Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
РУЛГӘ УЛТЫРҺАҢ, ХОЛҠОҢДО ҮҘГӘРТ!
|

Август көндәренең береһендә таңғы сәғәт 5-тә Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә юлында транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән 20 йәшлек егет ВАЗ-2107 машинаһында ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Лада Калина"ның корпусын һыҙырып үткәс, артабан "Газель" менән "маңлайға-маңлай" йәнтәслим бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән йәш егет шундуҡ йән бирә, ҡалған ике водитель медицина ярҙамы алырға оҙатыла.
Беҙ танышып барған яңылыҡтар таҫмаһында республика юлдарында ошондай күңелһеҙ хәлдәр хаҡында хәбәр булмаған көн һирәктер. Ә был августағы осраҡ айырыуса ғәжәпкә ҡалдыра: район-ауыл-ара юлдарҙа, ғәҙәттә, транспорт һирәк йөрөй, айырыуса иртәнге сәғәт биштә. Унан ары йәш кенә был егет ошо хәлдән алда юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙоп та өлгөргән була - ул машина йөрөтөргә хоҡуғы булмаған килеш руль артында юлға сыға. Бер һәм берәгәйле ошондай осраҡтарҙа фажиғәгә илтеүсе әллә күпме сәбәптәр асыҡлана, уйлап ҡараһаң. Әмәлгә ҡалғандай, тап ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығы быйылғы йылдың ете айы буйынса мәғлүмәттәр биргәйне. Унда әйтелеүенсә, Башҡортостанда үлемгә килтереүсе юл-транспорт ваҡиғаларының арта барыуы билдәләнә: республикала быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклемге ваҡыт эсендә юл фажиғәләрендә бөтәһе 220 кеше һәләк булған. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 5,8 процентҡа күберәк һәм ошо күрһәткес менән республика Волга буйы федераль округындағы 14 төбәк араһында беренсе урында тора.
Хәлдәр торошо кимәле, ғәҙәттә, сағыштырыуҙан сығып баһалана. Ошо йәһәттән ҡарағанда, беҙҙең ут күрше Татарстанда юлдарҙа үлем осраҡтары - 163, Нижегород өлкәһендә - 162 һ.б. Рәсәй буйынса дөйөм хәл дә йыуанырлыҡ түгел: быйыл ете ай эсендә Рәсәй буйынса юл-транспорт фажиғәләрендә барлығы 7 мең дә 239 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан! Был йәһәттән республика хәленә әйләнеп ҡайтҡанда, үлем менән бәйле юл аварияларының бер бөгөн генә күҙәтелмәүе, ә бынан алдағы йылдарҙа ла көн тәртибендә тороуы асыҡлана. Мәҫәлән, 2023 йылдың 8 февралендә "АиФ-Өфө" хәбәрсеһе Юлия Байджанова республикала дүртенсе йыл рәттән юл фажиғәләрен кәметеү буйынса тырышлыҡтар хаҡында яҙып сыҡҡайны. 2019 йылда юлдағы үлем хәлдәре 500-ҙән ашып киткән булһа, күрелгән ҡайһы бер саралар булышлығында күңелһеҙ күрһәткесте 15 процентҡа кәметеүгә өлгәшелә һәм һөҙөмтәлә 2022 йылда 43 мең аварияла 409 кеше һәләк була, шуларҙың 14-е балалар.
Шул йылдарҙа автоһәләкәттәр иң йыш булған трассалар инфраструктура буйынса тәртипкә килтерелә, төҙөкләндерелә, ер аҫты һәм өҫтө юл аша сығыу юлдары, тротуарҙар һалына, светофорҙар, махсус билдәләр ҡуйыла. Һәм, ысынлап та, бөгөнгө көнгә ҡарата юл һәләкәттәрендә үлем һаны ул йылдарҙан алып ныҡ кәмегән. Ләкин шул хәлдә лә әле республика федераль округ буйынса "беренселекте" бирмәй.
Күрәһең, был йәһәттән күп нәмә автотранспорт йөрөтөүсе водителдәрҙең шәхси сифаттарына, ҡылыҡтарына ла ҡағыла торғандыр. Эскән килеш руль артына ултырыусылар, транспорт йөрөтөүгә хоҡуғы булмағандар арҡаһында күпме автоһәләкәт ҡылына! Күпселек осраҡтарҙа, рейд материалдарынан күренеүенсә, ғәйепле водителдәр еңелсә ҡурҡыу менән ҡотола. Юлдарҙа тәртипһеҙ ҡыланыу, хатта ки башбаштаҡланыу сәбәптәренең береһе - яза сараларының тейешенсә ҡулланылмауылыр, бәлки. Юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата йомшаҡлыҡ, законды һанламау, язаһыҙлыҡ килтереп тыуҙыра ла инде әлеге үлемесле хәлдәрҙе.
Шуныһы йыуандыра: республикала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы даими рәүештә рейдтар ойоштора. Ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 15 августан алып ДПС инспекторҙары участка полицияһы һәм юл хәүефһеҙлеген күҙәтеүсе башҡа ойошмалар менән берлектә автоһәләкәттәр иң йыш булып тороусы Өфө-Бөрө-Өфө, Өфө-Зубово-Шишмә, Өфө-Инйәр-Белорет, Дүртөйлө-Нефтекама, М-5 "Урал" (Шишмә-Ҡырғыҙ Миәкә) йүнәлештәрендәге трассаларҙа контролде айырыуса көсәйтте.
Киң күләм тикшереүҙәр Өфө ҡалаһына ла ҡағыла. 15 августа, мәҫәлән, Комаров һәм Интернационал урамдарына Юл-патруль хеҙмәтенең ҡала полкынан өҫтәмә көстәр йәлеп ителгән. ЮХХДИ постары халыҡ күп йыйылған урындарҙа, ял итеү зоналарында дежурлыҡ итә. Автоһәләкәттәр йәһәтенән ҡаланың үҙ проблемалары: транспорт сараларының күплеге, тар урамдар һәм әлеге лә баяғы "текә" водителдәр ҡылығы. Өҫтәүенә, былай ҙа тығын ҡала юлдары ағымына мопедсылар менән электр самокатында йөрөргә әүәҫтәр килеп ҡушылды һәм улар арҡаһында ла йыш ҡына авария хәлдәре килеп тыуа.
"За рулем" журналының статистика материалдарына таянып үкәрелгән тикшеренеүҙәрендә үлем осраҡтары менән бәйле автоаварияларҙың иң беренсе сәбәбе - эскелек тип табыла. Һәләкәттәрҙең 90 процент самаһы эскән килеш рулгә ултырған водителдәр ғәйебе менән эшләнә. Өҫтәүенә, шуларҙың өстән бер өлөшө транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешеләр булып сыға.
Икенсе сәбәп тип журнал ҡаршы һыҙатҡа сығыу фактын килтерә. Был, ғәҙәттә, ике һыҙатлы юлдарҙа була һәм күбеһенсә йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә, тип тә аныҡлай "За рулем".
Өсөнсө сәбәп - юғары тиҙлек. Был автоһәүәҫкәрҙәр араһында иң киң таралған ғәҙәт, штрафтарҙың да күпселеге тап шуның өсөн сәпәлә.
Дүртенсе сәбәп - төндә юл йөрөү. Мәғлүм булыуынса, тәүлектең ҡараңғы мәле автомобиль йөрөтөүселәр өсөн иң хәүефле мәл булып ҡала килә.
Сәбәптәр күп, әлбиттә, ләкин нимә генә тимә - руль артына ултырғанһың икән, ҡылығыңды үҙгәрт, тип әйтке килә водителдәргә, сөнки шул ваҡыттан алып улар үҙҙәре өсөн генә түгел, башҡалар ғүмере өсөн дә яуаплылыҡ ала бит. Ә беҙҙең арала тап машинаһына ултырып алғас та текәлеген күрһәтә башлаусылар байтаҡ: кемгәлер сабырлыҡ, әҙәплелек етмәй; кемдәрҙер бер-береһенә юл бирергә теләмәй, хатта туҡталып, машиналарынан сығып, һуғыша башлайҙар. Айырыуса "текә авто" хужалары үҙҙәренең башҡаларҙан өҫтөн булыуын күрһәтергә теләй, ахырыһы. Ләкин уларҙың миллиондарса һумлыҡ ғорурлыҡ предметы бөгөн берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел, сөнки еңел автомашиналар, хаҡына-маркаһына ҡарамаҫтан, кеше аңында яйлап зиннәтле милек төшөнсәһенән уңайлы һәм тиҙ юл йөрөү сараһына әйләнде. Бары тик һәр ерҙә һәм һәр саҡ, айырыуса юлға сыҡҡанда, кеше булып ҡала белеү мотлаҡ. Тап ошо сифаттар байтаҡ һәләкәттәрҙән аралар ине юлаусыларҙы. Хәйерле юлдар теләйек уларға!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 16
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|