
Бүребай ауылында, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барған һәм күп йәһәттән республика халҡына үрнәк булырҙай рухлы заттарыбыҙ байтаҡ. "Миләшкәй" вокал ансамбле коллективы был йәһәттән айырым урын биләп тора - төрлө йәштәге әсәләр милли сәнғәтебеҙҙе халыҡ күңеленә еткерер өсөн тырышлыҡ һала, мәҙәниәтебеҙгә үҙҙәренең биҙәктәрен өҫтәй. Улар араһында етмеш йәшлек Миңзәлә Муса ҡыҙы Көсөкбаева ла бар. Заманында дауаханала санитар булып та, почтальон булып та эшләй ул, әле лә хеҙмәт кешене матурлай, тип йәшәй. Ире Булат Көсөкбаев менән тормоштоң төрлө һынауҙарын ауырлыҡтарын кисерергә тура килә. Өс улына ла лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Миңзәлә Муса ҡыҙының ике улы МХО-ла хеҙмәт итә. Был үҙгәреш әсәнең тормошона 2022 йылда килеп инә. Улдарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан ҡаршы алыу һәм оҙатыу менән бәйле йылдар... Әсәнең кисергәндәрен аңлауы ауыр түгел. Уның менән ҡуша беҙ ҙә үткән юлдарға күҙ һалайыҡ.
- Ирем Булат Көсөкбаев менән ғүмер буйы Бүребай ауылында йәшәнек. Өс улыбыҙ ҙа ошонда тыуҙы. Улдарҙы башлы-күҙле итеп, уларҙың ейәндәрен һөйөргә насип булды. Тик бына МХО-ның башланыуы күптәрҙең тормошона ла, эске донъяһына ла үҙгәрештәр индерҙе. Өлкән улым Азат дүрт йылға яҡын ут эсендә йөрөнө. 22-се йылда киткәйне. "Аҡ барыҫ" ине уның ҡушаматы. Шөкөр, яңыраҡ, илле йәше тулғас, бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтты. Кинйә улым Марсель МХО-ла йөрөй.
Бына шулай ирем менән өс ул үҫтереп, Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә һикһән йыл үткәс, тағы ла ғәрәсәт башланыр, тигән уй башҡа ла килмәгәйне. Уландарҙы ҡаршы алыуы бер нәмә лә түгел, бына кире оҙатып ебәреүе ҡыйын.
Улдарығыҙ МХО-ға китергә ҡарар итеүҙәрен һеҙгә нисек хәбәр итте?
- Азатым унда китер алдынан шылтыратты, мин, әлбиттә, ҡаршы булдым. Ләкин күптән үҙаллы тормош көткән улан һине тыңлаймы ни инде... Кинйәһе 2023 йылда китте. Ир-егет рухын булдырыуҙа ҡартатаһының тәрбиһе көслө блғандыр, тием. Ҡартаталары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Унан күп тарихты тыңлап үҫтеләр. Хөсәйен ҡайным һуғыштың башынан аҙағына тиклем булып, ауыр яралар менән әйләнеп ҡайта. 1948 йылда минең буласаҡ ирем тыуған. Бына шулай ҡартаталарынан фәһем алып, "Беҙ яугир Көсөкбаевтар тоҡомо, ватан саҡырыуы тип ҡабул итәбеҙ, беҙ барабыҙ", тип хәл иттеләр. Мин уларҙан: "Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ, унда ниндәй хәлдәр бара?" - тип, төпсөнмәйем дә, һорашмайым да. Үҙҙәре лә: "Әсәй, әҙерәк белһәң, тынысыраҡ йоҡларһың", - тинеләр. Шулай. Балалар имен-һау йөрөһөндәр, тип, теләп кенә ултырам.
Ошондай донъяға етди ҡарашлы улдар тәрбиәләүҙә атай кешенең абруйы кәрәк. Буласаҡ ирегеҙ менән нисек таныштығыҙ?
- Бүребайҙың беренсе мәктәбендә унынсы класты тамамлағас, Сибай ҡалаһына һөнәри-техник училищеға киттем, унда башня краны машинисы һөнәрен үҙләштерергә ниәт иттем. Ағас эшкәртеү комбинатына, тау-байыҡтырыу фабрикаһына практикаға йөрөнөк. Минең хыялым крансы һөнәре алып, диңгеҙле яҡтарға эшкә китеү ине, шундағы порт кранында эшләрмен, тип уйлай инем. Ағас эшкәртеү комбинатынан бер нисә ҡыҙ практиканан ҡайтып йөрөйбөҙ. Тимер юл аша үтергә кәрәк. Эргәһендә ҙур юл. Бер машина ныҡ итеп пипелдәтә. Беҙ, ҡыҙҙар, ҡурҡышып ҡасабыҙ, баҡтиһәң, Булат минең иғтибарҙы йәлеп итер өсөн шулай итә икән. Күреп, күҙе тө-шөп йөрөгән. Ул Иҫке Бүребайҙан булып сыҡты. Шунан әсәйҙәргә кәрәк-ярағын тейәп, мине һоратырға барған. Минһеҙ никах уҡытҡандар, әсәйҙәр: "Ҡайт, һине кейәүгә бирҙек", - тигәс, Сибайҙан ҡайтырға тура килде. Шулай тейеш тип уйланым, ул саҡта миңә ун туғыҙ йәш ине. Булат менән утыҙ ете йыл бергә йәшәнек. Бик етеш, матур тормош көттөк, Аллаға шөкөр.
Миңзәлә ханым, ә һеҙҙең бала саҡ нисек үтте?
- Күңелдә тик яҡты, йылы хәтирәләр генә һаҡлана. Юша ауылында саман өйҙә йәшәнек. Ете бала үҫтек, мин ғаиләлә иң өлкәне. Бәләкәстәрҙең сәңгелдәген бәүетеп, улар илаһа, бергә илап, йә бергә көлөп, шулай баға торғайным уларҙы. Атай менән әсәйгә ышаныслы ярҙамсы булдым, улар икәүләп ағас өй төҙөнөләр. Йорт алдында ҙур соҡор ҡаҙҙылар. Йөк машиналары шунда балсыҡ килтереп ауҙара. Атай-әсәй һыу ташып ҡоялар. Юлбарыҫтан беҙгә өләсәйем килә торғайны, ул һеңлем менән мине балсыҡты ебетергә соҡорға төшөрөп ебәрә, беҙ ситкә китеп уйнаманыҡ, шул балсыҡ эсендә уйнай торғайныҡ. Эштән ҡайтһалар, әсәй беҙ ебеткән балсыҡты баҫа, атай һәнәк менән әйләндереп тора. Яңы өйҙөң стеналарын эстән һыланылар: атай асыҡ тәҙрә уйымынан балсыҡты эскә ташлай, әсәй стенаға һыу һибә лә, балсыҡты шапылдатып ташлап, стенаны һылай торғайны. Уй, әсәйем эшкә әрһеҙ булды, кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт тотто. Үҙем дә кейәүгә сыҡҡас, бына шулай мал тотоп, иркен йәшәргә тырыштым. Уҡыу яғынан да һынатманым. Совет мәктәбендә бөтә кеше тигеҙ кейенде, хәҙерге һымаҡ байҙар ҙа, ярлылар ҙа юҡ ине. Дәрт тә, илһам да етерлек булды.
Тормошҡа асыҡ ҡараш, хеҙмәткә етди мөнәсәбәт ғаиләлә һалына. Һәм ошоно йәш быуынға ла бирә алыу йәшәүгә мәғәнә лә өҫтәй түгелме?
- Улдарым хеҙмәтте күреп үҫтеләр, ҡулдарынан һөйөнһөндәр: ағас эшендә, тимер иретеп йәбештереү эшендә - оҫталар. Улар мәктәптә уҡыған саҡта машина йөрөргә өйрәтеп, танытма бирә торғайнылар. Миңә нимәһе үкенесле булды - улдарыма танытма бирмәнеләр, үҙ кеше, үҙ кеше түгел, тигән мөнәсәбәт арҡаһында танытманы һуңынан алдылар. Ә бит аталары хаҡлы ялға сыҡҡансы, шофер булып эшләне, бәләкәйҙән улдарын эргәһендә ултыртып йөрөттө. Шуны ғына әйтәм, улдарым бөтөн машиналарҙа ла йөрөй белә. Кинйәһе ил сиген һаҡлаусы булып, Петропавловский-Камчатскийҙа хеҙмәт итте. Унда ауыр техника йөрөткән. МХО-ға барғас, танк, бронетранспортер йөрөтөргә уҡытҡандар. Аталары һәр саҡ балаларының эргәһендә булды.
Дөрөҫөн әйткәндә, Булат мине лә тәрбиәләне. Оҙон ҡайын утындарын бысып бирә лә: "Нисек теләйһең, шулай эшлә, үҙең яраһыңмы, өс улыңды ҡушаһыңмы?" - ти ҙә үҙе эшкә сығып китә. Миңә утын ярыу оҡшай торғайны, мин уға физик күнекмә, тип ҡараным. Унан, мин яра башламаһам, балалар ярҙамға сыҡмаясаҡ бит, ә уларҙы өйрәтергә, йәлеп итергә кәрәк. Мин балтаға тотонам, шунан өс малай үҙ-ара ярыша башлай торғайнылр.
Мин инде мал тотҡан сағыбыҙҙы ла иҫләргә яратам. Булат вафаты алдынан, миңә ауыр булмаһын, тип, малды ҡыҫҡартты. Вафатына ла ун дүрт йыл хәҙер. Ғүмер үтә, шулай ҡартайҙыҡ та ҡуйҙыҡ.
Улай тип әйтергә иртәрәктер. Тормошоғоҙҙоң яңы офоҡтары ла асылып тора. Һеҙҙе Бүребайҙағы "Миләшкәй" вокал ансамбленең әүҙем ағзаһы тип беләләр.
- Рәхмәт "Миләшкәй"гә, уның коллективы мине стресс хәленән ҡотҡарҙы, ике бала өсөн көнө-төнө көйөп ултырып булмай бит. "Миләшкәй" менән танышлыҡ нисек башланды? Үҙебеҙҙең йолаларҙы күрһәткән йәнле бер спектакль ҡуйҙы улар. Шуны ҡараным да, ҡалай матур уйнайҙар, тип, хайран ҡалдым. Ансамблдең етәксеһе Рәмзиә Ибраһим ҡыҙы өлкән улым МХО-ға киткәс тә саҡырғайны. Бер йылдан һуң ғына: "Гел генә бикләнеп ултырмайым әле, ана, "Миләшкәй"гә минән өлкәндәр ҙә йөрөй", тип, клубҡа килдем һәм ансамблдең репетицияһына барып эләктем. Бындағы мөхит күңелемә шул тиклем хуш килде. Ҡыҙҙар шәп, бер-береһенә дәрт бирә, күңелде күтәрә беләләр, мәрәкәселәр. Үҙем дә һиҙ-мәй ҡалдым, араларына инеп киттем. Йома һайын сәйгә саҡырышабыҙ. Фәүзиәбеҙ доға-аяттар уҡый. Хәйер таратабыҙ. Коллективта бөтәһе ун ике кеше. Мин килгән йылды ансамбль Гран-при алды. Мин ҡыҙҙарға: "Тауышым булмаһа ла, йырлай белмәһәм дә, минең арҡала Гран-при алдығыҙ", - тип шаяртам.
Яугир ир-аттарҙың әсәләре үҙ-ара осрашамы?
- Эйе, осрашыуҙар булып тора. Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар байрамы 8 мартта бөтәбеҙҙе лә районға саҡырып, бүләктәр бирәләр. Хәйер, бындай сараларға күп йөрөнөм, хәҙер бөтәһен иҫләп тә бөтмәйем. Шулар араһынан Тау колледжында үткән осрашыуҙы әйтмәй булдыра алмайым. Уғата йөкмәткеле, хисле кисә булып хәтерҙә ҡалды. МХО-ла улдары мәрхүм булғандарҙың, әле МХО-ла йөрөгәндәрҙең әсәләре, бергәләшеп, яугирҙар өсөн бетеүҙәр эшләнек. Бетеүҙәрҙе иң өлкән йәштәге әсәйҙәр яһаны. Ә йәшерәктәре ҡатмарлыраҡ эштәрҙе атҡарҙы - беләҙек үрҙеләр, уйынсыҡтар яһанылар. Һәр әсәнең күңелендә изгелек эшләү, матурлыҡ тыуҙырыу ынтылышы йәшәй, шуны саҡырыу итеп алып, донъяға таратыу - беҙҙең бурыс. Мине ҡайҙа саҡырһалар ҙа, барам, ҡатнашам. Бөгөн заманы шулай, ҡул ҡаушырып, йәки башты эйеп ултырырға ярамай. Әсә йөрәгендәге көс күп нәмәне еңергә, яҡшылыҡҡа юл ярырға ярҙам итә. Бары улдарыбыҙ яу юлдарынан өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын...
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА