап ҡуябыҙ. Хәҙер уға һыу ҡойорға ғына ҡала.
Фольганан кейем. Олондо фольга менән уратабыҙ һәм уны осло ҡырлы "итәк" барлыҡҡа килерлек итеп бәйләйбеҙ. Ҡырмыҫҡалар һығылмалы бөжәк түгел һәм ул фольганың осло ҡырыйынан аша үтә алмаясаҡ, ти белгестәр. Ысулдың файҙаһында шик бар, әлбиттә, шулай ҙа эшләп ҡарарға була.
Елемле билбау. Икенсе осраҡтағы кеүек, ағас олонон магазиндарҙа һатылған елемле билбау менән уратабыҙ. Был махсус елемдә ағыулы матдәләр юҡ, ул оҙаҡ кибә һәм дымға бирешмәй. Уны октябрь башында 60-80 см бейеклегендә урарға кәңәш ителә. Февраль-март айында уны яңыһына алыштырыу мотлаҡ. Һөҙөмтәлә, ерҙән сыҡҡан яңы ҡарышлауыҡтар ағасҡа менә алмаясаҡ. Бер комплект 5-6 оло ағасҡа етә.
2-се ысул. Заманса химик сараларға килгәндә, уларҙың хәҙер магазиндарҙа төрлөһөн һатып алырға була. Ҡырмыҫҡа иләүе бик ҡатмарлы ҡоролма булыуы тураһында әйткәйнек инде. Баҡсаның үҙендә йөрөгән эшсе ҡырмыҫҡаларҙа юҡҡа сығарып ҡына улар менән көрәш тамамланды, тип уйлау хата буласаҡ. Тәрән ер аҫтында йәшәгән иләү батшабикәһе һеҙҙең баҡсағыҙҙы тиҙ арала уҡ яңы ҡырмыҫҡалар менән тултырып ҡуясаҡ. Шуға ла тап ағыулы алдатҡыс ем йәки гелдәр берҙән-бер иң тәьҫирле сара булып ҡала. Был матдәләр ҡырмыҫҡаларға шунда уҡ тәьҫир итмәй, эшсе ҡырмыҫҡа был ризыҡты иләүгә алып ҡайтып еткерә һәм батшабикәләрен һәм йомортҡанан яңы сыҡҡан ҡырмыҫҡаларҙы ашатып өлгөрә. Тап инә ҡырмыҫҡа үлгәндән һуң, баҡса ҡырмыҫҡалары ла юҡҡа сыға.

Шулай уҡ гәзит уҡыусыларға иң ябай ысул - "халыҡ кәңәштәре" лә тәҡдим итәбеҙ.
- Ҡайһы бер баҡсасылар ҡырмыҫҡа иләүен ҡаҙып ала һәм баҡсанан йырағыраҡ алып барып ташлай.
- Ҡырмыҫҡалар ҡырҡыу еҫтәрҙе яратмай. Ҡырмыҫҡа иләүенә ыҫланған балыҡ башы, киҫелгән һарымһаҡ, томат үҫентеһе һабағы, петрушка япраҡтары һалығыҙ.
- Шулай уҡ гөлбаҙран (пижма), эсе әрем, баҫыу бөтнөгө, әнис еҫе уларҙы ҡурҡыта ала. Уларҙы йәшел йәки киптерелгән көйөнә ҡырмыҫҡалар йыш йөрөгән урынға һалығыҙ.
- Томат үҫентеһе төнәтмәһе яҡшы ярҙам итә. Төнәтмәгә үҫентене ни тиклем күберәк һалаһың, шул тиклем файҙалыраҡ.
- Ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолоу өсөн иләүгә һыуынып өлгөрмәгән көл һибегеҙ.
- Иләүгә тоҙ һибеү ҙә ярҙам итә, тиҙәр.
- Баҡса территорияһын ҡырмыҫҡаларҙан таҙартыу өсөн уларҙың иләүенә үҫемлек майы ҡойорға кәрәк. Майҙа бәлеш бешерегеҙ ҙә, майын иләүгә ҡойоғоҙ. Ҡайнар һыу ҙа ярҙам итә, ти баҡсасылар. Тик был эште аҙағына тиклем еткерергә һәм йыш ҡына ҡабатларға кәрәк.
- Тағы бер ҡыҙыҡлы ысул. 1 стакан шәкәр йәки ҡайнатманы 1 биҙрә һыуҙа иретергә. Был ҡатнашма ҡырмыҫҡа иләүенә ҡойола. Баҡтиһәң, ҡырмыҫҡалар үҙҙәренең аҙыҡ запасын углевод-шәкәр формаһында һаҡлай икән. Тупраҡта тәбиғи сүпрә бар. Иләүгә шәкәр иретмәһе ҡойолоу менән, сүпрә әсей башлай һәм уларҙың запасына күсә. Ҡырмыҫҡаларға был ерҙән китергә генә ҡала.


"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru