«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕНТАГОН - ҺУҒЫШ МИНИСТРЛЫҒЫ
+  - 


Үткән аҙналағы күңелде йылытҡан хәбәрҙәрҙең береһе - күптән көтөлгән һәм донъялағы иң ҡеүәтле проекттарҙың береһенә дәғүә итеүсе "Себер көсө - 2" ("Сила Сибири-2") газ үткәргесен төҙөү хаҡында меморандумға Мәскәү менән Пекиндың ҡул ҡуйыу ваҡиғаһы булды.

Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев хәбәр итеүенсә, 30 йылға иҫәпләнгән проект әлегә техник-иҡтисади нигеҙләмә алыу өҫтөндә. Йылына 50 млрд кубометр ҡеүәтле һәм 7 мең километрға һуҙыласаҡ был маршрут Монголия аша үтәсәк. Ҡытайҙар иҫәбенсә, улар өсөн яғыулыҡ хаҡы Европалағынан арзан булыуы күҙҙә тотола, ләкин киләсәкке был төҙөлөштөң бөтөн шарттары ла, айырыуса хаҡтар мәсьәләһе лә әлегә билдәһеҙ: эксперттар әйтеүенсә, "меморандум- асылда ниәттәр хаҡында декларация ғына", ә алда - ике-яҡ ара хеҙмәттәшлек һәм контрактҡа ҡул ҡуйыу этаптары тора. Үткәргес төҙөлөшөнөң шулай уҡ тиҙ генә башҡарыласаҡ эш түгеллеген дә аңлау кәрәк.
Ә был ваҡытта Германияның Конституция һәм суверенитет өсөн советы башлығы Ральф Нимайер белдереүенсә, немец сәнәғәте Рәсәй энергия ресурстарына мохтажлыҡ кисерә һәм "Төньяҡ ағым" ("Северный поток") газ үткәргесен тергеҙеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһына. Әлеге ваҡытта Германияға шыйыҡлатылған тәбиғи газ Норвегиянан танкерҙарҙа АҠШ аша Гамбургҡа ташыла һәм был ифрат ҡиммәткә төшә. Ә "Северный поток-2" аша ҡыуҙырылған ҡеүәттәрҙең яртыһы ғына ла ГФР-ҙа энергия ресурстарына мохтажлыҡтың тотош өс өлөшөн ҡаплауға етер ине, тип һөйләй Нимайер ТАСС хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә. Немец киң мәғлүмәт саралары яҙып сығыуынса, яғыулыҡты АҠШ-тан һатып алыу - Германияның сәйәси капитуляцияһы ул. Немец хоҡуҡ һағы органдары "Төньяҡ ағым" газ үткәргесен шартлатыуҙа украин махсус хеҙмәттәрен ғәйепләй. Ләкин Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, РФ Диңгеҙ коллегияһы рәйесе Николай Патрушев был фаразды тәнҡит утына тотто: Германия властары үҙ территорияһына теракт маҡсатында килеп ингән сит ил кешеләрен контролдә тотмай икән, тимәк, был енәйәт туранан-тура НАТО-ның юғары профессиональ кимәлдәге махсус хеҙмәттәре ҡатнашлығында ҡылынған. Рәсәйҙең Европаға һуҙылған "Северный поток" газ үткәргестәренең 1-сеһе лә, 2-сеһе лә 2022 йылдың 26 сентябрендә шартлатылғайны. Америка журналисы Сеймур Херш, билдәле сығанаҡҡа һылтанма яһап, ошо диверсия буйынса тикшереүҙәрҙе баҫып сығарҙы һәм Baltops күнекмәләренә "ышыҡланып", Норвегия белгестәре булышлығында АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәре водолаздарының Рәсәй газ үткәргестәре аҫтына шартлатҡыстар һалыуы хаҡында яҙып сыҡты. Уның мәғлүмәттәре буйынса, диверсия хаҡында АҠШ-тың ул ваҡыттағы президенты Джо Байден ҡарар ҡабул иткән. Быйыл 21 августа ГФР прокуратураһы юллауы буйынса терактты башҡарыусыларҙың береһе - 49 йәшлек украин гражданы Сергей Кузнецов ҡулға алынды. Хәйер, Германия етәкселеген яғыулыҡ мәсьәләһе борсомай, күрәһең. Ил парламентының "Сара Вагенкнехт" партияһы лидеры белдереүенсә, немец властары махсус рәүештә Рәсәй менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа бара һәм аҡылһыҙ рәүештә ҡоралланыу сығымдарын арттыра. Франция президенты Макрон да немец әшнәләренән ҡалышмай. Ул илдәге бюджет көрсөгөн, социаль мәсьәләләр, мәғариф өлкәһендәге бөтөн бәләләрҙә лә Рәсәйҙе ғәйепләүҙе ғәҙәт итеп алған. Ләкин Францияның айыҡ аҡыллы сәйәсмәндәре Макрондың ил халҡы алдында яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн еңел юл һайлауын күптән аңлаған. Эш хатта шуға барып еткән: парламенттың "Непокоренная Франция" һул фракцияһы лидеры Матильда Маро белдереүенсә, уның партияһы президент Макронға импичмент белдерергә тәҡдим әҙерләй. Украина конфликтына ҡыҫылып, башкөлләй хөсөтсөлөк һәм алдаҡ менән шөғөлләнеүсе Макрон, күренеүенсә, үҙенең Франция президенты бурыстарын бөтөнләй "иҫенән сығарған". Әйткәндәй, 7 сентябрҙә Парижда Макрон етәкселегенә ризаһыҙлыҡ белдереүсе халыҡ ҙур сәйәси митингыға сыҡты.
Үткән йома РФ Президентының Ҡытайға оҙайлы эш сәфәренән һуң Владивосток форумында ҡатнашып, шунан ҡайтышлай Һамарға һуғылыуы һәм "Ростех"тың урындағы "ОДК-Кузнецов" предприятиеһы нигеҙендә двигатель төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыуы икенсе мөһим ваҡиға булды, сөнки унда Владимир Путиндың белдереүенсә, "двигатель төҙөү һәм уның үҫеше, технологик йәһәттән, шулай уҡ Рәсәй суверенитетын билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе. Әлеге ваҡытта Рәсәй элеккесә, авиация һәм ракета двигателдәре етештереүсе биш донъя лидеры илдәре (Рәсәй, АҠШ, Канада, Британия, Франция - авт.) иҫәбендә, тине Президент кәңәшмәлә сығыш яһап. Һуңғы дүрт йыл эсендә генә лә Рәсәйҙә етештерелеүсе авиадвигателдәр һаны 50 процентҡа артты һәм 791-зән 1227 данаға етте. Ә бына Ҡытай, Һиндостан, Иран әлегә был йәһәттән уңышҡа өлгәшә алмай, хатта донъяла иң яҡшы электроника эшләүсе Японияның да үҙ двигателе юҡ.
Мәғлүм булыуынса, 5 сентябрҙә Дональд Трамп Пентагонды уның 1949 йылға тиклемге атамаһын кире ҡайтарып (АҠШ оборона департаменты), Һуғыш министрлығы тип үҙгәртеү хаҡында указға ҡул ҡуйғайны, ошоноң менән бәйле АҠШ хакимиәтендә һәм Пентагонда ризаһыҙлыҡ сығыштары көсәйә бара. Американың Politico медиа-ойошмаһы яҙыуынса, чиновниктар ведомство атамаһын үҙгәртеүҙең ил ҡаҙнаһына миллиардтарса долларға төшәсәге хаҡында борсолоу белдерә: 40-лаған илдәге 700 меңләп объектта мисәттәрҙе алыштырыу, хәрби ведомстволарҙа бланктарҙы яңыртыу, хатта ки уларҙың ашханаларында салфеткаларға тиклем алмаштырырыу талап ителәсәк бит! Хәйер, нимә ул мисәт, салфеткалар... Трамптың указы тап сәптең үҙенә килеп тейҙе түгелме: Пентагондың күптән инде оборона министрлығы түгел, ә төрлө илдәр тыныслығын боҙоп, хөсөт һәм террор ойоштороп, украин нацистары ише террористарҙы долларға күмеп, хәрби ярҙам күрһәтеүсе һуғыш суҡмары икәнлеге күптән билдәле бит инде, тик исем-атамаһы ғына асылына тап килмәй ине. Трамп был хатаны төҙәтте. Уның аңлатыуынса, яңы атама Американың "еңеүҙәргә илтеүсе көсөн" күрһәтеп торасаҡ, имеш.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru