
Баймаҡ районында үткән IV Халыҡ-ара "Башҡорт аты" фестивалендә, көтөлгәнсә, Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан, шулай уҡ илебеҙҙең 12 төбәге вәкилдәре - рәсми ҡунаҡтар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар ҡатнашты.
Сара быйыл VII Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы һәм Баймаҡ районының 95 йыллығы сиктәрендә ойошторолдо. Байрам программаһына алты төрлө ат сабышы, "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Ылаҡ", "Бәйге" кеүек милли уйындар, шулай уҡ көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг бәйгеләре индерелгәйне. Фестиваль майҙанында төрлө күргәҙмәләр эшләне, эшлекле осрашыуҙар үтте, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты булды.
"Башҡорт аты" фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, ғилми-мәғрифәтселек һәм мәҙәни-спорт сараһы булараҡ 2022 йылдан алып үткәрелә. Сағыу байрамда төбәк етәксеһе быйыл да ҡатнашты. "Бында тағы ла үҙ тарихының ҡәҙерен белгән һәм республикабыҙҙың иң мөһим символдарының береһе - башҡорт атына битараф булмағандар йыйылды. Рәсәй халыҡтарының барыһы өсөн дә, бигерәк тә башҡорт халҡы өсөн, ат элек-электән, ысынлап та, сәфәрҙә лә, яуҙа ла, көндәлек тормошта ла айырылғыһыҙ юлдаш ул. Ат - Башҡортостан иҡтисадының ҙур өлөшө. Башҡорт атын артабан өйрәнеүгә киләсәктә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. 2023 йылда беҙ "Башҡорт аты" атамаһын ҡулланыуға Роспатент танытмаһын алдыҡ. Быйыл башҡорт атының геномын өйрәнә башлаясаҡбыҙ. Тоғро дуҫыбыҙҙың үткән тарихын һаҡлау өсөн йыл һайын аҙлап булһа ла эштәр алып барасаҡбыҙ", - тине Радий Хәбиров.
IV "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленең тантаналы өлөшөн театрлаштырылған тамаша һәм башҡорт тоҡомло аттар парады асты. Байрамдың биҙәге һәм кульминацияһы булған тантаналы марш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөнгө көндә Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға арналды. Дөйөм алғанда, ат парады республиканың 25 районынан 400-ҙән ашыу һыбайлыны берләштерҙе. Атлылар, өлкәндәр һәм балалар, төрлө осорҙағы башҡорт яугирҙары костюмдарын кейгәйне. Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары командалары ат парадының иң күркәм ҡатнашыусылары булараҡ танылды.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА