«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРӘМЕ, ЙӘҒНИ ЙӘШТӘР АУЫЛДАРҒА КИРЕ ҠАЙТА ҠАЛҺА...
+  - 


Гәзиттең быйылғы 11-се һанында (27 март) Хәйбулла районының Әбделнасир ауылынан сыҡҡан йәштәрҙең "Өфө - Әбделнасир араһы, йүгереп кенә бараһы..." тигән әңгәмәһе баҫылды. Унда ошо ауылда тыуып үҫеп, Өфөлә төйәкләнгән Альмира Ҡолдәүләтова-Юлдыбаева, Айнур Ғүмәров, Илдар Ғәбитов, Гөлсәсәк Хәйруллина-Фәйзуллина, Айгөл Миңнуллина ҡатнашып, уларҙың фекерләшеү ҡоро гәзит уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгәйне. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы ир-уҙаманы Булат Ильяс улы Торомтаев та ошо әңгәмәгә, ғөмүмән, хәҙерге ауыл проблемаһына ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерергә булды. Булат Ильяс улы Өфө авиация институтын тамамлаған. Хәйбулла РТП-һында хеҙмәт иткән, Атингән ауылы хакимиәте башлығы булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда.

Булат Ильяс улы, Хәйбулла йәштәренең әңгәмәһен уҡығандан һуң шундай уйҙарға киләһең: йәштәр бөтөнләй икенсе төрлө фекерләй, тормошҡа ҡараштары башҡаса. Беҙ шул тиклем артта ҡалғанбыҙмы икән? Шулай ҙа ошондай йәштәрҙең булыуы киләсәккә өмөт уята. Һеҙҙең тәүге тәьҫораттар нисек булды?

- Әбделнасыр ауылын яҡшы беләм, шул ауылдан сыҡҡан йәштәрҙең фекерҙәре һоҡландырмай ҡалманы. Беҙ барыбер ҙә совет осоронда тәрбиә алғанбыҙ һәм шул дәүер ҡалыптарынан әле булһын азат түгелбеҙ. Уларҙың бигерәк тә ауылдан Өфөгә барып, туған телдәрендә һөйләшергә өйрәнеүҙәре көтөлмәгәнсә яңылыҡ беҙҙең өсөн. Ҡасандыр, киреһенсә, беҙ ауылдан ҡалаға барып русса һөйләшергә өйрәнә инек. Элек беҙҙең район тураһында республика кешеләре саман өйҙәрҙә йәшәүсе артта ҡалған район тип беләләр ине. Хәҙер иһә беҙҙең Хәйбулла тураһында улай тип әйтеп булмай. Әгәр ҙә артта ҡалған булһаҡ, шундай йәштәребеҙ ҙә килеп сыҡмаҫ ине.

Әңгәмәлә Айнур Ғүмәров: "Бына һеҙ, Әхмәр ағай, һеҙҙең быуын үҙегеҙгә бирелгән күп кенә мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырғанһығыҙ. Мин хәҙер ҡырҡ йәшлектәргә һәм унан кесе йәштәгеләргә генә иҫәп тота алам..." - тип миңә үҙенең дәғүәһен дә белдерҙе. Беҙ, бер быуын кешеләре, Айнур әйткәнсә, ниндәй мөмкинлекте ҡулыбыҙҙан ысҡындырҙыҡ икән? Беҙҙең быуын нимә эшләй ала ине?

- Ҡатмарлы һорау. Ельцин власҡа килгәс: "Күпме йота алаһығыҙ, шунсама алып ҡалығыҙ..." - тигәйне. Бәлки, Айнур шул хаҡта әйтергә теләйҙер. Әммә беҙ яңылыш йәшәнек тип әйтә алмайбыҙ, Башҡортостан ул осорҙа Мортаза Рәхимов етәкселегендә бығаса күрелмәгән уңыштарға өлгәште. Беҙҙең Хәйбулла районын ғына алғанда ла, бик күп эштәр башҡарылды, беҙ бында зарлана алмайбыҙ.
Социалистик идеология юҡҡа сыҡҡас, бер беҙ генә түгел, тотош ил халҡы баҙар шарттарында йәшәргә яраҡһыҙ булып сыҡты. Тик айырым кешеләр генә яңы шарттарға яраҡлашып йәшәп китә алды. Ауылда ла бөтә кеше лә фермер булып китә алманы, был мөмкин дә түгел ине. Шуның һөҙөмтәһендә эшһеҙлек барлыҡҡа килде. Беҙҙең районда тау-байыҡтырыу комбинаттары булғас, элекке колхозсылар шунда ағылды. Күп кенә кешеләр ауылдарҙан район үҙәктәренә, ҡалаларға, ҡала янындағы ҡасабаларға күсенә башланы. Һуңғы ваҡытта район үҙәктәренең киңәйеп, ҙурайып китеүе тап шул сәбәпкә бәйле.

Республика етәксеһенә, бер һүҙ менән әйткәндә, "бабай"ға һалынып өйрәнеүебеҙ ҙә быға булышлыҡ иткәндер инде...

- Партком секретарҙары, коммунистар беҙҙе әйҙәргә һәм әйҙәгәнгә күндереп өйрәтеп, үҙаллығыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Минең ер, минең биләмә тигән тойғо ла юҡҡа сыға яҙҙы. Элек ер өсөн йәнен аямаған атай-олатайҙарҙың ейәндәренең күбеһенә, шулай итеп, пай ерҙәре лә кәрәкмәй булып сыҡты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, совет осоронда хыял ғына булған эштәрҙең башҡарылыуы хәлебеҙҙең шөкөр икәнлеген дә раҫлай. Һаман да совет ҡоролошо һаҡланһа, беҙҙең Йәнтеш ауылына асфальт, газ килеп етер инеме икән, әйтеүе ҡыйын. Районыбыҙҙың күтәрелеүендә Фәтих Ҡаҙаҡбаевтың да роле ҙур булды. Үҙәк телевидение аша Бүребайҙа шахтерҙарҙың саман өйҙәрҙә йәшәүен күрһәтеүҙе ойоштороу ғына беҙҙең төбәккә айырата иғтибарҙы барлыҡҡа килтерҙе. Хәйбулла районының әлеге хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең кеселекле, ололоҡло мөнәсәбәте менән район халҡының һөйөүен яуланы, ул кешене оло сабырлыҡ менән тыңлай белә, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Мин 1988 йылда самолет менән Өфөнән Аҡъярға осоп килдем. Ул саҡта бергәләп Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск ҡалаларына сәйәхәт яһағайныҡ. Ул саҡтағы Хәйбулла менән хәҙергеһе араһындағы айырма - ер менән күк араһы. Хәҙер һеҙҙә газһыҙ ауыл юҡ, әллә ҡасан уҡ телефон бәйләнеше үткән. Хәйбулланың алға китеүендә субъектив факторҙарҙан тыш, тағы ла ниндәй объектив шарттар булышлыҡ итте тип уйлайһығыҙ?

- Объектив факторҙар ҙа күп. Элек мәғдәнселек Бүребайҙа ғына үҫешһә, хәҙер, "Башмедь" асылғандан һуң, кисәге колхозсылар, совхоз эшселәре эш башлап, ҡулдарына арыу аҡса төшөрә башланы, тормошон бөтәйтте. Ошоноң менән бер рәттән, райондың социаль йөҙө үҙгәрҙе. Ҙур аҡса ҙур мөмкинлектәр тыуҙырҙы. "Башмедь"та тик Хәйбуллалар ғына хеҙмәт итмәй, Урал аръяғы ауылдары өсөн дә эшһеҙлектән ҡотолоу мөмкинлеге бирҙе ул.

Ә экология мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ?

- Хәҙер заман ныҡ үҙгәрҙе, фән үҫеште. Шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫлек итеп рекультивация эшләргә лә була. Тәүге осорҙа был мәсьәләгә иғтибар бирмәнеләр. Ер аҫтында ятҡан байлыҡтарыбыҙ республикабыҙға, районыбыҙға, ауылдарыбыҙға, ошо ерҙә йәшәгән кешеләргә хеҙмәт итергә тейеш. Бының өсөн инвесторҙар менән төҙөгән килешеүҙә барыһы ла әйтелергә тейештер.

Ниндәй шарттар, мәҫәлән?

- Беренсенән, мәғдәнселек эшенә, асылда, урындағы халыҡты йәлеп ителеү, экологик талап, республика, район бюджетына күсереләсәк сумма мәсьәләләре. Шул уҡ ваҡытта ошоларҙың береһе генә инвестор тарафынан үтәлмәгән осраҡта бер яҡлы килешеүҙе өҙә алыу шарты һ.б. Хәҙер беҙҙең райондан мәғдәнселек предприятиеларында эшләүселәр үҙ ауылдарында, район үҙәгендә, ҙур ҡалалар янында заманса йорттар ҡалҡыта башланы, уларҙың Сибай, Өфө ҡалаларында фатир һатып алырлыҡ аҡсалары бар. Күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ, әгәр ҙә колхоз-совхоздар һаман да һаҡланған булһа, был хәлдәрҙе йәштәр төштәрендә лә күрә алмаҫ ине.

Ваҡытында Баймаҡ районының хакимиәт башлығы булып эшләгән Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улының бер фекере оҡшағайны: "Ер аҫты байлыҡтары беҙгә ер өҫтөндә эшләргә, ауыл хужалығын күтәрергә ярҙам итергә тейеш..."

- Дөрөҫ, әгәр ҙә ер аҫты байлыҡтары бар икән, ул халыҡҡа ла, дәүләткә лә ярҙам итергә тейеш. Икенсенән, иртәме-һуңмы ул байлыҡ эшкәртеләсәк, шуға күрә мөмкин тиклем үҙебеҙгә ул байлыҡты файҙалы, тәбиғәткә зыянһыҙ итеп файҙаланырға кәрәк. Миҫалға ғәрәп илдәрен генә алайыҡ, уларҙа бит ер аҫтында ятҡан "ҡара алтын" иҫәбенә һәр тыуған балаға аҡса түләнә тиҙәр. Советтар Союзы тарҡалғандан алып Ҡаҙағстан да ер аҫты байлыҡтары иҫәбенә ныҡ күтәрелде. Улар Европа, Америка инвесторҙары менән дөрөҫ итеп килешеү төҙөп, ул килешеүҙәрҙең үтәлешен талап итә алды. Беҙҙең районда ла мәғдәнселек предприятиеларынан район бюджетына аҡса күсә башлағайны, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлектәре артты.

Иҡтисад фәндәре докторы, академик Мазһар Насип улы Иҫәнбаев (ауыр тупрағы еңел булһын!) колхоздарҙың прогрессив хужалыҡ итеү формаһы булыуы хаҡында күп тапҡырҙар сығыш яһаны. Ул колхоз тип аталамы, артелмы, кооперативмы, предприятиемы - ауылды һаҡлауҙың иң прогрессив юлы барыбер ҙә күмәкләп эшләүгә ҡайтып ҡала. Сөнки фермерлыҡ был йәһәттән үҙен тулыһынса аҡлай алманы, шулай түгелме? Ундай хужалыҡты кире тергеҙеп булмаһа, ауыл халҡын нисек итеп эш менән тәьмин итеп була тип уйлайһығыҙ?

- Колхоздар шәхси хужалыҡта эшләүселәрҙең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тимәк, ауыл халҡы шул ваҡытта яңғыҙ ҡарғаның яҙ килтермәҫен аңлаған. Алтмышынсы йылдарға тиклем күмәк хужалыҡта эшләүселәр трудоденгә эшләп, аҡса ла күрмәне, әммә шул саҡта ла колхозды ташламаны. Бында ла фәтеүә бар, сөнки тап ошондай хужалыҡ ярҙамында ауыл халҡының тамағы туйып ҡалды.
Ауылдарҙы колхоздар ныҡ күтәрҙе. Заманында беҙҙең колхоз миллионер булды, күрше Ивановкала Ленин исемендәге колхоз да аяғында ныҡ баҫып торҙо. Кешегә аҡса түләнеләр, халыҡтың күҙе асылып ҡалды, йәштәр шуның һөҙөмтәһендә махсус урта, юғары белем алырға ҡалаларға йүнәлде. Минеңсә, ауыл хужалығын яңынан тергеҙеү өсөн төрлө йүнәлештәге тауар етештереүселәрҙе берләштереп, уларҙың тауарын һатып, килем алыуҙы яйға һалырға кәрәктер. Ауыл тауар етештерә ул, әлегә уны һатып, килем алыу мәсьәләһе генә аҡһай. Әлбиттә, көслө фермерҙар бар, уларҙы инҡар итеп булмай, әммә улар барлыҡ ауыл халҡын эш менән тәьмин итә генә алмай. Әле байтаҡ ҡына ерҙәр эшкәртелмәй ята. Шуға күрә барыбер ҙә коллектив формаға ҡайтырға тейешбеҙҙер. Ваҡытында "Матрай", "Сиҙәм" совхоздары көслө саҡта уларҙа эшләүсе комбайнсылар Социалистик Хеҙмәт Геройы булдылар, тимәк, башлап ебәрергә генә кәрәк. Яңыраҡ бер фермерҙың эшләгән яланына барып, уңышты гектарынан күпмешәр алыуын һораштым. 11 центнер, тинеләр. Ә бит ваҡытында беҙ шул уҡ баҫыуҙа гектарынан 30 центнер ала торғайныҡ. Хәҙер технологияны үтә ябайлаштырып бөттөләр. Ерҙе һөрмәйҙәр, ашлама индермәйҙәр, минималь сығымға уңыш та минималь була инде. Күмәк хужалыҡ булғанда һәр кеше үҙенең эшен алып бара һәм шуның өсөн яуаплы була, ә фермер барыһы өсөн дә яуаплы була алмай, дөрөҫөрәге, быға уның ҡулы етмәй, барыһын да белеп тә бөтә алмай. Элек колхоз ваҡытында кемдәр бригадир, управляющий, инженер, зоотехник булып эшләгән - шуларҙың эше бара.
Колхоз-совхоздар ваҡытында яғыулыҡ-майлау материалдары арзан булды. Минеңсә, ауыл хужалығын күтәрер өсөн дәүләт тарафынан хаҡтарҙы көйләү талап ителә.

Бер тапҡыр Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Рөстәм Хәйруллин менән баҫыуҙар буйлап йөрөнөк. Юлыбыҙҙың бер яғында үҫкән Ырымбур фермерҙары игененең беҙҙеке менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ булыуын район хужаһы уларҙа иген үҫтереү технологияһының теүәл үтәлеүенә бәйләп аңлатҡайны. Был йәһәттән һеҙҙең фекерегеҙ нисек?

- Силсәүиттә эшләгәндә Рөстәм Рәүҙәт улы беҙгә лә, Ырымбур өлкәһе менән сиккә барып, баҫыуҙарҙы сағыштырып ҡарағыҙ, тип әйткәйне. 90-сы йылдар башында колхоз-совхоздар тарҡала башлағас, Ырымбурҙар был эшкә йылдам тотоноп, совет осоронда һатып алынған техника ярҙамында фермер хужалыҡтарын нығытып өлгөрҙөләр. Күрше генә Ырымбур өлкәһенең Башбүре (Үрге Наҙарғол) тигән ауылда минең ҡәйнештең Т-150 тракторы, "Камаз"ы булды. Улар миллион һумдар торған техниканы кредитҡа алды, аҡса үҙгәреп киткәс, уларҙың хаҡтары тиндәргә генә тороп ҡалды. Ә беҙ иһә техникалар ҡыйралып бөткәнсе колхоз-совхоздарҙы һаҡларға тырыштыҡ. Өҫтәүенә, "Беҙ колхоз-совхоздарҙы һаҡлап ҡалдыҡ", тип маҡтанып һөйләп йөрөнөк. Әммә тормош үҙенекен итте.

Айнур Ғүмәров Хәйбулла йәштәре менән әңгәмәлә деурбанизация тураһында һүҙ алып бара. Әгәр ҙә ошо хәрәкәт башланып, халыҡ ауылдарға ағылһа, үҙебеҙҙекеләр кире ҡайтырмы икән, нисек уйлайһығыҙ?

- Иң мөһиме, ауылдарҙа эш урындары барлыҡҡа килтерергә кәрәк. Эш урыны булмаһа, улар ҡайтмаясаҡ, бында буй еткергәндәр һаман да китеүен дауам итәсәк. Әйтәйек, шул уҡ "Башмедь"та 80 мең алып йөрөгән йәш кеше бындағы 30 мең һумға ҡайтырмы? Шул уҡ ваҡытта унда эшләүселәр араһында: "Элекке колхоздар булһа, мин 20-30 мең эш хаҡына ҡайтыр инем", - тиеүсе оло йәштәгеләр ҙә юҡ түгел. Ни генә тимә, әллә ни байып китмәһәләр ҙә, һәүетемсә, тыныс шарттарҙа эшләүсе колхоздарҙы һағыныусылар юҡ түгел. Кисә генә гәзиттән уҡып ултырҙым: беҙгә килеп, ауылдарҙан өй, ер һатып алып, шунда йәйҙәрен килеп йәшәүсе мәскәүлеләр ҙә бар икән.

Айнур фән үҫешенә бәйле тиҙлектең артыуын деурбанизация сәбәптәренең береһе тип иҫәпләй. Ә бына һеҙ тағы ла ниндәй сәбәптәрҙе атар инегеҙ?

- Һуңғы йылдарҙа ауыл менән ҡала араһындағы айырма юғала бара. Ауыл өйҙәрендә лә санузелдар, ванна, бәҙрәф ҡуйыла. Элек иһә беҙҙең атай-әсәйҙәр ауыл тормошоноң ыҙалығын татып үҫкәс, балаларының ҡалала йәшәүҙәрен теләне, үҙҙәре һымаҡ ыҙаламаһын тип уйланы. Хәҙер иһә улайтып уйлаусылар юҡ. Әгәр ҙә, Айнур әйтмешләй, тиҙ йөрөшлө поездар, канат юлдар буйлап елдереүсе машиналар барлыҡҡа килһә, ауылдан ҡалаға йөрөп эшләүселәр күбәйәсәк.

Тағы ла бер мөһим, йәнде әсендерә торған проблема: хатта төпкөл ауылдарҙа ла балаларҙың теле русса асыла. Был мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек?

- Беҙ үҫкәндә ауылыбыҙҙа телевизор күрһәтмәне. Балаларҙың теле русса асылыуында иң беренсе нәүбәттә телевизор сәбәпсе булып тора. Икенсенән, телевизорға тоташтырып уйнай торған приставкалар барлыҡҡа килде. Хәҙер иһә сабыйҙар ҡулына "һыйпафон" тотоп тыуа.

Әммә ошо урында Әбделнасыр балаларының Өфөгә барып, башҡортса өйрәнеүҙәре ҡыҙыҡ бит...

- Уларҙың Сиҙәм мәктәбендә русса уҡығандарын беләм. Аҡъярҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелде.

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе беҙҙең һүҙҙәргә, теләк-кәңәштәребеҙгә көлөп кенә ҡарай. Нишләп шулай икән ул?

- Беҙҙе бишектән алып, октябряттарҙан башлап, "ул ярамай, был ярамай" тип күберәк тыйып тәрбиәләнеләр. Хәҙер килеп беҙ ҙә үҙ балаларыбыҙҙы тыйып маташабыҙ һәм шундай көлкө хәлдәргә ҡалабыҙ. Хәҙер беҙҙең Йәнтеш ауылында ла өйөндә генә ултырып, төрлө рәсми компанияларға хеҙмәт итеүселәр, 100 меңдән кәм булған апаруҡ ҡына хеҙмәт хаҡы алыусылар барлыҡҡа килде. Уларҙы нимә тип әйтеп тыяһың инде.

Беҙҙең атай-әсәйҙәр юғары белем алыуыбыҙҙы теләһә, хәҙер иһә туғыҙынсыны тамамлап, махсус уҡыу йортонда ниндәйҙер һөнәр алыуҙы өҫтөн күрәләр. Шулай ҙа ауыл кешеһенә юғары белем кәрәкме һәм ни өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?

- Хәҙерге юғары технологиялар менән эш итер өсөн юғары белем кәрәк ул. Шул уҡ ваҡытта станокта эшләр өсөн дә махсус белем кәрәк. Элекке кеүек, унды бөтһәм, колхозда көтөүсе, һауынсы булып эшләрмен әле, тип кенә йәшәп булмай. Махсус белемме, юғарыһымы, үҙ эшеңдең оҫтаһы булыр өсөн кәрәк.

Тағы ла "Уңышлы бизнес - коллективта дөрөҫ итеп ҡоролған мөнәсәбәт ул" тип тә әйтәләр. Ә бит шундай мөнәсәбәттәрҙе ҡороу өсөн дә, хатта балаңды тәрбиәләү өсөн дә юғары белем талап ителә торғандыр. Шул уҡ ваҡытта махсус белемле кеше алған йүнәлеше буйынса ғына фекерләй алһа, юғары белем кешене төрлө йүнәлештә, төрлө аспектта фекерләргә ярҙам итә.

- Берҙәм дәүләт имтиханы беҙҙең ауыл балаларына ла донъяның, илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге бирҙе. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү еңел түгел. Бер урынға егерме самаһы кеше тура килде бер йылда. Сибай гимназияһы уҡыусылары конкурстан үтә алмайынса, Мәскәүҙең Пирогов исемендәге медицина университетына геүләп барып инеп киттеләр. Тәүге осорҙа Берҙәм дәүләт имтиханы беҙҙең балаларға ауыр бирелгәйне, хәҙер ҙур балдар йыя башланылар.

"Юлдаш" радиоһына интервью биргәндә "Институтта уҡыу осорона ҡарата ниндәй үкенестәрең ҡалды?" тигән һорауға бер нисә телде өйрәнеп ҡалмауым үкендереүе хаҡында әйткәйнем. Һеҙ күп тел белеүҙең әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?

- Күп тел белеүҙең кешегә күп мөмкинлектәр биреүе хаҡында әйтеү артыҡтыр. Инглиз, немец телдәрен, ғәрәп, ҡытай телдәрен белеү илебеҙҙең ошо илдәр менән төрлө йүнәлештәге бәйләнештәрен урынлаштырғанда ярҙам итәсәк, хатта ошо йүнәлештә үҙеңдең һөнәреңде лә табырға мөмкинһең. Кеше өс-дүрт телде өйрәнеп алһа, ҡалғандары еңел бирелә тиҙәр.

Журналист булараҡ, шуны әйтәм: күп телде белгән журналистың яҙған мәҡәләһен уҡыһаң, уның фекерләүенең бөтөнләй башҡаса булыуын тояһың.

- Минең паркинсон сирен дауалау буйынса махсуслашҡан Резеда һеңлем докторлыҡ диссертацияһын Мәскәүҙә инглиз телендә яҡланы. Ул атайымдың ҡустыһының ҡыҙы. Резеданың бер туған һеңлеһе Мәскәүҙә инглиз, ҡытай телдәре буйынса юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡытай теле буйынса махсуслашты.

Резедәнең бер нисә сығышын интернетта ҡараным, ул хатта башҡорт телендә лә сеанстар үткәрә...

- Уларға интернатта тәжрибәле уҡытыусы дәрес бирҙе. Һеңлеһенең дә, үҙенең дә инглизсә яҡшы белеүе уҡытыусыларынан килә. Ә махсус белемде Резедә Америкаға барып уҡып алды.

Нисек уйлайһығыҙ, илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәк инеме икән?

- Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың күп кенә ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар. Дөрөҫ булһа, Ельцин халыҡ-ара фондтан аҡса һорағанда Рәсәйгә бик күп шарттар үтәүҙе, шул иҫәптән колхоз-совхоздарҙы бөтөрөүҙе талап иткәндәр. 90-сы йылдар башында колхоздарҙа йыйып алынған уңыш яғыулыҡ-майлау сығымдарын да ҡапламаны, йәғни хужалыҡтарҙы ошо юл менән юҡҡа сығарҙылар.

Стратегик яҡтан ҡарағанда дәүләт ауылды ҡаланы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән өсөн генә түгел, демографик мәсьәләне хәл иткән өсөн дә дотацияларға тейеш. Нимә генә тимә, ауыл хужалығы рентабелле эшләй алған тармаҡ түгел, шулай бит?

- Шулай, сөнки ҡалаларҙа ғаиләләге балаларҙың һаны, асылда, икәүҙән артмай, был осраҡта демографик үҫеш 0-гә тигеҙ, йәғни ике бала ата менән әсәне алмаштыра ғына. Хәҙер иһә хатаны төҙәтер өсөн Әсәлек капиталы ла түләп ҡарайҙар, тик демографик шартлау күҙәтелмәй.

Тимәк, демографик хәл яҡшырһын өсөн емерелгән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, тиһегеҙме?

- Тап шулай. Беҙҙең заманда балалар аҡсаһын да йүнләп түләмәнеләр, әммә ауылда балалар эркелеп йөрөнө.

20-30 йылға алға ҡараш ташлағанда ауылдарҙың киләсәген нисегерәк күҙаллайһығыҙ?

- Барыбер ауыл ерендә кеше йәшәргә, ерҙе эшкәртергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта технологиялар үҫеше дауам итә һәм элеккесә ике мең гектар ерҙе етмеш кеше эшкәртмәйәсәк. Тимәк, ҡалған кешеләр үҫтереп алған уңышты эшкәртеү, төрлө тауар формаларына еткереү менән, өсөнсөләр сауҙа менән шөғөлләнергә тейештер. Ауыл совет осорондағы һымаҡ, сеймал етештереү менән генә булһа, әллә ни алға китә алмай ҙа.

Себер тураһында күп һөйләйбеҙ, бер мәл ундағы йәштәрҙе республикаға ҡайтарыу хаҡында һүҙ сыҡты ла, оноттолар. Беҙҙең ауылдарҙы күтәрер потенциалдың иң ҙур өлөшө Себерҙә. "Себер үҙебеҙҙеке" тип тә йырлайҙар хәҙер. Себер беҙҙеке булыу менәнме ни, Себерҙә тыуған балалар үҙебеҙҙеке булмағас. Мин Себерҙә тыуып үҫеп, аҙаҡ Башҡортостанға ҡайтып, башҡортса һөйләшеп, опера һәм балет театрында эшләп йөрөгән бер генә егетте беләм: ул Буранбай Ишемғолов. Ә һеҙҙең Себер хаҡында ниндәй фекерҙәрегеҙ бар?

- Бер танышым Себер ҡалаһында йәшәгән балаларына ҡунаҡҡа барғанда Яңы йыл төнөндә урамға сыҡҡан һәм гармун тартып, башҡортса йырлашып, бейешеп йөрөгән йәштәрҙе күреп, шаҡ ҡатҡан. Ә бит бындай күренештәр хәҙер беҙҙең ауылдарҙа юҡ тиерлек. Тимәк, ауылдар Себергә күскән. Бер ҡоҙам Себерҙәге эш хаҡы менән "Башмедь"тыҡын сағыштырып ҡарап, икеһенең дә тигеҙ икәнлеген белгәс, ҡайтырға ҡарар итте. Бынан шундай һығымта яһарға була: Себерҙәге йәштәребеҙҙе лозунгылар менән түгел, лайыҡлы эш хаҡы алырлыҡ эш урындары булдырып ҡына ҡайтара аласаҡбыҙ. Әле Сибайҙың карьерын арендаға алыусылар арыу эш хаҡы түләргә итәләр, тигән һүҙҙәр ишетелде.

Бынан бер нисә йыл элек Әбйәлил районында Мөшәрип тигән үзбәк йәшәгәйне. Мин уның хаҡында "Шоңҡар" журналында "Башҡортлашҡан үзбәк" тигән мәҡәлә лә яҙып баҫтырҙым. Ул башҡорт ҡыҙына өйләнеп, уның тыуған ауылына килеп урынлашып, тиҙ генә башҡортса һөйләшергә өйрәнде. "Һеҙҙәге мөмкинлектәр беҙҙең үзбәктәргә эләкһәме, бында бит сереп байырға була..." тигәйне ул миңә. Ул бер йәй эсендә еләк йыйып, емешен Магнитогорск ҡалаһына алып барып һатып, "Волга" машинаһы һатып алды. Аҙаҡтан туғандары килеп, уны тыуған яғына алып ҡайтып китте. Ситтән килеүселәр беҙгә Хоҙай тарафынан бүләк ителгән мөмкинлектәрҙе күрә, ниңә үҙебеҙ күрмәйбеҙ икән, нисек уйлайһығыҙ?

- Йыраусы Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев үҙенең китабында егерме беренсе йылғы аслыҡта кәбеҫтә, картуф үҫтереүҙәре хаҡында яҙып үтә. Атингәндә йәшәүсе украиндар: "Егерме беренсе йылғы аслыҡта башҡорттар күпләп үлде, ә беҙҙе баҡса ҡотҡарып ҡалды", - тип һөйләнеләр. Башҡорттарҙың иһә, кемдең һыйыры булған, улар бирешмәгән. Үзбәктәргә килгәндә инде, улар сауҙа менән йәшәп өйрәнгән. Яңыраҡ Сибайҙан Аҡъярға бер үзбәк таксиһына ултырып ҡайтҡайным. Ул: "Беҙ, үзбәктәр, Рәсәй ярҙамында көн күрәбеҙ, беҙҙә һәр бер ғаиләнән бер үзбәк Рәсәйҙә эшләй, шунһыҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ. Бында бер айҙа эшләп алып ҡайтҡан аҡсаға үҙебеҙҙә ярты йыл йәшәй алабыҙ, шул аҡсаға йорттар һалабыҙ", - тине.
Мөкинлектәр бихисап үҙебеҙҙә, эшләргә, лайыҡлы йәшәргә теләк-дәрт кенә булһын. Йомғаҡлап әйткәндә, ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалабыҙ тиһәк, күп нәмә үҙебеҙҙән тора.

Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Булат Ильяс улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru