
Әсәйем ете бала тыуҙырып үҫтергән. Шуларҙың береһе - мин. Донъяға өсөнсө бала булып килгәнмен. Тыуғанымда яҡты донъяға йомарланып килеп сыҡмағанмын, ә һыуға шөңгөргә әҙерләнгән кешеләй, ҡулдарымды һоноп, йылы һыу тултырылған ялғашҡа шылып төшкәнмен.
Кендек инәһе вазифаһын башҡарыу өсөн саҡыртылған Ғәлимә инәй, ялғаш эсендә йөҙөп йөрөгән балаға ҡарап-ҡарап торған да, башын артҡа ташлай биреберәк, ҡытырлатып көлөп ебәргән. Ошо көлөү яҡты донъяның тәүге ауазы булғанлыҡтан, мин уны шунда уҡ отоп алғанмын һәм мәңгелеккә үҙ иткәнмен. Әсәйемдең ҡалған балалары ҡытырлатып көлмәне - был минең өсөн генә хас сифат булып һеңеште.
"Балаң еңел тыуҙы, тормошта ла үҙеңә ауыр йөк булмаҫ", - тигән Ғәлимә инәй йөгөнән имен-аман ҡотолоуына ҡыуанып ятҡан әсәйемә ҡарап. Кендегемде оҫта ғына итеп ҡырҡып бәйләгәс, инәйем мине ҡулына алған һәм, өҫкә сөйөбөрәк, ике-өс мәртәбә һикертеп алған. Был күнегеү бик оҡшап ҡалғандыр, күрәһең: мин киң итеп йылмайғанмын, ҡулдарымды сәпәкәйләтеп, кендек инәйемә ҡарап, күҙҙәремде асҡанмын.
"Атаҡ-атаҡ, был мәхлүктең күҙҙәре зәп-зәңгәр бит, - тигән Ғәлимә инәй, миңә ғәжәпләнеберәк ҡарап. Әптрәхимдең дә, һинең дә күҙҙәрең көрән бит. Был ни ғәләмәт икән?" "Әптрәхим яғынан күк күҙле нәҫел остары осраштырып ҡуя, шуларға тартҡандыр", - тип яуаплаған әсәйем. "Хәйер, атайымдың күҙҙәре лә, боҙғамы, тоҙғамы оҡшап, күкһелләнеп тора бит", - тип өҫтәгән ул, бер аҙ өнһөҙ ятҡандан һуң.
Ике ҡатындың әңгәмәләшеүен әллә ни тыңларға теләмәгәнмендер мин. Әсе итеп ҡысҡырғанмын да ирендәремде шапылдата башлағанмын. "Ашарға һорай сабый, ашарға", - тип һөйләнә-һөйләнә Ғәлимә инәй мине ике ҡат йүргәккә төргән дә, соланға сығып, иртәнге һөттөң өҫтөнә йыйылған ҡаймаҡҡа сәтәкәй бармағын тығып алған. Ҡаймаҡлы ошо бармаҡты имеп, мин тәүге тапҡыр үҙ-үҙемде туйындыра башлағанмын. "Һыйырыңдың һөтө бигерәк ҡуйы икән, Бибинур, - тип һөйләнгән кендек инәйем, мин уның сәтәкәй бармағын һурған арала. - Күҙ тейеп ҡуймаһын". "Эйе, Ғәлимә апай, шулай. Әллә ни күп бирмәһә лә, һөтө ифрат ҡуйы. Уңдым Алаҡайымдан, бик уңдым".
Әсәйемдең Алаҡай тигәне ала һыйыр булып сыҡты. Быны мин, әлбиттә, үҫә төшкәс кенә аңланым. Ала һыйыр ғаиләбеҙ тормошонда шундай ныҡлы урын алды, бына ни өсөн мин ошо тарихымды шул малҡайға арнарға булдым.
* * *
Бындай ҙа ҡупшы, бындай ҙа ирәбәле, бындай ҙа аҡыллы малды ауыл көтөүе бер ҡасан да күрмәгәндер һәм күрмәҫ тә. Бөгөнгөләй хәтеремдә: ала һыйырҙың атлап китеүҙәрендә үк ниндәйҙер мөһабәтлек, еңеллек һәм нәзәкәтлелек бар ине. Аҡҡоштоҡо кеүек оҙон муйынлы ҡыҙҙар баштарын нисектер һауаланыбыраҡ йөрөтһә, башҡа мал-тыуар араһында Алаҡай ҙа үҙен шулайыраҡ тотто. Бөтә кәүҙә-ҡиәфәте килешле, мөгөҙҙәренән алып ҡойроҡ остарына тиклемге бөтә ағзалары ла үҙ урынында ине уның. Миңә аҙағыраҡ һыйыр кеүек йүгергән ҡатындарҙы әҙ күрергә тура килмәне, ә бына ыҡсым ҡыҙҙарға оҡшатып, ала һыйырҙай йүгергән бер генә малды ла осратырға насип булманы. Уның хәрәкәттәрендә бәйге йүгеректәренә генә хас сифаттарҙы табып, ғәжәпләнә торғайным мин. Әгәр Алаҡайға уйнатып ҡына тал сыбығы менән һуҡһам, ул, алғы тояҡтарын еңел һәм текә күтәреп, башын айғыр кеүек бөгә биреберәк, ялдарын суртан һырты кеүек дуғаландырып, юртҡан һымаҡ йүгереп киткәне әле лә иҫемдә.
Юҡты бар иткән, үлене тере иткән көстәр ҡайһы саҡта, әҙәм заттарына бөтә оҫталыҡтарын һәм маһирлыҡтарын аҙағына саҡлы күрһәтергә теләгәндәй, шундай күркәм йән эйәләрен тыуҙырып ҡуялар - һуштан яҙып, ҡолап китерҙәй булаһың. Тик ундай камил йән эйәләре көн һайын тыуып тормай - беҙҙең күптәребеҙгә уларҙы күреп һоҡланыу бәхете тәтемәй. Урал-батыр заманында шундай йән эйәһе йылҡы малы араһында тыуһа, һыйыр малы араһында хасил булған ана шундай маһир йән эйәһе Алаҡай булғандыр.
Ала һыйырҙы нимәһе айырыуса ныҡ биҙәп торҙо һуң? Икеләнмәйенсә әйтә алам: уның күҙҙәре. Һытылырға етешеп өлгөргән ҡара ҡарағат төҫөндә һәм сикһеҙ тәрән ине уның күҙҙәре. Хайуандыҡы түгел, ә аҡыл һәм аң менән һуғарылған кеше күҙҙәре менән бәрәбер булды уның күҙкәйҙәре. Был күҙҙәрҙә мин бер ваҡытта ла ҡурҡыу һәм хәүефләнеү күрмәнем - тик хәлде аңлау һәм уйсанлыҡ ҡына сағылды уларҙа.
Ә керпектәре, ә керпектәре ниндәй ине хайуанҡайҙың! Талҡаҫ күленең көнбайыш ярын биҙәп үҫкән ҡамышарҙы хәтерләтте улар. Берәүһенеке сөм ҡара булып, йоҙроҡтай ҙур күҙенә ниндәйҙер серлелек өҫтәһә, икенсе күҙенең аҫҡы керпектәре, ап-аҡ булып, көлөмһөрәү һәм шаянлыҡҡа ишара яһап торҙо
Ҡолаҡҡыналары ла йәм биреп торҙо уның ҡупшы башына. Башынан нәҙек булып үҫеп сыҡҡан да, әкрен генә киңәйә барып, түңәрәкләнеп бөткәйне улар. Ҡолаҡтары тыш яҡтан ҡыҫҡа ғына ҡара йөн менән ҡапланһа, эстән күгелйемерәк төктәрҙең тырпайып торған көлтәһе менән биҙәлгәйне.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын нурлы күҙҙәре биҙәп торһа, һыйыр малҡайҙарына төҫ һәм бәҫ биреүсе нәмәкәйе ул мөгөҙҙәре икән. Килбәтһеҙ эре мөгөҙлө малдарҙы, хатта бер мөгөҙө дүшәмбегә, икенсеһе йәкшәмбегә ҡарап торған хайуанҡайҙарҙы ла, йыш булмаһа ла, күреп йөрөргә тура килде. Туҡал һыйырҙарға иһә мин бала саҡтан уҡ йәлләңкерәп ҡараным. Нимәһелер етешмәгән һымаҡ тойола ине миңә уларҙа. Туҡал һыйырҙың һөтөн эсергә тура килһә, хатта ытырғынып та ҡуя торғайным.
Мөгөҙҙәренең нәфислеге, уларҙың кәрәкле урында ипле генә бөгөлөп китеүҙәре яғынан Алаҡай менән дәғүәләшеүсе бер генә һыйыр ҙа булманы Һаҡмар туғайҙарында. Баш һөйәгенә тоташҡан тирәлә мөгөҙҙәр ярайһы ғына йыуан булды, осҡа киткән һайын әкренләп нәҙегәйә барҙы. Башына яҡын урында мөгөҙҙәрҙең өҫтө ҡытай йорттарының ҡыйыҡ ситтәрен хәтерләткән ҡулсалар менән уратып алынғайны. Киңерәк ҡулсаның өҫтөнә тарырағы ҡатланып ябыла ла уныһы, үҙ нәүбәтендә, тағы ла тарыраҡ икенсе ҡулса менән алмашына. Шуныһы ҡыҙыҡ, был ҡулсалар ике төҫтән торҙо: бер өлөшө - аҡ, икенсе өлөшө ҡара булды. Баш һөйәгенән сыҡҡан ниндәйҙер һыҙыҡ, мөгөҙҙәрҙең яртыһына тиклем бара биреп, әкренләп юҡҡа сыҡҡаны хәтеремдә. Ҡыл йыланы һымағыраҡ был һыҙыҡ мөгөҙҙәрҙе уратып үтте һәм диңгеҙ ҡусҡарының тышындағы һыҙыҡҡа оҡшап торҙо. Ошо һыҙыҡтың бер яғы ҡара төҫтә, ә икенсе яғы, шәкәр кеүек, аҡ төҫтә булды. Алаҡайҙың бер көйшәнеп ятҡанында, мин шул төҫтәрҙең нисек береһе икенсеһенә күскәнен ҡарап йөрөнөм. Йөгөнөкләп һыйыр башы тирәләй әйләнә торғас, шуны асыҡланым: аҡ төҫ әкренләп ҡараға, ә ҡараһы, киреһенсә, аҡҡа күсә бара икән.
Шул туңҡанлап йөрөгәнемдә бына тағы нимәгә иғтибар иттем. Алаҡайға Хоҙай Тәғәлә, аҡ менән ҡаранан тыш, әҙ генә булһа ла, өсөнсө төҫтән дә өлөш сығарған икән. Һары төҫ булып сыҡты ул. Мөгөҙҙәре нисек кенә күркәм бөгөлмәһен, аҡ менән ҡара төҫ бер-береһе менән көрәшеп тә, ярашып та шул мөгөҙҙәрҙе ни дәрәжәлә генә зауыҡ менән биҙәмәһен, әгәр шул һары төҫ булмаһа, Һаҡмар һылыуҡайының тышҡы ҡиәфәтендә ҙур ғына китек булыр ине. Алаҡайҙың башына йәм һәм бәҫ биреүсе нәмәкәйе мөгөҙҙәре булһа, шул мөгөҙҙәрҙе лә ҡабатланмаҫлыҡ итеүсе, һис шикһеҙ, ана шул һары төҫ булды. Һыйыр сибәркәйҙәренең дә мөгөҙҙәре шуныһы менән ғәжәпләндерҙе: сәтәкәй бармаҡ оҙонлоҡтағы иң осло өлөшө һары төҫкә манып алынғайны. Бында ла тәбиғәт үҙенең булған оҫталығын тулыһынса файҙаланғайны: мөгөҙҙәрҙең иң ос ҡынаһы үтә күренмәле һымағыраҡ булһа, йыуанайған һайын ҡараңғылана барып, ахыр сиктә ҡәҙимге төҫкә әйләнгәйне. Ҡояшлы көндәрҙә мөгөҙ остары, гәрәбәне хәтерләтеп, нурланып торҙо, еңелсә болотло көндәрҙә Бөрйән балы кеүек ҡарағусҡыл һары төҫкә инде, ә ямғырлы көндәрҙә иһә андыҙ тамыры кеүек көрәнһыу төҫ алды. Ошондай уҡ һары төҫ Алаҡайҙың тояҡ остарын да биҙәп торҙо. Һыйырыбыҙҙың гүзәл дә, ғәжәйеп тә сифаттарын тәфсилләп яҙһам, ҡәләм тибрәтеүҙән бармаҡтарымдың хәле ҡалмаҫ, тип ҡурҡам. Ана күпме яҙҙым, ә тасүирләгәндәрем баш һәм мөгөҙҙәрҙән ары китмәне. Ә уның маңлай сәстәре ниндәй ине! Ә ялдары һуң, ялдары! Улар тураһында яҙмай нисек кенә түҙәйем икән!? Малҡайымдың ҡойроғона ғына ла табаҡ-табаҡ биш бит арнарға булыр ине лә бит, тик мөмкинлек кенә юҡ шул.
Шулай ҙа бер нәмә тураһында яҙып китмәһәм, яҙыҡ булыр. Нәмә тигәнем һыйырҡайыбыҙҙың төҫөнә ҡайтып ҡала. Уның исеме лә шул төҫ кенәһе менән бәйле ине бит. Хозурлығы һәм төҫтәренең үтә лә камил аралашып килеүе яғынан ала һыйырға тиңләшерлек бер генә малды ла осратырға тура килмәне миңә. Нисә мәртәбә "кейендереп" ҡараны икән Алаҡайҙы ошо хайуанға тән һәм йән биргән илаһи көс? Бихисап эре мөгөҙлө малды арлы-бирле генә итеп әүәләгәндән һуң, ни маҡсат менән ошо хайуанға булған ғына илһамын, бөтә оҫталығын һуңғы тамсыһына тиклем бирҙе икән был көс? Әллә тәбиғәттең беҙгә ҡеүәтле булып күренгән көстәренән дә юғарыраҡ торған тағы әллә ниндәй әрүәхтәре бармы икән? Бәлки, шул бейеклектәрҙән килгән бөйөк уҡытыусы: "Әй, хөрмәтлеләрем! Һәр йән эйәһен әүәләгәндә, барлыҡ оҫталығығыҙға, хис-тойғоларығыҙға таянып эш итегеҙ, зинһар өсөн!" - тип әйткәндер ҙә үрнәк өсөн ала һыйырыбыҙҙы һынландырып та ҡуйғандыр.
Ошолай булырға ла мөмкин: ниндәйҙер йәш-елбәҙәк әрүәхтең күҙе үҙ дәрәжәһендәге әрүәх ҡыҙына төшкәндер ҙә, шул ҡыҙ менән әҙәм күҙенә күренмәй генә парланышып, Һаҡмар туғайҙары өҫтөндә осоп йөрөгәндәрҙер. "Йәнекәйем, һинең өсөн бөтәһен дә эшләргә ризамын: кәрәк икән Айҙан мәңге нурланып торған гәлсәр килтерермен, теләйһең икән, Зөһрә йондоҙонан фәлсәфә ташы алып ҡайтырмын!" - тигәндер әрүәх егет, үҙенең йәнәшәһендә йөҙөп барған гүзәл ҡыҙҙың күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап. Һушты китәрмәле сибәр әрүәх ҡыҙы, көлөмһөрәп: "Юҡ, әрүәхтәр арыҫланы, миңә әйткәндәреңдән бер нәмә лә кәрәкмәй", - тип яуаплағандыр. Һөйөү ялҡындарында янған мөһабәт егеттең шиңгән гөлгә оҡшап ҡалыуын күргәс, йәлләүҙәренән ни әйтергә белмәй: "Ҡара әле аҫҡа, дуҫҡайым, күрәһеңме унда ауыл көтөүен. Шул көтөүҙе биҙәрлек тә хайуанды һынландырып ҡара әле, булмаһа. Һыйыр тоҡомонан булһын ул!" Шулай тигәндер ҙә ҡапыл юҡ булғандыр, ә әрүәх егет бәхетле йылмайғандыр ҙа, Рәхимйән исемле йәш көтөүсе янына күренмәй генә ҡунып, Алаҡайҙың тәүге һынланышын яһап та ҡуйғандыр.
Ҡуян өләсәйем иһә ала һыйырҙың сығышын һыу һыйырҙарына алып барып ялғай торғайны. Йәй көндәренең береһендә уның ошондай ҡыҙыҡлы ла, мөғжизәле лә хәлдәр хаҡында бәйән итеп ултырғаны иҫемдә. Ул көндө әсәйем, Түбән остоң бөтә оло йәштәге ҡатындарына, ҡарт-ҡороһона өләсәйем хөрмәтенә ҡунаҡ күрһәтә ине. Мин килеп инеүгә төпкө бүлмәнең иҙәненә төрлө төҫтәге ҡорама менән тышланған ҡаралты түшәлгәйне, дүрт-биш урынға күпереп торған яҫтык ырғытылғайны. Иң төптә, уң яҡ мөйөштәге бер яҫтыҡҡа терәлеп, өләсәйем йәйрәп ултырып алғайны, ә уға ҡапма-ҡаршы мөйөштәге самауыр артына әсәйем, аяҡтарын бөкләп, сүккәйне. Төрлө йәштәге ун бишләп ҡатын-ҡыҙ, дүртмөйөш яһап, ҙур ашъяулыҡ тирәһенән урын алғайны.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА