
Был хәл онотолоп та өлгөрмәне, малайҙар тағы ла Варвара Николаевнаның ҡулына барып ҡапты. Көндәрҙең береһендә Мөнир Илназға ҡағыҙ аҡса күрһәтте. Усына йомғайны уны.
- Сәлдерҙем... Гуляныҡын... Уға гел дә апаһы килә бит: һорап алғанын күрҙем, ҡайҙа һалғанын ҡарап торҙом аҙаҡ. Шунан сәлдерҙем, - тине бышылдап ҡына.
- Урлашырға ярамай бит, Мунька, - Илназ дуҫына аптырап текләне.
- Миңә кәрәк, детдомға ҡайтҡас, общакка аҡса һораясаҡ старшак, ҡайҙан алайым уға. Гел урлайым мин, - тине уныһы бер ни ҙә булмағандай.
Илназ Мөнирҙең ни турала һүҙ алып барыуын, әлбиттә, аңламаны. Күпме генә аңлатһаң да, барыбер төшөнә алмаҫ ине дуҫын баҫҡан хәстәрҙең айышына. Сөнки яҙмыш ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа осраштырған был ике бала бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған көнитмеш принциптарына, кеше-ара мөнәсәбәттәргә ҡоролған йәмғиәтебеҙҙең ике төрлө ҡатламы ағзалары бит. Уларҙың һәр кеме донъяға үҙ мөхите аша баға, танып белә, ҡылыҡ-фиғел үҙләштерә, шуларға таянып, тормошто үҙенсә ҡабул итә һәм йәшәү рәүешен ҡора.
* * *
Общакка аҡса индереү - Мөнир өсөн ауыр йөкләмә. Биш йәше тулғас башланды был михнәттәре. Киске аш ашағанда, тыуған көнө менән ҡотлап, сәйгә кәнфит менән печенье бирҙеләр. Мөнир ҡыуанды был татлы бүләккә. Шунда уҡ, өҫтәл артында, ашаны - ҡалдырһа, барыбер өлкәндәр тартып аласаҡ. Был дәресте ул әллә ҡасан үткән.
Ашап сығыуға уны малайҙар көтөп тора ине.
- Именинник, әйҙә, беҙҙең менән, - тине Рудик.
Мөнир уның старшак икәнен, нимә ҡылып йөрөгәнен белә. Тәүҙә ҡурҡты, былар ҡайҙа саҡыра икән тип, шунан, һуңғы ваҡытта бер ниндәй ҙә эш боҙмауын, бер кемде лә бинахаҡҡа йәберләмәүен иҫенә төшөрөп, тынысланды.
- Биш йәшең тулды, ҙур үҫтең, инде эштә ҡатнашырға кәрәк, пацан, - тип өҙөлгән һүҙен дауам итте Рудик аулаҡ мөйөштә туҡталып. - Ай һайын общакка йөҙ һум аҡса бирергә тейешһең. Аңланыңмы?
Бәләкәстәрҙән башҡа бөтәһе лә түләгәнен белә Мөнир. Был бәләнең бынан ары үҙенең дә башына төшөүенә эсе бошто.
- Йөҙ һум күпме ул? - тип һораны йөктөң дәүмәлен белә була.
- Пүстәк - ун ҡап шырпы хаҡы ғына. Әлегә шулай. Бер йылдан тағы өҫтәлер. Нисек, хәлеңдән киләме? - старшак бик итәғәтле күренә бөгөн.
- Әллә... - Мөнир ауыр һуланы.
- Бик булмаһа, кәтлитеңде һатырһың. Миңә, мәҫәлән, - тағы йор күңеллек күрһәтте башлыҡ.
Тәүге иғәнәне Мөнир май байрамы хөрмәтенә таратылған әфлисун менән түләне. Ныҡ ашағыһы килһә лә, башҡа сараһы юҡ ине. Бынан ары татлы ризыҡтан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн аҡса урлау юлына баҫты. Кеше күрмәгәндә эленгән кейемдәрҙең кеҫәһенә ҡапыл-ҡапыл ҡулын тығып ала. Юҡ-юҡ та тинлектәргә булһа ла юлыға. Бер мәл тәрбиәсенең ҡарауһыҙ ҡалдырған халатынан ҡағыҙ аҡса сығарҙы хатта.
* * *
...Илназ дуҫына оҙаҡ текләп торҙо. Аяғындағы тәпишкәһенән алып башы осонда тырпайып торған сәстәренә тиклем күҙҙән үткәрҙе. Нимә күрергә теләгәндер был һынамышлы ҡарашы менән, әйтеүе ауыр. Бәлки, Мөнир урынында башҡа берәү күренмәй микән күҙҙәренә, тип икеләнгәндер шул тороуында.
- Аҡсаны кире бирәйек Гуляға... Денис ағайым килһә, мин һиңә мең һум һорап алып бирәм, яраймы, Мунька. Ул бирә ул... Добрый ул. Мин һораһам, гел бирә... Әтеү, бур, тип үсекләшһәләр, мин һинең менән нисек уйнайым... Кире бирәйек аҡсаны... - Илназ дуҫының бур булыуын теләмәй ине. Ундайҙарҙың насар кеше икәнен яҡшы белә.
- Илназик, һин дурак мәллә? Аҡсаны кире бирмәйҙәр инде... - Мөнир аптырауға ҡалды үҙ сиратында.
- Беҙ урынына һалайыҡ кире... Денис ағайым бирә ул мең һумды, - Илназ ныҡышыуын белде.
Байтаҡ һүҙ көрәштергәс, Мөнир ризалашты. Мең һум барыбер күберәк бит. Усына йомған аҡсаның хисабын белмәһә лә, мең һум тосораҡ, ҙурыраҡ, тип уйланы сабый аҡылы менән.
Бер кем дә күрмәгәндә аҡсаны урынына кире һалырға килеште малайҙар. Уларҙы ситтәрәк күҙәтеп торған Варвара Николаевнаны дуҫтар абайламаны. Үҙҙәренсә бик һаҡ ҡыландылар. Тәрбиәсе апайҙың вайымһыҙ йөҙө лә шик тыуҙырманы - ул башҡалар менән мәшғүл. Мөнир ипләп кенә ҡулын Гуляның яҫтығы аҫтына тыҡты. Һәм, ҡото осоп, үҙен ауыр кәүҙәһе менән баҫҡан аҡ халатлы бәндәне танырға теләп, башын күтәрҙе. Илназ ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе:
- Беҙ урынына... урынына һалабыҙ... Алмайбыҙ... Пажалыста, Варвара Николаевна, - илап, Мөнирҙе баҫҡан тәрбиәсенең ҡулына барып йәбеште.
- Брыс, кит бынан! - Тәрбиәсе икенсе ҡулы менән Илназды этте. - Тотолдоңмо, бур? Хәҙер мин һиңә күрһәтәм кеше әйберенә нисек тейергә икәнен...
Варвара Николаевна Мөнирҙе йыуыныу бүлмәһенә һөйрәкләп алып инеп китте. Эстән бик һалды. Илназ, илап, уның артынан эйәрҙе. Тик ишектән үтә алманы.
- Варвара Николаевна, пажалыста, - малай ғәҙелһеҙлеккә сыҙай алмай, урынында тыпырсынды, бәләкәй ҡулдары менән ишекте төйҙө.
- Мә, ал дуҫыңды, - бер аҙ торғас, ишек ҡапыл асылып китте лә, Варвара Николаевна башы, өҫтө һыуланған, илауҙан шешенгән Мөнирҙе Илназ яғына этәрҙе. - Һиңә лә кәрәк ине… Ух-х!
Мөнир Илназға әйләнеп тә ҡараманы. Башын эйеп, үҙенең карауаты яғына атланы.
- Мунька... Мунька, - Илназ дуҫы артынан эйәрҙе.
- Предатель, кит бынан... Из-за тебя... - Мөнир Илназды ҡаты итеп этәреп ебәрҙе. - Башҡа һин миңә друг түгел... Предатель!
Илназ бөтөнләй миңрәүләнде. Варвара Николаевна бармаҡ янап ҡалды, Мөнир, дуҫ булмайым башҡа, тей. Ни булды? Ул бит яңылышлыҡты төҙәтергә генә теләгәйне. Хәҙер дуҫы ла юҡ, тәрбиәсеһе лә уға ҡаныға.
Бөтөнләй юғалған ҡиәфәттә ултырғысына сүгәләне. Ғәрлектән, ғәҙелһеҙлектән илауҙан башҡа сараны күрмәне. Һығылып оҙаҡ ултырҙы. Эргәһенә килеүсе булманы. Йоҡларға ваҡыт еткәс, шыпырт ҡына урынына барып ятты ла тағы ҡайғылы уйҙарға сумды: "Инде әсәһе лә, дуҫы ла юҡ. Атаһы ташлап ҡайтып китте. Ҡайҙа яҡты, йылы өйҙәре шаян ағаһы? Япа-яңғыҙ! Уны бер кем дә яратмай... Бынан ары нисек йәшәр, кем менән һөйләшер, уйнар?.."
Илауҙан арыған, бәләкәс башына төшкән бәләнән албыраған бала күп тә үтмәй йоҡлап китте. Һаташып, ауыр йоҡланы. Төшөндә Мөнирҙе ҡурҡытып, ҡысҡырып та алды.
* * *
Әгәр сабый, ололар шикелле, ауыр кисерештәрен күңелендә оҙаҡ һаҡлаһа, аҡылға зәғиф булып үҫер ине. Тиҙ онота, кисә булғанды бөгөнгөгә ысҡынмалыҡ итеп бәйләп ҡуймай. Бала, ғәҙәттә, йоҡонан пакланып уяна һәм ҡыуанып, яңы көнөн башлай. Илназ менән Мөнир ҙә, иртәнге мәшәҡәттәрен бөтөрөп, ашап алғас, бер ни булмағандай бергә уйнап алып китте. Дуҫлыҡтары ҡаҡшамағайны.
- Мең һум бирер микән Денис ағайың? - тип кенә бер тапҡыр һорап алды Мөнир уйын араһында.
- Бирә, нишләп бирмәһен, мына һиңә, - Илназ шикләнергә урын ҡалдырманы.
Шифахана тормошо һәүетемсә дауам итте. Рәсәй Конституцияһы көнөнә концерт әҙерләү менән янып йөрөй ине был мәлдә тәрбиәселәр. Кем бейей, йырлай, шиғыр һөйләй белә - барыһын да һынап ҡарайҙар, сәхнәгә сығарырлыҡтарынан исемлек төҙөйҙәр.
- Һин нимә эшләй беләһең? - тип Илназдан да һоранылар.
- Йырлай беләм, - тине малай тәүәккәл генә.
Уны уртаға сығарып ҡуйҙылар ҙа йыр башлауын һоранылар. Илназ, ҡыйыу атлап, халыҡ алдына сығып баҫты. Шымып ҡалған балаларға, ололарға баҡты ла йыр башланы:
"Цыпленок жареный,
Цыпленок пареный -
Цыпленок тоже хочет жить!
Его поймали,
Арестовали,
Велели паспорт показать..."
- Туҡта, туҡта тейем! - тип яр һалып һөрәнләгән директорҙы ишетмәне лә тәүҙә хатта. Йырға бигерәк бирелеп киткәйне шул. - Туҡта, паразит малай!
Ярһыған директор урынынан килеп торғас ҡына аптырап туҡтаны Илназ.
- Кем өйрәтте һиңә был йырҙы? - тине үҙен ярһыуҙан саҡ тыйып торған хужа.
- Үҙем беләм, - Илназға уны махсус рәүештә бер кем дә өйрәтмәне, үҙе отоп алды Мөнирҙән. Шуға ышаныслы яуап бирҙе.
- Мостафин өйрәттеме? Әйт! - Мөнирҙең фамилияһы Мостафин икәнен Илназ белә, исемлек буйынса тикшергәндә бөтәһенекен дә әйтәләр. Ул үҙе - Байтирәков.
- Өйрәтмәне. Мунька йырланы, мин отоп алдым, - Илназ был юлы ла ялғанламаны.
- Концерт бөттө, таралышығыҙ, - директор уғата ныҡ көйһөҙләнде.
Малай, ғәжәпләнеп, аптырауға ҡалды. Ирмәк йыр, нишләп ул тиклем асыуланып ҡысҡырырға инде?
* * *
Директор тәрбиәселәрҙе ашығыс рәүештә биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙы.
- Байтирәков интеллигенттар ғаиләһенән. Әсәһе - баш бухгалтер, атаһы - төҙөлөштә мастер. Тәрбиәле, ҡәҙерле бала. Мостафинға эйәреп, тамам хулиган булып китәсәк ошо ике ай эсендә. Режимды боҙоп тотолдолар, уғрылыҡта фашландылар. Инде блатной йыр һуҙа бәләкәй шайтан. Ата-әсәһе беҙгә рәхмәт әйтмәҫ. Министрлыҡҡа ялыу яҙып ебәрһәләр нисек булыр? Онотмайыҡ: ошо йылы урын арҡылы, ҡалъяны артыҡ мул һоғонмаһаҡ та, ярты йыллап аҡса күрмәгән башҡалар ише ҡоро макарон ашап ултырмайбыҙ. Бындағы балалар ҙа асыҡмай, беҙ ҙә өйҙә, ашъяулыҡ йәйеп, унда нимә ҡуйырға белмәй аптыранмайбыҙ. Шөкөр итеп кенә, йорттан яман һүҙ сығармай, эшләргә лә эшләргә һәммәбеҙгә. Байтирәков менән Мостафинды артабан бергә ҡалдырып булмай. Ниндәй тәҡдимдәр булыр был йәһәттән? - Хужа барыһына ла һөҙөп ҡарап сыҡты.
- Ваҡытынан алда ҡайтарып ебәрә алмайбыҙ инде. Төрлө төркөмдәргә айырырға кәрәк малайҙарҙы, - Варвара Николаевна башҡаларҙан уҙҙырып һүҙ башланы.
- Илназ Мөниргә бигерәк ныҡ эҫенеп китте. Башҡаларҙы үҙһенмәй бигүк. Мөнир ҙә, уға ҡарап, яҡшыға үҙгәрә. Бәлки, малайҙарға тейергә кәрәкмәйҙер. Күберәк иғтибар бүлһәксе уларға, - Тамара Петровна, тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагог булараҡ, хәлде тәрбиә эше аша төҙәтергә тәҡдим индерҙе.
- Мин һеҙҙе аңлайым, Тамара Петровна, тик бында бит мәктәп түгел. Балалар ике ай һайын алышынып тора. Мостафин, детдомына ҡайтһа, бындағы булған тәрбиәне шунда уҡ онотасаҡ. Байтирәков та үҙ ғаиләһендә тиҙ генә кире ипкә ултырыр. Беҙгә үҙебеҙҙе янъялдан, ялыуҙан ҡурсалап алып ҡалыу зарур. Коллективҡа өҫтәгеләрҙең иғтибары кәрәкмәй. Кәрәкмәй, эйе... Үҙ эшебеҙҙе беләбеҙ, еренә еткереп атҡарабыҙ. Нимәгә кемдеңдер килеп соҡоноп йөрөүе? Сүптәп сүмәлә өйөргә сәбәп бирмәйек. Шул ғына... Эйе, Варвара Николаевнаның тәҡдимен хуплайым. Малайҙарҙы төрлө төркөмдәргә айырырға кәрәк. Бөгөн үк Мостафинды "Г" корпусына урынлаштырығыҙ, - директор әмерен бирҙе лә, кәңәшмә тамам икәненә ишаралап, өҫтәлендәге ҡағыҙҙарҙы ҡараштыра башланы.
- Яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алһам әгәр...
- Юҡ, юҡ, Тамара Петровна, мәсьәлә хәл ителде... Ҡатмарлаштырмайыҡ уны... Кәрәге юҡ, - директор Тамара Петровнаға һүҙ әйтергә ирек бирмәне.
Варвара Николаевнаның тәҡдиме хупланғас, эште лә уға йөкмәттеләр. Уныһы ҡушылған йомошто оҙаҡҡа һуҙып торманы. Шунда уҡ малайҙар йәшәгән осҡа үтте.
- Мостафин, әйберҙәреңде йый, икенсе корпусҡа күсәһең, - үҙе ҙур ихласлыҡ менән баланың монаятын төйнәргә кереште.
(Дауамы. Башы 34-35-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА