«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМАТЫ ШӘЖӘРӘҺЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Юрматы ырыуының беҙҙең көнгә тиклем бер нисә шәжәрәһе килеп еткән. Улар күбеһенсә төрлө журнал, китаптарҙа донъя күргән. Әлеге көндә шулар араһынан киң йәмәғәтселеккә һәм хатта ғалимдарға ла аҙ билдәле булған бер шәжәрә тураһында әйтеп үтке килә.

Был шәжәрәне билдәле йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы Сәғит Мирасов (1880-1932) 1912 йылда Ашҡаҙар Аллағыуаты ауылында (хәҙерге Стәрлебаш районы Үрге Аллағыуат ауылы) булып, Сөләймән хажи Асҡаровта һаҡланған шәжәрәнән күсереп яҙып алған. Әммә шәжәрәнең бик туҙған булып, ике бите булмай сыҡҡан. 1927 йылда Юрматы ырыуының ошо шәжәрәһен С. Мирасов "Башҡорт аймағы" журналының дүртенсе һанында үҙенең "Башҡорт шәжәрәләре (таира)" мәҡәләһендә баҫтырып сығарған. Сәғит Мирасов яҙыуынса, шәжәрәләге һуңғы дата 1651 йыл булып сыға. Шәжәрә тулы булмаһа ла, уның әһәмиәте ырыу тарихы, башҡорт халҡының тарихы өсөн бик ҙур. Бында беҙ уның башҡа Юрматы ырыуы шәжәрәләренән айырмалыҡтары тураһында ғына ҡыҫҡаса әйтеп китмәксебеҙ.
Шәжәрәлә, беренсенән, Тәтегәс бейҙең ата-бабалары тулы ғына күрһәтелгән: Яфес, уның улы Төрк, Төрк улы Тотоҡ, Тотоҡ улы Баҡты, Баҡты улы Кейек, Кейек улы Әләнчә, Әләнчә улы Илтөҙәр, Илтөҙәр улы Илбарс, Илбарс улы Юлбарс, Юлбарс улы Аҡъегет, Аҡъегет улы Солон (бәлки Солоҡ), Солон улы Дәрбәш, Дәрбәш улы Хәмәт, Хәмәт улы Әмәт, Әмәт улы Юрматы. Юрматының һигеҙ улы булған: Әскәр, Айбаҡты, Көнбаҡты, Илбаҡты, Таймаҫ, Тимер, Тәлтем, Нуғай. Нуғай улы Көнсыуаҡ, Көнсыуаҡ улы Айсыуаҡ, Айсыуаҡ улы Бурнаҡ, Бурнаҡ улы Тәтегәс. Был шәжәрә сылбырының әһәмиәте - Юрматы ырыуы тарихының боронғо төрк (күк төрктәр) халҡы менән бәйле булыуында. Ваҡытында юрматыларҙың аҡҡоштан таралыуҙары тураһында легенданың боронғо төрктәрҙең бер ярсығының килеп сығышына тап килеүе тураһында һүҙ алып барғайныҡ инде. Был шәжәрә юрматыларҙың боронғо тарихы күк төрктәргә барып тоташыуына тағы бер ишара.
Бигерәк тә Төрктең улы Тотоҡтың исеме үҙенә йәлеп итә. Әлбиттә, Тотоҡ - ул бер ниндәй ҙә исем түгел, ә Беренсе һәм Икенсе Төрк ҡағанатында киң таралған титулдарҙың береһе. Билдәле тарихсы А.Н. Бернштам яҙыуынса, "тотоҡ" титулы ике һүҙҙән килеп сыҡҡан: "тот" ("тотоусы", "башлыҡ" мәғәнәһендә) һәм "уҡ" ("оҡ", борон ырыуҙы аңлатҡан). Шулайтып "тотоҡ" һүҙе ырыу башлыҡтарының титулы булып сыға.
Шәжәрәнең өҫкө өлөшөнөң күренекле тарихсы, Хиуа ханы Әбүлғазиның (1603-1664) "Шәжәрәи төрк" әҫәренән алыныуына шик юҡ. Яфестән алып Әләнчәгә тиклемге исемдәр Әбүлғәзи китабындағы мәғлүмәттәргә тура килә. Бәлки, шуғалыр ҙа, Юрматы шәжәрәһенә Илбарс тигән исем дә килеп ингән. Билдәле булыуынса, Хиуа ханлығына 1511 йылда нигеҙ һалыусы уғландың (принцтың) исеме лә Илбарс булған (Әбүлғазиның туған-тыумасаһы). Нисек кенә булмаһын, шәжәрәне төҙөүсе юрматыларҙың боронғо төрктәргә барып тоташҡанын, Әбүлғәзи хандың билдәле китабына таянып, бәйләргә тырышҡан.
Икенсе яҡтан, беҙ был шәжәрәлә Тәтегәстең Юрматы бейҙән ир яҡлап нәҫел-нәсәбе икәнен күрәбеҙ. Шәжәрәнең ҡалған өлөшө юрматыларҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу ваҡытын һүрәтләй. Был ерҙә ул башҡа шәжәрәләргә тап килә. Шулай итеп, Сәғит Мирасов баҫтырып сығарған Юрматы шәжәрәһенең әһәмиәте, беҙҙеңсә, ырыуҙың боронғо тарихын күк төрктәргә, Беренсе һәм Икенсе Төрк ҡағанаты осорона бәйләү, һәм Тәтегәс бейҙең генеалогияһының ирҙәр яҡлап Юрматы бейгә барып тоташыуын күрһәтеүҙә. Был ғалимдар һәм ябай уҡыусылар алдында яңы фәнни офоҡтар аса, яңы асыштарға этәргес булып тора, минеңсә.

Әйткәндәй, 13 сентябрҙә Ишембай ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда йәшәүсе Юрматы ырыуы башҡорттарының йыйыны үтә.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru