«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫҢЛАУҺЫҘ ӨЙРӘК БӘПКӘҺЕ
+  - 

Бииик алыҫ бер ерҙә, Африка тигән илдә, зәңгәр күлдең ярында, йәшәгән, ти, өйрәктәр ғаиләһе: атаһы, әсәһе һәм күптән түгел йомортҡанан ярылып сыҡҡан бәләкәй генә өйрәк бәпкәһе. Бәпкә алтын төҫөн-дәге йомшаҡ йомарсыҡҡа оҡшаған ине, сөнки улар йомшаҡ мамыҡ йөн менән тыуалар, тик аҙаҡ ҡына ҡауырһындары барлыҡҡа килә.

Өйрәктәрҙең ояһы һыуҙан алыҫ булмаған ерҙә, ҡасандыр дауылда ауған ағасты уратып үҫкән ҡуйы ҡамышлыҡ эсендә урынлашҡан була. Атаһы менән әсәһе үҙҙәренең йомшаҡ малайҙарын ныҡ яраталар һәм һаҡлайҙар. Уға күлгә яҡын барырға һәм һыуға төшөргә ҡәтғи рәүештә тыйыла. Улар: "Улым! Күлгә төшә күрмә! Унда гепард, арыҫлан, фил, зебра исемле ҡырағай ат тоҡомдары, антилопа, юлбарыҫ һымаҡ ҙур йыртҡыс хайуандар һыу эсергә төшәләр. Йә тапап, йә ашап, йә йотоп ҡуйырҙар!" - тип иҫкәртеп кенә торалар.
Ата-әсәһе йоҡлаған иртә таң менән аңһыҙ өйрәк бәпкәһе ояһынан сығып, күлдең ярына килә. "Атай менән әсәй әле уянмаған, ҡурҡыныс йыртҡыстар ҙа йоҡлайҙар. Тик бер генә күҙ менән ҡарайым да, береһе лә һиҙмәй ҡалыр, кире инем ятырмын!" - тип фекер йөрөтә тыңлауһыҙ өйрәк бәпкәһе.
Таң һарыһы беленә башлауға күл өҫтөндә күкһел томан йәйелә. Һалҡын еләҫлек һиҙелә. Күл дә әле тәмле йоҡоһонан уянмаған һәм уның йоҡоло тын алышы яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙы, ҡамыштарҙы, үләндәрҙе үҙ ҡосағына алған кеүек тойола. Тик ҡайҙалыр алыҫта, һыу өҫтөндә тегеләй-былай йөрөгән сиңеркәләрҙе тоторға ниәтләгән балыҡтарҙың һыу сәсрәтеп сәпелдәүе, ҡарпыуы ғына ишетелә.
"Ә бында матур! Атай менән әсәйҙең күлдә йөҙөргә рөхсәт итмәүҙәре дөрөҫ түгел! Мин бит һәйбәт йөҙәм һәм сума ла беләм!"- тип уйлай өйрәк бәпкәһе. Тәпәйҙәре менән шапылдай-шапылдай һыуға инә һәм күлдең уртаһына йөҙөп китә. Туйғансы йөҙөп, хәлдән тайғансы сумып, өйгә ҡайтыу ниәте менән ярға табан ынтыла бәпкә. Һәм ошо мәлдә уны ҡапыл ҙур тулҡын өҫкә ташлай. Ауыр ҙур нәмәне күлгә ташлағандай, күл өҫтөндә тулҡындар барлыҡҡа килә. Бәпкә, көҙгөләй тигеҙ күлдең ҡаршы ярынан, һыу өҫтөн икегә ярып, үткер тешле ауыҙын ҙур асып, уға табан крокодилдың йүнәлгәнен шәйләп ала.
Ҡото осҡан бәпкәнең кескәй генә йөрәге бәләкәй моторҙай дерелдәй башлай. Ул аяныс өмөтһөҙ тауыш менән: "Крря! Крря! Әсәй!" - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, бар көсөнә тәпәйҙәре менән ярға табан ишергә тотона. Аңра ғына бәләкәй өйрәк бәпкәһе ҙур ҡанһыҙ йыртҡыс крокодил менән ярыша аламы һуң? Крокодил килеп етеп, бәпкәне эләктәрә инде тигәндә, ҡапыл мылтыҡ тауышы яңғырай. Крокодил туҡтап ҡала, күл өҫтөнә бүрәнә һымаҡ һуҙылып ята... Тулҡындар уның кәүҙәһен тирбәтергә тотона... Баҡтиһәң, һунарсы кисәнән алып уны аңдып күҙәткән икән. Ә аҡылһыҙ өйрәк бәпкәһе күл өҫтөндә уйнап-шаярып, үҙе лә уйламаҫтан, йыртҡысты йәшеренеп ятҡан еренән сығырға мәжбүр иткән.
Атыу тауышы шаңдау булып бөтә тропик далаға тарала һәм ундағы көнитеүселәрҙе ығы-зығы тыуҙырып ҡуҙғыта. Таңғы һиллек быжҡылдау, саңҡылдау һәм ҡаңғырған ҡош-ҡорттарҙың сөрөлдәү, шыҡырлау ауаздары менән тула. Бәпкәнең ата-әсәһе малайҙарын яндарында күрмәгәс, уны эҙләргә ташлана. Ҡурҡҡан, ҡалтыраған бәпкәне ҡороған үләндәр ҡаплаған түңгәк аҫтынан табып алалар. Тыуған өйөнә ҡайтып тынысланғас ҡына, ата-әсәһенә үҙе менән булған мажараларҙы һөйләп бирә. Улының һөйләгәнен тыңлап бөткәс, атаһы ҡәтғи рәүештә былай тип әйтә: "Улым! Әгәр беҙ, һинең атайың-әсәйең, нимәлер рөхсәт итмәйбеҙ икән, шуны белеп ҡуй: тимәк, беҙ һине яратабыҙ, һине ҡурсалайбыҙ һәм тик яҡшылыҡ ҡына теләйбеҙ! Бөгөн беҙҙең әйткәнде тыңламау сәбәпле, саҡ һәләк булманың бит! Зинһар өсөн, иҫеңдә тот, атай, әсәйҙе тыңлау, һәр саҡ үҙеңә файҙаға ғына булыр... "
Хәҙистән: "Кем Аллаһ Тәғәләгә буйһоноп, атаһын да, әсәһен дә тыңлай, шуға Йәннәттә ике ишек асылыр, ә кем береһен генә тыңлай, уға бер ишек асылыр".

Энгин Нигар "Әкиәттәрҙә әҙәп күркәмлеге".
Төрөксәнән Мөслимә АСҠАРОВА тәржемә итте.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru