«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҺАЛЫ ХАЛЫҠ БУЛАЙЫҠ, ТИҺӘК ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘЙЕК
+  - 


Мәңгелек тема ул туған тел, уны һаҡлау, уны заманға ярашлы алым-ысулдар менән киләһе быуындар һағына тапшырыу, уны өйрәнеүҙе һәр быуын балалары, йәштәре өсөн модалы, ҡыҙыҡлы итеү. Был юлы тағы ошо темаға әйләнеп ҡайтып, туған телгә ҡағылышлы мәсьәләлә беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыларынан да аҡыллыраҡ, тосораҡ, фәһемлерәк итеп әйтеп булмаҫ, тип, хеҙмәт юлын, ғүмерен, бар ҡеүәтен балаларға башҡорт теленән һабаҡтар, дәрестәр биреүгә арнаған, ир-егет затынан булған юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусылары - Ейәнсура районынан Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ, Наил ЮЛДАШБАЕВ һәм Ишембай ҡалаһынан Рифат ӘЮПОВ менән ситтән тороп диалог ҡорҙоҡ.

Туған телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, киләсәктә лә йәшәтә алыуҙың төп проблемаһы - башҡорт балаларының халҡыбыҙ телен яҡшы кимәлдә белеүе, аңлауы, уҡый-яҙа һәм иркен һөйләшә алыуы. Хәҙеге осорҙа ошо маҡсатҡа өлгәшеүе еңелдәрҙән түгел, оҙайлы эш талап итә. Ҡыҙғаныс, телебеҙҙе бар нескәлектәрендә белеүсе балалар, йәштәр аҙайғандан-аҙая бара. Теләк етешмәй, мотивация тәрбиәләнмәгән. Ни эшләргә беҙгә?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Ә бит уйлап ҡараһаң, теләк бер ҡасан да үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Теләк тыуыр өсөн ниндәйҙер сәбәптәр булырға, тәүшарт, файҙалы орлоҡ, ошо һау орлоҡто сәсер, шыттырыр, үҫтереп уңыш алыр өсөн "уңдырышлы тупраҡ" та кәрәк бит әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ошо шарттар юҡ. Ошоноң һөҙөмтәһе булып "теле боҙолған" йәш быуын үҫеп килә лә инде.
Рифат Әюпов: Бөгөнгө көндә йәштәрҙең телде ныҡлап белеп етмәүенең сәбәптәре бик күп: башҡорт телендә китаптар әҙ уҡыла, мәктәптәрҙә әҙәбиәт дәрестәре лә бик ҡыҫҡарҙы, аҙнаға бер сәғәт кенә ҡалды, ата-әсәләр ҙә үҙҙәре уҡымай, күберәк ваҡытты телефон, компьютер артында интернетта ултыра, күп балалар бәләкәйҙән телевизор, интернетта русса төрлө йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар ҡарай. Тимәк, ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә башҡортса мөхит юҡ, барыһы ла русса ғына, шуға бала руссаны еңелерәк үҙләштерә. Хәҙерге балаларҙың үҙенсәлеген, талаптарын иҫәпкә алып, интернет селтәрҙәрендә күберәк башҡортса контенттар булдырырға кәрәк тә бит. Ә былай теле ныҡлап асылып килгән 3-4 йәшлек балала әле мотивация тигән төшөнсә юҡ инде, ул күберәк ниндәй телде ишетә, шул телде яҡыныраҡ күрәсәк.
Наил Юлдашбаев: Әллә ни өмөтһөҙләнеп китергә лә ярамайҙыр. Әйтәйек, ҡасандыр совет осоронда беҙҙең район үҙәге Иҫәнғолда башҡорт телендә һөйләшеп булмай тиерлек ине. Ә хәҙер уның урамдарында, магазиндарында һәм башҡа төрлө шундай халыҡ күп булған урындарҙа башҡорт теле яңғырап тора. Хәҙер ҙә һәр ауылда башҡорт әҙәбиәтен яратып уҡыған кешеләр бар, тип әйтергә була. Шулай уҡ бөгөнгө көндә беҙҙең республикала төрлө кимәлдә телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бик күп эштәр башҡарыла. Иҫкә төшөрөп тормайым, бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ.
Эйе, хәл ителмәгән проблемалар ҙа етерлек. Хатта баштан ашҡан, тиһәң дә була. Бигерәк тә башҡорт ауылдарында балаларҙың рус телендә һөйләшеүе аптырата. "Беҙгә нимә эшләргә һуң?" тиерме атай-әсәйҙәр? Әйткәндәй, был һорау йыл һайын ҡуйыла һәм бик күп тәҡдимдәр әйтелә. Улар үтәләме һуң? Әйҙәгеҙ, шуларҙы иҫкә төшөрөп, анализлап үтәйек әле. Иң популяр тәҡдимдәрҙең береһе - "Үҙебеҙҙән башлайыҡ". Бик дөрөҫ тәҡдим, ул бөгөн дә актуаль булып ҡала: беҙ, ололар, атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар, үҙебеҙ балаларыбыҙ менән дә, милләттәштәр менән дә әсә телендә һөйләшәйек, башҡорт баҫмаларын алдырайыҡ, башҡорт китаптарын уҡыйыҡ, төрлө сараларҙа үҙебеҙҙең телдә сығыш яһайыҡ... "Тамыр"ҙың тапшырыуҙарын, йәнһүрәттәрен балалар менән бергә ҡарау, фекер алышыуҙар ойоштороу ҙа уларҙы ошо башҡорт контентына йәлеп итер ине...
Юҡ шул, йыш ҡына үҙебеҙҙән башларға теләмәйбеҙ. Әйтәйек, быйыл май айында Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы үтте. Шунда ҡайһы бер коллегаларыбыҙ рус телендә сығыш яһаны. Аптырайым, башҡорт теле уҡытыусылары съезы, ә сығыштары башҡорт телендә түгел! Съездың ҡасан булыры ярты йыл алдан билдәле булды, сығыш яһаусыларға ла алдан хәбәр ителде. Шул ваҡыт эсендә 15-20 минутлыҡ сығыштарын башҡорт телендә әҙерләй алалар ине бит. Тәржемәсе яллап булһа ла. Уларҙы бит телевизорҙан күрһәттеләр, радионан ишеттерҙеләр... Быларҙың барыһын да халыҡ ҡараны һәм тыңланы. Башҡорт теле уҡытыусыларының шундай ҙур форумдағы рус телендәге сығыштарын ишеткәс, уларҙың баштарында ниндәй һорауҙар тыуҙы икән, нисек уйлайһығыҙ? Ошондай күренештәрҙән һуң уҡытыусылар нисек итеп балаларҙы туған телгә ылыҡтыра ала ла, нисек итеп халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара ала?
Икенсе популяр тәҡдим -"Башҡорт телен популярлаштырыу". Был да мөмкин булмаған ғәмәл түгел! Әйтәйек, быйылғы йылда донъя кимәлендә популярлыҡ яулаған "Әй Йола" төркөмөнөң башҡорт телендәге йырҙарын мәктәптәрҙә хатта рус балалары ла йырлап йөрөйҙәр! Ошо күренеш күп нәмә тураһында һөйләйҙер. Әлбиттә, шул йүнәлештәге эштәрҙе артабан да дауам итергә кәрәк. Шулай уҡ беҙҙең балалар өйҙә - ата-әсәләренең, урамда башҡа оло кешеләрҙең башҡорт телендә һөйләшкәнен һәр ваҡыт ишетеп торһа, район һәм республика кимәлендәге төрлө сараларҙа абруйлы етәкселәр әсә телендә сығыш яһаһа, бик көслө стимул буласаҡ. Һәм был да телебеҙҙе популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Өсөнсө мәңгелек тәҡдим - "Ғаиләнән башларға кәрәк". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләр ғаиләлә туған телгә өйрәтмәү генә түгел, мәктәптә балаларын әсә теле төркөмөнә биреүҙән баш тарталар. Балалары уҡырға теләк белдерһәләр ҙә. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙә милли рухтың, аң кимәленең шундай түбән булыуы аптырата. Уҡытыусыларҙан бына шундай ата-әсәләр менән эшләү ҙә талап ителә. Улар менән йыйылыштарҙа йәки айырым шарттарҙа осрашырға, һөйләшергә, аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.
Һәм тағы. Шундай күренештәр күҙгә салына: ҡайһы бер башҡорт теле уҡытыусылары балаларҙы әсә теле төркөмөнән биҙҙерерлек итеп, үтә ҡаты ҡыланалар: күп итеп өйгә эш бирәләр, әйләнгән һайын "ике" ҡуялар, дәрестән ҡыуып сығаралар. Йәки бөтөнләй бер нимә лә эшләмәйҙәр - уҡыусылар дәрестә бушты бушҡа ауҙарып ултыралар һ.б. Башҡорт теле дәрестәре башҡаларынан шуныһы менән айырыла: уҡыусылар икенсе предметтарҙы теләйме-юҡмы уҡырға тейеш, ә әсә телен улар һайлай ала. Шуға ла улар был дәрестән баш тартмаһын өсөн беренсе сиратта уҡытыусыларға тырышырға, төрлө саралар һәм алымдар менән башҡорт теле дәресенә мөхәббәт тәрбиәләргә тейештәр. Балалар дәрескә шатланышып, йүгереп килһен. Ғөмүмән, әсә теленең йәшәйеше өс тағанға терәлгән булырға тейеш: ғаилә тәрбиәһенә, белем биреү системаһына, йәмғиәттәге популярлыҡ кимәленә.

Башҡорт теле буйынса стандарттар ҡабул ителгән, программалар эшләнгән, дәреслектәр әҙерләнгән. Бөтөн уҡыусыларыбыҙҙы бер төрлө уҡытабыҙ, методикалар ҙа бер иштән. Дөрөҫ уҡытабыҙмы һуң?

Наил Юлдашбаев:
Әлбиттә, дөрөҫ түгел. Һәр уҡытыусы дәресен төҙөгәндә Берҙәм дәүләт стандарттарын үтәргә тейеш икән, бөтә дәрестәр ҙә бер төрлө форматта булып сыға: бер төрлө башланалар, бер төрлө темалар үтелә, бер төрлө итеп тамамланалар. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ әле: 6-7 сәғәт буйы уҡыусылар бер төрлө төҙөлгән дәрестәрҙә ултыра. Улар быны теләйме? Юҡ, әлбиттә! 60-70 йәшлек кешеләр генә ул 7 сәғәт түгел, көнө буйы бер төрлөлөккә риза булып оҙаҡ ултыра ала, сөнки уларҙың психикаһы ҡатып ҡалған, фән телендә әйткәндә, кристаллизацияланған. Ә балаларҙың психикаһы бөтөнләй икенсе, ул - һығылмалы, йәнле, аҡылдары һәр ваҡыт яңылыҡ талап итә. Шуға бер төрлөлөктә оҙаҡ ултыра алмайҙар. Ҡыҫҡаһы, минең нимә әйткем килә: 7 дәрестең йөкмәткеһе генә түгел, ә формалары ла төрлө булырға тейеш. Уларҙың бер-икәүһе генә Дәүләт стандарттарына ярашлы төҙөлөргә мөмкин, ә башҡалары бөтөнләй икенсе төрлө форматта булғанда ғына балалар дәрестәрҙән ялыҡмаясаҡ, киреһенсә, ҡыҙыҡһынып уҡыясаҡ.
Ғайса Ишмөхәмәтов: Эйе, стандарттар ҡабул ителгән, программалар үҙгәреп тора, тик башҡорт мәктәптәре өсөн ҡыҫҡартылған дәрестәр һанына, программаға тап килгән, яраған дәреслектәр башҡорт теленән дә, әҙәбиәттән дә юҡ. Дөрөҫ уҡытабыҙмы һуң? Юҡ. Дөрөҫ уҡытмайбыҙ. Элек дөрөҫ уҡыта инек, ә хәҙер юҡ. Дөрөҫ уҡытһаҡ, һандуғас телендәй бай, яғымлы, көслө, һығылмалы әсә телебеҙҙең яңғырашын боҙоп, вата-емерә, баҫымдарҙы дөрөҫ ҡуймай, русса һүҙҙәр ҡулланып, мин башҡортса таҙа һөйләшәм, тип йөрөүселәр, уйлаусылар күп булмаҫ ине. Грамматик, стилистик хаталары күп булған яҙмаларҙы уҡый, аңлай алмай йонсомаҫ инек. Ниндәй методика менән эшләү уҡытыусының үҙенән тора: эш шарттарынан, ҡуйған маҡсаттарынан, ижади һәләте, ҡараштарынан. Һуңғы ваҡыт педагогик эшмәкәрлегебеҙҙә сит илдәрҙең яңғырауыҡлы, беҙҙең булмышыбыҙға тап килмәгән технологиялары, методикалары өҫтөнлөк итә һәм хуплана башланы, сөнки үҙебеҙҙеке юҡ... Рифат Әюпов: Эйе, һәр уҡытыусының үҙенең уҡытыу методикаһы, алымы бар, ул шул алым менән эшләй, әммә заман ныҡ үҙгәрҙе, ә башҡорт телен уҡытыу методикаһы ошо заман ҡалыптарына яраҡлашмаған. Әле совет осоронда сыҡҡан ғилми ҡулланмалар ғына бар, шуға ла башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын мотлаҡ яңынан ҡарап сығырға кәрәк.

Рәсәй мәктәптәрендә новатор-педагогтарҙы ишеткән дә, күргән дә юҡ. Бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы новатор була аламы?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы новатор була ала, ләкин ысын педагог-новатор булмаясаҡ, сөнки башҡорт телен һәм әҙәбиәтен аҙнаһына 1 сәғәт уҡытып, йәғни уҡыу йылы буйына 34 сәғәт уҡытып, нисек үҙеңде, мин яңы йүнәлеш индерҙем, иң кәрәкле, дөрөҫ юл күрһәттем, тип йөрөргә мөмкин, күҙ алдыма килтерә алмайым. Әле бит үҙең асҡан яңылығыңды, йүнәлешеңде практик эшмәкәрлеккә йүнәлтергә, практикала ҡулланырға, таратырға, киң ҡулланыусыға сығарырға ла кәрәк.
Хәҙерге көндә ауыл мәктәбендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, дәрестәр һаны кәмеү сәбәпле, башҡа предметтарҙы уҡытыуға күстеләр. Мин үҙем дә рус әҙәбиәте һәм физкультура дәрестәре уҡытырға мәжбүрмен. Эйе, район үҙәге мәктәптәрендә, профилле гимназияларҙа хәлдәр күпкә яҡшыраҡ, һүҙем ауыл мәктәптәре тураһында бара, хатта класта балалар һаны етмәү сәбәпле төрлө кластарҙы ҡуша уҡытыу тураһында һүҙ бара.
Наил Юлдашбаев: Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа уҡытыусы-новатор тигән төшөнсә бөтөнләй ишетелмәй тиһәң дә була. Уның сәбәбәптәре бер нисәү.
Беренсеһе. Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында, шулай уҡ 2000 йылдар башында үҙ методикаһы өҫтөндә эшләгән педагогтар күп ине. Һәр мәктәптә лә тип әйтерлек шундай эҙләнгән, ижади эшләгән уҡытыусы бар ине. Район, хатта республика кимәлендә билдәлелек яулағандары ла булды. Йыш ҡына РМО ултырыштары шундай уҡытыусыларҙың тәжрибәләре менән уртаҡлашыу форматында үтә торғайны. Ғөмүмән, мин уларҙы йәшел яланда үҫеп ултырған төрлө-төрлө сәскәләр менән сағыштырыр инем.
2008 йылдарҙа Берҙәм дәүләт стандарттары барлыҡҡа килде лә, комбайн һымаҡ, шул сәскәләрҙе сабып, яланды тигеҙләп үтте лә китте. Ни өсөн тигәндә, һәр уҡытыусы дәресен төҙөгәндә шул Берҙәм стандарттарҙы үтәргә тейеш ине. Һәм бындай талаптар бер төрлөлөккә килтерҙе. Ә был күренеш, әлбиттә, ижади эшләүсе уҡытыусыларға аяҡ сала башланы. Ни өсөн икәнен аныҡлабыраҡ һөйләп үтәйем...
Философия фәнендә йөкмәтке һәм форма тигән төшөнсәләр (категориялар) йәшәй. Улар бер-береһе менән бик тығыҙ бәйләнештә: йөкмәтке үҙгәрә икән, форма ла үҙгәрә; һәм ниндәй форма - шундай йөкмәтке. Йөкмәткене үҙгәртеп, форманы бер нисек тә элеккесә ҡалдырып булмай. Мин нимә әйтергә уйлайым? Берҙәм дәүләт стандарттарының авторҙары дәрес төҙөлөшөнә булған талаптарҙы Эльконин-Давыдовтың үҫтереүсе методикаһынан алған. Ә ул методиканың төп маҡсаты - уҡыусыларҙы үҙаллы эҙләнергә өйрәтеү. Шулай итеп, баяғы философия күҙлегенән ҡараһаң: үҙаллы эҙләнергә өйрәтеү методикаһы - йөкмәтке, ә шул йөкмәтке нигеҙендә барлыҡҡа килгән дәрестең төҙөлөшө - ул форма. Шуға уҡытыусылар ниндәй генә маҡсат ҡуймаһындар, дәрес формаларын стандарттарға ярашлы төҙөһәләр, теләйҙәрме-юҡмы, үҫтереүсе методикаһы өҫтөндә эшләй башлайҙар. Сөнки форманы элеккесә ҡалдырып, йөкмәткене үҙгәртеп булмай. Ә ниндәйҙер яңы методика өҫтөндә эшләй икәнһең, ул яңы форма талап итә, әйтәйек, дәрестең төҙөлөшө бөгөнгө стандарттарға бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Шуға новатор уҡытыусыларға ике фронтта эшләргә тура килә: стандарттарҙы ла үтәргә, шулай уҡ үҙҙәренең идеяһы өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Әлбиттә, был бик ауыр, шуға күптәр эҙләнеүҙән бөтөнләй баш тартты.
Икенсеһе. Әгәр уҡытыусылар бер ставкаға эшләһә, йәғни 18 сәғәт алып барһа, ижади эҙләнергә ваҡыт ҡала. Әйтергә кәрәк, ҡасандыр ставканы ҡабул иткән ғалимдар шуны күҙ уңында тотҡандар ҙа инде. Бөгөнгө көндә ул ставканың эш хаҡына бөтөнләй йәшәп булмай. Шуға уҡытыусыларға 35-40 сәғәт алып барырға йәки тағы ҡайҙалыр эшләргә тура килә, һәм улар, йыш ҡына телдәрен арҡыры тешләп, өйҙәренә ҡайтып йығылалар. Ундай шарттарҙа ниндәйҙер идея өҫтөндә эшләп буламы ул? Эҙләнеү, ижади эшләү өсөн, беренсе сиратта, ваҡыт һәм азатлыҡ кәрәк. Башҡорт теле уҡытыусыһы аҙнаһына бер сәғәт бирелгән башҡорт теле дәресендә балаларҙы телгә өйрәтергә тейеш. Бындай шарттарҙа ысын мәғәнәһендә белем бирәм тигән уҡытыусы, теләйме-юҡмы, интенсив юлды һайлаясаҡ, йәғни уҡытыуҙың һөҙөмтәле юлдарын эҙләйәсәк.
Рифат Әюпов: Ә шулай ҙа уҡытыусы-новаторҙар бөгөн дә бар, әммә улар әҙ, һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай. Уларҙы күрә белергә һәм ярҙам итергә кәрәк тә бит...

Тел проблемаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатһаң, социаль мөхиткә зарланалар. Хатта башҡорт ауылдарында ла тик русса аралашыу модаға инеп киткән. Ни өсөн шулай килеп сыға? Ни өсөн уҡыусыларыбыҙҙың зиһенен, хис-тойғоларын әсә теле биләмәй, башҡортса һөйләшәбеҙ тип, йөрәктәре янмай, күҙҙәре нур сәсмәй?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Эйе, ауыл мәктәптәрендә лә русса аралашыу киң тарала бара, бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында күҙәтелә был хәл. Бөтә бәләне социаль мөхиткә генә ҡайтарып ҡалдырыу, һылтаныу дөрөҫ түгел. Илдең алып барған сәйәсәте шундай. Был турала мин ҡурҡмай әйтәм. Бына һеҙгә асыҡ миҫал: быйылғы уҡыу йылына Үҙәктән төшөрөлгән федераль уҡыу планында башҡорт телен 4-се класта аҙнаһына 0,5 сәғәт, туған әҙәбиәтте 0,5 сәғәт, 9-сы класта ла 0,5 сәғәт өйрәнеү ҡаралған. Был нимә тураһында һөйләй? Уҡытыусы дәресте 45 минут урынына 22,5 минут алып барырға тейешме йәки бер аҙнала уҡытып, ә икенсеһендә уҡытмаҫҡа тейешме? Ошо хәлдең дөрөҫ түгел икәнен нисек аңлатайыҡ Үҙәктәгеләргә? Әллә был файҙаһыҙмы? Шулай икән, ниңә һәр милләттәш туған телде үҙ ғаиләһендә һаҡлауҙы төп бурыс итеп алырға ашыҡмай?
Рифат Әюпов: Эйе, барыһы ла тел проблемаһын мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалдыра, үкенескә күрә. Мәктәп кенә был проблеманы тамарынан хәл итә алмай. Ғаилә, мәктәп һәм дәүләт бер-ҙәм булып, ошо юҫыҡта эшләгәндә генә ниндәйҙер уңыштарға ирешергә булыр ине, әммә берҙәмлек юҡ, һәр ҡайһыһы ғәйепте башҡанан эҙләй. Шулай булғас, уҡыусы күҙендә лә ут янмай. Телем тип өҙөлөп торғандар юҡ түгел, бар улар, ләкин уларҙы һәр саҡ күреп етмәйҙәр.

Һуңғы йылдарҙа туған тел предметы тураһында ниҙәр генә һөйләнмәй, ә уны "киҫтеләр", прокурорҙарҙан тикшерттеләр, ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырттылар һ.б. Бер заман Рәсәй Думаһында милли мәктәптәрҙе ябыу хаҡында ла низағлы ҡарар ҡабул итергә йыйынғайнылар. Ә беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ тел сәйәсәтендә үҙ һүҙҙәрен әйтергә баҙнат итмәй. Етәкселәргә халыҡ теләген кем еткерергә тейеш?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Башҡорт теле уҡытыусылары тел сәйәсәтендә үҙ һүҙҙәрен әйтергә баҙнат итмәй, ләкин уларҙың һәр береһенең тел мәсьәләһе, уның бөгөнгө яҙмышы, киләсәге тураһында йөрәге һыҙлана. Уҡытыусының хоҡуҡтары сикле, ҡыҫымдан да ҡурҡаларҙыр, әйтер һүҙҙәре тейешле урынға барып етеп, уға ҡолаҡ һалыуҙарына ла шикләнәләрҙер. Дөйөм алғанда, йәмғиәтебеҙҙе бит битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ биләп алған. Битарафтарҙан ҡурҡырға кәрәк, тигән бит бер аҡыл эйәһе. Яңыраҡ булып үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ла беҙҙең проблемалар тураһында әллә ни фекер әйтеүсе булманы. Шулай инде, рухи кимәлебеҙ түбән, аңыбыҙ томаланған икән, беҙҙе берәү ҙә ишетмәйәсәк. Рифат Әюпов: Уҡытыусы - ул ябай эшсе генә, ул күп нәмәне хәл итә алмай, уның өҫтөндә етәкселәре бар. Уҡытыусы булған проблеманы һәр саҡ етәксеһенә еткерә тора, ә етәксеһе әллә ни өндәшә һалып бармай, сөнки уға үҙ урыны ҡәҙерле. Бында йәмәғәт ойошмалары ағзалары, бигерәк тә урындағы ҡоролтайҙар күберәк эшләргә тейеш. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе мәктәп менән, башҡорт теле уҡытыусылары менән эшләмәйҙәр, үҙҙәренең сараларын үткәрәләр ҙә, шуның менән ҡәнәғәтләнәләр.
Наил Юлдашбаев: Бөгөнгө көндә проблемалы мәсьләләрҙе депутаттар аша хәл итергә булалыр, уларҙы беҙ шуның өсөн һайлайбыҙ бит. Минең уйымса, халҡын, тыуған төйәген яратҡан рухлы депутат мәғариф системаһындағы тап туған телде уҡытыуға ҡағылышлы проблеманы күрмәй ҡалмаҫ, тигән өмөт бар. Әгәр һанап киткән сифаттары юҡ икән, ул ишетмәмешкә һалышасаҡ. Ә бына "Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ тел сәйәсәтендә үҙ һүҙҙәрен әйтергә баҙнат итмәй" тигән фекерегеҙ менән килешмәйем. Бөтәһе булмаһа ла, әйтеп барыусылар етерлек.

Туған тел дәресенә аҙнаһына 1 генә сәғәт ваҡыт бирелһә, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү икеле. Йылына 40 сәғәт самаһы килеп сыға. Әммә педагог-методист Вәкил Хажин, әгәр дөрөҫ уҡытмай икәнһегеҙ, 4-5 сәғәт тә етмәйәсәк, тип әйтә. Был хаҡта ни тиерһегеҙ?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Һәр уҡытыусы үҙен дөрөҫ уҡытам, тип һанай, ә һөҙөмтә-өлгәш, сифат - киреһенсә. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге шарттарҙа замана балаһын аҙнаһына 1 сәғәттә, 0,5 сәғәттә нисек итеп дөрөҫ уҡытырға һуң? Балаларҙың күп төп башҡорт һүҙҙәренең лексик мәғәнәһен аңламауы мине ғәжәпләндерә. Шуның арҡаһында һүҙ байлығы ла һай, ә инде инша яҙа башлаһаҡ, уҡытыусы тәржемәсегә әйләнә. Уҡыусыларҙы: "Һүҙ байлығы 180 һүҙҙән торған (яртыһын һүгенеү һүҙҙәре тәшкил итә) Африкалағы ҡәбиләләр хәленә ҡалып ҡуймайыҡ!" - тип шаяртып та алам.
Туған әҙәбиәтте, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу, бай әҙәби мираҫыбыҙҙы йәш быуынға еткереү буйынса айырым һөйләшеү талап ителә. Ҡулъяҙма әҙәбиәттән башлап хәҙерге әҙәбиәткә тиклемге шағирҙар, мәғрифәтселәр, яҙыусыларҙың ижадын нисек итеп уҡыусыларға еткерергә, художестволы әҫәр уҡырға, матур, ифрат бай, фәһемле әҙәбиәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятырға? Бына ҡайҙа ята ул илһөйәрлек, рухи-әхләҡи тәрбиә сығанағы! Мине шулай уҡ киләсәктә ошолай итеп уҡытһаҡ, китап уҡыусылар булырмы, тигән һорау ҙа борсой.
Рифат Әюпов: Туған тел дәресе аҙнаһына - 1 сәғәт, ә инглиз теле - 3 сәғәт. Әйтегеҙ әле, 11 йыл уҡып, кемдең балаһы саф инглиз телендә һөйләшә? Вәкил Хажин ағайҙың фекере менән килешәм, дөрөҫ уҡытырға кәрәк. Бының өсөн, алдан әйтеүемсә, уҡытыу методикаһын тулыһынса киренән ҡарап сығырға тейешбеҙ. Шул методикаға ярашлы, юғары уҡыу йорттарында буласаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләргә тейештәр. Китаптар сыға, методика юҡ.
Наил Юлдашбаев: Мин Вәкил ағай Хажиндың "Киске Өфө"ләге сығышында әйткәндәр менән тулыһынса килешәм. Бөгөнгө көндә алдынғы илдәрҙә үҙҙәренең эш алымдарын, шул иҫәптән белем биреү өлкәһендә лә, интенсив юлға күсерәләр: ваҡытты арттырмайҙар, ә методиканың сифатын яҡшырталар. Мәҫәлән, шундай ваҡиға иҫтә ҡалған: кемдер Төркиәгә ял итергә барғас, таксиға ултырып йөрөгән. Төрөк милләтенән булған таксист уның менән рәхәтләнеп рус телендә аралашҡан. "Рус телен ҡайҙан беләһең?" - тип һорағас, ул: "Рәсәйҙән килгән кешеләр менән эшләү өсөн бер йыллыҡ курсҡа йөрөнөм", - тип яуап биргән. Аптырарлыҡ, төрки телле кешене бер йылда һөйләшергә өйрәткәндәр. Ниндәй методика ул?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡта экстенсив фекерләү өҫтөнлөк итә, йәғни күберәк булһа, сифатлыраҡ була, тип уйлайҙар. Шуға, ниндәйҙер предметтан Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләй башлаһалар, мәктәп етәкселәре уларға өҫтәп, тағы дәрес сәғәттәре бирә башлай, хатта ниндәйҙер юлдар менән икенсе предметтың сәғәттәрен тартып алырға мөмкиндәр. Уҡытыусылар ҙа шуға өйрәнеп китте: нимәлер килеп сыҡмаһа, өҫтәп, сәғәт һорай башлайҙар. Эш алымдарын үҙгәртергә уйламайҙар ҙа. Ундай сәғәттәр һаны арттырылған дәрестәрҙән уҡыусылар ҙа йонсой башлай, хатта ҡасып киткән осраҡтары ла күҙәтелә. Ә бит методиканың сифатын күтәрһәң, уҡыу планы буйынса бүленгән сәғәттәр һаны ла етә, хатта баштан ашҡан. Мин дә Вәкил ағайҙың һүҙҙәренә ҡушылып, шуны әйтә алам: әгәр уҡытыу алымдарының сифатын күтәрмәйҙәр икән, предметты өйрәнеүгә 4-5 кенә түгел, 8-9 сәғәт тә етмәйәсәк...
Ә һорауҙың беренсе өлөшөнә килгәндә, әлбиттә, туған телде өйрәтеүгә 1 сәғәт бик әҙ. Әгәр дәрестәр элеккесә 2 йәки 3 сәғәт булып, методикаға ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртәбеҙ икән, күп нәмәгә өлгәшәсәкбеҙ.

Дәрестәр һаны аҙ икән, мәктәптәге барса кластан тыш сараларҙы, тәрбиә эштәрен тулыһынса башҡорт телендә алып барыу фарыз. Һеҙҙең фекерегеҙ?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Ауыл мәктәптәрендә былай ҙа бөтә саралар ҙа башҡорт телендә алып барыла.
Наил Юлдашбаев: Бындай фекерҙе хуплайым һәм яҡлайым. Әйткәндәй, башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә былай ҙа шулай эшләйҙәр. Ә бына башҡорт-рус, рус мәктәптәрендә хәлдәр икенсерәк. Ундайҙарҙа барыһы ла мәктәп етәкселегенән тора. Әгәр мәктәп етәкселеге рухлы, юғары мәҙәниәтле булһа, саралар ике телдә бара. Был бик яҡшы, шулай булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, саралар бер телдә генә алып барылған мәктәптәр ҙә етерлек...

Туған телебеҙҙә аралашыуҙы "модаға" индерергә кәрәк тиҙәр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Тәҡдимем: туған телебеҙҙә аралашыуҙы "модаға" (миңә был һүҙ оҡшамай) индерергә түгел, ә "милли идеяға" әйләндерергә, күтәрергә кәрәк. Әсә телебеҙҙең матурлығын, байлығын тулы кимәлдә файҙалана, ҡуллана алыу өҫтөндә, сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һирәк ҡулланыу ("модаға" әйләнеп китте), телебеҙҙе "бысратмау" өҫтөндә эшләйһе эштәребеҙ күп. "Тел менән саҡ-саҡ аралашыу - саҡ-саҡ фекер йөрөтөү ул", тигән аҡылды онотмайыҡ. Әгәр ҙә баһалы, ҡәҙерле халыҡ булайыҡ тиһәк, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек.
Рифат Әюпов: Башҡортса һөйләшеүҙе модалы эшләргә кәрәк, тип кенә уны модалы итеп булмай. Уның өсөн Берҙәм дәүләт стратегияһы, программаһы булырға тейеш, аҫтан башлап өҫкә тиклем һәр кем ошо стратегия, программаға ярашлы эшләргә бурыслы. Ошо эш башҡарылмай икән, үҙгәрештәр булмаясаҡ.

Күп кенә йәш-ата әсәләр өйҙәрендә башҡортса һөйләшмәй, ҡартатай-оләсәйҙәр айырым йәшәй. Бындай ата-әсәләрҙе "тәрбиәләргә" кәрәктер бит?

Ғайса Ишмөхәмәтов:
Йәш ата-әсәләргә һәм ҡартатай, өләсәй, ҡартәсәйҙәргә үҙем ҡартатай булараҡ кәңәшем шул: тел - балаға бирелгән Хоҙайҙың оло бүләге. Башҡорт балаһын ошо бүләктән мәхрүм итмәйек, телен боҙҙоң икән, тимәк, фекерләүен боҙҙоң, рухын һындырҙың. Саф башҡорт исемдәрен ҡушыуҙан башлайыҡ эште. Мин үҙем уландарыма Салауат, Айтуған, Тимербулат тип ҡуштым. Ҡаланан ҡайтҡан дүрт йәш ярымлыҡ ейәнсәрем Мәрйәм дә саф башҡортса һөйләшә. Рифат Әюпов: Ә ул ата-әсәләрҙе кем тәрбиәләргә тейеш? Әлеге мәктәп, уҡытыусымы?
Наил Юлдашбаев: Тел тәрбиәһен ғаиләлә башларға кәрәк, тип әйтәбеҙ ҙә ул. Төрлө ата-әсәләр бар бит. Кемдер тәрбиәләй белә, кемдер юҡ. Әйтәйек, миңә йыш ҡына ата-әсәләр киләләр ҙә, нисек итеп өйҙә әсә теленә өйрәтергә икән, тип һорайҙар. Нимәнән башларға ла белмәйбеҙ, тиҙәр. Нимә әйтмәк булам: бөгөнгә көндә ғаиләлә әсә теленә өйрәтеү методикаһы талап ителә. Мин шуға бер-нисә йыл элек Бәйләнештәге үҙемдең битемдә ике пост яҙҙым, йәғни үҙемдең ғаиләләге әсә теленә өйрәтеү тәжрибәләремде системаға һалып, ниндәйҙер кимәлдәге методикаларымды тәҡдим иттем. Аптырап киттем: был яҙмаларыма ихтыяж бик ҙур булып сыҡты! Бик күп репостар яһалды, әллә нисә тиҫтә мең кеше ҡарағандыр. Ошо йүнәлештә эш дауам ителергә тейеш. Башҡалар ҙа үҙ тәжрибәләрен яҙһындар ине. Күпмелер ваҡыттан һуң бөтәһен бергә берләштереп, анализлап, иң һөҙөмтәле тип табылғандарын бергә туплап, ата-әсәләр өсөн "Ғаилә шарттарында әсә телен өйрәтеү" исемле бәләкәй генә, ябай ғына методик ҡулланма сығарырға кәрәк. Ул ҡағыҙ форматында ла, интернетта ла булырға тейеш.

Шулай итеп...
Әңгәмәне уҡып сыҡҡас, һеҙҙә ниндәй һорауҙар тыуҙы? Бәлки, кемдер фекер ялғарға, фекер эйәртергә теләр? Әйҙәгеҙ, һөйләшеүгә ҡушылығыҙ. Ысынында, балаларыбыҙҙың туған телдә һөйләшеү, уҡыу хәле һәр башҡорт ғаиләһен борсорға тейеш һымаҡ. Беҙ, әлбиттә, был проблеманың да сиселешен ситтән эҙләргә, юғарылағыларҙы ғәйепләргә яратабыҙ. Ләкин ситтәгеләр, юғарылағылар һинең "Ғаилә" тигән дәүләтең эштәренә ҡыҫыла, балаларыңдың туған телдә һөйләшеүен тыя алмай бит. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора икәненә төшөнөргә ваҡыт түгелме икән?

Һорауҙарҙы Вәли ИҘРИСОВ бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru