«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДЕ ЛӘ СИТ ТЕЛДӘРҘЕ ЛӘ БЕЛҺЕН ЙӘШТӘРЕБЕҘ
+  - 

Ошо көндәрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында Бөтә Рәсәй корей телендәге әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләүселәр конкурсы уҙған.

Өфөнән Арыҫлан Ярмуллин был конкурста еңеү яулаған. Арыҫландың сығышы хатта корей милләте вәкилдәрен таң ҡалдырған. Бер башҡорт малайы сит ҡалаға барып, корей һәм бүтән милләт вәкилдәре араһында еңеү яулаһын әле! Һоҡланмаҫҡа мөмкин түгел.
Арыҫлан Ярмуллин - баш ҡала егете. Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған. Студент йылдарында ул корей телендәге йырҙар менән ҡыҙыҡһынып китә һәм ошо үҙенсәлекле телде өйрәнеү теләге менән яна башлай. Әмәлгә ҡалғандай, факультетта корей телен өйрәнеү курстарын иғлан итәләр. Егет был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай.
Тырышып өйрәнә торғас, Арыҫлан корей телен уҡытырлыҡ кимәлгә етә. Әле иһә ул Өфөлә "Тонари" клубын ойошторған һәм корей теленән онлайн-дәрестәр бирә. Ситтән тороп Мәскәүҙәге тел мәктәбендә эшләп тә өлгөрә.
"Конкурсҡа Ха Джонхёк исемле уҡытыусым саҡырҙы. Тәүге турҙа еңеү яулағас, дәртләнеп киттем. Ныҡлы әҙерләндем. Ростовта ҙур аудитория алдында сығыш яһарға кәрәк ине. Мин унда корей халҡының боронғо Балхэ дәүләтенең тарихы хаҡында һөйләнем. Мәҙәниәт үҙәгенең директоры минең сығыштан һуң, аптырап, хатта Кореяның үҙендә лә күбеһе белмәгән тарихты һөйләүемә һоҡланды. Һөҙөмтәлә конкурста беренсе урын алдым. Жюри ағзалары, сығышымдан һуң рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, бөгөн үҙебеҙ ҙә быға тиклем белмәгән әллә күпме яңы мәғлүмәт алдыҡ, тип маҡтанылар", - тип уртаҡлашты үҙенең еңеүе хаҡында булдыҡлы егет.
Арыҫлан конкурста ла еңгән, Ростовтағы корейҙар менән тәжрибә уртаҡлашып, киләсәккә идеялар ҙа туплап ҡайтҡан. "Ростовта Корея мәҙәниәте үҙәге эшләй. Мәктәп-университеттарҙа ошо телде уҡыталар. Ә беҙҙә ундай мөмкинлектәр булмауы үкенесле. Киләсәккә маҡсатым - теләгән һәр кемде Корея мәҙәниәте менән таныштырыу, уны өйрәтеү, уларҙың яҡшы яҡтарын өйрәнеү. Ә был халыҡтан беҙгә өйрәнә, фәһем ала торған нәмәләр бик күп. Халҡыбыҙҙың егеттәре һәм ҡыҙҙары, туған башҡорт телебеҙгә өҫтәп, ни тиклем күберәк сит телдәрҙе белһә, мәҙәни кимәлебеҙ ҙә шул тиклем юғарыраҡ буласаҡ һәм был беҙгә халыҡ-ара кимәлдә танылыуға, уңыштарға ирешеүгә юл асасаҡ", - ти Арыҫлан.
Афарин, Арыҫлан!

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru